Йәшел ашБорон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың ҡыҙҙары булған. Ваҡыт үткән, Гөлсиә матур булып үҫеп килгәндә генә өйҙәренә ҙур бәлә килгән. Көндәрҙән бер көндө әбей менән бабай үлеп киткән. Ә Гөлсиә инде япа-яңғыҙ тороп ҡалған. Ҡыҙыҡай шул тиклем ҡайғырған. Уға йәшәүе күңелһеҙ ҙә, ауыр ҙа икән.
Шулай ҙа Гөлсиәнең күрше генә Туҡһанбай ауылында ике туған апаһы йәшәгән, ти. Шул апаһы үтеп барған юлсыларҙан Гөлсиәнең хәлен һорашҡан. Шунан уға ярҙам итергә булған – берҙән-бер көндө Шәмсиә апай һеңлеһенә килгән.
Шәмсиә апай баштан уҡ бөтә булған йорт эштәрен үҙ өҫтөнә алған. Ашарға бешереү, мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарау, өйҙө йыйыштырыу һәм башҡа ваҡ-төйәкте үҙе башҡарған. Ә Гөлсиә шул тиклем шатланған. Шулай ҙа был апай ниңәлер шик тыуҙырған. Яулыҡ ситенән генә уның йәмһеҙ, ҡомһоҙ ҡарашын һиҙенгән.
Бына мамыҡтай аҡ ҡыш килеп етә. Ҡыҙыҡай тыштағы матурлыҡты тәҙрәнән күреп, уның саф һауаға тышҡа уйнарға сыҡҡыһы килә. Әсәләре үлгәндән бирле уның сана шыуырға барғаны ла юҡ.
Ҡыҙыҡай урамға сыҡты. Ләкин тәҙрәнән ҡарағанда йылы күренһә лә, ҡыш ҡыш инде, һыуыҡ. Гөлсиә йылыраҡ кейенеп сығайым тип өйөнә ҡайтты. Өйҙә апаһы йәшел төҫлө, әллә ниндәй еҫле аш бешерә ине. Апаһы Гөлсиәне күрҙе лә: “Уйнарға сыҡҡайның бит, ниңә ҡайттың?” – тине, ҡаты ғына итеп.
– Мин өшөнөм дә, йылыраҡ кейенеп сығайым тип, өйгә индем, – тип яуап бирҙе ҡыҙ, күгәрсен тәпәйҙәреләй өшөгән ҡулына өрөп.
– Шәмсиә апай, һин нимә бешерәһең? – тип һораны шунан ҡыҙ апаһынан. Тегеһе бер нимә лә тип яуап бирмәне.
Гөлсиә лә хәйләкәр ине. Тышҡа сыҡҡан булып, соландың ишеген асты ла кире япты. Ә үҙе сәйер апайҙың аш бешереүен күҙәтергә булды. Апаһы ҡаҙанды болғатып әллә нимә һөйләнә, ә аштан ҡара төтөн сыға ине.
Бер мәл Гөлсиәне шәйләп ҡалып, бер бүлмәгә индереп бикләп ҡуйҙы.
Гөлсиә илай-илай төнө буйы шул бүлмәлә ултырып сыҡты. Уның илауынан, күҙ йәштәренән бәләкәй генә шишмә барлыҡҡа килде. Ә һыуы ишек алдына селтерәп кенә ағып төштө. Ул шул тиклем саф, таҙа ине.
Ишек алдындағы шишмә тауышына өйҙән Шәмсиә апаһы ла килеп сыҡты:
– Был ни ғәжәп, ҡайҙан килгән был һыу?
Ул һыуҙың сафлығына, таҙалығына түҙмәне, ике услап эсеп ебәрҙе. Тик шишмәнең тылсымлы икәнен белмәне шул. Ә шишмә яуыздарҙы ҡара уйҙарҙан дауалай ине.
Ҡапыл ғына апай Гөлсиә һеңлеһен иҫенә төшөрҙө. Ул ҡайҙа икән, уны сығарырға, йыуатырға кәрәк. Бүлмәне асҡанда Гөлсиә апаһының бөтөнләй үҙгәреүен тойҙо. Шәмсиә апай яғымлы, йылы итеп ҡарап тора ине.

Сулпан АВЗАЛЕТДИНОВА.
Сәфәр мәктәбенең
IV класс уҡыусыһы.

Миәкә районы.