Гүзәл актрисаМин актриса Гүзәл Маликованы үҫмер сағынан беләм. Ижади үҫешен һоҡланып күҙәтеп барам. Шуға ла уның хаҡында башҡорт театрының сәхнә йондоҙо тип һис икеләнмәй әйтә алам.
Ихлас, алсаҡ, һөйкөмлө ҡыҙыҡай менән беҙ уҙған быуаттың һикһәненсе йылдары аҙағында Башҡортостандың ҡала һәм ауыл клубтарында ижад кисәләре үткәреп йөрөнөк. Өфөләге 2-се музыка-педагогия училищеһының баян бүлегендә уҡыған, донъяға тик йылмайып баҡҡан был теремек йәш сәнғәт кешеһенең үҙенең хеҙмәт юлын ошо өлкәлә һайлауы юҡҡа түгел икәне билдәле ине инде: уның моңло тауышлы йырсы, профессиональ баянсы булыуы, сәхнәлә үҙен тәбиғи тотоуы, халыҡты ылыҡтыра белеүе тамашасыла ыңғай хистәр уята торғайны. Мин шиғыр уҡыйым, Гүзәл минең шиғырҙарға яҙылған йырҙарҙы баянда уйнап башҡара. Ике-өс сәғәт барған ике кешелек концерттарҙы тамашасылар әле лә яҡты тойғолар менән хәтерләй.


Иң яҡты өмөт

Оҙон юлдарҙа нимә хаҡында ғына һөйләшмәйһең? Бер саҡ мин унан был уҡыу йортон тамамлағас, нимә эшләргә уйлауын һорап ҡуйҙым. Йә сәнғәт институтында (әле академия) вокал йәки музыка буйынса уҡыуымды дауам итәсәкмен, йәки берәй мәҙәниәт һарайында һөнәрем буйынса эшкә урынлашасаҡмын тигән яуап көтәм. Ә ул, яҡтылыҡ, йылылыҡ һирпелеп торған ҙур ҡара күҙҙәрен осҡонландырып, оло бәхет хаҡында хыял иткән тауыш менән: “Их, апай, минең иң яҡты өмөтөм — театр факультетына инеү бит ул. Бөтә уйым — артистка булып, сәхнәлә героиняларҙы уйнау. Киләсәк тормошомдоң мәғәнәһе лә шунда! Барып сығырмы икән?!” — тине. Үҙе ыңғай яуап көтөп, тулҡынланып ҡарап тора. Әйтерһең дә, иң изге хыялының тормошҡа ашыуы минең яуабыма бәйле.
— Һин дә инмәгәс, шул тиклем сәхнә һәләттәрең менән! — тим.
Гүзәл рәхмәтле йылмая. Уҡырға инеү хаҡында хәбәр алғанмы ни?!
Эй, бала, изге хыялдарың тормошҡа аш­һын ине лә бит! Конкурсы ла бик ҙур, ти­ҙәр бит әле. Шул тиклем ҙур ихлас те­ләк, мөмкинлектәреңде дөрөҫ баһалай белеү, ныҡышмалылыҡ Гүзәл Малико­ваға Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының театр факультеты сту­денты булып китергә ярҙам итә лә инде.
Музыка-педагогия училищеһында уҡығанда уҡ театрҙарға йөрөй инек. Бигерәк тә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры күңелгә яҡын булды. Унда ҡуйылған спектаклдәрҙе ҡабат- ҡабат барып ҡарай торғайныҡ. Гөлли Мөбәрәкова, Зинира Атнабаева, Шамил Рәхмәтуллин, Асия Нафиҡова, Нурия Ирсаева, Фидан Ғафаров һәм башҡа сәхнә йондоҙҙарының янып эшләп йөрөгән йәшерәк саҡтары. Сәхнәлә йыр-моң, бейеүҙәр... Матурлыҡ, изгелек, ысын мөхәббәт еңһен өсөн хис-тойғолар бәрелеше...
– Залда ултырған килеш, күңелемдән генә булһа ла, һәр береһенең ролен уйнап, арып бөтәм. Ошо мәлдәр минең йөрәгемә драма актрисаһы булыу хыялын тоҡандырғандыр, моғайын. Бәлки, оло сәхнәгә илтер юлым һиҙелер-һиҙелмәҫ кескәй һуҡмаҡтар булып, алдараҡ та башланғандыр, – тине ул.
Гүзәл Маликова Баймаҡ ҡалаһында көтөп алынған тәүге мөхәббәт емеше булып донъяға килә. Атаһы Хәсән ағай – һөнәре буйынса химия-биология уҡытыусыһы, ошо уҡ райондың Ишбирҙе ауылында тыуып үҫкән. Шәфҡәт туташы, райондашы Хәнифә менән сәстәрен сәскә бәйләй. Икеһе лә күп ауырлыҡтар кисергән һуғыш осоро балалары. Үҙҙәренең зирәклеге, “нисек тә белем алырға!” тигән ныҡышмалылыҡтары, тырышлыҡтары арҡаһында ғына теләгән уҡыу йорттарын тамамлап сығыуға өлгәшкән белгестәр. Бер-береһен бик тә яратып, хөрмәт итеп йәшәй улар. Ҡыҙҙары Гүзәл менән улдары Илдарға ла белем алыу төп маҡсат итеп ҡуйыла. Шуға ла Өфөгә күсеп килергә ҡарар итә йәш ғаилә.
Ә ауыл халҡы, уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, тыуған яҡтың иҫ киткес гүзәл тәбиғәте һәр саҡ йөрәктә һаҡлана, һәр йәй һайын тыуған ауылда ял итеү ғәҙәткә, күңел талабына әйләнә. Бәләкәйҙән алсаҡ, күҙәтеүсән Гүзәл ауыл инәйҙәре менән көтөү ҡаршылай, ҡош-ҡорт ҡарай, еләк-емешкә, тиҫтерҙәре менән концерттарға, киске уйын­дарға йөрөй.
“Ҡалала үҫкән Гүзәл Маликова ауыл тормошон үтә лә нескә итеп ҡайҙан белә икән, апай-инәйҙәрҙе нисек итеп шул тиклем килештереп уйнай икән?” тигән һорауға яуаптарҙың береһе, бәлки, ошондалыр. Яуаптарҙың икенсеһе, әлбиттә, ата-әсәгә бәйлелер, сөнки хисһеҙ, моңһоҙ кешенән моңло, хисле бала тыуыуы икеле. Хәсән ағай ҙа, Хәнифә апай ҙа сәнғәткә ғашиҡ кешеләр генә түгел, үҙҙәре лә йыр-моң тыуҙырған шәхестәр. Хәсән ағай өҙҙөрөп ҡурай уйнай, табындарҙа икәүләп йырлап та ебәрәләр. Хәнифә апай – йәшерәк сағында сәхнәләрҙә бейеп йөрөгән кеше.
Шуға ла ҡыҙҙарының хеҙмәт юлы итеп сәнғәтте һайлауына ҡаршы килмәй улар. Атаһы тәүге осорҙа фәһемле кәңәштәр менән ярҙам итһә, әсәһе ейәне үҫкәнсе Гүзәлдең улы Ғәзизде ҡарай. Йәл, атаһы Хәсән Мөхәмәтша улы ҡыҙының ижадта ҙур дәрәжәләр яулап, тамашасы һөйөүен, хеҙмәттәштәренең хөрмәтен ҡаҙанып йәшәүен күрә алманы: яҡты донъянан иртәрәк китеп барҙы.

“Әсәйем – серҙәш тә,
ғәҙел тәнҡитсе лә”


Ә Хәнифә Хөснитдин ҡыҙы, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙы менән улының да, ейәненең дә иң ҙур терәге. Бигерәк тә Гүзәл өсөн иң яҡын серҙәш тә, иң ғәҙел тәнҡитсе лә ул.
“Атайым миңә бөгөн дә бик кәрәк тә бит, — ти һағышланып Гүзәл Хәсән ҡыҙы. — Юҡ шул инде яныбыҙҙа. Шулай ҙа, мин уның менән йыш кәңәшләшәм. “Атайым нимә әйтер ине икән был мәсьәләлә?” — тип уйлайым. Бер фекергә килһәм, ул миңә дөрөҫ юл күрһәткән һымаҡ була.
Атайым менән һәр саҡ рухташ инек. Уның менән һөйләшеп-серләшеп алыу үҙе бер бәхет булған икән. Иркәләп үҫтерһәләр ҙә, тырышлыҡҡа, алға ҡуйған маҡсатҡа өлгәшә барырға, башлаған эште һәр саҡ еренә еткереп эшләргә, кешелеклелек, ярҙамсыллыҡ, ғәҙеллек сифаттарын миндә тыуып үҫкән ғаиләм тәрбиәләне”, — тип иҫкә ала бөгөн ата-әсәһенә рәхмәтле Гүзәл Маликова.
Махсус юллама менән сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инһә лә, драма театры артисткаһы булыуға ынтылыу шул дәрәжәгә етә: ул вокал дә­рес­тәренән һуң актерҙар кластарына йүгерә, уларҙың дәрестәренә инеп ултыра. “Киләһе 1983 йылда алынасаҡ курсты күренекле режиссер Рәфҡәт Исрафилов йыя­саҡ икән — был хәбәр миңә йәшен һуҡ­ҡан­дай тәьҫир итте, — тип иҫтә­лектәрен дауам итә Гүзәл Хәсән ҡыҙы. — Күңелемдә бер генә тойғо, башымда бер генә уй: мин мотлаҡ ошо курста уҡырға тейешмен”.
Үҙенсәлекле, талантлы режиссер маҡсатлы ҡыҙҙың театрға ихлас һөйөүен, күп яҡлы һәләттәрен, ижади үҫеш мөмкинлектәрен күрмәй ҡалмағандыр: Гүзәл Маликованың яҡты хыялы тормошҡа аша. Ул үҙе теләгән педагог төркөмөнә уҡырға инә. Бергә уҡыған һабаҡташтары менән тиҙ арала уртаҡ тел табып, дуҫлашып, бергә ҡанатланып сәхнә серҙәренә өйрәнәләр.
Театрға йөрөүҙәр инде икенсе йүнәлеш ала. Улар бында ҡыҙыҡлы тамаша ҡарарға ғына килмәй хәҙер, һәр спектакль студенттар өсөн — фәһемле оҫталыҡ дәресе лә, ҡайһы бер спектаклдәргә хатта “массовка” уйнарға ла саҡыралар. Бына шунда инде буласаҡ артистарҙың да кемеһе нимәгә һәләтле икәнлеге асыҡлана. Йәштәр үҙҙәрен нисек тоторға, тамашасылар менән рухи, энергетик бәйләнешкә инергә өйрәнә. Тәжрибәле артистарҙың ниндәй шәхес булыуҙары менән таныша. Бөтәһе лә ҡыҙыҡ, күңелгә яҡын, фәһемле бында. Шуға ла Гүзәл, башҡа иптәштәре кеүек үк, ошондай күмәк күренештәрҙә ҡатнашырға ярата. Үҙе күптән инде артист булараҡ белгән, һоҡланған кешеләрҙең ижад серҙәренә төшөнөргә тырыша. Һәр күргәнен, кисергәнен күңеленә һеңдерә бара.
Ә бер көндө һис уйламағанда донъя классигы Мольер әҫәре буйынса әҙер­ләнәсәк “Ирекһеҙҙән табип” спектакленә төп героиняларҙың береһе Мартинаны уйнарға саҡыралар. Академтеатрға өсөнсө курс студентын! Кем саҡыра бит әле, спек­таклдең режиссеры, уларҙы сәхнә оҫта­лығы дәрестәренән уҡытыусы күренекле сәнғәт эшмәкәре Ғабдулла Ғиләжев үҙе!
Шаярта тиһәң, профессор – бик етди шәхес. Уның тарафынан студентҡа ҙур роль тәҡдим итеү — тәүге тапҡыр. Әле көлөп иҫкә алһа ла, ул саҡта йоҡоларынан яҙҙыра бындай оло яуаплылыҡ буласаҡ актрисаны.
— Ҡурҡам бит әле, ышанысығыҙҙы аҡлай алырмынмы икән тим. — Гүзәл тағы ла йәшлегенең хәл иткес осорона әйләнеп ҡайта. — “Ҡурҡма, һеңлем, һин булдыра аласаҡһың!” — тип арҡамдан һөйгәс Ғабдулла ағай, еңелерәк булып китте. Тәүге ролем, героинямдың тормошо менән йәшәй башланым.
Характерлы роль ине ул: илгәҙәк, егәрле, сибәр ҡатын яратҡан ирҙе үҙ көйөнә бейетергә тырыша...
– Һәр көн репетицияларға ашҡынып барыуҙар, профессиональ сәхнәлә мәшһүр артистар менән бергә илһамланып уйнауҙарым студент йылдарымдағы иң матур мәлдәрем булғандыр. Тик шуныһы: бынан һуң режиссерҙар миңә йыш ҡына характерлы ролдәр бирер булды. Мин — артистка: тәҡдим ителгән ролдәрҙе уйнарға тейешмен. Иң тәүҙә уларҙың асылына төшөнөргә тырышам. Ниндәй ваҡытта, ниндәй маҡсат менән йәшәй мин һынландырасаҡ героиня? Бер кемдә лә гел яҡшы йәки гел яман сифаттар ғына булмай. Ни өсөн ул бындай хәлдә? Шатлыҡ-ҡайғыны бергәләп кисерәбеҙ героинябыҙ менән. Нимә ул бәхет, йәшәү, мөхәббәт, яҙмыш? Был һорауҙарға яуапты бергәләп эҙләйбеҙ.
Шөкөр, сәхнә юлым тәүҙән үк уңышлы башланды. Театр факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланым. Шунда уҡ академтеатрға эшкә саҡырылдым. Бында курстан Илфат менән икебеҙ генә эләктек.
Тормоштан өйрәнеү, спектаклдәге ваҡиғаларҙы, геройҙарҙы ысынбарлыҡҡа яҡынлаштырыу ижади эҙләнеүҙәрһеҙ булмай шул. Айһылыу Йәғәфәрованың “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” (режиссеры — Рөстәм Хәкимов) – шулай уҡ Гүзәл Маликова тыуҙырған ялтлап иҫтә ҡалырлыҡ баҙыҡ образдарҙың береһе. Һылыу инәй, күпте күргән, күпте кисергән аҡыллы, сабыр, иманлы ағинәй. Урынлы, фәһемле кәңәштәре, ихлас доғалары менән тирә-яҡтағыларға ярҙам итергә, дөрөҫ юл күрһәтергә тырыша.
Ҡыҫҡаһы, ыңғай образ. Уны тағы ла байытырға, сағыуландырырға кәрәк тип таба актриса. Режиссер, уның теләген хуплап, ризалығын бирә. Буласаҡ сәхнә ағинәйе мәсеткә барып, ундағы дин әһелдәре, үҙенсәлекле мөхит, намаҙ уҡыу ҡағиҙәләре менән таныша, доғалар ятлай. Доғаларҙың муллалар, хәҙрәттәр уҡыған саҡтағы яңғырашын тыңлап ултыра. Магнитофонға яҙып алып ҡайтып, көн һайын өйҙә ҡабатлай башлай. “Бер өйрәнеп алғас, әле үҙем өсөн уҡыйым”, — ти Гүзәл ханым.
Һәр ролгә ошондай ижади ҡарашта булғаны өсөн дә образдары йәнле, ышандырырлыҡ, сағыу халыҡ артисткаһының. Онотолмаҫлыҡ булып иҫтә ҡала улар. Ҡараған саҡта актрисаның талантына, сәхнә табыштарының халыҡсанлығына һоҡланып туймайһың.
Спектаклдәрҙе ҡарап ултырыуы ғына ҡыҙыҡлы. Уны сәхнәгә сығарғансы ижади коллективтың ҡара тирҙәре сыға. Театр коллективында ла, башҡа урында эшләүселәрҙеке һымаҡ, үҙ һөнәрҙәренең фанатиктары була. Улар теләһә ниндәй шарттарҙа ла һайлаған юлдарына тоғро. Гүзәл Хәсән ҡыҙы Маликова — ошондай ижадсыларҙың береһе.
Һәр хәлдә, академтеатр ҡуйған һәр спектаклде ҡарап барыусы булараҡ, был актрисаның илке-һалҡы уйнағанын, онотолорлоҡ образ тыуҙырғанын күргәнем юҡ. Ролдәрҙең бәләкәйенә, ҙурына, киреме, әллә ыңғаймы икәненә, классик йә заман геройымы булғанына, хатта пьесаларҙың кимәленә ҡарамайынса, ҙур яуаплылыҡ тойоп, бөтә күңелен һалып, тәбиғи талантын, тиҫтәләрсә ролдәрен әҙерләгәндә тупланған тәжрибәһен ҡулланып, тормоштағы күҙәтеүҙәрен эшкә егеп, үтә лә әҙерлекле, өлгөрөп еткән образ менән генә сәхнәгә сыға ул. Үҙенең ижади хеҙмәтен яратыуҙан, хөрмәт итеүҙән киләлер бындай мөнәсәбәт. Шуға ла тамашасы ла ярата, хөрмәт итә актрисаны, сәхнәгә сығыуын көтөп ала, ул уйнаған спектаклдәргә килергә тырыша.

Ҡабатланмаҫ ролдәр

Гүзәл Маликованың дикцияһы ла ҡойоп ҡуйылғандай. Шулай тейеш саҡта, ашығып һөйләйһеңме, әллә шыбырҙапмы, барыбер һүҙҙәр иң артҡы рәттә ултырыусыларҙың ҡолағына ла айырым-асыҡ булып ишетелә. Был хаҡта уның үҙенә әйткәс, актриса остазы менән ғорурланып: “Беҙҙе сәхнә теленән Гөлли Мөбәрәкова уҡытты бит”, — тине. Рәхмәт СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, профессор Гөлли Арыҫлан ҡыҙына! Рәхмәт уның рәхмәтле, талантлы уҡыусыһына!
Гүзәл Маликованың үҙ талантын үҫтереүҙәге тырышлығы, яратып һайлаған һөнәренә тоғролоғо, яуаплылығы, данды һәм уңыштарҙы һауаланмай күтәрә белеүе — театр йәштәре өсөн ысын өлгө ул.
Гүзәл Маликова төрлө ролде еренә еткереп уйнаһа ла, ысынлап та, характерлы образдары ижадының күпселеген тәшкил итә. Характерлы ролдәр төрлөсәрәк шул, ҡатмарлыраҡтыр ҙа, минеңсә, һәр ҡайһыһын иҫтә ҡалырлыҡ итеп башҡарыу өсөн үҙенсәлекле биҙәктәр, алымдар, ҡабатланмаҫ һыҙаттар табырға кәрәк. Улар өсөн ижади эҙләнеүҙәр, асыштар күберәк талап ителә. Гүзәл Хәсән ҡыҙы – төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла килештереп уйнаусы актриса. Бигерәк тә үҙенән өлкәнерәктәрҙең балҡыу образдары һоҡландыра. Бына, мәҫәлән, С. һәм X. Латиповтарҙың “Көнләш, Америка, көнләш!” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәге Мәстүрә әбейҙе генә алайыҡ. Актриса уны шул тиклем килештереп уйнай, хатта спектаклдә ултырғаныңды онотоп ебәрәһең. Сәхнәгә менеп, был теремек, һәр нәмәлә эше булған, бер ҡатлы, ҡыҙыҡ холоҡло әбей янына барып һөйләшке килә башлай. Артистканың кейеме, күҙ ҡараштары, ҡул хәрәкәттәре, ауыл әбейҙәренә хас телмәр-һөйләше — бөтәһе лә ошо сәхнә образын иҫтә ҡалырлыҡ профессиональ кимәлдә асыуға йүнәлтелгән. Шуға ла ул бәләкәй генә роль булһа ла, төп геройҙар рәтендә ҡабул ителә.
Гүзәл Маликова И. Абдуллиндың “Тиле йәшлек” әҫәрендә — Сәйҙә апай, М. Фәйзиҙең “Аҫылйәр”ендәге — Мәбрүрә, Н. Асанбаевтың “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” пьесаһындағы — Катя, Фәтхи Бурнаштың “Йәш йөрәктәр” комедияһында Мәфтуха һәм башҡа героиняларҙың уй-кисерештәрен, донъяға ҡараштарын, спектаклдәрҙәге башҡа геройҙар менән бәйләнештәрен үҙенең үҙенсәлекле таланты, ижади эҙләнеүҙәре, фиҙакәр тырышлығы ярҙамында тамашасыға еткерә, ҡабатланмаҫ образдар тыуҙыра.
Гүзәл Хәсән ҡыҙы был спектаклдә ауыл ҡатыны Нәфисәне лә уйнай Башҡорт­остандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Хәйруллина менән (ул Нәфисәнең әхирәте Фатиманы башҡара). Уларҙың сәхнәләге диалогтарының тамашасыға тәьҫирен һүҙ менән генә лә аңлатып бөтөп булмай, мотлаҡ ҡарарға кәрәк. Уларҙа ике күренекле, үҙенсәлекле сәхнә оҫтаһының бөтә ижади мөмкинлектәре эшкә егелә: юмор ҙа, бейеүҙәр ҙә, йыр-таҡмаҡтар ҙа бар бында, һәр береһенә күпме күңел йылыһы һалынған. Көлә-көлә һын да ҡата, бер үк ваҡыттайөрәктәрҙе семеттереп уйландыра ла уларҙы ҡарағанда. Бына ҡайҙа ул сәхнә әҫәренең тәьҫир көсө!

“Һин – минеке,
мин – һинеке”


Күңелендә мең төрлө кисереш йөрөткән Әсә образын асыу – тәжрибәле актриса өсөн дә еңел булмаған ижад. Ә Гүзәл Маликоваға йәш сағынан уҡ төрлө йәштәге һәм характерҙағы төрлө яҙмышлы әсә образдарын асырға тура килә. Мәҫәлән, Ә. Атнабаевтың “Хушығыҙ, хыял­дарым!”­дағы Мәреүә ролен героиняһының балаһы булырҙай йәштәге актриса башҡарыуы башҡа һыймаҫлыҡ хәл һымаҡ. Иң мөһиме, башҡарып сыға бит уны Гүзәл урын еренә еткереп. Әсәнең кисерештәренә, күңел һыҙланыуҙарына тамашасы ышана.
Сыңғыҙ Айтматовтың “Ҡыҙыл яулыҡлы гүзәлкәйем” әҫәре буйынса ҡуйылған “Юлдарым минең — һағышлы моңдарым” спектаклендәге төп героиня Асселдең әсәһе роле лә Гүзәл Маликованың ижад емеше. Хәл-ваҡиғаларға ҡарап, ҡырыҫ та, ҡәтғи ҙә, изгелекле лә әсә образы шулай уҡ спектаклде йәнләндереп, йәмләндереп ебәрә, төп геройҙарҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен, характерҙарын асыуҙа ярҙам итә. Сағыу образ булып иҫтә ҡала.
Гүзәл Маликова һынында иҫтә ҡалған классик образдар хаҡында айырым һөйләргә кәрәк булыр ине. “Талантлы кеше бөтә яҡлап та талантлы була” тигән­дәй, Шекспирҙың “12-се төн”өндәге интриганка Мария, Лопе Де Веганың “Собака на сене” пьесаһындағы Доротея ролдәрен алда әйтеп киткән спектаклдәрҙәге ауыл ҡатындары ролдәренән кәм уйнамай Гүзәл Маликова. Үткән быуаттарҙа сит-ят илдәрҙә йәшәгән төрлө ҡатлам ҡатындарының ҡатмарлы яҙмыштарын бөгөнгөләй күҙ алдына килтерерлек итеп асып бирә яратҡан актрисабыҙ.
Йәш драматург Салауат Әбүзәровтың “Хыялый” пьесаһындағы Шәрифә әбей образы — Гүзәл Хәсән ҡыҙының һуңғы йылдарҙа ижад иткән хеҙмәттәренең береһе. Изгелекле, аҡыллы, түҙемле, ғүмерен ауылда эшләп үткәргән киң күңелле ябай ҡатын хыялға бай ҡартын ҡайһы берҙә аңлап та етмәй. Тик тормош юлдашына булған тәрән мөхәббәтен, ҡатын кешенең ирен ҡәҙер итергә тейеш икәненә инанғанлығын сәхнәлә үҙен тотошо, һөйкөмлө күҙ ҡараштары, йомшаҡ, сабыр тауышы менән ышандыра алыуы — халыҡ артисткаһының үҙенең юғары сәнғәт кимәлен тағы ла бер тапҡыр раҫлауы ул. Спектакль аҙағында уға ҡарты Ғиззәт бабай (Илдар Сәйетов): “Шәрифә, мин һинең менән йәшәүем менән бәхетле, һин — минең яҙмыш бүләгем”, — тип әйтә икән, был да ышандыра, сөнки Гүзәл Маликованың Шәрифә әбейе был һүҙҙәргә һис шикһеҙ хаҡлы.
— “Ай ҡыҙы” телефильмында төп герой Ғайсарҙың әсәһе булып уйнау бәхете тейҙе миңә. Был өлкәлә эшләү үҙенсә­лекле лә, мауыҡтырғыс та булды. Каме­раға уйнау менән залдағы тамашасыға уйнауҙың айырмаһы — ер менән күк араһы.
...Артист профессияһын һайлағанһың икән, үҙеңде йәлләмәҫкә тейешһең. Шуны гел хәтерҙә тоторға кәрәк: геройҙың эске кисерештәрен, ҡылығын, холҡон үҙеңдең йөрәк хисең аша үткәрмәй тороп, тормошсан образ тыуҙырып булмай, сөнки сәхнә геройының прототибы — ул арабыҙҙа йәшәгән кешеләрҙең береһе, ул ысынбарлыҡтан алынған.
...Ә инде баянда уйнай белеүем, вокал бүлегендә уҡыуым — былар барыһы ла минең актерлыҡ һөнәрем өсөн кәрәк булды, — тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Гүзәл Маликова.
Гүзәл Маликова — хәҙерге көндә театр­ҙың иң егәрле артисткаларының береһе. Ул төпкә егелеп тартҡан ат һымаҡ, үҙенең елкәһенә ғәйәт ҙур йөктәр һалып ижад итә. Оҙаҡ йылдар буйы һәр кем эшенә ашҡынып, һағынып барған театры актриса өсөн яҙмыш бүләге булһа, театр өсөн дә Гү­зәл Маликова һымаҡ сәхнә йондоҙ­ҙа­рының үҙендә эшләүе — бәхетле күренеш.
Һуңғы йылдарҙа ла емешле ижад итте актриса. Күренекле драматург Флорид Бүләков махсус уның өсөн “Хыял диңгеҙе” тигән пьеса яҙып, ул театр сәхнәһендә 50 йәшлек юбилейы көндәрендә гөрләп барҙы. Гүзәл Маликова, әлбиттә, төп геройы Гүзәлде уйнаны. Талха Ғиниәтуллин менән Рәлиф Кинйәбаевтың “Ер менән Күк араһы” спектаклендә ҡатмарлы яҙмышлы Һәҙиә, Туфан Миңнуллиндың “Мин — ҡатын-ҡыҙ”ында — Вазифа, Мөҙәрис Бағаевтың “Ике төш” драмаһында Йәмилә депутат ролдәре халыҡ артисткаһын яңы бейеклектәргә күтәрҙе.