“Йөрәк һүҙе”н әйт һин халҡыңа!

10-10-2017, 00:15 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
“Йөрәк һүҙе”н әйт һин халҡыңа!Режиссер Наилә Сәфәрғолова “Рәсәй – Башҡортостан” телеканалында ойошторған “Әйтер һүҙем бар” шиғыр, башҡорт һүҙ сәнғәте байрамдары халыҡ араһында киң популярлыҡ яуланы. Тәүгеһендә ҡатнашҡандарҙың йомғаҡлау кисәһен – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үткән байрамды – һәр кем яҡшы хәтерләйҙер. Ғүмерҙә булмағанса тамашаның башынан аҙағына тиклем залдағылар шиғыр моңона ҡойондо, тылсымлы һүҙ аһәңендә йәшәне.
Шиғриәттең, башҡорт теленең көсөн, матурлығын, ҡеүәтен халыҡҡа еткереүҙе дауам иткән Наилә Сәфәрғолова артабан “Йөрәк һүҙе” проектын “Ҡурай” каналында эфирға алып сыҡты. Ҡайҙа ғына барһаң да, кемдәр менән генә күрешһәң дә, барыһы ла ошо шиғри дуэттар хаҡында һөйләй, һоҡлана, тетрәнә!


Хөрмәтле дуҫтар, бына хәҙер “Ҡурай” каналының “Йөрәк һүҙе” проектында ҡатнашыусыларҙың сығышын баһалау этабына ла килеп еттек. Үҙ тауыштарығыҙҙы яратҡан парҙарығыҙға бирергә онотмағыҙ!!!
Тауыш биреү өсөн телефон аша 4647 номерына ТВРБ хәрефтәренән һуң шиғыр уҡыусы дуэттың номерын яҙырға кәрәк! Ә улар БСТ каналының сайтында, “Бәйләнештә” социаль селтәренең “Йөрәк һүҙе” тигән махсус төркөмөндә ҡуйылған. Әйткәндәй, смстар бушлай түгел – 6 һум, әммә был башҡорт телен, һүҙ сәнғәтен яратҡандарға үҙенең ҡарашын белдереү өсөн, моғайын, ҡамасау булмаҫ. 30 октябрҙә 17.00 сәғәттә тауыш биреү тамамлана һәм һайлап алынған 12 дуэт йомғаҡлау кисәһендә сығыш яһау хоҡуғына эйә була.