Ни өсөн Үткәлдә битарафтар юҡ?

20-12-2017, 00:05 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Ни өсөн Үткәлдә битарафтар юҡ?Мәҙәниәт йорто – һәр ауылдың йөҙөн билдәләүсе усаҡ. Мәҙәни тормошо бай булған ултыраҡтарҙа кешеләрҙең төрлө боҙоҡлоҡтар менән булышырға ваҡыты ла, теләге лә ҡалмай.


Белорет районының Үткәл ауылы халҡы йыр-бейеүгә маһирлыҡ­тары, дәртле булыуҙары менән башҡаларҙан айырылып тора, әммә быға тиклем клубтарының авария хәлендә булыуы иркенләп байрам саралары, концерттар ойошторорға форсат бирмәй.
Уңайлыҡтар булмағас, ситтән артистарҙы, театр тамашаларын да йәлеп итеүе ауыр була. Былтыр район етәкселәре менән осра­шыуҙа үткәлдәр барыһын да бор­соған проблеманы хәл итеүҙәрен үтенәләр. Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов мәҙәниәт усағын капиталь ремонт­латырға һүҙ бирә. “Вәғәҙә – иман” тиҙәр, күп тә үтмәй, район бюджетынан ремонт эштә­рен атҡарыу өсөн өс миллион һум аҡса бүленә.
Һәм бына ошо көндәрҙә Үткәл ауылы халҡы ҙур ҡыуаныс кисер­ҙе: капиталь төҙөкләндергәндән һуң ишектәрен асҡан клубтарына төклө аяҡтары менән баҫырға насип булды уларға. Үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән мә­ҙәниәт усағын танырлыҡ та түгел. Аҫҡы бүрәнәләре сереү сәбәпле, бер яҡҡа ауыша башлаған бина­ның нигеҙе нығытылып, бүрәнә­ләре яңыға алмаштырылғас, клуб бейегәйеп ҡалған. Яҙын-көҙөн түшәмдән һыу тамсылап ыҙалат­ҡан түбә тулыһынса алышты­рылған, иҙәндәр яңыртылған.
Стена-түшәмдәр, бинаның тыш­ҡы яғы заманса көпләнгән. Евро­тәҙрәләрҙә ҡояш нурҙары уйнай. Яңы шаршауҙар эленеп, бер аҙ ҙурайтылғас, сәхнә лә таны­маҫлыҡ булып үҙгәргән. Ҡеүәтле яҡтырт­ҡыстар, яңы йыһаз ҡуйыл­ғас, майҙаны шул уҡ ҡалһа ла, клуб эсе иркенәйеп ҡалғандай булған.
Был көндө түҙемһеҙлек менән көткән ауыл халҡы ошо уңайҙан байрам ойошторҙо. Уларҙың шат­лығын уртаҡлашырға район хаки­миәте башлығы Владислав Миронов, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова, Шы­ғай ауылы советы хакимиәте башлығы Хәлим Ғәлиастанов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар кил­гәйне. Владислав Геннадьевич ба­рыһын да матур сара менән тәбрик­ләп, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе:
– Ауылдың йәмәғәт һәм сәйәси тормошо, нигеҙҙә, мәҙәниәт йортонда уҙа. Киләсәктә бында үткәл­дәрҙең йәшәйешен тағы ла яҡшыр­тыу, йәнләндереү буйынса изге эштәр атҡарылыр, балалар тауышы, йыр-моң өҙөлмәҫ, тип ыша­набыҙ, ә беҙ иһә район мәҙәниәтен үҫтереүгә көсөбөҙҙө, ваҡытыбыҙҙы бер ҡасан да йәллә­мәйәсәкбеҙ, – тине һәм төҙөклән­дереү эштәрен ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарған Белорет ҡалаһының “Төҙөлөш-монтаж ида­ралығы” йәмғиәте директоры Юрий Домнинға БР Мәҙәниәт министр­лығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Шундай уҡ хөрмәт Үткәл мәҙә­ниәт йорто директоры Мәҙинә Йо­мағужинаға ла күрһәтелде. Ғөмү­мән, был көндә ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙемлек күрһәткән байтаҡ һәүәҫкәр артис­тар, клубтың биләмәһен төҙөк­ләндереүҙә, сүп-сарҙан таҙартыу­ҙа ҡатнашҡандар төрлө кимәлдәге наградаларға, бүләктәргә лайыҡ булды. Ағас-кәртә менән ярҙам иткән эшҡыуар Мәхмүт Бадалов та ауылдаштарының рәхмәтен ишетте.
Эйе, йыр-моңға, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә битараф булмаған кешеләр йәшәй Үткәлдә. Бәләкәй генә ауылда һигеҙ ижади коллек­тивтың уңышлы эшләп килеүе күп нәмә тураһында һөйләй. Ауылдың исемен йөрөткән халыҡ инструменттары ансамбле районда ғына түгел, республика кимәлендә лә билдәлелек яулап өлгөргән.
2013 йылда “Үткәл” ансамбленә “халыҡ” исеме бирелә, ә быйыл Хәйбуллала уҙғарылған “Мин тормошто яратам!” фестивалендә улар район данын яҡлап, икенсе урынды яулай. Йырсылар ансамбле эше лә маҡтауға лайыҡ, күптән түгел Ғәли Хәмзин исемендәге район буйынса йыр конкурсында Үткәл һандуғасы Таңһылыу Вахитова гран-при яулай.
“Ләйсән”, “Сулпылар” бейеү ансамблдәре лә ауылдаштарын уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Әйткәндәй, клуб бер йылға ябылһа ла, мәҙәни тормош һүнеп ҡалмай ултыраҡта: байрам сараларын, конкурс-бәйгеләрҙе мәктәп­тең спорт залында уҙғаралар, түңәрәктәрҙең эше лә дауам итә.
Үткәл һәүәҫкәрҙәре бөгөн айырыуса дәртләнеп сығыш яһаны. Ауыл таланттары өсөн бигерәк тә ҙур байрам – йыл буйы төҙөклән­дерелгән мәҙәниәт йорто асылды бит! Йәше лә, ҡарты ла, бәләкәй балалар ҙа ихлас үҙ һәләттәрен күрһәтергә тырышты. Күршеләре­нең оло ҡыуанысын уртаҡлашырға Инйәр, Үҙәнбаш артистары ла килгәйне. Акус­ти­каһы яҡшыртыл­ған сәхнәлә йыр­ҙар тағы ла моң­лораҡ, яңы һалын­ған иҙәндәрҙә тыпырлауҙар тағы ла дәртлерәк кеүек тойолдо.
Киләсәккә ынтылып заманса йә­шәргә, халыҡтың аң-кимәлен үҫте­рергә, рухын нығытырға бу­лыш­лыҡ итеүсе мәҙәниәт усағы­ның бик күп изге башланғыстарға нигеҙ һа­лырына шик юҡ.

Римма СОЛТАНОВА.