Йәшлеккә әйләнеп ҡайттыҡ

9-01-2018, 00:05 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Күптән түгел “Ҡорос” халыҡ театры Т. Миңнуллиндың “Тиле йәшлек” спектаклен ҡуйҙы. М. Аҡ­мулла исемендәге БДПУ-ның тамаша залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине, ике сәғәт буйы баҫып ҡарарға әҙер булғандар ҙа табылды. Сәхнә әҫәрен тамашасылар шул тиклем йылы ҡабул итте. Фестивалгә килгән ҡаҙаҡ, алтай, яҡут, үзбәк, сыуаш, ҡырғыҙҙарҙың спектаклде аңлап, ҡыуанып ҡарауы, профессиональ актерҙар тип уйлауы – үҙе мәртәбә.


Тамашаны абруйлы ҡунаҡтар — Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙ­мәт­кәре Ришат Сәғитов, Баш­ҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Венер Камалов һәм М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрынан, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрынан башҡа актерҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистарҙың килеп ҡарауы йәштәргә дәрт өҫтәне.
Спектаклдән һуң тамашасы­ларҙың кол­лективҡа рәх­мәт һүҙҙәре тураһында айырым әйтергә кәрәктер. Ни­сек кенә булма­һын, һәр кем үҙенең йәшлеген бер ва­ҡыт­­та ла онотмай, ул бөтәбеҙ өсөн дә ҡә­ҙерле. Беренсе саф хистәр, мөхәббәт той­ғоһо, эскерһеҙ, сағыу йәшлек – барыһы ла бар “Тиле йәшлек” спектаклендә. “Беҙҙе йәшлегебеҙгә ҡайтарғанығыҙға, көлдөрөп тә, илатып та алғанығыҙға ҙур рәхмәт!” – тине уҡытыусылар, тама­шаға килгән ағай-апайҙар. Бына шулай шатлыҡ өләшкән, йәшлеккә ҡайтарған шәп спектакль килеп сыҡты!
Режиссер — театрҙың етәксеһе, М. Кә­рим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, йырсы Илнур Лоҡманов менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре, композитор Ришат Сәғитовтың хеҙмәте лә оло баһаға лайыҡ.