Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Мүкләнеп өйҙә ятҡансы...Өфөлә “Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо!”, “Исемеңдә — һинең яҙмышың...” тип аталған ике концерт программаһын тамаша ҡылдым. Ниндәй матур, яғымлы, йөрәккә ятышлы һүҙҙәр менән аталған был программалар! Сибай концерт-театр берекмәһе, баш ҡала һәм район-ҡалалар халҡын ҡыуандырып, сағыу, ҡабатланмаҫ тамашалары менән гастролдәрҙә йөрөй.


Әле коллективҡа Башҡортостан­дың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов етәкселек итә. Концерттарҙың сценарий авторҙары – Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөһрә Фәйзуллина, Миләүшә Ҡаһарманова, Мотал Рәмов, режиссерҙары – Башҡортостандың атҡаҙанған артис­тары Миңзилә Ҡотошова һәм Нәсимә Ғиззәтуллина, музыкаль етәксеһе һәм йырҙарҙы сәхнәгә эшкәртеп сығарыусыһы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, алып барыусылары – нәфис һүҙ оҫталары, Эльза Юлдыбаева, Ғаяз Ғәйетбаев, Динислам Сафин.
Был ике концерт программаһының да йөкмәткеһе исеменә тап килә. Башҡарыу оҫталығы яғынан да йө­рәк­тәргә үтеп инә. Тамашасы, һәр сығышты көслө алҡыштарға күмеп, “афарин!”, “маладис!” кеүек ҡеүәтләү һүҙҙәре менән оҙатты. Мөхәббәт, бала һөйөүе, тәбиғәт ҡосағы, башҡорт моңо, ҡурайы, ҡумыҙы, гармун моңоноң һәр кемдең йөрәгенә үтеп инеүе – оло шатлыҡ!
Беренсе концерт вокаль-хореография композицияһы менән башланды. Альберт Салауатов башҡарыуында “Уйыл” башҡорт халыҡ йырын зал тын да алмай тыңланы. “Сибай” бейеү ансамбле “Баһадирҙар”, “Француз яулыҡ”, “Сыңрау торна”, “Ауыл егеттәре”, “Йәнгүзәлдә аулаҡта”, “Гармунһыҙ үтмәй туйҙар” бейеүҙәрен башҡарҙы. Баязит Байназаров, Фаил Йортбәков, Ғаяз Ғәйетбаев кеүек һәләтле йырсыларҙы тыңлап күңел ҡыуанды.
Ҡыҙҙар вокаль ансамбле башҡарыуында “Юлғотло”но, егеттәр вокаль ансамбленең “Ҡурай бәйете”н тамашасы алҡыштарға күмде. “Тархан” төркөмөнөң йырҙары ла бик фәһемле ине. Ҡурай, баян, гармун, думбырала уйнаусылар башҡорт көйҙәренән өҙөктәрҙе, “Саптар юрға”ны, “Ҡуңыр буға”ны бик оҫта, еренә еткереп уйнаны. Сөмбөл Моратова, Зәлиә Нурлы, Зәбирә Әминеваларҙың халыҡ йырҙары әле лә ҡолаҡ төбөндә яңғыраған кеүек. Ижади төркөм сығышын “Башҡорт ҡурайы”, “Уйнаһын ғына ҡурайым, тынмаһын туған телем!” йырҙары менән тамамланы.
Икенсе концерт иһә тамашасы менән аралашыу, һорауҙар биреү, башҡорт исемдәрен тергеҙеү, уларҙың мәғәнәһен аңлатыу, боронғо исемдәргә, уларҙың хәҙерге көндә лә һаҡланып ҡалыуын билдәләүгә ҡоролғайны. Сара тәрбиәүи яҡтан бик фәһемле булды. Сәхнәлә бәпестәр күтәреп, уларҙың тауыштарын ишеттереп, исем туйы нисек үтеүен дә күрһәттеләр. Таҡмаҡтар гел боронғо исемдәр менән бәйле ине.
“Сибай” бейеү ансамбле “Бүрәнәлә бейеү”, “Ҡарабай”, лак халыҡ бейеүе, “Тимербайҙың улдары”, “Гөлнәзирә” бейеүҙәрен халыҡтың йөрәгенә үтеп инерлек итеп, үҙенсәлекле башҡарҙы. “Яҙғы ташҡын”ды бөтә төркөм бейене, ретро йырҙарҙан өҙөктәрҙе, “Йәнбикә”, “Зөлфиә”, “Раушания”, “Эй, сибәр ҡыҙ!”, “Зөбәйҙә”, “Сәлимәкәй”, “Салауат”, “Уралиә”, “Ай-ли, Гөлмилә”, “Сәриә” һәм башҡа йырҙарҙың бөтәһе лә башҡорт исемдәренә арналған. Вәт башҡорт исемдәрендә һинең яҙмышың сағыла икән ул! Уларҙы иҫкә төшөрөү тәнгә лә, йәнгә лә рәхәт, шатлыҡ, үҙе бер мөғжизә ине. Халыҡтың үҙебеҙҙең исемдәргә шул тиклем һыуһағаны ошо сарала асылды ла инде...
Сара Мотал Рәмов һүҙҙәренә Илшат Яхин яҙған “Исемеңдә – яҙмышың” йырын күмәкләп башҡарыу менән тамамланды.
Өйҙә битарафлыҡҡа бирелеп ятҡансы, ошондай мәҙәни сараларға йышыраҡ йөрөргә, күңелгә моң, йөрәккә дәрт-ҡыуаныс алып йәшәргә кәрәк.

Өфө ҡалаһы.


Сабир ШӘРИПОВ, яҙыусы:

– Сибайҙарға рәхмәт! Баш ҡала филармонияһында улар шәп концерт менән ҡыуандырҙы. Тамашаның һәр һүҙе, һәр йыры йә бейеүе фәһемле фәлсәфәгә, исламиәт һәм халыҡ йолаларына нигеҙләнгән. Артистарҙың йәшлек дәрте, сағыу таланты, төҫө-килбәте ҡарап туйғыһыҙ! Замандаштар, бигерәк тә йәштәр һәм үҫмерҙәр, эркелешеп, кинәнеп, ғорурланып, уйланып ҡараһын ине был тематик программаны! Коллективтың ижади ҡеүәһе, оҫталығы хайран ҡалдырҙы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбелә Ғаилә йылына арналған китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора
Еңеүсе – Испания ҡыҙы

Еңеүсе – Испания ҡыҙы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама...

Тотош уҡырға 33

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә? 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле...

Тотош уҡырға 43

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән...

Тотош уҡырға 31

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә...

Тотош уҡырға 46

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Уң ҡулында булыр ҡурайы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 32

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыу бара Конгресс-холда фольклор фестивалдәре һәм традицион...

Тотош уҡырға 44

Бейей-бейей... юбилейға!

Бейей-бейей... юбилейға! 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына ниндәй генә ярыштар ойошторолмай беҙҙә! Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыһы һәм...

Тотош уҡырға 59

Көнсығыш моңдары яңғыраны

Көнсығыш моңдары яңғыраны 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы. Алтын көҙҙө алтын нурҙарына ҡойондорған...

Тотош уҡырға 56

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тәбиғәт ҡосағында тыуып үҫеп, шул мөхиттең барлыҡ булмышын, йәшәйеш үҙенсәлектәрен белеп-күреп...

Тотош уҡырға 47

Матурлыҡҡа мәҙхиә

Матурлыҡҡа мәҙхиә 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте тарихында яҡты йондоҙ булып балҡыған шәхестәр бихисап. Улар араһында...

Тотош уҡырға 52

Ил һәм тел хәстәрендә

Ил һәм тел хәстәрендә 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Кешемен тигән кеше иң элек ил һәм тел хәстәрендә йәшәй. Был иһә тормоштоң һәр тармағында төрлө...

Тотош уҡырға 54