“Бына нимә ул автономия!”

9-01-2018, 00:05 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
“Бына нимә ул автономия!”Һәр ваҡыттағыса, күптәрҙең “яңы йыл каникулдары” көтөп алған фильмдарҙы ҡарау менән үтә. Нисәнсегә ҡарайымдыр 1975 йылда режиссер Эльдар Рязанов төшөргән “Ирония судьбы, или С легким паром” фильмын, әммә ялҡмайым. Сюжеты, Марина Цветаева, Белла Ахмадуллина шиғырҙарына яҙылған йырҙар, Эдуард Асадов шиғыры ятланып бөтөлгән, әммә эстетик ләззәт тойғоһон ҡабат кисереү ниәтенәнме, тик бер мәлгә генә булһа ла яңынан шул геройҙар менән бергә йәшәп алыу, бәндәләрҙең яҙмышы хаҡында ҡабат уйланып алыу теләгенәнме икән, Рәсәй телевидениеһының төрлө каналдарында барған ошо кино мотлаҡ ҡарала.

Пролетарийҙар юлбашсыһы В. Лениндың А. Луначарский менән әңгәмәләшкәндә әйткән һүҙҙәрен бөгөн төрлө вариантта, һәр кем үҙе теләгәнсә телгә ала. Ха­лыҡ аңына яңы фекер, күңелдәргә ойотҡо һалыу өсөн кино сәнғәтен күтәреүҙе күҙ уңында тот­ҡан Владимир Ильич былай тигән: “Бөтә сәнғәт төр­ҙәренән кино беҙҙең өсөн иң мөһиме булып тора”.
Ә бит совет осоронда СССР халыҡтары өсөн нин­дәй генә картиналар сығарылмаған да ниндәй генә образдар тыуҙырылмаған! “Свадьба в Малиновке” (режиссеры Ан­дрей Тутышкин), “Москва слезам не верит” (Владимир Меньшов), “Пираты ХХ века” (Борис Дуров), “Бриллиантовая рука”, “Кавказская пленница, или Новые приклю­чения Шурика”, “Иван Васильевич меняет профессию” (Леонид Гайдай), “Человек-амфибия” (Владимир Чебо­тарев), “А зори здесь тихие” (Станислав Ростоцкий), “Афоня” (Георгий Данелия), “Судьба” (Евгений Матвеев), “Калина красная” (Василий Шукшин)...
Быны иҫкә алыуым юҡҡа түгел. Башҡорт киноһы ту­ра­һында бик күп яҙҙыҡ, фекер алыштыҡ, радио һәм телевидение тапшырыуҙары әҙерләнде, әммә ба­рыбер әллә ни ырата алмайбыҙ, ахыры, тигән тойғо ҡала.
Тулы метражлы “Салауат Юлаев” фильмын тө­шө­рөү өсөн 29,4 миллион һумлыҡ грант талап ителә, тип хәбәр ителгәйне электрон мәғлүмәт сығанаҡ­тарында. Ярай, беҙ­ҙә кино сәнғәте өлкәһендә талантлы режиссерҙар ҙа, операторҙар ҙа етерлек. Бары тик, донъя кимәленә сы­ға­рырлыҡ әҫәр тыуҙырып булыр­мы һуң был суммаға, ти­гән һорау тыуа. Ни тиклем генә кино, бигерәк тә нә­фис фильмдар ҡарауы кү­ңел­ле лә, ҡыҙыҡлы ла булһа ла, исеме халыҡ-ара танылған шәхес тураһында йығылып ятып ҡарарлыҡ сәнғәт әҫәре төшөрөү өсөн кәмендә 50 миллион, тик һум түгел, ә доллар кәрәкмәйме икән?!. Ха­лыҡ яратып ҡараған шотланд халҡының шундай уҡ азатлыҡ һө­йөү­се геройы хаҡындағы “Храброе сердце” филь­мы­ның бюджеты 70 миллион доллар. Шул уҡ ва­ҡытта фильм прокатҡа сыҡҡас, 200 миллион доллар йый­ған. Етмәһә, ун тапҡыр кино сәнғәте өлкә­һендәге “Оскар” премияһына тәҡдим ителеп, уны биш мәртәбә яу­лаған. Нисек шәп булыр ине беҙҙә лә ошондай кино тыуһа!
Хәйер, милли образ табам тиһәң, уның өсөн мот­лаҡ тарихи шәхесте һынландырыу ҙа кәрәкмәйҙер. Ана бит режиссер Айсыуаҡ Йомағолов “Ел аулаусы” киноһында башҡорт бабайын, ауыл, мөхитен тыуҙырҙы! Тимәк, мөмкин.
Режиссер Булат Йосоповтың “Беренсе Республика” фильмының бюджеты ла яҡынса 20 миллион бул­маҡсы. Төп ролдәрҙе башҡарасаҡ артистар ҙа яҡынса билдә­ләнгән: Һәҙиә Дәүләтшинаны – Лилиә Исҡужина, Дауыт Юлтыйҙы – Рафиҡ Хәсәнов, Ғәзиз Әлмөхә­мә­товты – Артур Ишмөхәмәтов, Вәлиулла Мортазин-Иман­скийҙы – Руслан Хайсаров, Зәйтүнә Бикбулатованы – Рушана Бабич, Мәкәрим Мәһәҙи­евте Артур Ҡунаҡбаев уйнаясаҡ. “Беренсе Республика” фильмы­ның төп геройы – автономия башында торған “Баш­ҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир­ҙәренең бе­реһе Ҡасим Аҙнабаев. Золом ҡорбаны булған ауыр яҙ­мышлы матбуғат әһеле ролен артист Роберт Йыл­ҡыбаев башҡарыр тип көтә фильмды төшөрөүселәр.
“Бабич” фильмын уҙған йыл эсендә барлыҡ халыҡ ҡарап сыҡты булһа кәрәк. “Беренсе Республика”ның да сценарий авторҙары шул уҡ – Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева һәм ғалимә Гөлсәсәк Саламатова. Әйт­кәндәй, “Бабич” фильмының тарихи ерлеге хаҡында айырым һүҙ әйтеп китке килә. Тарихи консультанттары – Азат Яр­муллин, Марат Зөлҡәрнәев. Был киноны мин тарихи дәреслек тип атар инем. Уны һәр бер баш­ҡорт балаһына, һәр бер башҡорт мәктәбендә күрһәтергә кәрәк. Башҡалар теләһә ҡарар, теләмәһә, үҙҙәре белә. Шәхсән минең өсөн үҙ балаларыбыҙҙың телде, тарихты белеүе мөһим! Эйе, тарихи китаптар күп. Башҡорт автономияһы хаҡында беҙ тарихсылар, ғалимдар Әмир Юлдашбаевтың, Марат Ҡолшәри­повтың, атаҡлы Зәки Вәлидиҙең үҙенең яҙма­ларынан да бик күп мәғлүмәт алдыҡ, уҡыныҡ, белдек. Хатта шағир Шәйехзада Бабичтың “Башҡорт хал­ҡына көйлө хитаб”ын уҡып та ул ваҡыттағы ваҡи­ғаларҙың нисек барышын белеп була, әммә кинокартина – ул бө­төн­ләй икенсе донъя. Ул беҙгә күҙҙәр, тауыштар, моңдар, образдар аша дәүерҙең тулы йөҙөн күҙ алдына баҫ­ты­рырға ярҙам итә, барыһын да ус төбөнә һалып аң­латып бирә. Бигерәк тә бөгөн китап уҡырға яратмаған, ә гаджеттар тәрбиәһендә үҫеп килгән бы­уында ошо фильм аша ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләргә була.
“Бабич” фильмы башҡорттар йәшәгән бик күп тө­бәк­­тәрҙә күрһәтелде. Уны яраттылар. Шағирҙың үҙен ярат­ҡан кеүек ҡабул итте халыҡ. Һамар өлкә­һендә сәфәр барышында ошо кино хаҡында тағы ла йылы һүҙ ишетеп ҡайттым. Һамар өлкәһе хаки­миәтенең йә­мәғәтселек фе­керен өйрәнеү мониторингы депар­таментының милли һәм конфессиональ сәйәсәт идаралығы етәксеһе Надежда Осипова “Бабич”ты ҡарап бөткәс: “Вот теперь мне все стало понятно, кто такой Заки Валиди, кто такой Бабич! И то, какую роль сыграли башкиры в становлении Российской Федерации. Вот оказывается что такое Башкирская автономия!” – тине һоҡланыуын йәшер­мәй. Кино сәнғәтенең көсө ни тиклем ҙур булыуын пролетарийҙар башлығы белеп баһалаған ул!