Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел!

11-10-2017, 00:08 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел!Һәүәҫкәр башҡарыусыларҙың ошондай саҡырыу менән үткән “Юлдаш йыры-2017” республика асыҡ конкурсының финал концерты тағы ла зал тулы тамашасыны йыйып, барыһын да сихри йыр-моң донъяһына сорнаны, республикабыҙға яңынан-яңы исемдәр асты, таланттар барлығын күрһәтте.
Эйе, һәр милләттәшебеҙҙең күңелендә, йөрәгендә башҡорт йыры йәшәй, ул һәммәбеҙҙе лә дәртләндерә. Һыуға һәм һауаға мохтаж булғандай, йыр-моңға һыуһағанбыҙ икән, тимәк, беҙ йәшәйбеҙ! Быуаттар буйы Урал батыр ерен сихри илһамға күмгән башҡорт моңо әле лә яңғыраясаҡ!


Концерттағы тәүге йыр башланыу менән шундай уй-хис сорнап алды. Ә бит йыры ла ниндәй! – “Бер алманы бишкә бүләйек”. Нәҡ беҙҙең халыҡты туплауға, берҙәм йәшәргә саҡырғаны. Ә инде сығышы менән Хәйбулла районынан булған, әле Өфө сәнғәт институтында белем алған Филүзә Рәшитова уны һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек итеп еткерҙе.
Быйылғы конкурсанттарҙың күбеһе халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк биргән. Балтас районынан спорт тренеры булып эшләгән Фәнзәт Әхмәтов – “Уйыл”, Ҡазан ҡалаһынан килгән студент Альбина Әбдрәшитова – “Оло юлдың туҙаны”, Өфөнән хаҡлы ялдағы Зәбирә Әпсәләмова – “Һаҡмар”, Бөрйән районынан мәҙәниәт йорто методисы Айрат Баязитов – “Кәкүккәй”, Салауат районынан “Юлдаш” вокал-инструменталь ансамбле егеттәре – “Ирәндек”, Йылайыр районынан фольклор ансамбль музыканты Илһам Таһиров “Ауыл көйө” халыҡ йырҙарын тамашасыға ишеттерҙе.
Иғтибар иткәнһегеҙҙер, йырсылар араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ. Мәҫәлән, Учалыла тыуған, Нефтекама филармонияһында менеджер булып эшләгән Айрат Хөснуллин йырлап ҡына ҡалмай, шулай уҡ үҙе лә көйҙәр яҙа. Ул конкурсҡа “Ышан” йырын (Ф. Абдуллин һүҙҙәре, А. Хөснуллин көйө) тәҡдим итте. Златоуст ҡалаһынан килгән конкурсант Альбина Зарипова – сауҙа хеҙмәткәре. Ул үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ҙур сәхнәгә сығып, ошондай мәртәбәле конкурста ҡатнашыуға өлгәшкән. Тамашасы хөкөмөнә иһә “Һандуғасым, турғайым” йыры (Г. Рәшитова һүҙҙәре һәм көйө) менән сыҡты.
Кем йыр эргәһендә йөрөй? Әлбиттә, сәнғәт өлкәһендә эшләгәндәр. Шуға ла сығыш яһаған күпселектең тормошо мәҙәниәт менән бәйле булыуы ла тәбиғи күренеш. Сибайҙан Зөһрә Иҫәндәүләтова – мәҙәниәт һәм ял үҙәге методисы. Ул “Юлдар көтә” йырын (М. Кәбиров һүҙҙәре, Р. Хәкимов көйө) башҡарҙы. Ейәнсура районынан Хәлиҙә Ҡолшәрипова ла мәҙәниәт йорто белгесе булып эшләй – “Китһәң әгәр...” йырын (Г. Ҡыуатова һүҙҙәре, И. Атанов көйө) йырланы. Мәләүез районынан Ривал Мөхәмәтшин – мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре – “Кем инек беҙ” йыры (А. Минһажев һүҙҙәре, Р. Мөхәмәтшин көйө) менән тамашасыны ҡыуандырҙы. Уның райондашы Ләйсән Вәлиева Ҡала мәҙәниәт һарайында эшләй һәм ул “Әсәйемә” йыры (Ф. Яманаев һүҙҙәре һәм көйө) менән сығыш яһаны. Әлшәй районынан Наилә Шәрипова музыка буйынса педагог булһа (“Һынама, яҙмыш”, Л.Кәшфи һүҙҙәре, Р. Арыҫлан көйө), Сибай ҡалаһынан Илгизә Алсынова – балалар баҡсаһы белгесе (“Һағынам, тимә”, Р. Ырыҫҡужин һүҙҙәре, Х. Биктимеров көйө).
Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел!“Юлдаш йыры” конкурсы һәр кем өсөн асыҡ булыуын был юлы ла иҫбатланы. Шуға ла унда төрлө йәштәге бәйгеселәрҙе осратырға мөмкин ине. Өфөнән хаҡлы ялдағы һәүәҫкәр ижадсы Флүрә Үҙәнбаеваның “Яраларҙы һөйөү дауалай” йырын (Т. Уликанов һүҙҙәре, Ф. Үҙәнбаева көйө) тамашасы яратып тыңланы. Сығышы менән Ауырғазы районынан булған Өфө авиация колледжы студенты, буласаҡ инженер Салауат Хәбибуллин “Ғүмер миҙгелдәре” йыры (Н. Ғәниев һүҙҙәре, Р. Зарипов көйө) менән финалға сыҡҡан. Ә инде Өфөнән “Сылтыр шишмә” төркөмө ҡыҙҙары “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә” йыры (М. Кәрим һүҙҙәре, Ю.Үҙән­баев көйө) менән тамашасыны әсир итте.
Сибайҙан колледж студенты Азат Исҡужин (“Әсәйемдең сал сәстәре”, Н. Һаҡмаров һүҙҙәре, А. Исҡужин көйө), Ҡыйғы районынан студент Ләйсән Нурыева (“Ҡайтарығыҙ гармун тауышын”, И.Ғәлимов һүҙҙәре һәм көйө) инвалид булһалар ҙа, йыр-моңға ғашиҡ һәм үҙҙәре лә матур итеп йырлай.
Концерттың тәүге бүлеге хәҙер кем сығыш яһар һәм нисек йырлар икән тип һәр конкурсантты түҙемһеҙлек менән көтөп үтһә, икенсе бүлектә тамашасыны “Кем? Кем еңеүсе икән?” тигән һорау борсоғандыр.
Шулай итеп, Айрат Хөснуллинға, Ләйсән Вәлиеваға, Илгизә Алсыноваға, Салауат Хәбибуллинға, Филүзә Рәшитоваға, Хәлиҙә Ҡолшәриповаға, Альбина Зариповаға “Юлдаш йыры-2017” республика конкурсы дипломдары тапшырылды. Флүрә Үҙәнбаева “Автор-башҡарыусы” номинацияһында бүләкләнде. Башҡортостандың кадет фонды стипендияһына лайыҡ булған ЮНЕСКО артисы, Мәскәүҙә, Ҡазанда үткән конкурстарҙа ҡатнашҡан, 2008 йылғы Шаляпин конкурсы лауреаты, джаз фестивалдәрендә, Салауат Низаметдинов исемендәге конкурста беренсе урынды алған һәләтле Ләйсән Нурыева “Асыш һәм ихтирам” номинацияһында еңеү яуланы. Ошо уҡ номинацияла үҙе лә көйҙәр яҙған Азат Исҡужин бүләкләнде. “Юлдаш”тың “Бәйләнештә” социаль селтәрендә төркөмөндәге Наилә Шәрипова, 10 меңдән ашыу тауыш йыйып, “Тамашасы һөйөүе” номинацияһына лайыҡ булды. Зөһрә Иҫәндәүләтова, Фәнзәт Әхмәтов дипломдар менән бүләкләнде.
Призлы урындарға түбәндәге һәүәҫкәр артистар лайыҡ булды: Зөһрә Иҫәндәүләтова, Фәнзәт Әхмәтов һәм “Юлдаш” ансамбле егеттәре – өсөнсө, Наилә Шәрипова, Альбина Әбдрәшитова, Айрат Баязитов икенсе урынға сыҡты. Ә инде беренсе урын Ривал Мөхәмәтшинға һәм “Сылтыр шишмә” башҡорт йыр ансамбленә бирелде.
“Сылтыр шишмә” ижади төркөмө 2009 йылдың мартында Сергей Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы эргәһендә ойошторолған. Уға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Иҡсанова етәкселек итә, аккомпаниаторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин. Коллектив 2016 йылдан халыҡ ансамбле исемен йөрөтә.
Жюри ағзалары Гран-приҙы бер тауыштан Зәбирә Әпсәләмоваға тапшырырға ҡарар итте. Ул сығышы менән Баймаҡ районынан, өс йәштән халыҡ йырҙарын башҡара. Махсус белеме юҡ. Атаһының ҡурай моңон, үҙәккә үтерлек итеп башҡарған халыҡ йырҙарын тыңлап үҫкән. Атаһы Ишмулла Дилмөхәмәтов менән дуҫ була. Ике моң эйәһенең һөйләшеп ултырыуҙары, халыҡсан итеп башҡарған йырҙары ҡыҙ баланың күңелендә уйылып ҡала.
Еңеүсегә “Юлдаш йыры” конкурсының махсус дипломы һәм “Урал батыр” туроператорынан Төркиәгә ике кешелек юллама бүләк ителде.
Конкурсанттар төрлө район-ҡалаларҙан, хатта күрше төбәктәрҙән дә килгән. Алтынсы йыл уҙғарылған сара Айгиз Ханов, Рифат Шәрәфетдинов, Рәфис Сирусин, Динар Ғәниев, Резеда Бүләкова, Ирина Халиҡова, Артур Шөғәйепов, Эльвир Ишкилдин һәм башҡа бик күптәргә ҡанат ҡуйҙы, башҡорт эстрадаһына яңы таланттар бүләк итте. Киләсәктә лә “Юлдаш йыры” яңы исемдәр асыр һәм йырсыларҙы танытыр, ә халыҡ күңелендә рухи байлығыбыҙ – йыр йәшәр.