Ул ипле, тыйнаҡ. Яйлап ҡына хәрәкәт итә, ашыҡмай, сәсәмәй һөйләй. Кешегә лә матур мөнәсәбәтле, йөҙө һәр саҡ асыҡ, үҙе бөхтә, ә йылмайыуы... Йылмайыуы шулай уҡ ипле, кешене үҙенә тартып тора. Унда бер ниндәй ҙә яһалмалыҡ, кемгәлер ярау рухы юҡ. Ул кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра, уларҙы туплай. Ундай кеше менән аралашыуы еңел, рәхәт.

Бәлки, шул сифаттары өсөн дә уны тәүҙә Аҡтанышта комсомолдың беренсе секретары, аҙаҡ Ҡазанда мәғариф министры урынбаҫары, Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе итеп тәғәйенләгәндәрҙер. Ә хәҙер ул – “Казан утлары”ның баш мөхәррире. Был да оло эш, гел халыҡ араһында, етди эште ойоштороу. Ҡыҫҡаһы, Мөхәммәт Мирза тураһында һүҙем. Ул һәр саҡ кеше араһында, һәр ваҡыт йәмәғәтселек алдында. Бындай кешеләргә етәкселек дилбегәһен тоттороу – ҙур ышаныс. Бының менән йәмәғәтселек, халыҡ бик тә ота.
Мөхәммәт Мирзала кешеләрҙе нимә ылыҡтыра? Бигерәк тә уның ипле, тәртипле булыуы. Юғары интеллекты, кешелеклеге. Ул халыҡты янына туплай, эшләтә белә.
Мин дә Мөхәммәт Мирзаның ижады тураһында һөйләрҙән алда уның кешелеклеге, кешеләргә мөнәсәбәте хаҡында тасуирланым да киттем. Эйе, әҙәм балаһының эше, ижады уның булмышынан, шәхесенән айырыламы? Кеше нисек бар – шулай, тышҡы булмышы ла, эске асылы ла бер. Был бына нәҡ уға ҡағыла.
2009 йылда Башҡортостанда шағирҙың Марат Кәримов тәржемәһендә “Ағиҙелдә аҡ пароход” исемле йыйынтығы баҫылғайны.
Етмәһә, үҙебеҙгә яҡын ғына Аҡтаныштан, Чалманарат ауылынан. Иртән башҡорт радиоһы йырҙа­рын тыңлап үҫкән. Әлбиттә, ул әҙәбиәткә һуңлабыраҡ килә, уға тиклем оло-оло бихисап-биниһая төрлө вазифа башҡара, үҙе үҫкән ун бер балалы ғаиләне ҡарашырға ла кәрәк булғандыр. Иң мөһиме, Мөхәм­мәт Мирза – кеше йәнле зат, заманында мулла хәҙәрәттәре булған, атылған ҡартатаһының балаһы.
Шағир татар әҙәбиәтенә боролошло осорҙа – элекке коммунистик йәмғиәт ҡоролошо емерелгән, яңыһы саҡ тыуып килгән заманда килде, шуға ҡәләмдәше Раил Зәйҙулла әйтмешләй, ул шиғриәттә үҙенә өп-өр яңы юлдан китте. Ижадсы әлегә хәтлем әҙәбиәтебеҙҙә булған, бары XX быуатта тонсоҡторо­лоп килгән Көнсығыштың әҙәби һыҙаттарын тергеҙҙе, ғәзәл, робағи, ғибрәтнамә, пародия-әйтеш ише жанрҙарға иғтибар итте, уны ижадының төп һыҙаты итте, дини-мистик тип кәмһетелеберәк атаған әҙәбиәтте яңынан тергеҙҙе.
Тәнҡитселәр йыш ҡына Мөхәммәт Мирзаны Рәдиф Ғаташ менән сағыштыра. Был дөрөҫ тә, Рә­диф Ғаташ та шул даирәлә ҡайнай, үҙ ғәзәлдәрендә мөхәббәткә дан йырлай, ә Мирза тәбиғәт, кешенең эше, ғөмүмән, асылы тураһында уйлана. Мирзала ирония көслөрәк, ул етди генә бер нәмәне һөйләп торһа ла, мыйыҡ аҫтынан көлөп ҡуя.
Ҡом йылғаның таш булғанын күреп ҡайттым,
Таштан өйгән баҫҡыстарҙан менеп ҡайттым.
Ҡасандыр күккә үрләгән ошо ҡәүем
Сынлап маймылдан яралған – күңел ҡайтты...
Ысынлап та, совет даирәләрендә эшләгән, комсомол етәксеһе лә булған шағирҙың күңеле ҡайта: совет дәүләтенең, уның етәкселәренең ике йөҙлөлөгө, әле Афғанстанға, Европа илдәренә ғәскәр индереү... Бөтә ил байлығын үҙенә һурып торғандарҙан күңел ҡайтмаҫлыҡмы? Күңеле ҡайта, уларҙың ысын асылынан, ике йөҙлөлөгөнән иҫе-һушы китә.
Мөхәммәт Мирзаның ижады ла бына ошо мотив­тарҙан тыуған инде, тип беҙ тулыһынса әйтә алабыҙ.
...Робағи, тинек, ғәзәл, тинек. Бына мин, мәҫәлән, бер ябай уҡыусы, ижадсының ғәзәлдәрен рәхәтләнеп уҡыным, унда иҫ киткес ҡәнәғәтлек таптым... һәм уларҙы Мөхәммәт Мирза ижадының иң күркәм биттәре, иң юғары дәрәжәһе тип атайым. Ә тәнҡитсе, филология фәндәре докторы Резеда Ғәниева шағирҙың татар әҙәбиәтендәге иң юғары дәрәжәһе, шиғриәткә иң ҙур өлөш индергәне тип “Әҙәм балаһы” тигән биш юллыҡтар бәйләмен атай. Әлбиттә, ғалим кешегә билдәлелер инде, ул бөтөн шиғриәт тураһында фекер йөрөтә, аңлай, ә мин бәғзе бер зат, уҡыусы – миңә Мирзаның ғәзәлдәрен бирегеҙ! Уларҙа күпме хис, күпме аҡыл, ирония. Бер ғәзәлде булһа ла, ғәфү итегеҙ, тулыһынса килтерәм.
Килер көн, беҙ ҙә йөрөрбөҙ килештереп,
Түштәрҙә ҡалай-ҡолайҙар теҙештереп.
Осрашыуҙа һыуҙар тотоп һөйләшербеҙ,
Булған-булмағанын бергә төрөштөрөп.
Аҡмаһа ла тама ине – заряд алып,
Түрәләргә торорбоҙ гел керештереп.
Юҡһа улар һайлауҙары етһә генә
Йөрөгән була, хәл-әхүәлде белештереп.
– Замананы үҙгәртәбеҙ яңыса, – тип,
Күҙгә ҡарап, күҙгә төтөн өрөштөрөп.
Аһ, тағы береһен күсермәй йән түҙмәй.
Кисер, ғәзәл, рөхсәтһеҙ килеп керһәм,
Һин гүзәлде, тупаҫланып, мин рәнйетһәм.
Ғашиҡтарҙың бәхет йәше тамған төшкә
Табанымдың туҙанынан эҙен төшөрһәм.
Сабыуыма эйәреп кергән зәһәр елдә
Гөлдәреңдең ал иренен өшөтһәм.
Наҙға тулған йәнеңдең бальзамына
Яуыздарҙың иманһыҙ сүбен төшөрһәм.
Хатта һинең йөҙ аҡлығың яҡлайым, тиеп,
Иблес-шайтанды тәҡрарлау һүҙен кертһәм.
Вәғәҙә – иман, ышан, гүзәллек баҡсаһы,
Бер былбылың булырмын, әгәр кисерһәң?!
Ниндәй ирония! Әгәр ирониялы яҙыуҙы иң тәрән яҙыу, яҙыусылыҡтың үре тиһәләр, иронияны бирә алыу ғына – маһирлыҡ билдәһе! Мирзаның бөтөн ижады ирониялы, ә ғәзәлдәре – күңел йыуанысы, уҡыусы уҡып ләззәт алыу өлөшө. Шиғриәт – ләззәт, ысын уҡыусы өсөн әҙәби әҫәр уҡып ниндәйҙер эстетик ләззәт, наҙ алыу иң юғары сик бит инде, ниңә бер-беребеҙҙе алдарға? Поэзияның, ғөмүмән, йәшәйеше, йәшәйеш мәғәнәһе шунда. Ә Мөхәммәт Мирзаның “Әҙәм балаһы”нан ғалимә әйткән биш юллыҡтар:
Ғүмер буйы юлда,
Күҙең талып бөтә...
Әҙәм балаһының
Кәүҙәһенән алда
Һүҙе барып етә.
Улар хатта япон танкаһын да хәтерләтә, яңы форма, татар шиғриәтендә форма һәм йөкмәтке төрлөлөгө. Силлабик тәбиғи шиғыр янында яңы жанр! Мирза шиғриәттә яңы форма иғлан итә!
Әлбиттә, шағир эҙләнә, эксперименттар яһай, ул – мәңге эҙләнеүсе, тәжрибәләр ҡойоусы, әммә уҡыусы күңеле, талабы, зауығы тигән әйбер ҙә бар эстетикала. Шул урында туҡтап, ҡайһы бер нәти­жә­ләр яһап ҡарайыҡ. Мөхәммәт Мирза, олуғ дәрәжәләр-вазифалар биләһә лә, эҙләнеүсән – үҙенә татар кеүек киң даръя әҙәбиәтендә яңы юлдар ярып барған йырсы. Йырсының да, шағирҙың да ниндәйе бит әле: уның кешелек сифаттары һоҡландыра, татарҙың ошондай ҙа матур, күркәм заттары барлығына инандыра. Ысынлап та, ул бүтән табындарҙа халҡын кәүҙәләндерә ала, уның ижады ла ошоға торорлоҡ баһалы, татар халҡы күңелен яуларлыҡ бейеклектә. Йәшә, шағир, илһамланып ижад ит, ғәзәлдәреңде йырла, ә беҙ, уҡыусыларың, уларҙы уҡып гел шулай зауыҡланырбыҙ, шулай әҙәбиәттән, шиғриәттән ләззәт тә, тәм дә, зауыҡ та алып кинәнербеҙ.