Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи аҙыҡ, зауыҡ артынан
Рухи аҙыҡ, зауыҡ артынанНефтекама дәүләт филармонияһының Өфөгә концерт менән килеүе тураһында “Юлдаш” радиоһынан ишетеп ҡалдым. Уларҙың сығышы һәр саҡ яңылыҡ алып килеүен иҫәпкә алып, барлыҡ эшемде ҡалдырып, тамашаға йүгерҙем.


Филармония директоры Рәйес Исмә­ғилев, һәр ваҡыттағыса, элекке ябайлығын һаҡлап, тамашасыны ишек төбөндә үҙе ҡаршылап тора. Эйе, оҙаҡ йылдар Өфөлә яуаплы вазифаларҙа эшләгән Рәйес Абдрахман улына бында һәр кем таныш, яҡын кеүек тойола.
Концерттарҙы ҡалдырмай тиерлек йөрөгән танышым менән осрашып һөйләшеп торғанда ул: “Гел бер үк кешеләр концертҡа йөрөй ине. Бөгөн иһә таныш булмаған тамашасы күпселекте тәшкил итә, төрлө милләт вәкилдәре бар”, – тине.
Ысынлап та, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Нефтекама дәүләт филармония­һының “Ҡәрҙәштәр” башҡорт, “Ҡайтауаз” татар, “У Сем” марий эстрада төркөм­дәренең, “Түңгәүер” бейеү ансамбленең сығыштары бергә ҡушылһа, үҙе бер ҙур көс булып, оло тамашаға әйләнә. Был юлы ҡунаҡтар “Йырҙарым – йылдар ауазы” исемле бай концерт программаһын алып килгән.
Беренсе бүлек “Йөрәк балҡышы” композицияһы менән башланды. Артабан да йыр-бейеү сығыштары композициялар менән аралаштырып алып барылды. Улар араһында “Салауат Юлаев”, ҡурайға бағышланғандары бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Сараны матур итеп һүҙ оҫталары Розалия Иҙелбаева менән Илгиз Миңләхмәтов алып барҙы.
Концерт дуэттарға ла, яңғыҙ башҡарылған йырҙарға ла бай булды. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Раян Алтыншинды Өфө тамашасыһы бигерәк тә ярата: һәр сығышынан һуң уны сәскәгә күмделәр. Сүриә Ғималова ла көслө, моңло тауышы менән күңелдәрҙе тирбәлтте. Филармония йәш йырсыларҙы йәлеп итеү буйынса ла әүҙем эш алып бара. Ирина Халиҡова, Иҙел Исҡужин, Розалия Иҙелбаева, Азат Ҡарасурин, Руфина Йәнбирҙина, Лиана Ғәлина кеүек йәштәр бында үҙ урынын уңышлы тапҡан. Илгиз Миңләхмәтов рус телендә йырҙар бүләк итте. Илнур Мөфтәхов татар йырҙарын башҡарҙы.
Филармония солистары башҡары­уында “Һандуғас” попуррийы бигерәк тә уңышлы килеп сыҡты. Концертта донъя классикаһы булған Ж. Бизеның “Куплеты Эскамильо”, “Кармен” операһынан өҙөк, Лучи Далоның “Памяти Карузо” кеүек әҫәрҙәр ҙә яңғыраны.
Һәр ижади төркөмдөң үҙенең яратып башҡарған бейеүҙәре була. “Түңгәүер” бейеү ансамбле сәхнәгә сығарған “Турат”, “Нәркәс” башҡорт бейеүен, лирик хореографик күренешен, “Ҡалтасы марий­ҙары”, “Эй, йәнем” һәм башҡа бейеүҙәрҙе кинәнеп ҡараныҡ. Шулай уҡ “Зилалай”, “Өс татар”, “Елән” һәм башҡа бейеүҙәр ҙә алҡыштарға күмелде.
Рухи аҙыҡ, зауыҡ артынан Концертты әҙерләүселәр режиссураға ныҡ иғтибар иткән. Һәр шиғыр, йыр бе­йеү менән оҙатыла килде. Йырҙар башҡарылған мәлдә акробатик элементтар ҙа ҡулланылды. Экранда иһә теманы яҡтыртҡан ҡабатланмаҫ фотоһү­рәттәр, видеояҙмалар күрһәтелде. Филармонияла костюмдарға ла ныҡ иғтибар бирелә, һәм был артистарҙың һәр сығышына яңы кейем тәғәйенләнеүендә лә сағыла.
Ғөмүмән, тамашасы ике бүлектән торған сарала йөкмәткеле сығыштар ҡарап, рухи аҙыҡ, зауыҡ алып ҡайтты.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбелә Ғаилә йылына арналған китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора
Еңеүсе – Испания ҡыҙы

Еңеүсе – Испания ҡыҙы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама...

Тотош уҡырға 33

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә? 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле...

Тотош уҡырға 43

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән...

Тотош уҡырға 31

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә...

Тотош уҡырға 46

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Уң ҡулында булыр ҡурайы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 32

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыу бара Конгресс-холда фольклор фестивалдәре һәм традицион...

Тотош уҡырға 44

Бейей-бейей... юбилейға!

Бейей-бейей... юбилейға! 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына ниндәй генә ярыштар ойошторолмай беҙҙә! Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыһы һәм...

Тотош уҡырға 59

Көнсығыш моңдары яңғыраны

Көнсығыш моңдары яңғыраны 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы. Алтын көҙҙө алтын нурҙарына ҡойондорған...

Тотош уҡырға 56

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тәбиғәт ҡосағында тыуып үҫеп, шул мөхиттең барлыҡ булмышын, йәшәйеш үҙенсәлектәрен белеп-күреп...

Тотош уҡырға 47

Матурлыҡҡа мәҙхиә

Матурлыҡҡа мәҙхиә 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте тарихында яҡты йондоҙ булып балҡыған шәхестәр бихисап. Улар араһында...

Тотош уҡырға 52

Ил һәм тел хәстәрендә

Ил һәм тел хәстәрендә 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Кешемен тигән кеше иң элек ил һәм тел хәстәрендә йәшәй. Был иһә тормоштоң һәр тармағында төрлө...

Тотош уҡырға 54