Эх, күңелле яҙ килә, Ҡояш нурҙарын һибә...

2-03-2018, 00:04 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Анонстар // Баҫып сығарырға
Эх, күңелле яҙ килә, Ҡояш нурҙарын һибә...Аҡ йомортҡа кеүек
Ер ҡабығын
Тишеп сыҡҡан
Яҙҙың мороно.
Күп тә үтмәҫ,
Бөтә тирә-яҡты
Солғап алыр уның
Йыр-моңо.

“Сип-сип” килә, ана,
Яҙ тауышы,
Моңдарына йөрәк
Сыҙармы?!
Ҡанаттарын елпә
Күктә ҡояш —
Яҙҙы ул бит
Баҫып сығарҙы.