Салауат нәҫеленең абруйын күтәрГӘН Тархан

5-01-2018, 00:03 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Кем ул шәхес, ниндәй булған тиһәләр, Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин күҙ алдына килеп баҫа. Ул тыуған иленә, халҡына тоғро хеҙмәт итеп, шул уҡ ваҡытта рухлы уҡыусылар тәрбиәләгән кеше. Улай ғына ла түгел, үҙе йәшәгән дәүерҙә бихисап оло эштәр башҡарған, ауылының, районының данын арттырған, абруй яулаған. 

Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин 1965 йылдың ноябрендә Әлкә урта мәктәбендә республикала беренсе тапҡыр Салауат Юлаев музейын ойошторған, 48 йыл ғүмерен Салауат батырҙың тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнеүгә арнаған. Ул I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында йәнә беренсе булып Салауат Юлаев орденын булдырырға, Өфөләге проспектҡа Салауат Юлаев исемен бирергә, Салауат районы гәзитен башҡорт телендә “Йүрүҙән” тип сығарырға кәрәк тигән тәҡдимдәр менән сығыш яһаған. 1991 йылдың 15 июнендә асылған Салауат Юлаев дәүләт музейының нигеҙен Тархан Сәғит улының ойошторған музей экспонаттары тәшкил итә. 28 йыл үткәс, 1993 йылдың 23 фев­ралендә Әлкә ауылында икенсе тапҡыр Салауат Юлаевҡа музей асҡан ир-уҙаман булды ул.
Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин 1927 йылдың 26 декабрендә Йонос ауылында тыуған. Атаһы Сәғит Заһит улы (С. Юлаев нәҫеленән) 1882 йылдан 1961 йылға тиклем ошо Йонос ауылында йәшәгән һәм эшләгән. Әсәһе Фәрхиямал Ғималетдин ҡыҙы 1885 йылда Мөсәт ауылында тыуған. Йонос ауылына кейәүгә сығып, оҙаҡ йылдар эшләп, балалар үҫтереп, 1962 йылда үлгән. Башланғыс белемде Тархан Сәғит улы Йонос ауылында Сәлих Хөснөтдинов тигән уҡытыусынан ала. Уҡыуға һәләте һәм дәрте булғас, был белем менән генә хушһынмай, уҡыуын Яхъя мәктәбендә дауам итә.
Оҙаҡламай Әлкә ауылында ла ете йыллыҡ мәктәп асыла, һәм ул яҡындағы мәктәпкә күсә. Урта белем алыу теләге үҫмерҙе Иҫке Ҡаратаулы (хәҙерге Малаяҙ) мәктәбенә уҡырға килтерә. Дәүләт имтихандарын Нәсибаш урта мәктәбенә сабата кейеп, йәйәү йөрөп бирә. Заманына күрә Малаяҙ ауыл советы күләмендә урта мәктәпте тамамлағандар араһында беренсе булып тора. Өлгөргәнлек аттестаты алғас, уны Әлкә ете йыллыҡ мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрәләр.
1947/48 уҡыу йылында башланғыс кластарҙа уҡыта. 1948 йылдан башлап мәктәптә география, биология, математика, рәсем, һыҙма, физика, химия дәрестәренән белем бирә. Һәр дәрес уҡытыусынан үҙ өҫтөндә даими эшләүҙе талап итә. Быны Тархан Сәғит улы бик яҡшы аңлай һәм 1949 йылда белемен камиллаштырыу маҡсатында Өфөләге Тимирязев исемендәге педагогия институтының химия, биология, география факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм 1952 йылда тамамлай. Әммә был белем менән генә тынысланмай, ғилем алыуға, күберәк уҡырға ынтылыш уны 1966 йылда Силәбе пединститутының география факультетына илтә, һәм ул уны тырышып яҡшы билдәләргә генә тамамлай.
Ғаиләле булған һәм әллә күпме яуаплы йәмәғәт эше алып барған кеше өсөн ике институт бөтөрөү — үҙе үк ҙур батырлыҡ билдәһе. Әлкә мәктәбендә уҡытыуға ул 40 йыл ғүмерен бағышлаған. Уҡытыу дәүерендә бик күп грамоталар менән бүләкләнгән. Биологиянан уҡытҡан сағында тәжрибә үткәреү мөйөшө ойошторған. Балалар менән кукуруз үҫтергән, ағастар ултыртҡан һәм төрлө ашламалар ҡулланып тәжрибә үткәргән. Алмағасҡа икенсе сорттың ботаҡтарын ялғап ҡарағандар. Тәү башлап Тархан Сәғит улы балалар менән кишер, сөгөлдөр, һуған ултыртып, мул уңыш алыуға өлгәшкән. Химиянан уҡытҡан сағында бары тик ошо мәктәптә тәжрибәләр үткәреп ҡарағандар, уҡыусылар химик элементтар таблицаһын яттан яҡшы үҙләштергән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла булып эшләй ул.
Үҙенең элекке уҡыусыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лена Хәлил ҡыҙы әйтеүенсә, уҡытҡан сағында Рәми Ғарипов менән осрашып, уның “Туған тел” шиғырын беренселәрҙән булып беҙгә, уҡыусыларына, уҡып ишеттерҙе, ятлатты. Рәми Ғарипов менән улар бик дуҫ булған, бер-береһенә барып йөрөгән, аралашып торған. Рәми Ғарипов район гәзитендә эшләгән осорҙа бик йыш командиров­каларға йөрөгән, батҡаҡты батҡаҡ тимәй, малсылар, һауынсылар менән эш урындарында осрашҡан. Уларҙың бергә төшкән фотоһы — быға асыҡ дәлил.
Тархан Сәғит улы Рәми Ғарипов ҡыуышта ятҡан тауға арнап “Ҡаратау” картинаһын ижад иткән. Уларҙың был осрашыуын мәктәптә үткәрелгән “Донъяға ғашиҡ шағир” тигән сценарийҙа күрһәтеп киттек. Тархан Сәғит улы мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү эшен йәйелдереп ебәрә. Балаларҙы Салауат Юлаевтың тормош юлы һәм ижады менән таныштыра, һәр шиғырын үҙе яттан белә, уның атаһы Юлай Аҙналин һәм Емельян Пугачевтың һуғыш юлдарынан үтәләр. Һәр атаманың килеп сығышы менән танышалар, альбом төҙөйҙәр, тирә-яҡтағы мәмерйәләр, шишмәләр, йылғалар, тауҙар араһында экскурсияларға йөрөйҙәр. Тәбиғәте менән тынғыһыҙ кеше балаларға ла тынысланырға ирек бирмәй. Бай рухи мираҫты бала аңына еткереү, күңел һандығына юйылмаҫлыҡ итеп һалырға тырыша. Уларҙы дәртләндереп, үҙ артынан эйәртә белгән энтузиаст балалар дуҫ, татыу, әүҙем булһын өсөн ваҡытын, көсөн йәлләмәй. Тимербулат Шәмсетдинов “Тархан Сәғит улы һәр ваҡыт беҙҙең менән йөрөнө, эшләне, һәр нәмәне аңлата, өйрәтә ине”, — тип иҫкә ала. Һәр йыл балаларҙың йәйге ялын ойоштороуҙа ҡатнашты. Ошо йылдарҙа бирелгән Маҡтау грамоталары бихисап.
Лагерҙа эшләгән осорҙа балаларҙың ялын күңелле үткәреү өсөн тырыша, артистар, йырсылар, актерҙар, хәбәрселәр менән осрашып торалар. Уҡыусылары Фәнүзә Әптелваһап ҡыҙы менән Владислав Рәмил улы “Фидан Ғафаров, Олег Ханов менән осрашыуҙар балалар күңелендә яҡты иҫтәлек булып ҡалды”, — тиҙәр. Быны фотолар ҙа дәлилләп тора. Лагерҙа ул балаларға эште бик ентекләп өйрәтә, сөгөлдөр төбөн нисек утарға, йомшартырға икәнен үҙе күрһәтеп бирә. Физкультура дәрестәрендә балаларҙы саңғы менән яланға, тауға алып сығыр булған, төрлө кросс ойошторған. Был тынғыһыҙ кеше Салауат районы һәм республика халҡына Салауат Юлаев образы аша ла билдәле.
Аҡ ҡуянҡайҙың балаһы,
Ҡолаҡ осҡайында ҡараһы.
Салауаттың тыуған төйәге —
Ике генә йылға араһы.
Бына ошо халыҡ йыры менән башлар ине ул Салауат Юлаевҡа арналған һүҙен. Үҙенең Салауат Юлаевҡа арналған телмәрен архивтарҙа эҙләнеүҙәре, бөйөк рус тикшеренеүселәре Рычков, Нефедов, Паллас, Крашенинников, Руденко яҙмалары менән дәлилләр ине. Ул үҙенең фекеренең, һүҙенең дөрөҫлөгөн гәзит һәм журнал биттәрендә сыҡҡан мәҡәләләре менән раҫлап торҙо. Тархан Сәғит улы, ысынлап та, Салауат Юлаев тип янып йөрөгән кешеләрҙең береһе ине. Иң беренселәрҙән булып уның тураһында материалдар туплап, музей ойоштороп йөрөүсе лә, Салауат Юлаев менән бәйле урындарға экскурсия ойоштороусы ла ул. Салауат Юлаевтың тыуған яғына тип килгән һәр ҡунаҡ: журналисмы, яҙыусымы, шағирмы, рәссаммы, ғалиммы — һәр береһе Тархан Сәғит улының өйөндә ҡәҙерле ҡунаҡ ине. Һәр саҡ улар өсөн ваҡыт та таба, һыйын да әҙерләй, һүҙен дә йәлләмәй. Һәр береһе менән уртаҡ тел табып аралаша, һәр нәмәне ентекләп аңлатып бирә. 
Бөгөн Малаяҙҙың уртаһында ҙур күркәм бинала урынлашҡан, әле беҙ баҫып торған Салауат Юлаев музейы ла бит, йылға бәләкәй генә инештән башланған кеүек, ошо Әлкә мәктәбенең пионер бүлмәһенә бөртөкләп йыйылған материалдарҙан юл алған. Был музейҙы ойоштороуға Тархан Сәғит улы уҡыусыларҙы йәлеп иткән. Һәр кем боронғо әйберҙәр йыйып килтерергә тырышҡан, балалар менән ауылдан-ауылға ла йөрөгән. Cалауат Юлаев уның бөтә булмышын биләп алған. Уның тураһында бик күп белешмәләр уҡып, ололарҙан һорашып, батырҙың портретын яҙыуға ла өлгәште ул. Картинаһында Салауат йәш, ҡыйыу ҡарашлы, сос ир-егет итеп һүрәтләнә. Был картина бөгөн Салауат Юлаев музейын биҙәй. Унан башҡа ла, Т. Заһиҙуллиндың Салауат төйәген һынландырыуға арналған картиналары байтаҡ.
Салауат Юлаевтың тыуған төйәген билдәләү өсөн күп көсөн сарыф итте. Нияз Мәжитов етәкселегендәге экспедиция килгәс, уларҙан бер аҙым да ҡалмай, ярҙам итеп йөрөнө. Уларға икмәген дә ташыны, мунса ла яғып индерҙе, һәр нәмәлә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Аҙналы урыны билдәле булғас, үҙенең элекке уҡыусыһы, бөгөн уның эшен дауам итеүсе тарих уҡытыусыһы һәм музей етәксеһе булған Вельмир Иштимер улы менән Учалыға барып мәрмәрҙән стела эшләтеп ҡуйҙы. Тәкәй урынына таштан тирмә яһарға йөрөй ине, өлгөрә алманы. Әлкә ауылы хакимиәте биләмәһендә, Салауат тыуған төйәктә уға арналған комплекс та булырға тейеш, проект эшләтәм тип Өфө юлын күп тапаны Тархан Сәғит улы. Проект эшләнде, ләкин йәмғиәттәге үҙгәртеп ҡороу был ҙур эшкә ҡамасауланы.
Бөгөнгө көндә Әлкә мәктәбендә урынлашҡан Салауат Юлаев музейы ла бит Тархан Сәғит улының тырышлығы менән яңынан тергеҙелде (һүрәттә). Был музейҙы тергеҙеүгә лә күп көс һалды ул. Улы Айрат, Энгель, Хаммат Исмәғилевтәр менән бергә картиналар эшләне. Ағас эшкәртеп, таҡта-брустан, ДВП-ДСП-нан каркас ҡорҙолар, стендтар эшләнеләр. Энгель Тархан улы, папье-маше ҡулланып, Салауат Юлаевҡа бәйле урындарҙың барельеф картаһын төҙөнө. Һәр ауыл ут менән яҡтыртылып күренеп тора ине. Бына ошо мәҙәниәт өлкәһендәге ҙур хеҙмәттәре өсөн уға Башҡортостан Президенты Указы менән “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Хәбәрсе булараҡ та уның күҙ уңынан бер нәмә лә ситтә ҡалманы. Ауыл яңылыҡтары, колхоз, мәктәп эштәре, арҙаҡлы яҡташтары тураһында белешмә, Салауат Юлаевтың тыуған урыны һәм уның тарихта биләгән ере тураһында бик күп яҙҙы. Тау-таш, ялан-урмандар атамаһының килеп сығышы менән таныштырып торҙо. Уның яҙған мәҡәләләрен барлап ҡына Әлкә ауыл хакимиәте, Салауат Юлаев, Салауат районы тураһында күп мәғлүмәт ала алабыҙ. 
Тархан Сәғит улы яҡшы фотограф та. Лена Хәлил ҡыҙы һөйләүенсә, ауылда тик уның ғына фотоаппараты булған. Фотоға төшөрөп, эшләп, сығарып та биргән. Ошо альбомда килтерелгән фотоларҙың күбеһен үҙе эшләгән. Уҡыусыларға бушлай таратып биреп торған. Бына ошо ғына ла дәлил — уның йомарт, эскерһеҙ икәнлегенә асыҡ миҫал.
Тархан Сәғит улы фотограф, рәссам, хәбәрсе, музей директоры, тәжрибәле һунарсы, балыҡсы, ҡул оҫтаһы, баҡсасы, ғөмүмән, һәр һөнәргә оҫта кеше ине. Энергияһы ташып торған, һәр эшкә өлгөр, һәр береһе менән аралашып үҙ кәңәшен биргән, һәр береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡҡан, сәсән телле, асыҡ күңелле, киң эрудициялы шәхес итеп танытты ул үҙен. Бик күп уҡый, яҙыша торғайны. “География в школе”, “Вокруг света”, “Художник”, “Ватандаш”, “Ағиҙел” журналдарының унар йыллыҡ подпискаһы һаҡлана ине унда.
Тархан Сәғит улын Салауат районында белмәгән кеше бик һирәк. Ул үҙе тарихсы, географ, этнограф. Һәр төрлө белешмә­ләр, энциклопедиялар китапханаһының түрендә торҙо. Талант эйәһенә бик күп һәләт тәбиғәттән бирелгәйне: ораторлыҡ таланты, яҡшы хәтер, аҡыл тәрәнлеге, рәсем төшөрөү оҫталығы. Дәрестәрҙә уның һөйләгәнен балалар йотлоғоп тыңлаған һәм был хәтерҙәрендә йылдар буйы һаҡланып ҡалған. Уның уҡыусылары, бөгөн мәктәптә эшләгән Фәнүзә Әптелваһап ҡыҙы менән Зилә Мәлих ҡыҙы: “Үәт Тархан абый һөйләй торғайны, беҙ ауыҙыбыҙҙы асып, һәр һүҙенә ышанып иҫебеҙ китеп тыңлай торғайныҡ”, — тип йылы тойғо менән иҫкә ала.  Был тынғыһыҙ кешенең ысынлап та эшләмәгән эше ҡалмағандыр. Ул бит хатта киноға ла төшөп өлгөргән: 1977 йылдың октябрендә Эдуард Володарский сценарийы буйынса Алексей Салтыков ҡуйған ике сериялы “Емельян Пугачев” тигән фильмында ҡатнашыу бәхете тейгән. Салауат яугире булып уйнаған ул унда. 
Тархан Сәғит улының өйөндә ижади мөхит урынлаштырылған. Уның балалары аталарының һүрәт төшөргәнен ҡарап, төрлө гәзит-журнал уҡып, әсәләренең рус теле һәм әҙәбиәтенән булған китап-журналдарын ҡарап, үҙаллы белем алған. Атайҙары, улдарын үҙ артынан эйәртеп саңғы шыуырға, һунарға, балыҡҡа йөрөткән. Ҡулдарында балта-йышҡы тоторға, станок менән эшләргә лә өйрәнгән улар. Шуның өсөн балалары оҫта ҡуллы өй хужаһы, рәссам, музыкаль яҡтан талантлы, һөйләү телмәре үҫешкән кешеләр булып формалашҡан. Тархан Сәғит улы районда беренсе булып мансардалы өй һалып инде. Балаларының да өйҙәре күркәм, рәссамдарса семәрле, үҙенсәлекле.
Тархан Заһиҙуллин, күктәге яҡты йондоҙ һымаҡ, бөтә ғүмерен халҡына, Салауат Юлаевҡа арнап йәшәне. Бөгөн беҙ, үҙе вафат булһа ла, оло хөрмәткә лайыҡ шәхесте онотмайыҡ, уның иҫ киткес оло эштәрен баһалап, хеҙмәтенә ихтирам менән ҡарайыҡ.

Салауат районы,
Әлкә ауылы.