Бер актерҙың театры, йәки Ләйсәндең моноспектакле

21-11-2017, 09:10 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Бер актерҙың театры, йәки Ләйсәндең моноспектакле Мәскәүҙә үткән “Зәңгәр ҡош” (“Синяя птица”) Бөтә Рәсәй телевизион конкурсында Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан туғыҙ йәшлек Ләйсән Золотареваның сығышында һис бер ҡасан һынмаған ғорур халҡыбыҙҙың данлы үткәне, бөйөклөккә, яҡтылыҡҡа ынтылышы, киләсәккә төбәлгән киң ҡарашы, уй-хыялдары сағылды. Ҡурсаҡтай ҡыҙ башҡорттарҙың изге ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләп, “Сыңрау торна” йырын башҡарып, милли уйын ҡоралдары ҡумыҙ, думбыра һәм ҡурайҙа уйнап, тамашасыларҙы һоҡландырҙы.

Быға тиклем Ләйсән, Башҡортостанда уҙған “Ал сәскә” телевизион конкурсында ҡатнашып, республиканың иң һәләтле йәш йырсылары, музыкант һәм бейеүселәре араһында тамашасы һөйөүен яулағайны. Алты йәшендә “Учалы йондоҙсоҡтары” фестивалендә, Дүртөйлөлә ойошторолған “Яҙғы тамсылар” республика конкурсында беренсе баҫ­ҡысҡа күтәрелде. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәй­ге­һендә лә бер нисә тапҡыр еңеүгә иреште.
Ҙур карапҡа йөҙөр өсөн диңгеҙ кәрәк тигәндәй, талантлы ҡыҙҙың моң даръяһы киңәйгәндән-киңәйә бара. Бала ғына булыуына ҡара­маҫ­тан, Ләйсән сәхнәлә үҙен тәжрибәле артистар кеүек иркен тота. Ул уҙған йәкшәмбелә Мәскәү сәхнәһендә сығыш яһағанда залда се­бен осҡан тауыш ишетелерлек ине, ҡыҙыҡай барыһының да иғтибарын арбаны. “Сыңрау торна” йырын башҡарғанда иһә күҙҙәргә йәш тө­йөл­дө, ә думбырала, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнап, халҡыбыҙҙың саф рухи һауаһын залға өрҙө.
Киләсәктә сәхнәлә лә, экранда ла күрербеҙ Ләйсән Золотареваны. Кешеләргә нур бөркөп, шатлыҡ өләшеп йәшәр өсөн яратылған бит ул.
Әйткәндәй, был конкурстың сират буйынса икенсе сығарылышы ине. Был юлы ла жюри ағзалары ете иң яҡшы ҡатнашыусыны һайлап алды. Хәҙер аҙна буйы – шәмбе төнгө сәғәт 12-гә тиклем конкурс­тың Интернеттағы рәсми сайтында яратҡан сығыш өсөн тауыш би­рергә була. Бер кеше махсус төймәгә иң күбе биш тапҡыр баҫа ала. Шулай итеп, киләһе турға үтәсәк еңеүсене тамашасы билдәләй. Әйҙәгеҙ, яҡташыбыҙға дәррәү генә теләктәшлек белдерәйек!



Станислав Говорухин, Рәсәйҙең халыҡ артисы, режиссер:
– Был ғәжәйеп ҡыҙ бала кинематограф өсөн тыуған. Тиҙҙән беҙ уны экрандарҙа күрербеҙ әле.

Ирек НУРЕТДИНОВ, Ләйсәндең атаһы:
– Ағаһына “Урал батыр” эпосын өйрәткәндә, аяҡ араһында уралып йөрөгән дүрт йәшлек Ләйсән дә унан ҡалышмай әҫәрҙең үҙенә оҡшаған ерҙәрен ятлай башланы. Тормош иптәшем Оксана менән беҙ быға артыҡ иғтибар бирмәнек, ә бына әсәйем, ғүмере буйы балаларға башҡорт теленән белем биргән Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Дилара Игелекова, Ләйсәнгә эпосты ентекләп өйрәтә башланы. Уның музыканы яҡшы тойоу һәләте барлығын аңлап, йырларға, думбырала, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәттем. Бейергә теләк белдергәс, бейеүҙәр ҡуя башланым.
Ә “Зәңгәр ҡош” телеконкурсы өсөн видеозаявканы апрель айында уҡ ебәрҙек. Беҙҙе һайлап алыу турына Өфөгә саҡырҙылар. Сираттағы турҙы уңышлы үткәс, июнь аҙағында Мәскәүгә юлландыҡ. Был юлы илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән 150-нән ашыу бала көс һынашты. Ләйсән рус телендә “Урал батыр” эпосынан өҙөк ятлап ишеттерҙе, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, думбырала уйнаны. Жюри ағзалары “Нәфис һүҙ” номинацияһында сығыш яһарға тәҡдим итте, шулай ҙа конкурс шарттарынан тайпылып, йырҙы ла башҡарыуын һоранылар. Бына шулай бәләкәй генә театрлаштырылған сығыш килеп сыҡты.