Фатир асҡысыШығыр-шығыр, шығыр... Сатлама һы­уыҡта аяҡ аҫтындағы ҡар аҙым һайын шулай ыңғыраша. Гөлдәрҙең йыуынып ҡайтып килеүе. Бәләкәйҙән мунса яратты ул. Был ғәҙәтен ҡалаға күсеп килгәс тә ташламаны. Бөгөн дә, йәкшәмбе кеше күп булыр тип, мунсаға иртүк барҙы. Ҡайын миндеге менән сабына-сабына рәхәтләнеп йыуынды. Төшкә табан ғына ҡайтырға сыҡты.
Көн тағы ла һалҡыная төшкән. Өҫтөндә оҙон ҡама тун, башында ҡалын мамыҡ шәл, аяғында йылы быйма булһа ла, өшөй башланы ҡатын. Ниһайәт, йортона килеп етте. Асҡысын алырға тип кеҫәһен һәрмәне. Бәй, юҡ... Аптырап, ҡулындағы бәләкәй сумкаһын аҡтарҙы. Юҡ... Шунда ғына асҡысының киленендә икәнлеген иҫенә төшөрҙө ҡатын. Фатирына домофондан шылтырата башланы, әммә яуап булманы. Килене өйҙә ҡалғайны, бер ҡайҙа ла йыйынмай ине. Бәлки, кибеткә аҙыҡ-түлеккә сыҡҡандыр, хәҙер ҡайтып етер тип Гөлдәр йорт эргәһендәге эскәмйәгә барып ултырҙы. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ уй-хәтирәләргә сумды...
Башҡортостандың иң алыҫ төбәктә­ре­нең береһе иҫәпләнгән далалы райондың төпкөл ауылында күп балалы ғаиләлә үҫте ул. Уҡыуға һәләтле ине. Үҫкәс уҡытыусы булырға хыялланды. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөгә юлланды. Баш ҡалаға тәүге тапҡыр ҡалтыр-ҡолтор итеп осҡан бәләкәй самолетҡа ултырып килде. Педагогия институтына имтихандар тапшырҙы, әммә конкурстан үтмәне. Кәйефе ҡырылды, ләкин ауылына кире ҡайтырға теләмәне: ҙур төҙөлөш ойошмаһына штукатур-маляр ярҙамсыһы булып эшкә урынлашты. Дөйөм ятаҡтан урын да бирҙеләр. Һөнәр айышына тиҙ арала төшөнгән бөтмөр ҡыҙға байтаҡ эш хаҡы түләнде. Тапҡан аҡсаһына үҙенең өҫ-башын бөтәйтте, ата-әсәһенә, ҡусты-һеңлеләренә кейем-һалым һатып алып, ауылға посылкалар ҙа ебәрҙе.
Яҙға табан Гөлдәр эшләгән бригадаға яңы етәксе тәғәйенләнеләр. Уныһы армиянан яңыраҡ ҡайтҡан баһадир кәүҙәле, һөймәлекле, йор һүҙле Юлай исемле егет булып сыҡты. Йәштәр бер-береһен тәү күреүҙә үк оҡшатты. Ике ай самаһы осрашып йөрөнөләр ҙә өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Институт ҡайғыһы китте. “Әлеге эшем дә бик оҡшай, бөтөн кешегә лә юғары белем алырға тимәгән дә”, – тип үҙен тынысландырҙы Гөлдәр.
Мөхәббәтле йәшәне йәш ғаилә. Пар һандуғастар кеүек ине улар. Йөҙҙәренән йылмайыу китмәне. Эшкә етәкләшеп барҙылар, етәкләшеп ҡайттылар. Ял көндәрендә киноға, театрға йөрөнөләр. Киләсәккә матур-матур хыялдар ҡорҙолар. Әйләнә-тирәлә үҙҙәренә һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр.
Ғаилә ҡороуҙарына бер йыл тулып килгәндә, сабыйҙары тыуҙы. Хас атаһы ине балаҡай. Һөйкөмлө. Көләкәс. Ул теремеклеге! Ҡәйнәһе Гөлзифа, ире Юлай, улдары Арыҫлан менән ҡала ситендәге ағас өйҙә көн иттеләр. Ҙур булмаған йортта тығыҙыраҡ ине. Шуға, икеһенең дә бер үк төҙөлөш ойошмаһында тырышып эшләгәнен иҫәпкә алып, йәш ғаиләгә өс бүлмәле фатир бирҙеләр. Юлай яңы фатир асҡысын тотоп ҡайтҡан көндә уларҙан да бәхетле кеше булмағандыр! Күсенделәр ҙә матур итеп йәшәп киттеләр. Йыйнаштырған аҡсалары бар ине, ярап ҡалды: яңы фатирға кәрәкле йыһаз-фәлән һатып алып, өс бүлмәне лә сынъяһау итеп йыйыштырып ҡуйҙылар.
Артабан тағы ла тырышыбыраҡ эшләнеләр. Ҡәйнә кеше ейәнен ихлас тәрбиәләне, улы менән киленен көн дә тәмле аш-һыу бешереп ҡаршыланы. Әммә шатлыҡ-ҡыуанысҡа тулы тормош оҙаҡҡа барманы. Улдарына өс йәш тигәндә, Гөлдәрҙең ап-аяҙ ғүмер күген ҡап-ҡара һөрөм ҡапланы: ҡар ятмаҫ борон аэропорт янындағы баҡсаларын барып күреп, ундағы баҙҙан бәрәңге алып килергә тип киткән ире менән ҡәйнәһе, юлда аварияға осрап, һәләк булды. Бер милиционер йәш ҡатынға ҡәҙерлеһенең документтарын һәм фатир асҡысын килтереп биреп китте.
Ҙур фатирҙа Гөлдәр улы менән генә тороп ҡалды. Арыҫланын балалар баҡсаһына урынлаштырҙы ла башкөллө эшкә сумды. Балам үҙен атайлы тиҫтерҙәренән кәм тоймаһын тип тырышты. Ай һайын планды икешәр, ҡайһы саҡта хатта өсәр тапҡырға арттырып үтәне. Ауыр саҡтар күп булды, әлбиттә, әммә Гөлдәр бирешмәне: өйөндә лә, кеше араһында ла гел алсаҡ йылмайып йөрөнө. “Бигерәк йәш килеш тол ҡалдың, яңғыҙыңа бала тәрбиәләү еңел түгелдер, шәхси тормошоңдо яйға һалырға кәрәк” тиеүселәр, хатта кемгәлер ҡоҙалаусылар ҙа табылды. Ләкин ҡатын: “Бар бәхетем – улым, миңә унан башҡа бер кем дә кәрәкмәй”, – тип кенә яуапланы.
Тәртипле, итәғәтле бала булды Арыҫлан. Ҙурая килә әсәһенең алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһына, таянысына әүерелде. Уҡыуға ла һәләтле булды. Үҙ көсө менән авиация институтына инде. Көндөҙ – уҡыуҙа, ә кистәрен вокзалда йөк бушата, аҡса эшләй. Әсәһенең елкәһендә генә йәшәп булмай бит. Бишенсе курста сағында университетта уҡып йөрөгән Фәниә исемле ҡыҙ менән танышты.
– Алып килеп күрһәт әле буласаҡ киленемде, – тине бер көн Гөлдәр улына. – Танышайыҡ. Бәлки, оҙаҡҡа һуҙып тормай, өйләнешеп тә ҡуйырһығыҙ.
– Мин уны саҡырғайным инде, – тип яуапланы улы. – Үтә тыйнаҡ, оялсан ул – яңғыҙы килергә тартына. Шуға дөйөм ятаҡтағы бүлмәләш әхирәтен бергә алмаҡсы.
– Ярай һуң, – тине әсә кеше.
Шәмбегә тәғәйенләнгән осрашыуға Гөлдәр ихлас әҙерләнде: баҙарға сығып тауыҡ, йәшелсә, еләк-емеш һатып алды, тәмле аш, итле бәлеш, баллы торт бешерҙе.
Ниһайәт, йәштәр килде. Ҡулына аҡ сәскәләр тотҡан Фәниә, шым ғына йылмайып, ситтәрәк баҫып тора. Әхирәте Йәмилә иһә, шунда уҡ эскә уҙып, тиҙ генә бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты, хужабикәгә һорау артынан һорау яуҙырҙы: “Шундай ҙур, матур фатирҙа икегеҙ генә йәшәйһегеҙме? Ҡайһы районданһығыҙ? Ҡайҙа эшләйһегеҙ? Бынау гөлдәрҙе һатып алдығыҙмы, әллә үҙегеҙ үҫтерҙегеҙме?..”
Табында ла Фәниә артыҡ һүҙ өндәшмәне, Гөлдәрҙең һорауҙарына ҡыҫҡа ғына яуап биреүҙән ары китмәне. Йәмиләнең иһә ауыҙы һис ябылманы: һүҙ һайын хужабикәнең аш-һыуын маҡтаны, йә Арыҫланға “Ҡасан туйығыҙҙа гулять итәбеҙ инде?” тип бәйләнде, йә әхирәтен “Тымыҡ һыуҙа шайтан бар тигәндәй, шым ғына йөрөп, бынамын тигән аҫыл егетте эләктерҙең бит әй, диплом алғас, беҙ ауылға уҡытыусы булып ҡайтып китәбеҙ, ә һин Өфөлә ҡалаһың инде” тип “семеткеләне”.
...Ултырып аяҡтары ойоп китте Гөлдәр­ҙең. Апаруҡ өшөнө лә. Тороп, арлы-бирле йөрөштөрә башланы.
– Күршекәйем, прогулкаға сыҡтыңмы ни көн һыуыҡ булһа ла?
Таныш тауыш ут күршеһе Ләләнеке ине. Баҙарҙан ҡайтып килеүе икән. Гөлдәр тәүҙә уға хәлен аңлатып бирергә ынтылғайны ла, әммә был уйынан шунда уҡ баш тартты. Күршеһе үҙенең фатирына әйҙүкләй башлар, мәжбүри “прогулка”һы­ның сәбәбенә төшөнөр. Үҙ фатирыңа инә алмайынса яфалан инде... Ғәрлек!
– Ҡыш һауа айырыуса саф була бит, бер аҙ йөрөңкөрәйем әле, – тип кенә ҡуйҙы күршеһенә. Унан тағы эскәмйәгә ҡунаҡланы. Йәнә хәтирәләргә бирелде.
...Март башында бер туған һеңлеһе: “Атай-әсәйебеҙгә аят уҡытырбыҙ”, – тип ауылға саҡырҙы. Хәҙер юлдар һәйбәт, рейс автобустары, таксиҙар йөрөп тора. Улы менән кәңәшләште лә, тәүәккәлләп, ҡайтты ла китте Гөлдәр. Аҙна самаһы булды ауылда. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн дә тыуған төйәгендә, ата-әсә йортонда уҙғарҙы. Өфөгә байрамдан һуң ғына ҡайтып етте. Бөгөнгөләй ял көнө. Фатирын үҙ асҡысы менән асып инде. Ишек янындағы аяҡ кейеме кәштәһендә ҡатын-ҡыҙ итектәрен күреп ҡалды. “Яңғыҙына күңелһеҙ булғандыр, шуға Фәниәне алып килгәндер...” Сисенеп, төпкә йүнәлде ҡатын. Улының бүлмәһе эргәһенән үтеп барғанда ирекһеҙҙән асыҡ ишеккә ҡараш ташлағас, шаҡ ҡатты: Арыҫланын ҡосаҡлап, Йәмилә йоҡлап ята!
Үҙен тыныс тоторға тырышып, Гөлдәр аш һалып ебәрҙе, бәлеш бешерергә тип ҡамыр баҫа башланы.
– Ҡайттыңмы ни, әсәй? – йоҡоһонан уянып, аш бүлмәһенә килеп ингән улы Гөлдәрҙең яурынынан ҡосаҡлап алды. – Һин юҡта өйҙә шундай күңелһеҙ...
– Әллә ни бойоҡмағанһың бит әле, – тип яуапланы әсә, улына аптыраулы, бер үк ваҡытта һораулы ҡараш ташлап.
Арыҫлан бер ни тиклем уңайһыҙлан­ғандай итеп:
– Шулай килеп сыҡты инде, әсәй, – тип ҡуйҙы. – Байрамда Фәниәне ҡотларға тип университеттың дөйөм ятағына барғай­ным. Өйҙә үҙем генә булғас, уны ҡунаҡҡа саҡырҙым. “Туйға тиклем һинең менән аулаҡта ҡалып, бәҫемде төшөрмә­йәсәкмен”, – тип Фәниә мине ҡыуып ҡайтарҙы. Намыҫсан ҡыҙ ул, үҙен яҡшы аңлайым. Әммә күңелемә ҡыйын да булды: “Фәниә миңә ышанмай” тип уйланым. Өйгә ҡайтып инеү менән телефон шылтыраны. Йәмилә. “Һөйләшәһе һүҙ бар, һиңә барып сығырға ине”, – ти. “Юҡ, йөрөмә” тип әйтә алмайым да инде. Килде. Шунда уҡ мине яратыуы, мөхәббәте хаҡына теләһә ниндәй аҙымға барырға әҙерлеге тураһында һөйләй башланы. Иланы ла.
– Меҫкенде йәлләнең инде, – тип төртмә теллеләнде Гөлдәр. – Йыуатып, тәүге төндә үк үҙеңдең ятағыңа ятҡырҙыңмы?
Улы оялғандай итте. Унан ҡапыл:
– Әсәй, мин дә Йәмиләне яратам! – тип әйтеп һалды. – Фәниә менән мауығып ҡына йөрөгәнемде аңланым. Йәмиләгә өйләнәм!
Өйләнде лә. Ике ай ҙа үтмәне, май байрамдарында Йәмиләнең тыуған ауылына ҡайтып никах уҡыттылар, шунда уҡ туй ҙа үткәрҙеләр. Барыһы ла күҙ асып йомған арала булды. Йәмиләнең тыуған яғындағы тәбиғәттең хозурлығы! Зифа ҡайындар менән ҡапланған береһенән-береһе бейегерәк тау теҙмәләре араһынан аҡҡан йылға һыуын ауыл осондағы түңәрәк күлгә ҡоя. Ярҙың бер яғында – боронғо ауыл, икенсеһендә яңы иркен йорттар һалынған, шуларҙың береһе – Йәмиләнең ата-әсәһенеке. Бай йәшәйҙәр икән: ныҡлы һарайҙары тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, шәп еңел автомобилдәре, йөк машиналары, хатта тракторҙары бар, йорттоң эсендә лә булмаған нәмә юҡтыр.
– Һәйбәт йәшәп китһәләр, ярҙамы­быҙҙан ташламабыҙ, – тине шаҡтай һалмыш булып алған ҡоҙа кеше ҡунаҡтарҙы оҙатҡанда.
Һүҙендә торҙо ул. Май аҙағында уҡ машинаһына ит, май, эремсек, йомортҡа, бәрәңге тултырып, Өфөгә килеп тә етте. Артабан да ике-өс ай һайын шундай сәфәр ҡылды ул. Утыҙ биш йыл төҙөлөштә йөрөп тә, хаҡлы ялда көнө остоҡ ҡына пенсия аҡсаһына ҡалған, өҫтәүенә, ҡулдарына яңы ғына диплом алып, әлегә эш башларға өлгөрмәгән улы менән киленен ҡарарға мәжбүр булған Гөлдәргә ҡоҙаларының ярҙамы, ысынлап та, ҙур ине.
Туйҙан һуң киленен пропискаға ҡуйҙылар. Һөҙөмтәлә Йәмилә оҙаҡламай эш тапты: үҙҙәре йәшәгән биҫтәләге мәктәптәрҙең береһенә химия уҡытыусыһы булып урынлашты. Арыҫланды моторҙар берекмәһенә инженер вазифаһына ҡабул иттеләр.
...Көн кискә ауышты. Килене һаман күренмәй. Ҡайҙа йөрөй икән? Тиҙерәк ҡайтһасы инде... Гөлдәр өшөй генә түгел, ҡалтырана башланы. Тағы йөрөргә тотондо. Бер ни тиклем йылынғандай булғас, апаруҡ арығас, тағы эскәмйәгә ултырҙы...
Ифрат уңған булып сыҡты Йәмилә: нимәгә тотонһа ла, “һә” тигәнсә эшләй ҙә ҡуя. Бөхтәлекте ярата. Алсаҡлығы иһә боҙ күңелде лә иретер. “Ҡәйнәкәйем!” тип өҙөлөп тора. Тик өйгә кеше ингәнде яратмай. Гөлдәрҙең зат-зәүере йә әхирәттәре килһә, Арыҫлан менән икеһенең бүлмәһенә инә лә бикләнә. Шуға ут күршеһе Ләлә лә кермәй башланы. Туған-тыумасаһы ла һирәгерәк килә. Ә үҙенең ата-әсәһен ихлас ҡабул итә Йәмилә: уларға осоп йөрөп табын әҙерләй, ҡулынан килгәнсә ҡәҙер итә, хәбәрҙәрен теҙә...
Яңы йыл алдынан ғаиләгә оло бәхет өҫтәлде: килене малай тапты. Арыҫланына – ул, Гөлдәргә ейән бүләк итте. Сабыйға Асҡар тип исем ҡуштылар. Хаҡлы ялда булғас, сабыйҙы күберәк ҡәйнә кеше ҡараны. Балалар баҡсаһына, поликли­никаға ла үҙе йөрөттө. Бәләкәй Асҡарҙы ҡурсаҡ театрына, циркка, ҡалалағы төрлө парктарға алып барғыланы. Рәхәт ине уға ейәне менән бергә булыу. Тик был бәхет оҙаҡҡа барманы: Асҡарға дүрт йәш тулғас, килене уны үҙенең тыуған ауылына ҡайтарҙы.
– Әсәйем пенсияға сыҡҡан, улыбыҙҙы тәрбиәләргә теләй, – тип аңлатты был аҙымын аптырашта ҡалған ире менән ҡәйнәһенә. – Минеңсә, был бик дөрөҫ: унда саф һауа, экологик йәһәттән таҙа ризыҡ. Олатаһы ейәнен һыбай йөрөргә, руль тоторға өйрәтер, бергәләшеп балыҡҡа барырҙар, һунар итерҙәр...
Былтыр булды был хәл. Яратҡан ейәненән айырылыуына ярты йыл самаһы ваҡыт уҙғас, илдә иҡтисади көрсөк тигән нәмә башланды. “Брежнев заманында ғына ҡайғы-хәсрәтһеҙ йәшәлгән икән. Улымды үҫтергәндә СССР-ҙың тарҡалыуы халыҡты ныҡ ҡаҡшатҡайны, хәҙер әллә ниндәй көрсөгө килеп сыҡты”, – тип көрһөндө Гөлдәр. Улы эшләгән заводта айҙар буйы хеҙмәт хаҡы түләнмәй. Килененә былай ваҡытында түләйҙәр-түләүен, әммә уҡытыусының аҡсаһы үтә лә самалы. Шуға ла Арыҫлан Себергә сыҡты ла китте. Бына бер нисә ай инде килене менән икәү генә йәшәйҙәр. Ҡасандыр йөҙөнән йылмайыу китмәгән Йәмилә өндәшмәҫкә әйләнде, гел асыулы, турһайып йөрөй башланы. Үткән шаршамбылағы ҡылығы иһә тамам аптыратты.
Эш былай булды: алдан иҫкәртеп тормайынса, Стәрлетамаҡта йәшәгән бер туған һеңлеһе менән кейәүе килеп керҙе. Ҡәҙерле туғандарын күптән күрмәгән Гөлдәр, ҡыуанып, тиҙ генә аш һалды, бәрәңге бешерҙе. Өҫтәл янына ултырғайнылар, килене эштән ҡайтып инде. Ҡунаҡтар менән иҫәнләшеп тә тормаҫтан, ҡәйнәһенә уҫал итеп ҡарап:
– Атайым алып килгән аҙыҡты теләһә кемгә ашатып ултыраһыңмы? – тип екерҙе. – Минекеләргә байлыҡ күктән яумаған!
Хужабикә лә, туғандары ла телдән яҙҙы. Һеңлеһе менән кейәүе: “Ашығабыҙ, Өфөлә йомоштарыбыҙ бөтмәгән әле”, – тип кейенешеп сығып китә һалды. Улар артынан ишек ябылғас та, Йәмилә ҡәйнәһенең ишек яңағындағы сөйҙә элеүле торған асҡысын алып йәшереп ҡуйҙы:
– Теләһә кемде индереп һыйлап ултырырға юл ҡуймам!
...Ниңә һаман юҡ килене? Гөлдәр өшөүҙән кәүҙәһен дә тоймай башланы. Бәлки, бер аҙ йылынырмын тип, тағы йөрөп алырға ынтылды. Әммә был юлы уны аяҡтары тыңламаны. Ҡапыл ул үҙенән-үҙе йылынып киткәндәй булды. Бөтөн булмышын әйтеп бөткөһөҙ рәхәтлек тойғоһо ялманы. Автобус туҡталышы яғынан яйлап ҡына был яҡҡа табан атлаған ҡатындың килене икәнен аңлап, йылмайғандай итте лә ҡатып ҡалды. Фатир асҡысын көтөп ала алманы...