Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәшһүр бейеүсене иҫкә алып...
Мәшһүр бейеүсене иҫкә алып...15 —17 мартта Рудольф Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжы бөйөк бейеүсенең тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы юбилей саралары үткәрә.
Сараға саҡырылған ҡунаҡтар ара­һында Рудольф Нуриевтың С.М. Киров исемендәге опера һәм балет театрын­да эшләгән осорҙағы яҡын дуҫы Тамара Ивановна Закржевская ла бар. Ул — “Рудольф Нуриев. Киров сәхнә­һендә өс йыл: замандаштарҙың хәтирәләре” (“Рудольф Нуреев. Три года на Кировской сцене: воспоминания современников”) китабының авторы. Әйткәндәй, был әҫәр Нуриев тураһындағы китаптар рейтингында оҙаҡ йылдар инде беренсе урынды биләй.
Мәшһүр бейеүсе Өфөлә үҫә, әле Баш­ҡортостандың балет мәктәбе урын­лаш­ҡан бинала уҡый. Ошонда, баш­ҡорт ерендә, дәүләт опера һәм балет театрында уның ижади тормошо башлана.
Сара нигеҙендә ХХ быуаттағы бейеү оҫтаһына арналған күргәҙмә асыласаҡ, абруйлы ҡунаҡтар, колледжды тамамлаусылар менән осрашыу ойошторо­ласаҡ.
15 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “РУДИ — NEFER OFF...” спектакле ҡуйыла, 16 мартта иһә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тамашасыларҙы буласаҡ донъя йондоҙо тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә булған “Сыңрау торна” балетына саҡыра.
Гала концертта, 17 мартта, Рудольф Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжы уҡыусылары, шулай уҡ танылған балет артистары сығыш яһай. Шулай уҡ унда Мария театры солистары Рената Шакирова менән Башҡортостан хореография колледжын тамамлаған Ирина Сапожникованың килеүе көтөлә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ғәҙеллек илсеһе

Ғәҙеллек илсеһе 25.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Матбуғат һәр заманда ла әйҙәүсе көс булып ҡала. Ер – яуын, кеше белем менән йәшәрер, тигән...

Тотош уҡырға 30

Ул әле лә беҙҙең арала

Ул әле лә беҙҙең арала 25.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең хәтер кисәһе үтте. Баш ҡаланың 158-се башҡорт...

Тотош уҡырға 29

Билдәле балеринаға арнала

Билдәле балеринаға арнала 24.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

25 сентябрҙә Шәһит Хоҙайбирҙиндың Өфөләге йорт-музейында билдәле балерина, профессор Тамара Шәһит...

Тотош уҡырға 37

“Сулпан”да – премьера

“Сулпан”да – премьера 24.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса...

Тотош уҡырға 34

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ 23.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

21-23 сентябрҙә Өфөлә III Евразия гуманитар форумы үтте. Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт...

Тотош уҡырға 64

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбелә Ғаилә йылына арналған китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора
Еңеүсе – Испания ҡыҙы

Еңеүсе – Испания ҡыҙы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама...

Тотош уҡырға 53

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә? 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле...

Тотош уҡырға 75

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән...

Тотош уҡырға 53

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә...

Тотош уҡырға 63

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Уң ҡулында булыр ҡурайы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 45

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыу бара Конгресс-холда фольклор фестивалдәре һәм традицион...

Тотош уҡырға 59