Йөҙ йыллыҡҡа ла күп ҡалманы

12-01-2018, 00:03 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Йөҙ йыллыҡҡа ла күп ҡалманыГәзит һәр осорҙа ла заман менән бергә атлай. Октябрь революцияһынан һуң төбәктә бер-бер артлы район гәзиттәре барлыҡҡа килә башлауы ошо хаҡта һөйләй. Матбуғат хәл иткес мөһим ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан сараға әйләнә. Тимер рудаһына бай булған һәм заводтар урынлашҡан, һәр сәйәси ағым өсөн стратегик яҡтан мөһим булған Иҙел башында ла синыфтар көрәшенең төп ҡоралы – матбуғат баҫмаһы барлыҡҡа килә. Шулай итеп, Башҡортостан автономиялы республикаһын төҙөү, яңы ҡоролош өсөн янып йөрөгән халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡтыртҡан төп пропаганда ҡоралы – “Южно-Уральский рабочий” гәзитенең тәүге һаны 1922 йылда сыға. Ваҡыт үтеү менән, заман талабына ярашлы, баҫманың исемдәре лә үҙгәреп тора. Район тарихын аҡҡа теркәгән ошо “Урал” гәзите 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне.


Шул айҡанлы Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназия­һында тантаналы сара үтте. Район баҫмаһын олпат байрамы менән тәбрикләп, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ҡала-район баш­ҡорт­тары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Теләүбаев, “Башҡортостан Республикаһы” дәүләт унитар предприя­тиеһының филиалы – Белорет мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлнара Мөхәмәтғәлина, ҡала-район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зәлифә Әғләмова, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова, Рәсәй почтаһының Белорет почтамты начальнигы урынба­ҫары Вәлимә Гарданова сығыш яһаны.
Сарала гәзит хеҙмәткәрҙәренә – Башҡортостан Журналистар союзының, район Советының Почет грамоталары тапшырылды. Кисәлә йыл башында иғлан ителгән “Урал” – шәп гәзит!”, “Урал”ды иң күп таратҡан почтальон” конкурстары, “Бөтә мәктәп менән – “Урал”ға”, “Бәхетле авто”, “Аҙна бүләге ” конкурстарына йомғаҡ яһалды, еңеүселәр бүләкләнде.
Бай тарихлы “Урал” гәзите – республика матбуғатында танылыу алған яҙыусылар­ҙы, журналистарҙы тәрбиәләгән баҫма. Мә­ҫәлән, Яныбай Хамматов, Тайфур Сәғи­тов, Зөлфәр Хисмәтуллин, Гүзәл Ситди­ҡова, Әхмәҙин Әфтәх, Зәки Әлибаев, Дамир Шәрәфетдинов, Рәсүл Сәғитов, Фәриха Вәлиуллина, Рәмилә Мусина кеүек яҙыусылар, журналистар нәҡ “Урал”да тәү башлап ҡәләмдәрен үткерләгән.
“Урал” – халыҡ гәзите, ошо йүнәлештән бер саҡта ла тайпылғаны юҡ. Шуға ла уҡыу­сылар баҫмаға яҙылып ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Улар араһынан Мансур Һиҙиәтовты, Зөһрә Үтәғолованы, Әнисә Аҫылғужинаны, Рә­симә Сәйетғәлинаны, Линиза Шакированы, Раят Вәлиевте, Мәүлит Кәримовты, Мәү­лиә Сафиуллинаны, Мөнирә Сәлимйә­но­ваны, Рафиға Ғәлиуллинаны, Әнисә Ғәзи­зованы, Фәриҙә Сәйетбатталованы, Хаммат Ағзамовты, Люциә Нурмөхәмәтованы, Флүрә Шакированы, Солтан Сиражетдиновты, Люциә Шаһиморатованы, Зифа Ҡужаҡованы билдәләп үтергә мөмкин.
“Урал” гәзитенең райондағы ижтимағи-сәйәси, мәҙәни тормошонда тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Ул – башҡорт ҡорол­тайын, ағинәйҙәр ҡорон, “Иҙел башы” һәм “Ҡуңыр буға” ижадсыларын туплап торған төп матбуғат сараһы.
Иҙел башы тормошон төрлө яҡтан яҡтыртҡан, уңған һәм уңышлы кешеләре менән таныштырып торған “Урал” гәзитенең ярҙамсылары ифрат күп. Юбилей кисәһенең үҙ теленең баһаһын белгән, милләт яҙмышы өсөн битараф булмаған эшҡыуарҙарҙың матди ярҙамы менән үтеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Был йәһәттән “Спецпроект” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәте директоры Әғзәм Йәләлетдинов, Өмөтбай ауылы егете, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Радик Яныбаев, Рәсәй Федерацияһының почетлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре Булат Яныбаев, эшҡыуар, Егәҙе ауыл Советы депутаты Ришат Мө­хәмәтвәлиев, “Урал спорт ҡорамалы” заводы директоры Азат Вилданов, Белорет май-сыр комбинаты директоры Нәзиф Фәйзуллин, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Альфред Мөхөтдиновты айырым билдәләп үтеү мөһим.
Кисә барышында “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажетдинова районда башҡорт баҫмаһын үҙ ярҙамынан ташламаған эшҡыуарҙарға, сараны музы­каль яҡтан биҙәгән һәүәҫкәр артистарға рәхмәт белдерҙе. Байрамда ҡатнашыу­сылар иһә гәзиттең йөҙ йыллығында ла ошолай осрашырға яҙһын, тигән теләк менән таралышты.