Суфыйсылыҡ – күңел, йөрәк, хис-тойғо ғилеме

12-01-2018, 00:03 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Суфыйсылыҡ – күңел, йөрәк, хис-тойғо ғилеме Зәйнулла Рәсүлев эшмәкәрлеген суфыйсылыҡ тәғлимәте һәм уның башҡорт ерлегенә таралыуы фонында ҡарағанда, был шәхестең бөйөклөгөн тағы ла асығыраҡ күҙалларға була.
Суфыйсылыҡ – борондан килгән фәлсәфәүи, дини, мәҙәни һәм идеологик күренеш. Ул исламдан саҡ ҡына һуңыраҡ тыуып, урта быуаттарҙа бөтә Яҡын һәм Урта Көнсығыш мосолман донъяһына таралып өлгөрә, уларҙың әҙәбиәтенә көслө йоғонто яһай. Суфыйсылыҡтың боронғо һәм урта быуаттарҙағы төрки әҙәбиәтендәге урыны ике төрлө йүнәлештә сағыла.



Берҙән, ошо тәғлимәтте донъяға сыға­рыу­ҙың башында торған атаҡлы идеологтары Мансур әл-Хәлләж, Баязит Бис­тами, Ибраһим Әдһәм, Хәсән Басари, Ра­биға Ғадәфия, Әбү-Насир әс-Сәрраж, Ғаззалиҙарҙың тормош юлы, фиҙакәр эшмәкәрлеге тураһында халыҡ телендә легенда-риүәйәттәр, хикәйәттәр ижад ителә; уларҙың ҡайһылары яҙмаға күсере­леп, әҙәбиәттә ныҡлы урын алып, төп геройҙары тассауф һағында торған ысын тарихи шәхестәрҙе тәшкил иткән нәфис әҫәрҙәр фондын байыта. Мәҫәлән, тәхеттә ултырған Ибраһим ибн Әдһәм, дәрүишлек файҙаһына хакимлыҡтан баш тартып, фани донъяның рәхәтлектәренән ваз кискән ярлы суфый юлын һайлаған. Мәккәгә барып, шул тирәлә утын әҙерләп һатып, үҙе йолҡош хәлендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, аҡсаһын ярлыларға таратып бирер булған, имеш. VIII быуаттың икенсе яртыһында бер яуҙа һәләк булып ҡалған. Ғәрәп, фарсы, төрки телдәрендә уның ха­ҡында романдар, ҡиссалар ижад ителгән; XIII быуат Иран суфый шағиры Фәритетдин Ғаттар поэма яҙған; Ибраһим Әдһәмдең исеме XIII быуат төрки-ҡыпсаҡ шағиры Х. Кәтибтең “Жөмжөмә Солтан” дастанында данлап иҫкә алына. Рухы менән Аллаға тиңләшергә ынтылған Баязит Бистами мосолман фанатиктары тарафынан 874 йылда, шул уҡ сәбәп менән Хөсәйен ибн Мансур әл-Хәлләж 922 йылда язалап үлтерелә, һуңғыһы тураһында Әхмәт Йәсәүи, Сөләймән Баҡырғани хикмәттә­рендә телгә алына.
Икенсе йүнәлеш – суфыйсылыҡ тәғли­мәтенең төп идеяларын әҙәбиәт аша таратыу. Аныҡ тарихи шәхестәрҙең тормош юлын һәм эшмәкәрлеген сағылдырыу ғына түгел, ә улар тыуҙырған идеологияны әҙәби әҫәрҙәрҙең идея-тематикаһына төрөп биреү сараһы файҙаланыла. Суфый­сылыҡ әҙәбиәтенең мәдхиә, мөнә­жәт, тәүхид, нәғыт, доға, зекер кеүек жанр­ҙары барлыҡҡа килә. Был ағым тиҙ арала мосолман донъяһының төрлө төбәктәренә үтеп инә. Әҙәбиәткә “һыйыныу” суфый­сы­лыҡты фанатик дин әһелдәренең һөжүменән һаҡлаған. “Суфыйҙар үҙҙәре­нең ирекле ҡарашын ҡайҙа ғына еткерһә лә, улар мотлаҡ хакимлыҡ иткән диндең ҡыҫырыҡлауынан интеккән. Ни бары шиғриәт менән музыка ғына берҙән-бер йыуаныс булып ҡалған”, – тип яҙа исеме бөтә донъяға таралған XX быуат башы суфыйы Хәҙрәт Инаят хан. Ибне Ғарәби, Ғаззали, Ибне Фәрит, Яусиғи, Наблуси, Ғатаулла Искәндәрҙәрҙең ғәрәп телендә ижад иткән сәсмә һәм шиғри әҫәрҙәренә, Рудаки, Фәритетдин Ғаттар, Хафиз, Сәкаи, Сәғди, Әнүәри, Камалетдин, Румиҙарҙың классик ижад өлгөләренә эйәреп, суфый­сылыҡ йөкмәткеһе менән һуғарылған төрки телле әҙәби үрнәктәр тыуа.
Һүҙ сәнғәтендәге төрки суфыйсылы­ғының башында Хужа Әхмәт Йәсәүи (1105 – 1166), Сөләймән Баҡырғани (1186 йылда үлгән) кеүек әҙиптәр тора, уларҙың традицияларын артабан Н. Рабғузи, Мәхмүт бине Ғәли, Юныс Әмре, агиографик әҙәбиәттең күренекле вәкилдәре Насретдин Рабғузи, Мөхәмәт Чәләби, Өмми Камалдар дауам итә.
Суфыйсылыҡ әҙәбиәтенең ике йүнәлеше лә урта быуаттарҙа уҡ Башҡортостанға үтеп инә. Был, әлбиттә, Урал – Волга буйында ислам динен таратыу менән тығыҙ бәйлелектә барған. М. Өмөтбаев билдәләүенсә, Әхмәт Йәсәүиҙең исеме Ағиҙел тирәһендә XIII – XIV быуаттарҙа уҡ билдәле булған, үҙе тураһында риүәйәттәр таралған. С. Ба­ҡырғаниҙың “Баҡырған китабы”, “Ахыры заман китабы”, “Хәҙрәте Мәрйәм китабы” кеүек әҫәрҙәре XIX быуатта баҫмала донъя күргәнгә тиклем электән үк башҡорттар һәм татарҙар араһында ҡулъяҙма рәүешендә йөрөгән. Ә инде суфыйсылыҡ тәғлимәтенең юғарыла һанап кителгән тәүге фиҙакәр эшмәкәрҙәре хаҡындағы ҙур булмаған фәһемле йә ғибрәтле яҙма сюжеттар айырыуса күпләп осрай. Уларҙың ҡайһы берҙәренең беҙҙең яҡ төбәктәрҙә ижад ителеүе лә бик ихтимал, сөнки изге ниәттәре һәм ғәмәлдәре ислам дине тарала башлаған ваҡыттағы шарттарға тап килеп тора. Улар ҡатнаш­лығында һүҙ барған хәл-ваҡиғаларҙан, тасуирланған ер-һыу, тәбиғәт күренеш­тәренән, һынландырылған образдарҙан Урал – Волга төрки ерлеген дә шәйләргә мөмкин.
Парсаға тартым ҡыҫҡа күләмле, хикмәтле сюжеттарҙа тассауфтың арҙаҡлы зыялылары кеше тормошондағы ыңғай күренештәрҙе яҡлаусылар булып кәүҙәләнә. Хәсән Басари ас шәкерткә үҙенең күмәсен биргән бер ирҙең бәләнән ҡотолоп ҡалыуына булышлыҡ итә (“Шәкерткә яҡшылыҡ итеүҙең файҙаһы”); үҙенең хуш ғәмәле менән кафырҙы иманға килтерә (“Күрше хаҡы”).
Ибраһим Әҙһәм ҡиссаһының береһе­нән-береһе фәһемлерәк бер нисә варианты йөрөй. Рабиға Ғадәфия исеменә бәйле бер парсала ҡатын-ҡыҙҙың туғыҙ өлөш нәфсене еңер бер өлөш аҡылына дан йырлана (“Аҡыл вә нәфсе кимәле”). Баязит Бистами шайтандарҙы, иблестәрҙе үҙ ихтыярына буйһондора; улар ошондай шәхесте хурлыҡҡа ҡалдырырға тейеш түгел, юғиһә һинең менән беҙ ни эшләрбеҙ, тигән һорау ҡуйыла; был суфыйға бәйле тағы рух юғарылығы, Алла ризалығы өсөн изге ғәмәлдәр ҡылыу мәсьәләләре ҡуҙғатыла (“Ахирәт ғәмәлдәре һәм донъя эштәре”; “Баязит Бистами менән шайтан”, “Аҡыл менән нәфсе айырмаһы”, “Алла ризығы өсөн”). Мансур әл-Хәлләж намыҫҡа, Аллаһ Тәғәләгә тоғролоҡтоң өҫтөнлөгөн раҫлай (“Биш шаһит”).
Дөйөм төрки суфыйсылығының быуаттар буйы яһала килгән йоғонтоһонда, Башҡортостандың үҙ ерлегендә – башҡорт әҙәбиәтендә суфыйсылыҡ ағымы барлыҡҡа килә. Дөрөҫ, юғарыла телгә алынған ике йүнәлештең был төбәктә береһе, аҙаҡҡыһы ғына – йәғни әҙәби әҫәрҙәр аша суфыйсылыҡ идеяларын таратыу – өҫтөнлөк итә. Уның иң тәүге билдәләре XVII быуат шағиры Мәүлә Ҡолой хикмәттәрендә асыҡ күренә, һуңыраҡ Тажетдин Ялсығолов, Һибәтулла Сәлихов, Әбделмәних Ҡарғалы, Ғәли Соҡорой, Шәмсетдин Зәкиҙәр ижадында аныҡ сағылыш таба. Башҡорт әҙәбиәте ғилемендә суфыйсылыҡ ағышын тәү башлап тиерлек өйрәнеүселәрҙең береһе Ә. Харисов XX быуаттың 60-сы йылдарында уҡ “Элекке Урта Азия суфыйсылыҡтың классик иле булған. Волга менән Урал араһында суфыйсылыҡ ундай киңлектә һәм тәрәнлектә тарала алмаған”, – тип яҙғайны.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Совет осоронда суфыйсылыҡ тәғлимәте, суфыйсылыҡ рухы менән һуғарылған әҙәбиәт, уның вәкилдәре тулыһынса тиерлек инҡар ителде; кешене был донъянан ваз кисеп, теге донъяға әҙерләнергә өндәгән, төшөнкөлөккә саҡырған реакцион күренеш тип баһаланды; суфый әҙиптәр ижадының ыңғай яҡтарына күҙ йомоп ҡаралды. Ә бит уларҙың саф донъяуи йөкмәткеле әҫәрҙәрен иҫәпкә алмайынса, суфый булараҡ ҡарағанда ла, ыңғай асылдарының береһе – кешенең күңел донъяһына, күңеленә, рухи байлығына мөрәжәғәт итеү. “Суфыйсылыҡ – күңел, йөрәк, хис-тойғо ғилеме; ...суфыйҙар – ғишыҡ менән таҙартылған заттар; шәриғәт ҡағиҙәләрен үтәгәндә лә, ...ғибәҙәтте автоматик рәүештә генә башҡарырға теләмәгән суфыйҙар ислам диненә рух, матурлыҡ, нәфислек өҫтәгәндәр”, – тип яҙа татар ғалимәһе Ә. Сөнәғәтуллина. Был һыҙаттар тулыһынса башҡорт суфый-әҙиптәренә лә хас. Өҫтәүенә, тап Ә. Харисов билдәләгәнсә, уларҙың ижады фани ысынбарлыҡтың, тормош-көнкүрештең төрлө мәсьәләләренә сағыштырмаса күберәк мөрәжәғәт итеүҙәре менән айырылып тора.
Башҡорт суфыйсылығының иң һуңғы вәкиле мәшһүр Зәйнулла Рәсүлевтең ижады һәм эшмәкәрлегенә лә ошо һыҙат – тассауф ҡанундарын үтәү менән бергә, XIX быуат аҙағы — XX быуат башы Башҡортостаны ысынбарлығының иң көнүҙәк мәсьәләләре эсендә ҡайнап йәшәү хас. Дин әһеле, суфый тигән даны арҡаһында совет осоронда З. Рәсүлевтең исеме онотоуға дусар ителеп торҙо, уның шәхесенең бөйөклөгө киң ҡатлам милләттәштәребеҙгә яңыраҡ ҡына асыла башланы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең дәүерҙә ул тулыһынса асылып бөтә алмаясаҡ. Замандаштары ишетеп йә күреп белгән “мөғтәбәр дин белгесе, философы, мәғрифәтсеһе, табибы, олуғ аҡыл эйәләренең атаҡлыһы” булараҡ дан алған Зәйнулла ишанды беҙ уларса күҙ алдына килтерә алмаясаҡбыҙ. Сәбәбе ябай – ул, әҙип-суфыйҙарҙан айырмалы рәүештә, практик-суфый булараҡ күберәк билдәлелек алған; өҫтәүенә яҙып ҡалдырған “Мәкәләти Зәйни”, “Троицкий ғөләмәсе вә ысулы жәдидә”, “Әлифиә” һ.б. хеҙмәттәре беҙҙең заман киң ҡатлам уҡыусылары өсөн аҙ билдәле. Суфыйсылыҡ тәғлимәте үҙе лә, дөйөм алғанда, “практик ғилем, тәжрибә юлы менән табылған ғилемдәр системаһы”.
Шулай ҙа, быуаттар буйы йәшәп килгән суфыйсылыҡ ҡанундарын үҙ иткәнлеген иҫәпкә алып, Зәйнулла Рәсүлевтең кешелек һәм ғалимлыҡ һыҙаттарына бөгөнгө көндән тороп та хайран ҡалырға мөмкин. Суфыйсылыҡтың дүрт рухи баҫҡысын үтәү үҙе үк мосолманлыҡ ҡанундарын үҙләштереүҙе, мәғрифәт юғарылығына өлгәшеүҙе, суфыйсылыҡ ғилеме менән рухыңды ағартыуҙы талап иткән. Өҫтәүенә Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы уның нигеҙен тәшкил иткән дүрт талабын да үтәргә тейеш булған: йәмғиәт эсендә ҡайнау, халыҡ менән аралашып, ярҙам итешеп йәшәү, донъя гиҙеп, илдәр, кешеләр тормошонан үрнәк алыу; аҙымыңды дөрөҫ баҫыу, яңылыш юлға төшмәү; ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, мәғәнәле көн күреү. З. Рәсүлевтең был талаптарҙы артығы менән, башҡаларға өлгө булырлыҡ итеп үтәүе бәхәсһеҙ.
Суфыйсылыҡтың иң тормошсан һәм йоғонтоло төркөмөнә әүерелгән Нәҡшбәндиә тәриҡәте, башҡаларынан айырмалы рәүештә, баҡый донъяға әҙерлектән бигерәк, фани донъяла мәғәнәле йәшәүҙе, ғүмерҙең ҡәҙерен белеүҙе өҫтөн күрә. XIV быуатта йәшәгән Хужа Баһауетдин Нәҡшбәнди (Мөхәмәт Фазыл әл-Бохари әл-Нәҡшбәнди) таратҡан тәғлимәттең асылы уның исеменә лә тап килеп тора. Нәҡеш һүрәт, биҙәк тигән мәғәнәгә эйә. Башҡорт телендә шуға ауаз­даш “нағыш” тигән бик матур һүҙ бар, халыҡ йырҙарына инеп киткән. Рухи биҙәк, рухи матурлыҡ, күңелде Алла менән биҙәү мәғәнәһенә яҡын булған был тәғлимәттең есеме Зәйнулла Рәсүлевтең булмышына айырыуса тап килеп тора. Күрәһең, ул ошо туғанлыҡты күңеленә биҙәк һымаҡ ҡабул иткән, үҙ ғүмерендә ошо бер үк йәмғиәткә ағзалыҡҡа инеү йолаһын ике тапҡыр үтәй (1859, 1870 йылдарҙа).
Бөйөк шәхесебеҙҙең әүлиәлек, күҙ бәйләү аша табиплыҡ шөғөлдәре лә, тыу­мыштан бирелгән тәбиғи һәләтлек менән бергә, суфыйсылыҡтың юғары баҫҡысы, ҙур ғилемлелек, Көнсығыш зыялыларының был өлкәлә борон-борондан килгән тәжрибәһе һәм традициялары менән бәйле. Төрки халыҡтарының легендар шәхесе – “аҡһаҡал, аҡыл эйәһе, ырыу башлығы, йырсы-һүҙ оҫтаһы, әүлиә” табип Ҡорҡот ата һөнәрҙәренең барыһы булмаһа ла, күпселеге Зәйнулла ишан булмышына хас. Өҫтәп әйткәндә, исемдәре бөтә Башҡортостан һәм тирә-яҡ мосолмандары даирәһенә таралған Мөжәүир һәм Шәмиғол хәҙрәттәрҙең эшмәкәрлеген дә шуның менән аңлатырға мөмкин.
Зәйнулла Рәсүлевтең күп яҡлы асылын, үҙенең ҡабатланмаҫ бөйөклөгөн таныу менән бергә, уның эшмәкәрлеген, хеҙмәттәрен төрлө яҡлап тәрән өйрәнеү, милләттәштәребеҙгә еткереү бурысы ла тора. Юбилей айҡанлы был эштең дәррәү башланып китеүе һөйөндөрә. Тағы ла бер теләк – суфыйсылыҡ тәғлимәтенең шишмә башындағы идеологтары хаҡында киң ҡатлам мосолмандарға барып етә алырҙай сарала – нәфис әҙәбиәттә сағылдырылған кеүек, Зәйнулла Рәсүлевтең дә мөһабәт образы башҡорт әҙәбиәтенең киң эпик ҡоласлы әҫәрҙәрендә урын алырға лайыҡ.