Афарин, легендар артистар!

27-12-2017, 00:08 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Афарин, легендар артистар!Өфөлә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаровты орден менән бүләкләнеләр. Республика йортонда дәүләт наградаларын төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов тапшырҙы. Нурия Ирсаева – Халыҡтар дуҫлығы орденына, ә Фидан Ғафаров Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.

– Тормошобоҙҙо аҡыллы, интеллектуаль һәм эрудициялы кешеләр, үҙ эшенең оҫталары биҙәй. 50 йылдан ашыу Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күп милләтле халҡына хеҙмәт итеүемә шатмын. Ғүмеремдең ахырына тиклем ошо эште дауам итәсәкмен, – тине Фидан Ғафа­ров бүләкләү тантанаһында.
Тамашасы һөйөүен яулаған популяр актерҙар, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Та­тарстандың халыҡ артистары быйыл юбилейҙарын билдәләне. Милли театр сәнғәтендәге, Башҡорт драма театрындағы тотош дәүер ошо ике мәшһүр артистың исеме менән бәйле. Тамашасы йөрәгендә Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров тыуҙырған бик күп образдар йәшәй. Уларҙың геройҙарына хас булған рух күтәренкелеге, психологик тәрәнлек һәм нескә лиризм бер нисә быуын тамашасыларын әсир итте. Актер­ҙарҙың Ғәлиә менән Заһир образдарындағы ижади тандемы ҙур танылыу яуланы.