Ысын тойғоларығыҙ өсөн рәхмәт, артистар!

20-12-2017, 00:05 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Ысын тойғоларығыҙ өсөн рәхмәт, артистар!Яңыраҡ шундай спектакль ҡараным, хатта бер һүҙ менән генә нимә кисергәнемде лә аңлата алманым. Үҙемдең тәүге тойғоларым менән осраштым: иланым, ғәрләндем, һыҙландым! Халыҡ артисы Фидан ағайға “үпкәләп бөттөм”. Ниңә “алданың” һин мине, Фидан ағай, мин бит Зөлҡәрнәй шаярып ҡына ғашиҡ булған, Хәниф менән икәүләшеп шаярышып ҡына йөрөйһөгөҙ икән ул агроном ҡыҙ янында тип уйлағайным. Һандуғасты әйтәм.
И. Абдуллиндың “Тиле йәшлек”пьесаһындағы геройҙар хаҡында һүҙем.



Баҡтиһәң, Зөлҡәрнәй бит Һандуғасты яратҡан! Аңлайһы­ғыҙмы, Ул Уны ысынлап та яратҡан. Был хаҡта миңә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары, “Ҡорос” театры һөйләне.
Күптән түгел генә булды тамашаның премьераһы. Барып ҡарай алмағайным, бына йәнә мөмкинлек тыуып, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына юлландым. Беренсе тап­ҡыр ҡарамайым “Ҡо­рос”тарҙың сығышын. Улар Н. Ғә­йетбаевтың “Ауылға ҡыҙҙар килде” пьесаһын сәхнәләштереп тә ҡыуан­дырғайны. Был юлы нимә менән һоҡлан­ды­рырҙар икән, тип барыуым, ысынлап та, бушҡа булманы. Актер, йырсы, режиссер Илнур Лоҡманов һәр сәхнә әҫәре һайын оҫтарғандан-оҫтара бара! Был иҫ киткес күренеш! Халыҡ театры исемен юҡҡа яуламаған икән “Ҡорос”. Бында бит актерҙар уйнамай, ә бөгөн, иртәгә мәктәпкә, гимназияларға уҡытырға барырға тейешле студенттар сығыш яһай. Нисек шул тиклем итеп егеттәрҙең күңел донъяһын асырға була икән ул махсус белеме булмаған фи­лологтарға, тинем Фәдис Иҙрисов­тың, Айҙар Ғәйнетди­новтың, Инсаф Хужабир­гәновтың ролдәрен башҡарыу ләззәтен тамашасы булараҡ та татып! Һүҙ юҡ... Бары тик күҙ йәштәре, эстән һыҙланыу, совет осоро кешеләренең, ауылдың сафлығына һоҡланыу, Бөйөк Ватан һуғышы афәтенән һуң да кешеләрҙең йөҙөнән бәхет тойғоһо китмәүен күреү...
Ысын тойғоларығыҙ өсөн рәхмәт, артистар!Зөлҡәрнәйҙең (Фәдис Иҙрисов) нисек итеп сәхнә иҙәнен төйөп йәне әрнеүен күрһәгеҙ! Егеттәргә хас булғанса, ул да башта һуғышып, Шифабикә инәйҙең өйөн пыр туҙҙырып баҫырға уйлай ғәрлеген... Әммә уның менән генә эш бөтәме һуң? Бында бит егеттәр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ла һүҙ бара! Бына ҡайҙа ул ысын дуҫлыҡ! Бер ниндәй һынауҙарға ла, ҡаршылыҡтарға ла, дан-шөһрәткә лә бирешмәгән тойғолар. Хәнифтең дә, Һандуғастың да, Зөлҡәрнәйҙең дә күңелдәре яҡты, ниәттәре изге, намыҫтары таҙа! Ҡалай һағындырған икән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының үҙебеҙҙең авторҙарҙы ҡуйған, үҙебеҙҙең геройҙарҙы, романтик рухты алып сыҡҡан осоро! Юҡҡа яраттымы ни халыҡ, тамашасы Илшат Йомағо­ловты, Әхтәм Абушахмановты, Фидан Ғафаровты, Олег Хановты, Хөрмәтулла Үтәшевты! Һылыулыҡ­тарынан бигерәк, беҙҙең халыҡ тойғоларын асҡан өсөн үҙ итте Рәмзиә Хисамованы, Нурия Ирсаеваны, Илһөйәр Ғәзетдинованы... Был театрҙа эшләмәһәләр ҙә, Рәмилә Хоҙайғолова менән Рәмилә Сәлимгәрәеваны ла халыҡ тап халыҡсанлығы өсөн яратты. Өлкәнерәк быуынды мин тереләй сәхнәлә күрә алманым, шуға күрә кемдәрҙелер телгә алмаһам, ғәфү ҡылығыҙ!
Фәдис, Айҙар, Инсаф, Алия, Динә, Зарема, һеҙҙең һымаҡ уҡы­тыусыларҙа мин дә уҡырға теләр инем. Фәдисте беҙ уҡыу алдын­ғыһы, оҫта бейеүсе тип белә инек, баҡтиһәң, ул бынамын тигән артист икән дә! Инсаф, Динә, Алия – улар бит “Башҡортостан” гәзитенең автор­ҙары, талантлы ҡәләм оҫталары. Алия “Һылыу­ҡай”ҙа ла ҡатнашты, бик матур итеп бейей ҙә әле ул. Айҙар менән күпме йәмә­ғәт сараларында бергә йөрөйбөҙ, ә уның Бытбылдығы һис кенә лә кәм булманы бит Муллаян ағайҙың образынан. Өлкән артистар үҙҙәре барып ҡараһын ине йәшлектәрен! Әйткәндәй, тағы ла спектакль февралдә сәхнәгә сығасаҡ.
Был студенттар – буласаҡ мөғәллимдәр. Ижади мөхит тыуҙыр­ған уҡыу йорто етәкселәренә рәхмәт! Әйткәндәй, улар был тамашала ҡатнашты. Ректор Раил Әсәҙуллин, проректор Венер Шәйәх­мәтов студенттарын уңыштары менән ҡотланы. Йәштәрҙе тәбрик­ләргә халыҡ артистары Әхтәм Абушахманов, Рәмилә Сәлимгәрәева килгәйне. Улар, режиссер Илнур Лоҡмановты юғары уңышы менән ҡотлап, ижади фекерләгән студенттарға ҙур өмөттәр бағланы.
Башҡорт филологияһы факультеты деканы, ғалимә Луиза Сәмситоваға айырым рәхмәт әйтке килә. Ул ошо студенттары тормошо менән йәшәй. Уның кеүек йәштәр донъяһын бар күңеле менән тойған декандар һәр ерҙә юҡ шул. Уның менән бергә ижад иткән, белем алған осорҙарын һағынып иҫләрҙәр әле студенттар. Режиссер Илнур Лоҡманов менән бергә тыуҙырған И. Абдуллиндың “Тиле йәшлеген” хәтерләгән кеүек. Илнур, беҙ һинән йәнә лә романтик рухтағы яңы тамаша, йөрәктәрҙе таҙартып сығарыр халҡыбыҙ образдарын көтәбеҙ. Һин яҡты маҡсаттар менән юғары осош алдың! Шул бейеклекте, зинһар, юғалтма!
 




rancho cucamonga pool service