Фәрүәз Сәйфуллин башланғыс мәктәптә уҡығанда уҡ яҙыусы булырға хыяллана. Уның тәүге шиғырҙары стена гәзитендә баҫыла, байрамдарҙа яңғырай. Өлкәнерәк кластарҙа райондың “Восход”, “Ленинсы” гәзиттәрендә исеме күренә башлай, уны Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына алып килә. “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенең әүҙем ағзаһы була.


Өсөнсө курста, көндөҙгө бүлектән ситтән тороп уҡыуға күсеп, мәктәптә эшләй башлағас, уның әҙәби ижады һүлпәнләнә төшә, сөнки ул мөкиббән китеп шәхес ижад итеүгә тотона. Педагогик эште үтә лә яратып башҡара. 42 йыл эсендә ул мәғариф системаһының бөтә этаптарын да тиерлек үтеп сыға. Урта мәктәптән тыш, башланғыс һөнәри белем бир­гән уҡыу йортонда ла, педагогия кол­леджында ла, институтта ла, университетта ла, уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында ла эшләй. Бөгөн ул – Баш­ҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында профессор.
Әммә Фәрүәзде бала саҡтағы яҙыусы булырға теләге бер ваҡытта ла ташламай. Һуңғы йылдарҙа би­ге­рәк тә әүҙем ижад итә. Уның ши­ғыр, хикәйәләре “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шоңҡар”, “Ағиҙел” журнал­дарында, “Башҡортостан”, “Йәш­лек”, “Атайсал” гәзиттәрендә баҫы­лып тора. Ул – ике китап авторы. “Ғәфү ит” тигән тәүге йыйынтығы 2005 йылда донъя күрһә, “Юғалтыу һағыштары” тигәне быйыл баҫылып сыҡты.
Билдәле яҙыусы, “Атайсал” гә­зи­те мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов ав­торҙың һуңғы китабы хаҡында былай тип яҙҙы: “Фәрүәз “Юғалтыу һағыштары” тип аталған, яртыһы шиғырҙарҙан, яртыһы хикәйәләрҙән торған китап сығарған икән. Шиғыр­ҙарын уҡып иҫем китте, ундағы фекер тослоғо, образдар киңлеге һәм тығыҙлығы, тел байлығы әсир итте”.
Ауырғазы район китапханаһы директоры З. Хөсәйенова авторға яҙ­ған хатында: “Хикәйәләрегеҙҙе уҡып, илаштыҡ”, – тине.
Фәрүәз Сәйфуллиндың әҫәрҙәре, ысынлап та, күңелдең иң нескә ҡыл­дарын сиртә, йөрәкте елкетә. Ул төр­лө темаға яҙа. Әммә мөхәббәт темаһы өҫтөнлөк итә. Донъяға, тор­мошҡа һөйөү менән ҡарай. Мөхәб­бәт кешене йәшәтә, бейеклек­тәргә үрләтә тип иҫәпләй. Был уй, мәҫә­лән, уның “Хат” тигән шиғырында бик асыҡ сағыла.
Хәрефтәргә тыңҡыслап
Тултырҙым да наҙҙы,
Аҡ болотҡа – ҡағыҙға
Һөйөү хаты яҙҙым.
Яҙған хатым, күрәһең,
Уға барып еткән,
Миңә ҡарап Ай ҡыҙы
Эй йылмая күктә.
Ғашиҡтарға кәртә юҡ,
Юҡ уларға яра.
Ҡанатланып һөйөүҙән
Айға осоп барам.
Фәрүәздең шиғырҙары үтә лә хисле. “Йөрәк осоп сығып китер төҫ­лө…” тигән бәләкәй генә шиғы­рын­да был асыҡ күренә:
Ҡулдарымды ҡулдарыңа һалам,
Ҡулдарыңдың cихри көcө бар.
Йөрәк осоп сығып китер төҫлө…
Һөйөүемә – йөрәк, ә йөрәккә
Күкрәк cитлегенең эсе тар.
Автор шиғриәт үҙенсәлектәрен аңлап ижад итә. Уның әҫәрҙәре декларатив стилдән, ҡоро һүҙ һөйләү­ҙән азат. Ул ысынбарлыҡты образдар аша сағылдыра. Уңышлы детал­дәр, сағыштырыуҙар ҡуллана. Бы­лар­ҙы уның һәр шиғырында, хикә­йәһендә осратаһың. Мәҫәлән, “Шат­лыҡ” тигән шиғырында:
Белоретҡа китеп барам –
“Пазик” елә осҡан уҡтай.
Күк йөҙөндә аҡ болоттар,
Самолеттар, ҡоштар туҡтай, – тип яҙһа, “Аҡ юлда” тигән шиғы­рында:
Аҡ ағастар – аҡһаҡалдар
Миңә, ана, аҡ юл теләй.
Шығыр-шығыр килеп ҡарҙар
Ҡолағыма шиғыр һөйләй, –
тигән юлдар менән тәбиғәтте йән­ләндереп, әйтергә теләгән фекерен уҡыусыға аңлайышлы итә.
Шиғриәтендә Фәрүәз мөхәббәт темаһын тыуған илгә, телгә, халыҡ­ҡа, тормошҡа һөйөү менән үреп алып бара. Уның “Ил асыуы”, “Ту­ған тел”, “Йыр-моң” тигән әҫәрҙәре быға дәлил. “Туған тел” тигән ши­ғы­ры, мәҫәлән, шундай тәрән йөк­мәткеле строфа менән тамамлана:
Астан үлеп барыусыға
Бирһәләр икмәк телеп,
Ул терелә. Милләтемдең
Икмәге – туған теле.
Шиғырға һыймаған хис-тойғо­ларын, фекерҙәрен автор хикәйә­лә­рендә сағылдыра. Баһаланған китапта ун хикәйәһе баҫылған. Улар­ҙа күбеһенсә педагогик темалар – кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, тәрбиә, ғаилә мәсьәләләре яҡтыр­ты­ла. “Атайымды таптым”, “Юғал­тыу”, “Быяла банка” хикәйәләрендә ата-әсәләрҙең хаталары арҡаһында етем ҡалып, тормош михнәттәрен татып үҫкән балалар тураһында һүҙ бара. Уларҙың шул ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан тырышып-тырмашып белем алып, һәйбәт шәхестәр булып үҫеүе һүрәтләнә.
“Ҡурҡыныс һүҙ” хикәйәһендә наркотик ҡулланып, ата-әсәһен ауыр хәлгә дусар иткән Фәниә исемле ҡыҙ төп герой булып тора. Хикәйә аҙағында ул да дөрөҫ юлға төшә, наркоманияға ҡаршы көрәшеү маҡсатында медицина университетына уҡырға инә.
Ф. Сәйфуллиндың хикәйәләре тор­моштағы реаль факттарға нигеҙ­ләнеп яҙылған. Был турала ул үҙе бына нимә ти: “1994 йылдан бирле беренсе курс студенттарынан улар­ға осраған, кисергән, шаһит булған тетрәндергес ваҡиғалар хаҡында инша яҙҙырам. Уларҙы йыйып алғас, илай-илай уҡыйым һәм, һайлап алып, хикәйәләр ҡорам”.
Фәрүәз Әбдрафиҡ улынан: “Ни өсөн һеҙ улай 20 йыллап яҙышмай тороп, ҡапыл яңынан ижадҡа тотоноп киттегеҙ?” – тип һораным. Ул: “Башҡортостан Яҙыусылар ойош­маһының Сибай бүлексәһе бала саҡтағы теләгемде, әҙәби ижадҡа ынтылышты яңыртып ебәрҙе, – тип яуап бирҙе. – Бигерәк тә бүлексәнең ул саҡтағы етәксеһе Х. Тапаҡов тынғылыҡ бирмәне. Урамда осраған һайын: “Яҙ, яҙ! Яҙғаныңды алып кил”, – тип теңкәгә тейҙе. Көндә­рен, сәғәттәрен әйтеп, бүлексәгә са­ҡырҙы. Бер нисә тапҡыр яҙғанда­рымды күмәкләп тикшереүҙе ойош­торҙо. Уның был “ҡылығын” яңы етәксе Миләүшә Ҡаһарманова ла дауам итте. Әҫәрҙәремде тикшереү­ҙә ғалимдар, яҙыусылар Ғ. Бүлә­ко­ва, Ә. Яхина, З. Фәйзуллина, Л. Яҡ­шы­баевалар әүҙем ҡатнашты. Бөгөн Сибайҙа, уны уратып алған райондарҙа әҙәби ижад менән шө­ғөл­ләнеүселәр күбәйҙе. Улар ара­һын­да башҡортса ғына түгел, рус, та­тар телендә яҙыусылар ҙа бар. Был төбәк яҙыусылар әҙерләү үҙә­генә әйләнеп бара. Шулай булырға тейеш тә: беҙҙең төбәк әҙәби тарихҡа бик бай. Бында Б. Вәлит, М. Буранғолов, Ғ. һәм Һ. Дәүләт­шиналар, С. Мифтахов, А. Игебаевтар ижад юлын башлаған бит”.
Фәрүәз Сәйфуллин – ижад итеү менән бергә нәфис әҙәбиәтте пропагандалаусы ла. Ул 1998 йылда, кафедра мөдире сағында, буласаҡ педагог-психологтарҙың уҡыу планына “Нәфис әҙәбиәт – педагогика, психология буйынса белем сығана­ғы” тигән ярайһы ғына күләмле уҡыу предметы индереп (ике семестр өйрәнелә), бөгөнгә тиклем уны үҙе алып бара. Факультетта тү­ңәрәк ойоштороп, башлап яҙыу­сыларға даими ярҙам итә. Үҙенең китаптарын район, ҡалаларҙың китапханаларына бүләк итеүе лә әҙәбиәтте халыҡ араһында пропа­гандалауға өлөш индерә.