Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәхестәрен күтәрә яҡташтары
Шәхестәрен күтәрә яҡташтарыРайон данын Башҡортостан күләменә сығарған ике арҙаҡлы яҡташыбыҙға бәйле ике оло сара үтте. Тәүгеһе – Мәҡсүт ауылында һуғыш ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй, республика Журналистар союзы ағзаһы, яҙыусы Әмир Моратов иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы, икенсеһе – Юлдыбай ауылында Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, публицист Фәрит Рәмовтың 80 йәшлек юбилейына арналған кисә. Был ике шәхестең хеҙмәт юлы йәш быуынға белем биреү эшендә үтһә лә, улар, республика матбуғатының тоғро, әүҙем хәбәрселәре булараҡ, киң билдәлелек яуланы.


Әмир Фәттәх улы райондың бер нисә мәктәбендә башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Үткән быуаттың 50 – 60-сы йылдарында Мәҡсүт баш­ланғыс мәктәбен етәкләй. Фронтовик-мөғәллим ауылдың йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнай. 1962 йылдың йә­йендә Әмир Моратовтың саҡырыуы буйынса был бәләкәй генә ауылға уның яуҙаш дуҫы, яҙыусы Мостай Кәрим килә. Оло ҡу­наҡты мәктәп уҡыу­сылары почетлы пионерға ала, һуңынан хат алышып торалар. Утыҙ йылдан һуң, районда Ш. Бабич көндәре барған мәлдә, Әмир ағай халыҡ шағирын тағы мәҡсүттәр менән осрашыуға алып килде.
Әмир Фәттәх улы район гәзите редакцияһында эшләгән осорҙа журналистарҙың урындағы берлеген ойоштора һәм уның беренсе секретары була. Ул тиҫтәләрсә йыл “Совет Башҡортостаны” (хәҙерге “Башҡортостан”) гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе була, башҡа республика баҫмалары менән дә хеҙмәттәшлек итә, бер нисә гәзит-журналдың лауреаты тип таныла.
Тынғыһыҙ ҡәләм оҫтаһы яу хәтирәләренән, һуғыш, тыл ветерандары тураһындағы очерктарынан, шиғыр-хикәйәләренән торған дүрт китап баҫтырып сығарҙы. 2003 йылда Әмир Фәттәх улы Сибай ҡалаһында вафат булды. Күп йылдар йәшәгән Ҡашҡар ауылында уның исемен йөрөткән урам бар, ул уҡытҡан мәктәп бинаһында яугир-уҡытыусы хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
Мәҡсүттәр ҙә ауылдары тарихында онотолмаҫ­лыҡ яҡты эҙ ҡалдырған Әмир Фәттәх улы Мора­товтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында уның иҫтәлегенә мәрмәрҙән таҡтаташ ҡуйҙы. Был сарала мәрхүмдең балалары, туғандары, яҡындары, район үҙәгенән, ауыл хакимиәтенән рәсми вәкилдәр, элекке хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, журналистар, киң йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Сығыш яһаусылар абруйлы шәхес тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты, уның яҡты рухына аяттар бағышланды.
Республика баҫмаларында даими донъя күргән мәҡәләләре, башватҡыстары аша киң билдәлелек алған уҡытыусы-журналист Фәрит Абдулла улы Рәмовтың ғүмер байрамын Юлдыбай мәҙәниәт йортонда бик күркәм, сағыу кисә итеп үткәрҙеләр. Сараға килгән халыҡ фойела абруйлы шәхестең ижадына, хеҙмәт ҡаҙаныштарына арналған күргәҙмә менән танышты.
Фәрит Абдулла улын тәбрикләргә район ха­ки­миәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин етәк­селегендә рәсми ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡырҡ йылға яҡын хеҙмәт юлын уҡытыу­сылыҡҡа арнаған юбилярҙы мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл йәмәғәтсе­леге, яҡындары, туғандары ҡотланы. Үҙенең төп эшенән буш ваҡытын матбуғатҡа мәҡәләләр яҙыуға бүлде. “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәре, “Һәнәк” журналының йыл лауреаты булды.
Алтмыш йыл хәбәрселек осоронда уның төрлө баҫмаларҙа яҡынса ике мең мәҡәләһе ташҡа баҫылған, тиҫтәләрсә ижади конкурстар еңеүсеһе булған. 1994 йылдан – Журналистар союзы ағзаһы. Милли матбуғат, мәҙәниәт үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Фәрит Рәмов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы һәм бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Һуңғы осорҙа ул республика матбуғатына үҙенең кроссворд, сканвордтарын тәҡдим итә. 2005 йылда Фәрит Рәмовтың авторлығында Бөйөк Ватан һуғышы, тыл ветерандары, хеҙмәт алдынғылары, данлы яҡташтары тураһында “Яҙмыштарҙа – йылдар ауазы” исемле очерктар китабы донъя күрҙе.
2006 йылда сатирик мәҡәләләрҙән торған “Уйынлы-ысынлы хикмәттәр” йыйынтығы нәшер ителде, ә 2008 йылда Юлдыбай ауылы һәм кешеләре хаҡында “Быуаттарҙан – быуатҡа” исемле хеҙмәте уҡыусылар хөкөмөнә тапшырылды. Быларҙан башҡа “Китап” нәшриәтендә уның “Кроссвордтар” йыйынтығы сығыуы ла ҡыуаныслы күренеш булды. Киң эрудициялы уҙаман шулай уҡ шахмат, шашка уйындары буйынса чемпион титулын да йөрөтә.
Байрам кисәһендә Фәрит Абдулла улының өлгөлө ғаилә, уҡытыусылар династияһы башлығы булыуын да айырыуса билдәләнеләр. Юбиляр хөрмәтенә әйтелгән ихлас ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып, бик матур концерт та ҡуйылды.

Ильяс ТАКАЛОВ, матбуғат ветераны.

Йылайыр районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бөрйәндәр Өфөгә йыйына

Бөрйәндәр Өфөгә йыйына 26.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә республиканың 100 йыллығына арнап, муниципаль берәмектәр араһында иғлан ителгән “Башҡортостан...

Тотош уҡырға 2

Ғәҙеллек илсеһе

Ғәҙеллек илсеһе 25.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Матбуғат һәр заманда ла әйҙәүсе көс булып ҡала. Ер – яуын, кеше белем менән йәшәрер, тигән...

Тотош уҡырға 35

Ул әле лә беҙҙең арала

Ул әле лә беҙҙең арала 25.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең хәтер кисәһе үтте. Баш ҡаланың 158-се башҡорт...

Тотош уҡырға 31

Билдәле балеринаға арнала

Билдәле балеринаға арнала 24.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

25 сентябрҙә Шәһит Хоҙайбирҙиндың Өфөләге йорт-музейында билдәле балерина, профессор Тамара Шәһит...

Тотош уҡырға 41

“Сулпан”да – премьера

“Сулпан”да – премьера 24.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса...

Тотош уҡырға 35

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ 23.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

21-23 сентябрҙә Өфөлә III Евразия гуманитар форумы үтте. Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт...

Тотош уҡырға 66

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбелә Ғаилә йылына арналған китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора
Еңеүсе – Испания ҡыҙы

Еңеүсе – Испания ҡыҙы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама...

Тотош уҡырға 59

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә? 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле...

Тотош уҡырға 78

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән...

Тотош уҡырға 54

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә...

Тотош уҡырға 68

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Уң ҡулында булыр ҡурайы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 48