Юлъяҡшиндың һағышы – һауаларҙа бөркөт ҡағышы

1-12-2017, 00:06 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Юлъяҡшиндың һағышы – һауаларҙа бөркөт ҡағышы Элвин Грей – Радик Юлъяҡшиндың Татарстандағы Саба районы Байҙар Сабаһы ҡасабаһының клубында афишаһы эленеү менән, касса янында оҙон сират барлыҡҡа килде. Бындай хәлде ауылда күптән күргәндәре юҡ ине әле. Элек Советтар заманында танылған йырсылар килгәндә йә булмаһа Һиндостан киноһы буласағын белдереп афиша эленгәндә генә ошондай сират була торғайны. Шулай итеп, күҙ асып йомғансы билеттар таралып та бөттө.


“Саба дулкыннары” радиоһы аша көнөнә бер нисә мәртәбә тыңлаусыларҙың һорауҙары буйынса Радиктың йырҙары яңғырап торһа ла, билет эләктергән халыҡ уның килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Концерт була торған көндә бер сәғәт алда уҡ зал тамашасы менән шығырым тулы ине. Бына сабырһыҙлыҡ менән көтөп алған минуттар ҙа килеп етте! Халыҡ шашып ҡул саба башланы. Шул ваҡыт концерт ойошторған директор сәхнәгә сығып Радиктың, юлда ҡаршы­лыҡтар килеп сығыуы арҡаһында, Мәскәүҙән килеп етә алмауы тураһында иғлан итте. Халыҡ бер аҙға тымып ҡалды.
Күп тә үтмәй кемдер сығып Радиктың йырын йырланы. Шулай итеп, йыр һөйгән тамашасылар, үҙ-үҙҙәрен ҡәнәғәтлән­дереп, сәхнәгә сығып һөйләнеләр ҙә, йырланылар ҙа.
Ә сәғәт текелдәп һуға! Тағы ла директор сәхнәгә сыҡты һәм көтә алмаған кешегә билетты кире ҡайтарырға мөмкинлек барлығы һәм Радиктың бер өс сәғәттән генә килеп етә аласағы тураһында белдерҙе. Тамашасы­ларҙың йөҙөндә ризаһыҙлыҡ һиҙелмәне. Тик оло ғына ҡатын залға мөрәжәғәт итеп: “Иҫән-һау ғына килеп етеүен теләп ултырайыҡ!”– тине.
Радиктың иҫән-һау килеп етеүен хәбәр иткәс, бөтәһе лә гөрләтеп ҡул сапты. Шулай итеп, оҙаҡ ҡына көтөргә тура килһә лә, кассаға билет тапшырыусы кеше табылманы. Егетебеҙ килеп етеү менән гримм бүлмәһенә ашыҡты. Йырсыға яңы ғына сит илдән ҡайтып төшкән костюмды кейергә тәҡдим иткәндәр. Уға костюм бик оҡшап етмәһә лә, бәхәсләшеп торорға ваҡыт ҡалмағанлыҡтан, сәхнәгә сығып баҫты ла, ыштанына күрһәтеп: “Бындай ыштанды элек беҙҙең яҡтарҙа тик оло кешеләр генә кейә торғайны. Кей ҙә кей, тигәс, бәхәсләшеп торорға ваҡытым ҡалманы, кейҙем дә бына һеҙҙең алдығыҙға сығып баҫтым!” – тип әйтеп тә бөтөрмәне, тамашасылар көлөшөп, тағы ла ҡул сабырға тотондо.
Егеттең йырында ғына түгел, һөйләшеүендә лә халыҡсанлыҡ ярылып ятыуын һиҙеп, уны тағы ла нығыраҡ яраттылар. Шуныһы ҡыҙыҡ: Радик ул кистә сәхнәнән сыҡмайынса, шулай оҙаҡ көттөргәне өсөн, бәлки, бер аҙ үҙен ғәйепле тойоп, бөтөн оҫталығын егеп, өс сәғәт буйы йырлап-бейеп концерт ҡуйҙы. Тик кейемен алмаштырғанда ғына, саксофонда уйнаған егет сәхнәлә ҡалды. Концерттан һуң оҙаҡ ҡына тамашасылар менән фотосессия үткәрҙе.
Ун ике сәғәт буйы юлдан арып-талып килгәнлеген дә һиҙҙермәйенсә, сәхнәлә бейей-бейей концерт ҡуйған йырсыны минең беренсе мәртәбә күреүем ине. Үҙемдең яҡташым өсөн сикһеҙ ғорурланыу хисе менән концертты тулҡынланып ҡарап ултырҙым. Фотосессия бөткәндән һуң Радикты командаһы менән бергә өйгә саҡырҙым. Арыған егеттәр минең саҡырыуыма ҡаршы килмәне. Беҙ ҡайтыуға тормош иптәшем Сәфәрғәли мунса яғып, аш һалып ҡуйғайны. Улар мунса инеп, аш ашағас, беҙ оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ.
Мин үҙем башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәрен урынына еткереп эшләргә тырышам. Шуның өсөн дә йоҡо бүлмәһенә ете-һигеҙ кеше ятырлыҡ итеп башҡорт урындығы һалдырҙым. Хәйер, татар халҡында ла элекке ваҡытта ошондай уҡ урындыҡтар булған икән. Егеттәр рәхәтләнеп шул урындыҡҡа һуҙылышып ятты. Ә беҙ Радик менән бер-беребеҙҙе ғүмер буйы белгән кешеләр кеүек һөйләшәбеҙ ҙә һөйләшәбеҙ! Ул миңә оло һөйөү һәм ғорурлыҡ менән егәрле әсәһе Нәфисә, апаһы Регина, дуҫтары тураһында һөйләне. Ә аҙаҡ йөҙөнә һағыш-һағыныу бәреп сыҡты.
— Минең атайым Мөхәрләм фажиғәле рәүештә яҡты донъянан бик иртә китте. Малай ваҡытта ла, егет булғас та атай кәрәк икән ул... Нисә йылдар үтте, ә мин һаман юҡһынам атайымды! Уның тураһында йөрәгемдән сыҡҡан йыр яҙғым килә, – тип һүҙен тамамланы.
Мин уға шиғырҙар яҙыуымды, китабым баҫылып сығыуы тураһында әйткәс:
– Бәлки, һеҙ минең атайыма бағышлап шиғыр яҙырһығыҙ? Ә мин уны көйгә һалыр инем! – тине.
Мин шиғыр, ул көй яҙырға килешеп, йоҡларға йыйындыҡ.
— Әле мин үҫкәндә өләсәйем менән олатайымдың да ошондай урындыҡтары бар ине. Беҙ ауылға ҡайтҡас, атайым менән бесәнгә барабыҙ ҙа, арып ҡайтып, урындыҡҡа һуҙылып ятыу менән рәхәтләнеп йоҡлап китә инек, – тип Радик бала сағын иҫкә төшөрөп, урындыҡҡа һуҙылып ятты. Мәскәүҙән арып килеп, рәхәтләнеп йоҡлаған егеттәргә ҡарап торҙом да, юрғандарын төҙәтеп: “Быларҙың бит барыһының да улар өсөн борсолоп торған ата-әсәһе бар!” – тип уйлап, һәр береһенең башынан һыйпап, арҡаларынан һөйөп сыҡҡансы, Радик та йоҡоға талды.
Ләкин минең күҙемде йоҡо алмай, Радиктың һөйләгәндәре кино кеүек күҙ алдымдан уҙа. Ни өсөндөр бәләкәй саҡта үҙемдең тыуған ауылым Бикбулат янында һуҙылып ятҡан Эйәрлетау башына ҡар ирей башлау менән йыуа йыйырға барғандарыбыҙ иҫемә килеп төштө. Тау ҡаршыһында ғына Эйек йылғаһы бәрелеп аҡҡан Ҡылйырташ тауы ята. Уның иң бейек ҡаяһына бөркөттәр оялай торғайны. Шул мәлдәрҙә саңҡ-саңҡ килеп бөркөт балаларын осорға өйрәтә. Ә беҙ ҡаяташҡа аяҡтарыбыҙҙы һалындырып ултырып, бөркөт балаларының осорға өйрән­гәндәрен күҙәтергә ярата инек. Олораҡ апайҙар беҙгә бөркөттәр тураһында һөйләй торғайны.
“Ә беләһегеҙме, инә бөркөттөң үҙенә нисек итеп буласаҡ кейәү һайлағанын?” – тип башлап китә һунарсы Сәйфетдин олатайҙың ҡатыны Мәрфуға инәй. Беҙ шаярышып ултырған еребеҙҙән тып-тын ҡалабыҙ. Беҙгә, яңы ғына үҫеп етеп килгән ҡыҙҙарға, шул хәтлем ҡыҙыҡ тойола, нисек инде бөркөт үҙенә кейәү һайлап алһын инде? Улар бит кеше кеүек аҡыллы түгел! Ауыҙыбыҙҙы асып, ғәжәпкә ҡалып, уның һөйләй башлағанын көтәбеҙ. Мәрфуға инәй ашыҡмай, ҡулын маңлайына ҡуйып, бейектә осҡан бөркөттәрҙе күҙәтә. “Бөркөт балалары күренмәй әле, күрәһең, ҡанаттары әле нығынмаған, шулай ҙа оҙаҡламай балаларын осорға өйрәтә башларҙар, ахыры. Осоуҙарына ҡарағанда шулай күренә”, – тип тағы тынып ҡала.
Беҙ түҙемһеҙләнеп: “Инәй, һөйлә инде, инәй, улар нисек итеп кейәү һайлай?”– тип бер-беребеҙҙән арттырып һорау артынан һорауҙар яуҙыра башлайбыҙ. Беҙ түҙемһеҙләнә башлағас ҡына, шул бөркөттәр араһында үҙе үҫкән кеүек теҙеп һөйләй башлай...
“Ана, күрәһегеҙме, ҡаяташта үҫкән аҡ ҡайындарҙы? Шул ҡайындарҙың ҡорой башлаған ботағынан буласаҡ инә бөркөт сыбыҡ һындырып ала ла күккә күтәрелә. Бейектә суҡышындағы сыбығы менән бер аҫҡа, бер өҫкә кәйелеп-кәйелеп оса башлай. Ҡаялар араһынан күҙәткән ата бөркөттәр уның янына осоп килә. Шул саҡта буласаҡ инә бөркөт ҡапыл уҡ кеүек тағы ла бейеккәрәк күтәрелә лә суҡышындағы сыбыҡты төшөрөп ебәрә. Иң оһолло, ҡыйыу ата бөркөт уның артынан ташлана, сыбыҡ ергә төшөп етмәҫ борон уны эләктереп ала ла һоҡланырлыҡ оҫта итеп үҙ суҡышынан инә бөркөттөң суҡышына бирә. Ә тегенеһе тағы ла сыбыҡ менән бейегән кеүек оса башлай, унан тағы кинәт кенә сыбыҡты төшөрөп ебәрә. Ата бөркөттәр сыбыҡ артынан ташлана. Шулай итеп, улар бер нисә көн уйнай. Аҙаҡ буласаҡ инә иң күп, иң оҫта итеп сыбыҡ килтереп биргән ата бөркөттө үҙенә кейәү итеп һайлай!”
Беҙ Мәрфуға инәйгә ышанырғамы, юҡмы тигәндәй, һораулы ҡараштарыбыҙҙы ташлап, уның дәлил килтереп һөйләүен көтәбеҙ. Оҙаҡ көттөрмәй инәйебеҙ хикәйәһен дауам итә.
“Инә бөркөт үҙе һайлап алған ата бөркөт менән иң бейек ҡаяла, ҡаты ағас ботаҡтары йыйып, оя ҡора башлай. Ояны ҡороп бөтөү менән үҙҙәренең ҡанаттарынан ҡаурыйҙар, тәндәренән йомшаҡ мамыҡтарын йолҡоп, ояларын матурлай, бер генә тишек ҡалдырмайынса уңайлы итеп йылыта. Шунан һуң ғына инә бөркөт йомортҡа һала. Унан һуң улар алмашлап йомортҡаларын баҫып, ҡошсоҡтарын сығара. Бөркөт балаһы йомортҡанан сыҡҡанда шәрә кәүҙәле, тәнендә бер генә лә мамыҡ булмай. Ҡошсоҡтарҙың ата-инәһе ямғыр, ҡояштан үҙ тәндәре менән ҡаплап, йылытып, иркәләп, һөйөп, тәмле итеп ашатып үҫтерә башлай. Мөхәббәт менән уратып алынған ҡошсоҡтар тиҙ үҫә. Кәүҙәләрендә йомшаҡ мамыҡтар күренә, ҡанаттары, ҡойроҡтары нығый башлай. Шулай булһа ла, әле ҡошсоҡтар бәләкәй була. Тик ошо ваҡытта “Етте!” тигән кеүек ата бөркөт ояның ситенә ултыра ла суҡышы менән ояны һелкетә башлай.
Ни өсөн тиһегеҙме? Артабан тыңлағыҙ ҙа ҡоштарҙан фәһем алығыҙ. Ата бөркөт аҙаҡҡы мамыҡ-ҡаурый осоп төшөп бөткәнсе ояны һелкетә. Меҫкен ҡошсоҡтар аптырауға ҡалып, саңҡ-саңҡ килеп ҡайҙалыр осоп сығып киткән әсәләрен ярҙамға саҡыра. Был ваҡытта инә бөркөт баҫыуҙа сысҡан йә ирлән тота. Аҙаҡ тотҡан табышы менән ояһынан алыҫ түгел ҡошсоҡтарға күренеп торған ергә осоп килеп ултыра ла, балаларына иғтибар бирмәй, тәмләп ашай башлай. Ҡошсоҡтар йәлләтерлек итеп күпме генә саңҡылдаһа ла, ата-әсә үҙ эштәре менән мәшғүл.
Түҙер хәле ҡалмаған ҡошсоҡтарҙың береһе оя ситенә килә лә аҫҡа, упҡынға йығылып төшөп китә. Шул ваҡытта ата бөркөт сыбыҡ артынан ташланған кеүек ҡошсоҡ артынан ташланып, әле ергә төшөп етмәгән ҡошсоҡҡа арҡаһын ҡуя. Йомшаҡ мамыҡ араһына төшкән ҡошсоҡ менән ата бөркөт кире ояға күтәрелә. Ата бөркөт суҡышы менән ҡошсоҡто ҡаты ояға төртөп төшөрә. Шул саҡ икенсе бөркөт балаһы упҡынға оса. Бөркөт тағы балаһы артынан ташланып, шулай уҡ кире ояһына алып менә. Был хәл бөркөт балаларының ҡанат аҫтына һауа бәрелеп, осорға өйрәнгәнсе, аҙналар буйы ҡабатлана ла ҡабатлана. Бына шулай өйрәтә лә инде бөркөттәр үҙ ҡошсоҡтарын осорға. Ә инде улар оса башлағас ҡына баҫыуҙарҙағы йәнлектәргә, тау ҡуяндарына һунарға сығалар. Шулай итеп, бөркөт ҡошсоҡтарын бәләкәйҙән тәбиғәт ауырлыҡтарына сыныҡтырып, тәрбиәләп үҫтерә. Бына шуның өсөн дә буласаҡ әсә бөркөт алдан уҡ булдыҡлы, егәрле, оһолло ата бөркөттө һайлай, сөнки ул үҙенең ике генә бөртөк балаһының һәләкәткә осрауын теләмәй...”
Донъя ауырлыҡтарын күтәреп сынығып үҫкән Радикты ниңәлер ошо Урал бөркөтө балаларына тиңләүем булды, шиғыр юлдары үҙенән-үҙе минең уйыма килде. Онотмаҫ элек шиғырымды Радикка ишеттереү теләге уянды. Егеттәр йоҡлаған бүлмәгә индем дә Радикты уята башланым. Тик нисек кенә уятһам да, тормай!
— Радик, улым, тыңла инде, мин бит атайың тураһында шиғыр яҙҙым! – тигәс кенә, миңә эйәреп, аш бүлмәһенә сығып ултырғысҡа ултырҙы ла йоҡоло күҙҙәре менән һораулы ҡарашын ташланы. Уның ултырған көйө йоҡлағанын күреп көлөп ебәргәйнем, уйыма килгән шиғырым әллә ҡайҙа осто ла китте! “Радик, мин шиғырымды оноттом! – тинем дә, йыуатып, – һис шикһеҙ иҫемә килеп төшәсәк ул!” – тип уны кире урындыҡҡа оҙаттым.
Радикты төш еткәс уяттым. Тағы ла йоҡларҙар ине лә бит, тик Радик “Саба дулкыннары” телерадиокомпанияһына барып интервью бирергә тейеш ине. Бер аҙ уның биргән әңгәмәһен дә яҙып китәм:
— Минең өсөн тамашасыларым – бальзам, дауа! Мин үҙемде сәхнәлә бөркөт балаһы һауа киңлегендә осҡан кеүек хис итәм! Тағы ла бер ғәҙәтем бар: тиҙ ғашиҡ булам! Ләкин йөрөгән ҡыҙым юҡ әле. Хәҙерге ваҡытта минең йәрем – минең илһамым! Ә былай мин ҡыҙҙарҙың барыһын да яратам, тиҙ ғашик булғаным өсөн дә йөрәгемдә – һәр ваҡыт мөхәббәт йырҙары! Сабала ла татар ҡыҙҙары бик сибәр икән. Мин Байҙар Сабаһында гел байҙар ғына йәшәй икән тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына килгәйнем, белеүегеҙсә, байҙар концерттарға йөрөмәй, сөнки улар аҡсаға ғашиҡ! Хәҙер инде был районда алсаҡ, тәмле һүҙле, аҡыллы, матур, киң күңелле халыҡ йәшәй икәнлеген беләм! Инде мин Байҙар Сабаһына һағынып килермен! Бына бит, тағы ла Байҙар Сабаһына ғашиҡ булдым әле! Ә дөрөҫөн генә әйткәндә, ижадымды, йырҙарымды яратып тыңлағандары өсөн үҙемдең тамашасыларым менән бәхетле! Шуға уларға оло рәхмәттәремде еткерәм! – тип һөйләгәйне.
Радиктың Саба телерадиоком­панияһына килгәнен халыҡ ҡайҙан белгәндер, ул радионан сыҡҡанда, йәштәр урамда көтөп тора ине. Улар йырсыны оло хөрмәт менән юлдарын сәскәләргә күмеп, машинаға хәтлем оҙатты.
Радик һәм уның командаһы ул көндә лә концерт ҡуйҙы. Ә кисен беҙ уларҙы Ҡазанға оҙаттыҡ. Улар киткәс, иң яҡын кешемде алыҫҡа оҙатҡан кеүек ҡыйын булып китте. Шиғырым шул ваҡытта үҙемә ҡайтты:

Һауаларҙы ярып осор өсөн
Ныҡлы ҡанат кәрәк бөркөткә.
Атай кәрәк, кәрәк балаларға
Юл күрһәтер өсөн бәхеткә.

Ҡушымта:
Йәшәү көсө ҡайҙа, ҡайҙа, атай?
Һауаларҙа бөркөт ҡағына.
Һауаларҙа бөркөт, ерҙә һине
Моңға ғашиҡ улың һағына!

Донъя көтөр өсөн ярҙам итә
Атайҙарҙың бирер кәңәше.
Саңҡ-саңҡ иткән бөркөт балаһылай,
Ир-егеттең тама күҙ йәше.

Ҡушымта:
Йәшәү көсө ҡайҙа, ҡайҙа, атай?
Һауаларҙа бөркөт ҡағына.
Һауаларҙа бөркөт, ерҙә һине
Моңға ғашиҡ улың һағына!

Татарстан Республикаһы.