Ғәҙеллек һәм хаҡлыҡ бизмәне

15-11-2017, 00:03 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Журналист – ул сәйәсмән дә, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт белгесе лә, юрист та, тарихсы ла, йәғни һәр өлкәлә белгес, белемсе. Уның бар булмышы, маҡсаты – йорт-илгә, халыҡҡа хеҙмәт итеү.
Сәлимйән Бәҙретдинов.

***
Журналист уҡып ҡына ала торған һөнәр түгел. Кеше журналист булып тыуа, әгәр инде маңлайыңа ошо миссия яҙылған булһа, ул унан ҡасып та ҡотола алмай.
Таһир Таһиров.

***
Кешене кеше иткән дә, кешене юҡ иткән дә – матбуғат.
Яныбай Хамматов.

***
Гәзит һүҙе – ғәҙеллек һәм хаҡлыҡ бизмәне.
Ирек Кинйәбулатов.

***
Замандың барометры һин – хәбәрсе, журналист.
Әлфиә Әсәҙуллина.
***
Гәзит-журнал кешеләргә
Икмәк, тоҙ кеүек кәрәк,
Тормошоғоҙҙа һәр ваҡыт
Матбуғат булһын терәк.
Мар. Сәлим.

***
Кеше яҙмыштары өсөн янып
Журналистың үтә ғүмере.
Ялҡын йылыһы үҙенә тейәлерме,
Үҙенә тейә күберәк күмере.
Рауил Шаммас.

***
Королдәр, хандар, батшалар, генсектар, президенттар, премьерҙар, министрҙар килә лә китә, ә яҙыусылар, журналистар ҡала.
Мар. Сәлим.

***
Хәбәрсе – тормош эҙләүсе. Бөтә нәмә асыҡлығы, бөтә тәрәнлеге менән иң элек уның күҙенә ташлана. Ул эҙләй, таба.
Рәми Ғарипов.

Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.