Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Илһамланып бында ижад иткән Башҡорт бөйөк “Урал батыр”ын...”
Башҡорт ҡаны – милли йәнем.
Ғүмер буйы кешелекле,
Кешеләргә изгелекле
Ерем-һыуым, атҡан таңым,
Башҡаларға оҡшамаған;
Башҡаға холҡон таҡмаған
Мәңге тыйнаҡ милли йәнем.

Назар НӘЖМИ.

* * *

Йырҙарыңды ергә күмһәләр ҙә,
Ҡурай булып сәскә атҡан йырың,
Йырҙарыңды ҡыра алмай ҡырғын!
Телкәйеңде ҡырҡып алһалар ҙа –
Үткерлеге уның ҡылысыңда,
Ә ҡылысың һәр саҡ ҡул осонда
Булған борон.
Утта янмаҫ,
Һыуҙа батмаҫ йырым минең –
Башҡортостан!

Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА.

* * *

Ағиҙелдәй ғәзиз йылға юҡ.

Рәшит НАЗАРОВ.

* * *

Атам кейәү булған ер,
Әсәм килен булған ер,
Кендегемде киҫкән ер,
Тәмле һыуың эскән ер!
Ай, Уралым, Уралым,
Барына ата Уралым,
Барына инә Уралым.

“Ай, Уралым, Уралым” ҡобайырынан.

* * *

Улар (башҡорттар. — Ф. М.) үҙҙәренең тауыштарын йәнлектәр һәм төрлө ҡоштар тауышына оҡшатып күрһәтте, быны шул тиклем уңышлы итеп эшләнеләр, хатта ысын ҡош тауышын башҡорттоҡонан айырыуы ҡыйын ине.

И. И. ЛЕПЕХИН.

* * *

Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,
Сүкмәгәндәй ергә Уралтау,
Салауаттың йыры тынмаҫ илдә,
Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау.

Рәми ҒАРИПОВ.

* * *

Быуаттарҙан инде быуаттарға
Ораныңды илткән елкәйең,
Телгеләнмәй ҡалған ерең бармы,
Башҡортостан, тыуған илкәйем.

Тимер ЙОСОПОВ.

* * *

Эйе, халыҡ үҙенең күплеге менән түгел, ә тарихтағы бөйөк эш-ғәмәлдәре менән, быуаттарҙа күренерлек эҙ ҡалдырған бөйөк шәхестәре менән бөйөк.

Шамил АНАҠ.

* * *

Ҡымыҙҙы теләһә ниндәй ваҡытта, күпме теләйһең, шул тиклем эсеп була. Ҡымыҙ эскәндән һуң шат күңеллелек, һаулыҡтың яҡшырыуын һиҙәһең, кешенең йөҙө һәйбәтләнә. Минеңсә, ҡымыҙҙы алмаштырырлыҡ бер ниндәй ҙә ашамлыҡ йә эсемлек табыу мөмкин түгелдер.

В.И. ДАЛЬ.

* * *

Аллаһ бар яһаған Уралтауҙа
Ҡорған халҡым тирмә-сатырын.
Илһамланып бында ижад иткән
Башҡорт бөйөк “Урал батыр”ын.

Рауил БИКБАЕВ.

* * *

Хайран ҡалмаҫлыҡмы — ерҙә үҫеп
Ултырған бер ябай ҡурайҙы
Киҫеп ал да, дүрт-биш тишек тиш тә
Тының менән шунан “Сибай”ҙы
Һуҙып-һуҙып тартып ебәр әле…

Назар НӘЖМИ.

* * *

Башҡорттар — абстракт фекерләүгә һәләтле, зирәк аҡыллы, һөйкөмлө халыҡ, улар сиктән тыш тәьҫирләнеүсән, хыялға бирелеүсән, ҡыҙыу, ләкин тиҙ һүрелеүсән, киң күңелле һәм ҡунаҡсыл халыҡ, — уларҙы тик ялҡау ғына таламай һәм иҙмәй.

Ф.Д. НЕФЕДОВ.

* * *

Башҡортостан, ысынлап та, гөлдәр иле,
Матурлыҡҡа тиңе булмаҫ илдәр иле.
Һаҡлайыҡ беҙ, яҡлайыҡ беҙ илебеҙҙе,
Аҫыл заттар тамыр йәйгән еребеҙҙе.

Рәшит ШӘКҮР.

Рубриканы
Факил МЫРҘАҠАЕВ
алып бара
.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ғәҙеллек илсеһе

Ғәҙеллек илсеһе 25.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Матбуғат һәр заманда ла әйҙәүсе көс булып ҡала. Ер – яуын, кеше белем менән йәшәрер, тигән...

Тотош уҡырға 30

Ул әле лә беҙҙең арала

Ул әле лә беҙҙең арала 25.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең хәтер кисәһе үтте. Баш ҡаланың 158-се башҡорт...

Тотош уҡырға 29

Билдәле балеринаға арнала

Билдәле балеринаға арнала 24.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

25 сентябрҙә Шәһит Хоҙайбирҙиндың Өфөләге йорт-музейында билдәле балерина, профессор Тамара Шәһит...

Тотош уҡырға 37

“Сулпан”да – премьера

“Сулпан”да – премьера 24.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса...

Тотош уҡырға 34

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ 23.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

21-23 сентябрҙә Өфөлә III Евразия гуманитар форумы үтте. Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт...

Тотош уҡырға 64

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбелә Ғаилә йылына арналған китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора
Еңеүсе – Испания ҡыҙы

Еңеүсе – Испания ҡыҙы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама...

Тотош уҡырға 53

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә? 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле...

Тотош уҡырға 75

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән...

Тотош уҡырға 53

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә...

Тотош уҡырға 63

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Уң ҡулында булыр ҡурайы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 45

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыу бара Конгресс-холда фольклор фестивалдәре һәм традицион...

Тотош уҡырға 59