БАШҠОРТ САТИРИГЫНЫҢ ҘУР УҢЫШЫ

19-01-2018, 00:03 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
БАШҠОРТ САТИРИГЫНЫҢ ҘУР УҢЫШЫ“Көлөү ҡояшҡа тиң”, – тигән Виктор Гюго. Көлөү-шаярыуҙың файҙаһы, тормошобоҙҙо ни тиклем биҙәүе хаҡында уйланмайбыҙ ҙа шикелле. Ә бит ҡыуана белеүҙең ғүмер оҙонлоғона туранан-тура тәьҫире бар. Борон замандарҙа уҡ табиптар донъяға йылмайып баҡҡандарҙың тәнендәге яралар тиҙерәк төҙәлгәненә иғтибар иткән. Бөгөнгө дауалаусылар ҙа бының менән килешә.


Күренекле сатирик Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим) оҙаҡ йылдар Башҡортостан, Рәсәй халҡын ғына түгел, донъяның башҡа илдәрендә йәшәүселәрҙе лә үҙенең үткер ҡәләме, йор һүҙе менән дауалай. Әле бер, әле икенсе ерҙә уның тылсымлы шифаһын алғандар бихисап хәҙер.
Йыл аҙағында Швецияның баш ҡалаһы Стокгольмда үткән VI Халыҡ-ара китап форумы һәм әҙәби фестиваленән яҡташыбыҙ, Сергей Михалков, Николай Гоголь исемдәрендәге халыҡ-ара премиялар лауреаты, “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы” исемен йөрөткән сатирик яҙыусы көлкө һөйөүселәрҙе йәнә ҡыуандырып, имләп ҡайтты.
БАШҠОРТ САТИРИГЫНЫҢ ҘУР УҢЫШЫӘҙәбиәт һәм китап байрамында донъяның 20 иленән 300-гә яҡын яҙыусы, шағир, журналист, рәссам, артист ҡатнашҡан. Мар. Сәлимдең “Бығаса бер кем дә яҙмаған китаб”ы Лондонда Евразия ижад гильдияһының китап серияһында инглиз телендә донъя күрҙе. Әйткәндәй, был уның юбилей, йәғни 40-сы китабы. Швециялағы халыҡ-ара сара ҡыҫаларында ошо баҫманың исем туйы булды.
Былтыр был серияла билдәле Евразия яҙыусыларының 18 китабы сыҡҡан. Улар, күргәҙмә-йәрминкәләрҙән тыш, Интернет киңлектәренә – “Амазон”ға һәм Австралия, Яңы Зеландия, Канада, Швеция, Нидерланд, Дания, Бөйөк Британия, АҠШ илдәренең онлайн-магазиндарына ла ҡуйылған. Уларҙы шулай уҡ донъялағы икенсе китап һаҡлағысҡа – Британия китапханаһына тапшырыу ҡаралған.
Сарала Солтан Раев, Айгөл Рыҫҡолбәкова (Ҡырғыҙстан), Гөлсифат Шәһиди (Тажикстан), Марал Хадырова (Төркмәнстан), Диләрә Линдсей, Нурым Тайбек (Бөйөк Британия), Сауле Досжен, Нәзикен Алпамыс, Марина Михайловская, Даурен Кастаев (Ҡаҙағстан), Настасья Кузьмичева (Беларусь), Огдо (Саха-Яҡут Республикаһы), Линар Шәйех (Татарстан) һәм башҡа яҙыусылар, шағирҙар үҙҙәренең китаптары менән таныштырҙы.
Фестивалдә яҡташыбыҙҙың хеҙмәте юғары баһалана – Марсель Шәйнур улына “Йыл ҡаҙанышы” тигән махсус премия тапшырыла. Лондондағы “Hertfordshire Press” нәшриәт йорто етәксеһе Марат Әхмәтйәнов уның уңышын: “Күренекле башҡорт яҙыусыһы үҙенсәлекле сатираһы һәм юморы менән ошондай ҙур ҡаҙанышҡа өлгәште”, – тип баһалай. Әйткәндәй, Мар. Сәлимдең инглиз телендәге китабына баш һүҙҙе Борай районында тыуып үҫкән һәм бөгөнгө көндә Нью-Йоркта йәшәгән философия фәндәре докторы, Колумбия университеты профессоры Рәфис Абазов яҙған.
Швецияла Башҡортостандың көлкө оҫтаһын төрлө осрашыуҙарға саҡыралар. Халыҡ-ара китапханала, шулай уҡ Стокгольм ҡалаһының Йәмәғәт китапхана­һында үткән йәнле аралашыуҙа Марсель Сәлимов китап һөйөүселәргә башҡорт, татар, урыҫ, инглиз телдәрендәге йыйынтыҡтарын бүләк иткән.