Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса БАКИРОВА: “БЕҘ ЕРҘӘ ҠУНАҠ ҠЫНА, Ә СӘНҒӘТ ИҺӘ – МӘҢГЕЛЕК!”

30-03-2018, 00:03 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса БАКИРОВА: “БЕҘ ЕРҘӘ ҠУНАҠ ҠЫНА, Ә СӘНҒӘТ ИҺӘ – МӘҢГЕЛЕК!”...Бынан байтаҡ йылдар элек була был хәл. Салауат башҡорт драма театры үҙенең гастролдәре менән Ырымбур өлкәһенә сыға. Бер кистә труппа М. Байджыевтың “Дуэль” исемле әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклде уйнай. Халыҡ артистарҙы алҡыштарға күмә, сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәй тора. Ә иртәгәһенә фатирға төшкән йортта иртәнге сәйҙе эскәндә бер тамашасы килеп инә лә, актрисаларҙың береһенә ҡарап, былай тип һүҙ башлай: “Ниса туғаным! Ғәфү итегеҙ, кисә тамашаға сәскәһеҙ килдем. Тик... Ҡасандыр сабып китеп барған поезда ауырлыҡ менән бала таптым – әсә булыу бәхетем менән уртаҡлашып, шунда ғәм халыҡ ҡотлап, миңә гөлләмәләр бүләк итте. Шул гөлләмәләрҙе күңелемдән һеҙгә тапшырам. Бер мәл һуҡыр ҡалдым, әммә, Аллаға шөкөр, күреү һәләтем бер аҙҙан һуң кире ҡайтты. Ул мәлдә лә миңә сәскәләр бүләк иткәйнеләр – уларҙы ла күңелемдән һеҙгә бирәм. Кисә һеҙ уйнаған мәлдә тормошомдағы ҡайһы бер хаталарымды таныным, артабанғы ғүмеремде шул хаталарҙы төҙәтеүгә арнайым. Ысын йөрәктән рәхмәт һеҙгә!”
...Актер оҫталығы өсөн дәүләт тарафынан төрлө кимәлдәге наградалар, исемдәр ҡаралған. Сәнғәт эшмәкәре, атҡаҙанған артист, халыҡ артисы, премия лауреаты... Ә шулай ҙа иң ҙур баһа – ул тамашасының рәхмәте, һөйөүе, үҙе өсөн изге булған төшөнсәләр менән ихлас уртаҡлашыуы, ысын мәғәнәһендә халыҡ артисы булыу, әлбиттә.
Тик уйнаған ролдәрең, һынландырған образдарың да хаталарҙы танытырлыҡ, батып барғандарҙы ҡотҡарырлыҡ, ваз кискәндәрҙе тормошҡа ҡайтарырлыҡ, таш йөрәктәрҙе иретерлек булыуы шарт. Ошо оҫталыҡ, ошо булмыш, ғөмүмән, сәнғәт, театр донъяһы хаҡында баяғы ҡатынды һәм башҡа меңәрләгән тамашасыны ижады менән әсир иткән шәхестең үҙе, Башҡортостандың халыҡ артисы, байтаҡ йылдар Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһенә тоғро ҡалған актриса, педагог Ниса Миңлевәли ҡыҙы БАКИРОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Бәләкәй буйҙың да ғилләһе бар...

— Ниса апай, Ырымбурҙа булған ваҡиғала һеҙ үҙ булмышығыҙҙың асылына төшөнгәнһегеҙ. Шулай ҙа тормошта һайлаған юлдан баш тартыу кимәленә еткән мәлдәр ҙә юҡ түгел. Ундай мәлдәр һеҙҙе лә урап үтмәгәндер?
— Беҙ Филарит (Башҡортостандың халыҡ артисы Филарит Бакиров — авт.) менән әле сәнғәт училищеһында уҡығанда уҡ өйләнешкәйнек. Ҡулға диплом алғас, Филаритты Салауат башҡорт драма театрына эшкә алдылар, ә миңә урын юҡ. Дөрөҫөрәге, вакансия бар – тик сағыу, сибәр, мөхәббәт героиняһын уйнарлыҡ актриса кәрәк икән. Бәләкәй буйым менән тап килмәнем. Ошо мәлдә ғәрләнеп тә бөттөм. Әллә артислыҡты һайлап хаталандыммы икән, тип уйлана инем.
Шулай ҙа ижад юлым барыбер ошо театрҙа башланды – махсус рәүештә бер урын булдырҙылар. Оҙаҡ ҡына эшләгәндән һуң, 1991 йылда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына күстек. Тик яңы эш урынында ла “әллә яңылыштыммы?” тигән уйҙар тыуҙы...
Хәҙерге йәштәргә көнләшеп ҡарайым, сөнки гастролдәр оҙаҡ түгел, йә иһә ҡайтып йөрөйбөҙ. Ә элек ғүмер 75 көнгә тиклем бер туҡтамай “тәгәрмәс өҫтөндә” үтә торғайны хатта. Ҡайтһаҡ – балалар танымай, китһәк – онотоп бөтәләр, тигәндәй.
Ҡыҙымдың музыкаль яҡтан һәләте бар. Пединститутта уҡыған сағында ошо һәләтен күреп, уҡытыусылары “Ниңә бала саҡтан профессиональ рәүештә шөғөлләнмәнең?” тип һораған. Һуң ике айҙан ашыу гастролгә йөрөп, ҡасан баланы музыка мәктәбенә оҙатмаҡ та ҡаршы алмаҡ кәрәк? Ярай ҙа ябай мәктәпкә үҙе йөрөнө, йәнә беҙ өйҙә юҡта ҡустыһын ҡараны. Ошондай мәлдәрҙе иҫләһәң, йәнә уйланып китәһең. Тик быларҙы ҡорбан итеү, үкенес тип әйтмәйем, ә актер яҙмышының ни тиклем ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта мәғәнәле икәнлегенә ишара ғына яһарға теләйем. Был бит бер минең тормош түгел, ә тотош сәнғәт кешеләре яҙмышының бер сағылышы.
...Эйе, эштән китергә тип ғариза ла яҙҙым бер мәл. Тик ғариза яҙҙым да үҙем уйланам: артабан нисек йәшәрмен ошо һөнәрһеҙ? Эш урыны табырға була ул, ә бына театрһыҙ күҙ алдына килтерә алманым үҙемде.
— Тимәк, ҡалыплашҡанса әйткәндә, театр – һеҙҙең яҙмыш. Ә бына актриса, сәнғәт оҫтаһы булараҡ үҫешегеҙ нисек барҙы?
— Элек ҡайһы берҙә шуға асыуым ҡабара ине: “Ниса туғаным, һин нисек был тиклем һүҙҙәрҙе ятлап бөтәһең?” тип һорай торғайнылар. Ниңә уларҙы минең сәхнәләге образда өҙгөләнеп илауым йәки диуаналай көлөүем, уйнауым түгел, ә ҙур тексты иҫтә ҡалдырыуым ҡыҙыҡһындырҙы икән? Бәлки, асылып бөтмәгәнмендер, бәлки, тексты ғына иҫтә ҡалдырырлыҡ тамашасыға юлыҡҡанмындыр. Һаман сер булып ҡала. Әммә шуныһын ышаныслы әйтә алам: бер ҡасан да “текст ятлау ғына” маҡсатын ҡуйманым. Ғөмүмән, актер ундай уйҙарҙан йыраҡ торорға тейеш. Бөтә күҙәнәгеңә тиклем үҙең кәүҙәләндергән образға әүерелеү мотлаҡ.
Ижади үҫеш актерлыҡ оҫталығына төшөнөүҙәр, фекерең, рамкаң өҫтөндә эшләүҙәр аша килә. Кемгә нисектер, ләкин мин һәр образды йотлоғоп ҡабул итә инем. Актер, төп ролдәрҙән тыш, “инеп-сыҡҡан” бәләкәйҙәрендә лә үҫә бит. Һәр роль үҙенсә ҡиммәт, һәр образ спектаклгә ниндәй ҙә булһа яңылыҡ алып килә. Парадокс: шул кескәй генә ролеңдә һине тамашасы күреп ҡала, күтәреп ала.
Тәбиғәттән табип, тиҙәр. Кешенең тәнен телеп ебәреү, мәҫәлән, хирург өсөн ғәҙәти эш, ә кемдер ҡанды күтәрә алмай. Бында ла шулай – тәбиғәттән килә. Ғөмүмән, уҡытыусымы һин, йырсымы, уйлап табыу­сымы – асҡыс барыбыҙға ла тәбиғәттән һалына, әммә уны артабан үҫтереү ҡиммәт. Ғүмере буйы үҫешә актер. Мәҫәлән, әлеге көндә үҙемдең ижад кисәмә әҙерләнәм. Унда Рәми Ғариповтың поэмаһын уҡыйым. Нисәмә спектаклдә уйнаным, әммә һәр саҡ ныҡ тулҡынланам, сөнки мин беренсе тапҡыр – ҡысҡырып уҡыусы артист, йәғни чтец була инде, урыҫса әйткәндә.

Нимәләрҙән ваз кисә актриса?


— Нисәмә спектаклдә уйнаным, тинегеҙ, ә улар араһында актриса өсөн ниндәйҙер иң ҡиммәте бармы?
— Был тәңгәлдә лә һүҙ актер булмышына ҡайтып ҡала. Яблонскаяның әҫәре буйынса ҡуйылған “Ысынлап тамы?” спектаклендә актриса ролен уйнаным. Миңә ҡалһа, ошо спектакль беҙҙең тормош мәғәнәһен ҡыйыу рәүештә асып һала. Бахыр ҡатын ролде башҡарыр өсөн ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәй, хатта балаһын төшөртә. Тик шундай ҡорбандарға барып та, ул был бәхетте кисерә алмай – роль театр директорының ҡатынына бирелә...
Актер бирелгән роленә инер өсөн аҙналар буйына ас йөрөргә мәжбүр була, баш-ҡиәфәтен танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә, бөтөнләй сит телде, мәҙәниәтте өйрәнә, һуҡырҙы уйнай икән – һуҡыр булып йөрөргә лә риза, тик шул образды ғына тыуҙырырға яҙһын! Эйе, ҡайһы саҡта актриса өсөн ҡарынында яралған сабыйына ҡарағанда сәхнәлә яралғаны ҡәҙерлерәк булып китә...
— Ә бына, һеҙҙеңсә, актер һөнәрен, ошо тиклем хеҙмәтте халыҡ, дәүләт тейешенсә баһалаймы? Мәҫәлән, бөгөнгө ябай булмаған көндә?
— Илшат ағай Йомағоловтың әйткән бер һүҙе бар ине: “Кеше алҡыштарына алданып ғүмер үтте”, — тип шаяртыр булды мәрхүм. Эйе, беҙҙең уңыш тамашасы һөйөүенән тора. Шул һөйөү актерҙарға ла, ғөмүмән, театрҙарға ла ғүмер бирә. Шул һөйөү, ышаныс юҡ икән, тимәк, беҙгә лә шаршауҙарҙы ябырға ваҡыт.
...Илдә ҡан ҡойош. Бөйөк Ватан һуғышы бара. Кешеләр ас, фронтта ғына түгел, тылда ла үлемгә ҡаршы көрәшәләр. Ошо ҡот осҡос мәлдә лә театрҙар, филармониялар иҫән ҡала. Юҡ, уларҙың ҡотҡарыу­сылары – актерҙар, артистар түгел, ә халыҡ бит. Әгәр икенсе колхозға барып етергә дәүләт ат бирмәһә, халыҡ һуңғы икмәгенең яртыһын киҫеп, актерҙың ҡуйынына тыҡмаһа, ул труппа барып етер инеме? Әгәр барып еткәс, уларҙы әлегеләй ат башы ҡәҙәр йоҙаҡ менән бикле клубтар ҡаршы алһа – театр иҫән ҡалыр инеме? Инде әле әйткәнсә, “ябай булмаған” көндә шул мәлдәге ябай булмаған мәлдәрҙе иҫләргә кәрәктер. Халыҡ күтәрә, алҡыштарға күмә. Тик алҡыштар ғына баһаға лайыҡ актерға атҡаҙанған артист исеме таҡмай шул – быныһы ла бар. Баяғы спектаклдәге һымаҡ директор ҡатынына роль биреүҙәр һәм башҡалары ла бар, әлбиттә.
Стәрлетамаҡ тамашасыһына килгәндә, мин халҡыма мөкиббән ғашиҡмын. Ул үҙгәрештәрҙе лә сабыр ғына кисерә, етди талаптар ҡуйып, аяҡ дөбөрҙәтмәй, матур-матур тамаша көтә. Ә күңелдәре нескә, халыҡсан стәрлетамаҡтарҙың. Классик ижад өлгөләрен дә көтөп ала, алҡыштарға күмә. Хәстәрлекле лә ул. Бая әйткән һуғыш мәлендә театрҙарҙы һаҡлап ҡалған халыҡты күҙ алдына баҫтырам ирекһеҙҙән.
Шулай, театрҙа Ғәлиәбаныуҙы ла, Ғәлимәбаныуҙы ла уйнарлыҡ актерҙар, спектаклде ҡуйырлыҡ режиссерҙар, биҙәрлек рәссамдар ғына түгел, аңларлыҡ тамашасыһы булыуы ла шарт. Һуңғыһы беренсе сиратта.
— Һеҙ Филарит ағай мәрхүм менән ижади пар булдығыҙ. Бигерәк тә һуң­ғы йылдарҙа бергә матур-матур спек­таклдәрҙә уйнанығыҙ, мәртәбәле сара­ларҙан ҙур еңеүҙәр алып ҡайтты­ғыҙ. “Ғәлиәбаныу”, “Ҡыҙ урлау”, “Ҡоҙаса”, “Мәскәү-Васюки”, “Һөйәһең­ме, һөймәйһеңме?”... “Театр яҙы”, “Туғанлыҡ” фестивале. Был тамашалар, бәйгеләр һәм исемдәрҙе һеҙҙең берҙәм ижадтан айырып ҡарап булмай. Инде сәхнәгә яңғыҙ күтәрелергә тура килде. Нисек көс таба алдығыҙ?
— Ул киткәс, театр донъяһы ғына түгел, минең өсөн бөтә донъя бушап ҡалды. Ысынын әйтәм: уйландым – артабан сығырғамы-юҡмы? Мин сәхнәлә тамашасыны ла, стеналарҙы ла күрмәйем, уйнаған партнерым да – ирем түгел, дөрөҫөрәге, спектаклдәге ирем генә. Тик тормош, театр – барыбер барыһы бергә буталған. Бит тормош иптәшем, сәхнәләге партнерым, фекерҙәшем, балаларымдың атаһы, өҙөлөп һөйгән кешем – барыһын бер юлы юғалттым!
Шулай ҙа... ниндәй ҡарар ҡабул иткәнде беләһегеҙ – мин һаман да актриса. Әлбиттә, шундай мәлдәр ҙә булды: яңы партнерымды күрәм һәм сәхнәлә уйнап йөрөгән ерҙән һығылып илауҙан үҙемде саҡ тыйып ҡалам.
Икенсе партнер, тик өҫтөндәге кейеме – Филарит кейгән костюм, йырҙа – уның тауышы... Бәлки, барыһынан ваз кисергә кәрәк тә булғандыр. Тик миҙалдың икенсе яғы бар бит әле: спектаклдәр юғалмаһын тип борсолам. Күпме көс, теләк һалынған эш бит ул тамашалар. Тамашасы яратҡан, ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә спектаклдәр. Әлбиттә, бер кем дә алмаштырғыһыҙ түгел, тик яңы кешеләр, яңы боролош һәм ваҡыт талап итә. Нисек кенә булмаһын, ауыр һуғыш мәлендә лә, еңел ваҡытта ла бер хәҡиҡәтте иҫтән сығарырға ярамай: беҙ был ерҙә – ҡунаҡ ҡына, ә сәнғәт, ни генә тимәһендәр, мәңгелек!

Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.