Йәшә, “Башҡортостан”!Үҫмер саҡтарымдан бөгөнгәсә
Һәр иртәлә һине көтөп алам.
Һин ҡәҙерле миңә — гүйә, әсәм,
Һин ҡәҙерле миңә — гүйә, балам.

Уҡыусың да булдым, ижадсың да,
Үтеп ингәнһең һин яҙмышыма.
Был шиғри һүҙ генә түгел — һине
Оҡшатамын ҡояш сығышына.

Дәүләт заңы, милләт аңы, моңо —
Һинең һүҙҙә үҙе бер йәншишмә.
Иҫкәртәһең: күтәрел үҙеңдән,
Үҙеңдән һин, берүк, түбән төшмә.

Рухыбыҙҙа маяҡтар күп, әммә
Үҫәм иң тәү һин ҡуйған бурыстан.
Ҡәҙерле лә, нәҙерле лә гәзит,
Йәшә шулай, йәшә, “Башҡортостан”!

Хәсән НАЗАР, Башҡортостандың халыҡ шағиры,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.