Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Байыҡ” бейеү сәнғәтен байыта
“Байыҡ” бейеү сәнғәтен байытаКистәрен телевизор янына бихисап халыҡ тап “Байыҡ” тапшырыуын ҡарар, унда ҡатнашҡан яҡындарын, дуҫ-иштәрен, яҡташтарын күрер өсөн. Был телевизион бейеү конкурсы нисәмә йыл буйы барһа ла, ялҡытмай. Шулай булмай, сәнғәткә ғашиҡ халыҡбыҙ бит! 1812 йылғы Ватан һуғышынан иҫән ҡайтҡандарҙы ҡаршылап, йөҙйәшәр Айҙар Байыҡ сәсәндең халыҡ алдындағы бейеүе хөрмәтенә аталған тәүге “Байыҡ” бәйгеһе Йәүҙәт Бикбирҙиндың башланғысы менән 1996 йылда Баймаҡ ҡалаһында үтә. 2007 йылдан Башҡортостан Президенты Указына ярашлы, бәйге йыл да ойошторолоп килә. Рәсәйҙең бер генә төбәгендә лә бындай ярыш уҙғарылмай. Унда өс йәштән 95 йәшкә тиклем бейеүселәр көс һынаша. Хәҙер сара халыҡтың иң яратҡан популяр телевизион конкурсына әүерелде. “Байыҡ”тың юғары кимәлгә күтәрелеүенә тос өлөш индергән проект авторы, Баймаҡ ҡыҙы Рита ӨМӨТБАЕВА менән ошо күркәм сара хаҡында һөйләшәбеҙ.


– “Байыҡ” телевизион конкурсы 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Уның әһәмиәте ниндәй?

– Халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырған, милли ғорурлығыбыҙ, сәнғәт ҡаҙанышыбыҙ булған бейеүҙәребеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән “Байыҡ” телевизион конкурсында 10 йыл эсендә һигеҙ мең кеше ҡатнашты. “Башҡортостан” концерт залында гала-концерт булды. Республикабыҙ район-ҡалаларынан, Рәсәй өлкәләренән, йыраҡ араларҙы яҡын итеп килгән Төньяҡ Осетия-Аланиянан, Ҡаҙағ­стан­дан ҡунаҡтар менән бергә барлығы 550 бейеүсе сығыш яһаны, ә беренсе йылда ни бары 50 кеше ҡатнашҡайны. Был тамашала төрлө йылдарҙа Гран-при яулаған бейеүселәр ҙә сығыш яһаны, шулай уҡ төрлө йылдарҙан, ун йыл эсендә булған хроника ла күрһәтелде.
“Байыҡ”тың алтын фондында һаҡланған бейеүҙәрҙе замансалаштыралар, яңынан тыуҙыралар. Бәйге “Байыҡ”тың мәшһүр сәсәнебеҙгә арналған “Түңгәүер Байығы”, “Үҫәргән Байығы”, “Тамъян Байығы”, “Ҡыҙҙар Байығы”, “Атайым Байығы”, “Ушан Байығы”, “Кинйә” кеүек бейеүҙәре менән иҫ китмәле тотош бер эпопея тыуҙырҙы, шулай уҡ иллеләгән “Генерал Игзаков”ты, “Заһиҙә”не ошо тиҫтә йыл эсендә сәхнәгә сығарҙыҡ.
Шәхес булған ижадсының үҙ фекере, йөҙө, маҡсаттары, ынтылыштары бар. Ул төрлө ағымдарға бирелмәй үҙенең эшен алып бара. Ошондай ижадсыларҙы бейеү аша эҙләйбеҙ, үҫтерәбеҙ. Шәхес булған ижадсы ғына яңылыҡ алып килә. Фәйзи Ғәскәров шундайҙарҙан, ул – мәҙәниәттең тарихын яҙған шәхестәрҙең береһе.

– “Байыҡ”ҡа кемдәр килә? Күптәр бейергә теләй бит! Ни өсөн тип уйлайһығыҙ?
– Бөгөн кеше үҙенең ижадын күрһәтер, үҙен ниндәйҙер кимәлдә раҫлау өсөн киләлер. Ундайҙарҙың дәрте ташып тора. Бейеү аша бар булмышын асып һала. Жюри ағзалары иһә конкурста һәр бейеүсегә үҙ фекерен еткерә. “Байыҡ”та ҡатнашҡан һәр кемде ысын герой тип әйтер инем.
Айырым бейеүселәр бик аҙ килә, ә шулай ҙа ынйы бөртөктәре табыла һәм “Байыҡ” уларҙы үҫтерә. Мәҫәлән, Азамат Кәримов, Әсҡәт Нурмөхәмәтов, Динислам Исҡужин...
“Байыҡ” бейеү сәнғәтен байытаАуылдарҙа инәйҙәр йыйылышып, фольклор төркөмдәре аса. Уларҙы уртаҡ маҡсат туплай, берләштерә, дуҫлаштыра, күңелдәрен үҫтерә һәм йәшәү дәрте өҫтәй. Үҙҙәре үк инвестор ҙа була, кейем дә тектереп ала, бейегәндә генә түгел, ғәҙәти көндәрҙә лә кейеп йөрөй. Был күренеш милли кейемдәребеҙҙең тергеҙелеүе, яңы һулыш алыуы хаҡында һөйләй.
Студенттар менән осрашыуҙа бер мәл мәшһүр яҙыусыбыҙ, әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишева: “Ниндәй генә эш башҡарһаң да, халҡыңа таян. Халыҡҡа таянған эш бәрәкәтле”, – тигәйне. Ошо һүҙҙәр мине һәр ваҡыт кешеләр фекеренә таянып эшләргә әйҙәй. Улар – беҙҙең терәк, таяныс.

– Бәйгелә барыһы ла еңеүсе була алмай. Улар нисә номинацияла билдә­ләнә?
– Иң яҡшы бейеүсегә ун йыл элек эшләнгән бүләк – “Сарыҡ” бирелә. Был символ һәр бейеүсенең өйөндә торорға тейеш. Быйыл ете төрлө номинацияла һигеҙ Гран-при тапшырылды:
– “Соло-ирҙәр” – Азамат Таҡалов, Башҡорт дәүләт аграр университеты:
– “Соло-ҡыҙҙар” – Айгөл Сәлтәшева, Көйөргәҙе районы;
– “Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар бейеү ансамблдәре араһында” – “Дим биҙәктәре” бейеү коллективы, Миәкә районы;
– “Өлкән йәштәге ирҙәр бейеү ансамблдәре араһында” – Закир Үҙәнбаев исемендәге “Атауҙы” ансамбле, Әбйәлил районы;
– “Йәштәр араһында тулы ансамбль” – “Сармат” халыҡ бейеү ансамбле, Сибай ҡалаһы;
– “Тулы фольклор ансамблдәр” – “Сәсмәүер” фольклор ансамбле, Әбйәлил районы;
– “Ҡатын-ҡыҙҙар фольклор ансамбл­дәре” – “Әхирәттәр” халыҡ фольклор ансамбле, Әбйәлил районы; “Аҡ тирәк” фольклор ансамбле, Мәсетле районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре.
Ә йыл хореограф-ҡуйыусыһы итеп Йәмилә Бикбаева, йыл репетиторы булып Илдар Хәтмуллин танылды. Башҡа финалға сығыусылар телевизион башҡорт бейеү конкурсының I, II, III дәрәжә лауреаттары итеп билдәләнде һәм “Байыҡ”тан иҫтәлекле бүләктәр алды.

– Жюри ағзалары тураһында нимә әйтер инегеҙ?
– Жюри ағзалары үҙ бурыстарына бик яуаплы ҡарай. Улар, бәлки, әҙәби телдә лә һөйләшмәйҙер, ә күңеленән сыҡҡан һүҙҙәрҙе еткерә. Мәҫәлән, жюри рәйесе Радмир Бәҙретдиновтың ҡабатларға яратҡан һүҙе: “Фәйзи Әҙеһәм улы булһа, былай тип әйтер ине: әйҙә, алға! Былай бармай, егеттәр”. Ошо һүҙҙәр – бәйгеселәр өсөн ҙур баһа. Жюри ағзалары һәр ваҡыт алмашынып тора, бында үҙ фекере булған кешеләрҙе саҡырабыҙ. Вилүрә Иҫәндәү­ләтова, режиссер булараҡ, бейеүҙе мини-спектакль күҙлегенән баһалай, Гүзәл Исламғолова нескәлек, нәзәкәтлек сифаттарына, ҡулдар хәрәкә­те­нә иғтибар итә...

– Киләһе йылдарҙа “Байыҡ” бәйге­һенең форматын үҙгәртергә уйлайһы­ғыҙмы?
– Эйе, үҙәк телевидениела үткән проекттар кеүек, әйләнеп торған сәхнә, икенсе бүлмәлә көйәрмәндәр ҙур экран аша күҙәтеп торһа, ҡыҙығыраҡ булыр ине.

– “Байыҡ” балалар телевизион конкурсы бар, ун йыл дауамында бик күп малай-ҡыҙҙар ҡатнашты, күсәгилешлек бармы?
– Бер тапҡыр ҡатнашҡан бейеүсе маҡсатына өлгәшмәйенсә туҡтамай. Бәләкәй саҡтан бала сәмле, һүҙендә тороусан булып формалаша. Ошо бейеүсе балаларҙың 70 проценты хореография училищеһына уҡырға инә, төрлө тарафта башҡорт бейеүен башҡара, башҡаларға өйрәтә. Әйткәндәй, “Байыҡ” конкурсында ҡатнашыусыларҙың географияһы йылдан-йыл киңәйә бара. Был – халыҡ бейеүҙәренә һөйөүҙең, ҡыҙыҡһыныуҙың кәмемәүенә, арта барыуына асыҡ дәлил.

– Интернеттағы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Байыҡ” телевизион конкурсының үҙ төркөмө бар, унда сара тураһында тәьҫораттарын яҙалар. Был һеҙҙең менән бергә эшләгән командаға (утыҙҙан ашыу кеше эшләй) иң юғары баһалыр. Бына улар: “Әйтеп бөтмәҫлек хистәр, тулҡын­ландырғыс мәлдәр, онотолмаҫлыҡ кисерештәр – былар барыһы ла “Байыҡ-2017”. Үтте лә китте, ләкин хә­тер­ҙә мәңгегә уйылып ҡалды. Рәхмәт, Байыҡ!” Морат Оморҙаҡов. “Байыҡ”, байыттың! “Байыҡ” – телевидениеның, респуб­ликабыҙҙың, халҡыбыҙҙың бейеү ҡомартҡыһы ул!” Зилә Лира. Яуап итеп нимә әйтер инегеҙ?
– Дуҫтар, “Байыҡ” бәйгеһенә – 10 йыл! Әйтеүе генә анһат... Ошо йылдар эсендә “Байыҡ”ты ойоштороу эшендә ниҙәр генә кисерелмәне. Һәр бейеүсенең яҙмышы берсә hағыш, берсә шатлыҡ, берсә ялҡын булып күңелемдә ята! “Байыҡ” бәйгеһенә ылау-ылау булып килгән, башҡорт бейеүен яратып, уға тоғро ҡалған халҡыбыҙға мең рәхмәт!

Гөлфинә ЮЛАМАНОВА әңгәмәләште.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ғәҙеллек илсеһе

Ғәҙеллек илсеһе 25.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Матбуғат һәр заманда ла әйҙәүсе көс булып ҡала. Ер – яуын, кеше белем менән йәшәрер, тигән...

Тотош уҡырға 30

Ул әле лә беҙҙең арала

Ул әле лә беҙҙең арала 25.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең хәтер кисәһе үтте. Баш ҡаланың 158-се башҡорт...

Тотош уҡырға 29

Билдәле балеринаға арнала

Билдәле балеринаға арнала 24.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

25 сентябрҙә Шәһит Хоҙайбирҙиндың Өфөләге йорт-музейында билдәле балерина, профессор Тамара Шәһит...

Тотош уҡырға 37

“Сулпан”да – премьера

“Сулпан”да – премьера 24.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса...

Тотош уҡырға 34

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ 23.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

21-23 сентябрҙә Өфөлә III Евразия гуманитар форумы үтте. Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт...

Тотош уҡырға 64

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбелә Ғаилә йылына арналған китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора
Еңеүсе – Испания ҡыҙы

Еңеүсе – Испания ҡыҙы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама...

Тотош уҡырға 53

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә? 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле...

Тотош уҡырға 75

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән...

Тотош уҡырға 53

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә...

Тотош уҡырға 63

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Уң ҡулында булыр ҡурайы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 45

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыу бара Конгресс-холда фольклор фестивалдәре һәм традицион...

Тотош уҡырға 59