Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Осҡондан ялҡын сығыр“Студент яҙы” фестивале сиктәрендә Башҡорт дәүләт университетында студенттарҙың “Осҡон” башҡорт халыҡ театр студияһы, Наил Ғәйетбаевтың “Иреңде миңә һат” тигән комедияһын сәхнәләштереп, тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.


“Осҡон” башҡорт халыҡ театр студияһы 2012 йылдан уңышлы эшләп килә. Улай ғына ла түгел, республика, Рәсәй кимәлен­дәге төрлө бәйгеләрҙә призлы урындар ҙа яулай. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алған Әлфинә Хәмзинаны театрҙың “әсәһе” тип атаһаҡ, бер ҙә хата булмаҫ, моғайын: тап ул башҡорт драма түңәрәгенә нигеҙ һала һәм, күп тә үтмәй, түңәрәк “Осҡон”ға әүерелә.
Театрҙың төп тәғәйенләнеше нимәлә? Әлбиттә, тамашасыны донъяуи мәшәҡәт­тәрҙән, ҡайғы-хәсрәттән ваҡытлыса булһа ла арындырып, сәхнә шаршауы артындағы мөғжизәле донъяға башкөллө сумырға мәжбүр итеү, ҡул һуҙымы ғына аралағы сәнғәт әҫәренә һоҡланыу, тамашалағы геройҙар менән бергә борсолоу һәм ҡыуаныу, күҙҙән йәш сыҡҡансы көлөү.
Ихлас күңелдән көлөү кешенең ғүмерен оҙайта, тигәндәре дөрөҫ булһа, “Осҡон” театры ҡуйған “Иремде һатам” комедияһына тамаша ҡылған һәр кем йәшәйәсәк йылдарына арыу уҡ ваҡыт өҫтәгән килеп сыға: студент-артистар, ысынлап та, спектаклде ҡарарға килгән һәр кемде йылмайырға мәжбүр итте. Уңышлы ҡоролған декорация, сәхнәләге һәр кемдең үҙ ролен бирелеп уйнауы барыһының да күңеленә хуш килде. Комедия үҙе лә еңел ҡабул ителә: кеше тупһаһында интеккән фатирһыҙ ике йәш ғаилә һәм берәү түгел, ике фатиры, етерлек аҡсаһы булып та һаман лайыҡлы ир-егет таба алмаған ике ҡатын-ҡыҙҙың тормошо үрелеп, бер ҡыҙыҡ хәлгә олғаша. Ҡатындар ирҙәргә әйтмәй генә үҙ-ара килешеү төҙөй: мә һиңә фатир һатып алырға аҡса, йәки ал минең бер фатирымды, тик шуның өсөн бир миңә хәләл ефетеңде, һөҙөмтәлә бүре лә туҡ, һарыҡ та иҫән. Бына ошо ваҡиғалар нигеҙендә тәгәрәгән ҡар өйөмөләй һаман ҡуйыра, ҙурая барған күренештәр спектаклде тын да алмай, онотолоп китеп ҡарауға булышлыҡ итә.
Актерҙар составы күп түгел: Ринат Риз­ванов, Элина Усманова, Алина Ғәлиева, Руслан Ишғәрин, Диана Вәкилева, Раушания Ғиндуллина – һәр береһенең уйыны үҙенсә арбай. Шулай ҙа Диана Вәкилева менән Руслан Ишғәринде билдәләп үтергә кәрәктер, уларҙың уйнауына ҡарап, Станиславский, моғайын да, “ышанам!” тип әйтер ине: Диана сәрелдәгерәк холоҡло, хәләл ефетен игәргә яратҡаныраҡ ҡатын-ҡыҙ төрөн бик яҡшы асып бирһә, Руслан инде Чечня тарафтарында ут-һыу кисеп, бер аҙ ҡыҙыу ҡанлыға әйләнгән, үҙ һүҙен һүҙ итергә ынтылған, әммә самаһын тойоп, урынында яғымлы ла була белгән ир-егет ролен оҫта уйнаны. Был икәүҙең мимикаһына ғына ҡарап та ләззәт алып була ине, минеңсә.
Спектакль һуңында Руслан менән бер аҙ әңгәмәләшеп алыу бәхете тейҙе.
— Премьера булғас, зал тулы тамашасы булыр, тигән өмөттә инек. Шулай ҙа килгән, ҡараған кешеләргә ҙур рәхмәт, эшебеҙ бушҡа булманы. Үҙемә килгәндә, театр мөхитенә мин өлкән кластарҙа уҡығанда уҡ килеп эләктем.
— Нисек уйлайһың, комедияны ҡуйыу ауырмы, әллә, киреһенсә, драма әҫәрҙәренме? — тип ҡыҙыҡһындым.
— Комедияны, сөнки кешене илатыуы еңел, ә көлдөрөү өсөн арыу уҡ көс түгергә кәрәк, — тип яуапланы Руслан.
Әйткәндәй, “Осҡон” театр студияһы ҡуйған премьераға “Иремде һатам” комедияһының авторы, күренекле яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаев үҙе лә килгәйне, шуға күрә актерҙар икеләтә яуаплылыҡ тойғандыр әле. Был да, һис шикһеҙ, спектаклдең уңышлы килеп сығыуына тағы бер сәбәп.
“Осҡондан ялҡын сыға”, – тиҙәр үҙҙәре хаҡында студенттарҙың башҡорт халыҡ театр студияһы вәкилдәре. Уларҙың репертуарын был комедиянан тыш тағы ла Флорид Бүләковтың “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?”, Леонардо Герштың “Ах, эти свободные бабочки” һәм башҡа спектаклдәр биҙәй. Әҫәрҙәрҙең һәр береһенә шулай яуаплы, һөнәри күҙлектән ҡарап, бирелеп уйнай “осҡондар”. Ысынлап та, уларҙың киләсәктә ҙур бер илаһи ижади ялҡын булып, күптәрҙең йөрәген йылытасағына тамсы ла шигем юҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбелә Ғаилә йылына арналған китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора
Еңеүсе – Испания ҡыҙы

Еңеүсе – Испания ҡыҙы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама...

Тотош уҡырға 33

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә? 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле...

Тотош уҡырға 43

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән...

Тотош уҡырға 31

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә...

Тотош уҡырға 46

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Уң ҡулында булыр ҡурайы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 32

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыу бара Конгресс-холда фольклор фестивалдәре һәм традицион...

Тотош уҡырға 44

Бейей-бейей... юбилейға!

Бейей-бейей... юбилейға! 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына ниндәй генә ярыштар ойошторолмай беҙҙә! Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыһы һәм...

Тотош уҡырға 59

Көнсығыш моңдары яңғыраны

Көнсығыш моңдары яңғыраны 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы. Алтын көҙҙө алтын нурҙарына ҡойондорған...

Тотош уҡырға 56

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тәбиғәт ҡосағында тыуып үҫеп, шул мөхиттең барлыҡ булмышын, йәшәйеш үҙенсәлектәрен белеп-күреп...

Тотош уҡырға 47

Матурлыҡҡа мәҙхиә

Матурлыҡҡа мәҙхиә 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте тарихында яҡты йондоҙ булып балҡыған шәхестәр бихисап. Улар араһында...

Тотош уҡырға 52

Ил һәм тел хәстәрендә

Ил һәм тел хәстәрендә 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Кешемен тигән кеше иң элек ил һәм тел хәстәрендә йәшәй. Был иһә тормоштоң һәр тармағында төрлө...

Тотош уҡырға 54