Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡояш шикелле көләс Сафуан
Ҡояш шикелле көләс СафуанСафуан менән беҙ — йәштәштәр. Ҡырҡ беренсе йылда тыуған яҙыусылар бөтәһе ун өс. Бына уларҙың тулы исемлеге: Рафаэль Аҙнағолов (13 февраль, Ырымбур өлкәһе), Сафуан Әлибаев (21 февраль, Салауат районы), Ҡәҙим Аралбаев (1 сентябрь, Хәйбулла районы), Рәиф Әмиров (3 ноябрь, Балтас районы), Спартак Ильясов (4 ноябрь, Учалы районы), Марс Нуриев (15 июнь, Көйөргәҙе районы), Рауил Ниғмәтуллин (12 май, Ишембай районы), Наил Ҡотдосов (10 октябрь, Туймазы районы), Әхмәт Орбелин (4 сентябрь, Өфө ҡалаһы), Әнисә Таһирова (15 декабрь, Ишембай районы), Камил Хажиәхмәтов (8 сентябрь, Өфө районы), Радик Хәкимйәнов (25 август, Ҡыйғы районы), Тимерғәле Килмөхәмәтов (19 декабрь, Ҡырмыҫҡалы районы).
Бөгөнгә ошо ун өстөң етәүһе иҫән. Беҙҙең быуынды “Һуғыш осоро балалары” тип йөрөтәләр. Беҙҙән ике-өс йәшкә генә өлкән Рауил Бикбаев (1938), Ирек Кинйәбулатов (1938), Тимер Йосопов (1938), Вафа Әхмәҙиев (1937), Әхмәт Сөләймәнов (1939), Ғәзим Шафиҡов (1939), Роберт Байымов (1937), ике-өс йәшкә кесерәк Әсхәл Әхмәтҡужин (1942), Хәсән Назар (1942), Динис Бүләков (1944) шулай уҡ ошо төркөмгә инә, әлбиттә.



Ике тиҫтәләп тиҫтер яҙыусылар үҙ заманын, үҙенең замандашын сағыу кәүҙә­лән­дереүгә өлгәшкән ҡәләм оҫталары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, күренекле шәхестәр булып танылды, башҡорт әҙәбиәтендә лайыҡлы урын алды. Был яңы быуын яҙыусылары үҙҙәренән алдағы Абдулхаҡ Игебаев, Әнғәм Атнабаев, Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Рәйес Низамовтар тулҡынын уңышлы дауам итте һәм тулыландырҙы.
Сафуан Әлибаевтың әҙәби ижадтағы, журналистика өлкәһендәге ижади ҡаҙа­ныш­тары юғары наградалар һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнгән. Ул — Г.Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара почетлы диплом лауреаты (1996), Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты (1986), БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Сафуандың шиғырҙарында айырыуса шул күҙгә ташлана: поэтик образдарҙың һәр береһендә тип әйтерлек уның үҙе күҙ алдына баҫа. “Беҙ үҫкәндә” исемле шиғырҙан ошондай строфаны алайыҡ:
Буй-һыныбыҙ “ҡойоп ҡуйған” түгел,
Нишләйһең һуң — булды яу йылы.
Яңы тәпәй баҫҡан сабыйға ла
Тейҙе уның әсе дауылы.
...Беҙҙең әле ҡырыҫ күңелдәрҙән
Өлгөрмәгән һағыш таралып —
Үҫкән саҡта беҙ ҡояшҡа түгел,
Ҡара ергә күберәк ҡараныҡ.
“Табанса” исемле шиғырҙа Сафуан былай ти:
Аяҡтарға кейер галош та юҡ,
Булманы шул йәшәп заманса,
Быймаларҙың төбө тишелгәндә,
Һала ине атай табанса.
(1993).
Ҡояш шикелле көләс СафуанСафуан Әлибаев ғүмер буйы эш кешеһе булды, бик яуаплы вазифалар башҡарҙы. 1966 — 1985 йылдарҙа “Башҡортостан пионеры” гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, баш мөхәррир, 1986 — 1991 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында баш мөхәррир урынбаҫары, 1995 йылдан Ә. З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры, 1998 — 2002 йылдарҙа “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире булды. Тиҫтәләрсә йылдар дауамында Башҡортостан Яҙыусылар союзында идара ағзаһы, балалар әҙәбиәте секцияһы етәксеһе, Башҡортостандың Министрҙар Кабинеты ҡарамағындағы Терминология комиссияһы ағзаһы... Ул ошолай тип яҙған:
Мин тағы ла, билде биштән быуып,
Эш башлайым — ваҡыт ҡәҙерле.
Миңә, ярай, бер кем биргәне юҡ
“Эш ташларға!” тигән әмерҙе.
Сафуандың көләс йөҙө, осҡор күҙҙәре һәр саҡ мөхәббәттән тулышҡайны. Ошо хәле уның шиғырҙарына күскән.
Мөхәббәттән донъям айырмаһын,
Ғашиҡ булдым, гүйә, мең ҡабат.
Ҡош-ҡорттарын бары бер күреп тә,
Бер ишетеп алдым мең һабаҡ.
Был донъяға рәнйеш-ҡарғышым юҡ,
Күк күкрәһен, йәшен йәшнәһен,
Йәшәүҙәрем бары шуның өсөн —
Минән һуң да донъя йәшәһен.
(1973).
Ҡояш шикелле көләс СафуанСафуан, бер ҡараһаң, бик йомшаҡ күңелле, бер ҡараһаң, аяуһыҙ ҡурҡыныс хәҡиҡәттең күҙенә тура ҡарарға, хаҡ һүҙҙе әйтергә батырсылыҡ итә. Бына нисек ҡәтғи әйтеп ҡуя ул бер шиғырында:
Баш осомда булһа ай-ҡояшым,
Албырғатмаҫ ялған йылтыраҡ.
Үкенмәйем, яҙмыш табанында
Булмамын мин еүеш олтораҡ.
Үкенестәр бары артта һымаҡ,
Ҡоттар алыр йәшен йәшнәмәҫ;
Инде ҡыя йәнде бер үкенес —
Йәшәлгәне ҡәҙәр йәшәлмәҫ...
(1985).
Был шиғырҙы яҙған саҡта шағирға 44 йәш ине. Ә уйҙар, уйланыуҙар ҡайһылай тәрәнгә төшкән! Аҡһаҡалдар аҡылы ята был юлдарҙа. Ғөмүмән, Сафуандың китаптарында ғүмерҙең сикләнгән булыуы хаҡында әсенеүле уйланыу, болоҡһоу хис-тойғолар йыш осрай.
Устарымдан аҡҡан ҡом шикелле,
Тағы күпме көндәр ағылыр?
Мин белмәйем,
Һуңғы йырым бөгөн,
Иртәгәме әллә яҙылыр?..
(1990).
***
Бер ҡараһаң, был ғүмерем —
Ике тауҙың араһы:
Береһе — тыуым, икенсеһе...
Килмәй телгә алаһы.
Яҙмыш тигән аҡланымда
Эй килә сабып ҡалғы!
Шуға ғына эсем боша —
Йоҡара бара салғы...
(1990).
Ҡояш шикелле көләс СафуанКеләш ауылы янындағы яҙыусылар дачаһында беҙ тиҫтәләрсә йылдар күрше булып йәшәнек. Өйҙәребеҙ бер рәткә ошолай теҙелеп киткән: Вафа Әхмәҙиевтеке, беҙҙеке, Сафуандарҙыҡы, Динис Бүләковтыҡы, Тәлғәт Сәғитовтыҡы, Булат Рафиҡовтыҡы...
Әле баҡса өсөн бирелгән урынды (Ҡыҙҙар тауында) сетка менән уратып алырға йөрөгән көндәрҙә беҙ, ирҙәр, шым ғына былай тип һөйләшәбеҙ: “Өй һалып алһаҡ, Алла бойорһа, тып-тыныс тәбиғәт ҡосағында иҫ киткес шәп китаптар яҙырбыҙ... Ҡатындарыбыҙға һиҙҙермә­йенсә генә, ҡайһы бер саҡта ҡунаҡҡа ҡыҙҙар алып килербеҙ. Тыуған көндәрҙе, төрлө байрамдарҙы йыйылышып, бергә­ләп үткәрербеҙ”.
Бындай матур, татлы хыялдарҙың байтағы тормошҡа ашты шикелле. Береһе генә үтәлмәй ҡалды. Ҡыҙҙар алып килеү бөтөнләй мөмкин булмай сыҡты. Фәнил Әсәновтың ҡатыны Лена еңгә, Динис Бүләковтың ҡатыны Рәйлә, башҡалар ҡайтмайынса, йәйгеһен баҡсала айҙар буйы ятты. Баҡсаға кем килә, кем сыға — барыһы “серле күҙәтеү” аҫтында. Шундай күҙ-ҡолаҡ төн тимәй, көн тимәй туҡтауһыҙ “эшләгәндә” ниндәй мутлыҡ ҡылырһың?..
Сафуан үтә тыйнаҡ кеше булып хәтерҙә ҡалған. Бер ваҡыт Башҡортостан Яҙыу­сылар союзының идара ултырышында Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге әҙәби премияға кандидаттар күрһәтеү ҡарала. Тәүгеләрҙән Сафуан Әлибайҙың исеме әйтелде. Уның “Һайланма әҫәрҙәр”енең I томы баҫылып сыҡҡайны. Әммә үҙе ҡаршы төштө. Идара ағзалары төрлөсә итеп уны көскә ризалаштырҙыҡ. Сафуан Әлибаев шул йылда ошо премияға лайыҡ булды. Уның ниндәйҙер наградалар, премиялар, исемдәр өсөн дәғүәләшеп йөрөгәне хәтерҙә юҡ.
Сафуандың күңел донъяһы йыр-моң, хис-тойғо менән мөлдөрәмә тулышҡан була торғайны. Шуғалырмы, уның шиғриәте лә һутлы, яғымлы, хисле, лирика менән һуғарылған. Уның күп шиғырҙары йырлап тора. Ошоно раҫлаған бер нисә өлгөгә мөрәжәғәт итәйек:
Мин ҡулыма ҡәләм алам:
Донъяны уйлағанда,
Күңелем илағанда,
Йөрәгем йырлағанда...
Ҡайһы сиктән ҡайһы ярға
Ағалыр был ғүмерем?
Уның сиге юҡтыр һымаҡ,
Йырлап торғас күңелем...
(1957).
***
Йылдарҙың да, елер юлдарҙың да
Онотолдо сиге, ахыры.
Ҡоластарым йәйеп киләм әле,
Саҡрымдарым торғас саҡырып.
Лирик шағир, лирик шиғриәт тиһәң дә, тертләтеп, йөрәкте семетеп алғандары ла осрай Сафуандың ижад баҡсаһында.
Бына “Йылан саҡты” шиғырын алып ҡарайыҡ.
Аңғармаҫтан мине йылан саҡты,
Теләгәндер бөгөлөп төшөр тип.
Ялан аяҡ ҡуҙға баҫтыммы ни —
Йөрәгемде алды бешереп.
Саҡты... инде мин дә борғаланыр,
Гел шыуышып, шыңшып йәшәр тип,
Ә шыуышҡас, әллә ҡайҙа бармаҫ тип,
Үҙ тынына үҙе сәсәр тип.
Сайҡалып та ҡуйҙым, йығылманым,
Мин шул көйө — нисек тыумыштан.
Тик күңелем генә һиҙгер хәҙер —
Ҡайҙарҙалыр йылан шыуыша.
Аңғармаҫтан мине сағып алды,
Ул ҡайнатты ғына һарыуҙы.
Саҡҡан саҡта, ярай, йылан белмәй:
Кемгә дауа, кемгә ағыулы?..
Сафуан Әлибаев ғәжәйеп үҙенсәлекле әңгәмәсе ине. Яҙыусылар дачаһында, төрлө-төрлө баҡса эштәренән бушап, ял итеп алған арала күршем үҙе тураһында матур көләмәстәр уйлап сығара торғайны. Ул көләмәстәрҙең ҡайһы берҙәре донъяңды онотоп көлөрлөк килеп сыға. Шуларҙың иң ныҡ хәтерҙә ҡалғандарын теркәп китәйем.

Беренсе көләмәс:
“Бишенсе монгол...”


Ҡайһылыр бер йылда Башҡортостанға монгол яҙыусылары делегацияһы килә. Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Динис Бүләков, Сафуанды саҡырып алып, ошо ҡунаҡ яҙыусыларҙы Мәләүез районына сәфәргә алып барырға тәҡдим итә. Тегеһе ризалаша. Монголдар — дүртәү. Сафуан — бишенсе. Мәләүез ҡалаһында делегацияны бик ҙурлап, бик йылы ҡаршы алалар. Тик мәләүездәрҙе бер нәмә аптырауға төшөрә. Улар Өфөнән, Динис Бүләков шылтыратыуы буйынса, дүрт монголды көтә. Уйламаған-нитмәгәндә биш монгол килеп төшә. Ошо хаҡта Өфөгә — Динисҡа хәбәр итәләр. Бүләков былай тип һорай:
— Бишенсе монголдың исем-фамилияһын әйтегеҙ әле? Яҙып алайым, хәҙер үк был яңылыҡты Хөкүмәткә белдереп ҡуйырға кәрәк.
Мәләүездән былай тип яуап бирәләр:
— Уның исем-шәрифе бик ябай — Сафуан Әлибай!..
Эштең нимәлә икәнен шунда уҡ аңлап алған Динис Бүләков, ғәҙәтенсә, бүлмә яңғыратып көлә. Ошо көтөлмәгән яңылыҡты ҡәләмдәштәргә мәҙәк итеп һөйләй. Шунан китә таралып яҙыусылар араһында яңы көләмәс: “Сафуан Әлибаев — “бишенсе монгол”.
Был көләмәсте һөйләп бөткәс, Сафуан, серле йылмайып, һүҙҙе үҙенсә ослап ҡуя:
— Ысынын әйткәндә, был мәрәкәне үҙем уйлап сығарҙым. Мәләүез егеттәренең, Динис дуҫымдың шаянлыҡтары ла ҡатнашҡан инде... Ә шулай ҙа кешеләр ышанды, ысынлап та, булған хәл тип уйланы. Уйлаһалар-уйлаһындар әйҙә. Мин бит ысынлап та монгол кешеһенә тартым. Тик бер төҙәтмә кәрәк: башҡортҡа оҡшаған һөйкөмлөрәк, мыҡтыраҡ монгол.

Икенсе көләмәс:
“Салауат Юлаев та
Сафуан Әлибаев ҡына”


Бер нисә яҙыусы бергә йыйылған саҡта, һәр ваҡыттағыса, бер үк темаға бәхәсләшергә ярата: кемдең районынан иң күп яҙыусылар сыҡҡан?
Китә ҡыҙыу бәхәс. Берәүҙәр әйтә, иң күп яҙыусы — беҙҙең Шишмә районынан. Икенселәр — Ғафури районынан, ти, өсөнсөләр әйтә: Ишембай районынан егермеләп яҙыусы сыҡҡан.
Сафуан Әлибаев, ҡәләмдәштәренең кемуҙарҙан бәхәсләшкәнен тыңлап тора ла бер генә һүҙ әйтә:
— Беҙҙең Салауат районынан сыҡҡан яҙыусылар күп түгел. Салауат Юлаев та Сафуан Әлибаев ҡына...
Шул урында бәхәсләшеүгә нөктә ҡуйыла.


Өсөнсө көләмәс:
“Ике күҙгә икәү булһын”


Яҙыусыларға әҙәби осрашыуҙарҙа сығыштар тамамланғас сәй табынында ҡатнашырға тура килә. Ашап-эсеү алмаш-тилмәш тост әйтеүҙәр менән аралашып бара. Һәр яҙыусыға һүҙ бирелә.
Сафуан үҙенең тосын, ғәҙәттә, былай тип йомғаҡлай:
— Беҙҙең яҡта “ике күҙгә — икәү булһын” тип күтәрәләр.
Был һүҙ һәр саҡ бик үтемле булып сыға...

Дүртенсе көләмәс:
“Пионер Сафуан...”


1965 йылда V курс студенты Сафуан Әлибаев “Башҡортостан пионеры” гәзите редакцияһына әҙәби хеҙмәткәр булып эшкә урынлаша. Был ваҡытҡа университет студенты балалар шағиры булып таныл­ғайны. Университетта дәрестәр тамам­ланғас, папкаһын ҡултығына ҡыҫтырып, редакцияға ашығыр булды. Ҡатыны Фәрҙиәгә лә, һабаҡташтарына ла өҙөп-һуҙып тормайынса, бер генә һүҙ әйтә:
— Пионер Сафуан эшкә ашыға. Мине унда “пионерҙар” көтә.
Шунан инде уға: “Сәләм, пионер Сафуан!”, “Һаумы, пионер Сафуан!” тигән һүҙҙәр йәбешә.

***
”Пионер Сафуан” көләмәсен икәү бергә иҫкә төшөрөп ултырһаҡ, Сафуан, ғәҙәттә, һүҙҙе былай тип ослап ҡуйыр ине:
— Был — бик тапҡыр лаҡап. Ул саҡтағы булмышыма тап килеп торған. Бер төрлө, үҫмер малай шикелле дәүер. Шағир булырға, журналист булырға, университет тамамлап, дипломлы кеше булырға күңелем атлығып, талпынып торған мәл. Үҙемде ҡыҙыл галстуклы пионер шикелле хис итеп ҡайнап-тулышып йөрөгән көндәр. “Пионер Сафуан” ҡушаматы миңә йөҙмә-йөҙ тап килгән. “Пионер Сафуан” — тормошомдоң иҫтәлекле, бик ҡәҙерле бер бите ул.
...Көндәр, айҙар, йылдар туҡтауһыҙ бер-бер артлы ағыла торҙо. Беҙ, ҡырҡ беренселәр, һуғышта һәләк булған атайҙарыбыҙҙың йәшенә еттек, икеләтә үтеп киттек. Йәшәлгән йылдарыбыҙҙың иҫтәлеге булып китаптарыбыҙ кәштәләрҙә урын алды. Донъябыҙҙы артабан алып китерлек, нәҫел тамырҙарыбыҙҙы дауам итерлек улдарыбыҙ үҫте. Сафуан менән Фәрҙиәләрҙә — Салауат Әлибаев, беҙҙә Азамат Килмөхәмәтов ергә аяҡ баҫты. Салауат менән Азамат йәйгеһен баҡсала бергә уйнап, бер-береһенә иптәш булып дуҫлашып, ҡулдан килгәнсә баҡса ҡарашып йән һәм тән нығытты. Икеһе лә Башҡорт дәүләт университетында уҡып, диплом алдылар. Мәле еткәс, кәләшле лә булдылар.
Ейән-ейәнсәрҙәр донъяға килде. Хәҙер инде беҙ — олатай-өләсәйҙәр. Әйләнгән һайын бер теләк теләнек: “Хоҙай Тәғәләм, ошо балаларға иҫәнлек бир, донъялар тыныс булһын, балаларыбыҙ һуғыш күрмәһен!”
Яҙыусылар дачаһындағы бер матур йола һәр йәйҙә дауам итте. Иң матур ғәҙәт — кемдеңдер өйөндә йыйылып, өр-яңы яҙылған әҙәби әҫәрҙе уҡыу һәм тыңлау ине.
Әлибаевтарҙың өйөндә хужа уҡыған шиғыр бөгөн дә ҡолаҡ төбөндә ишетелгән шикелле:
Һағаланы юлда яланғаслыҡ,
Бил һынатыр аслыҡ йыш сыҡты.
Берәмтекләп йәйҙем мин рухыма
Ғүмерҙә лә бөтмәҫ ризыҡты.
Мөхәббәттән донъям айырмаһын,
Ғашиҡ булдым, гүйә, мең ҡабат.
Ҡош-ҡортон бары бер күреп тә
Бер ишетеп алдым мең һабаҡ.
...Әҙәм күрке — сепрәк, тиһәләр ҙә,
Минең күркем булды йыр-шиғыр.
Мин белмәйем, ҡайһы бәйгеләрҙә
Елә килеп өнөм тонсоғор?
Был донъяға рәнйеш-ҡарғышым юҡ,
Күк күкрәһен, йәшен йәшнәһен.
Йәшәүҙәрем бары шуның өсөн,
Минән һуң да донъя йәшәһен!
...Яҙмаларымда Сафуан менән Фәрҙиәнең ғаилә тормошон төшөрөп ҡалдырһам, иҫтәлек һәм уйланыуҙарым тулы булмаҫ.
Улар студент саҡта өйләнеште. Сафуандар төркөмөндә (филология факуль­тетының башҡорт-рус төркөмө, 1961 йыл, I курсҡа уҡырға ингән студенттар төркөмө), ни ғәжәптер, өйләнешеү бик “ҡыҙыу” барҙы. Әхмәт Сөләймәнов менән Флүрә, Вафа Әхмәҙиев менән Фәриҙә, Биктимер менән Люциә, Диас Йәнтүрин менән Тәнзилә студент саҡта ғаилә ҡорҙо. Улар 1-се ятаҡта йәшәне. Берәй йомош менән бүлмәләренә барып керһәң, үҙ күҙеңә үҙең ышанмай ғәжәпкә ҡалаһың, бөтә нәмә үҙ урынында һәм ялт итеп тора. Өҫтәлдә ашъяулыҡ, ишектәге сөйгә көҙгө эленгән. Аҫылмалы кәштәләрҙә китаптар теҙелгән. Тәҙрә төбөндә — гөл һауыттары. Һауыт-һаба, кейем-һалым — һәммәһе — үҙ урынында. Тәҙрәлә — селтәрҙәр. Иҙән тап-таҙа итеп йыуылған. Бөхтәлеккә, ыҡсымлыҡҡа иҫең китерлек.
Сафуан менән Фәрҙиәне ныҡлы ғаилә итеп берләштергән иң төп әйбер — рухи донъя байлығы һәм уртаҡлығы, әҙәби-художестволы ижад хәстәрлеге. Улар донъя ҡыуманы. Дачала ике-өс ҡатлы коттедж төҙөмәне. Шыршы ағасынан буралған ыҡсым ғына (5х5 метр ҙурлығында) бүрәнә өй һалдылар. Шундай уҡ мунса күтәрҙеләр. Шуныһы ла бар: был донъяны (йортто, мунсаны) улар, башҡаларҙың алдынан сабып сыҡмайынса, күрше-тирәнән бер нисә йылға аҙаҡҡа ҡалып ҡорҙо. “Жигули” автомобилен дә Сафуан иң аҙаҡтан һатып алды.
Ә уларҙың ижад донъяһы туҡталыу белмәйенсә дауам итте, байыға, киңәйә, баҙыҡлана барҙы. Ижад итеү тынғы белмәне. Телерадиоэфирҙан, сәхнәләрҙән Сафуандың шиғырҙары, йырҙары көн дә тип әйтерлек яңғырап торҙо, гәзит-журналдарҙа яңы шиғыр шәлкемдәре әленән-әле баҫылды, китаптары донъя күрҙе.
Фәрҙиә Әлибаева иһә Ҡурсаҡ театрында әҙәбиәт бүлеге етәксеһе вазифаһында театр һәм драматургия белгесе булараҡ лайыҡлы танылыу алды. Фәрҙиә төплө аҡыллы, сабыр холоҡло ҡатын булды. Уның яратҡан бер һүҙе бар ине. Кәрәк саҡта, кәрәкле урында ғына: “Мин бына шулай уйлайым”, — тип өндәшер ине.
Берҙән-бер көн беҙҙең арала ошондай һөйләшеү булды.
— Салауат улыбыҙ быйыл мәктәпте тамамлай. Мин шулай тип уйлайым: ул БДУ-ның журналистика бүлегенә уҡырға инһә, яҡшы булыр. Ҡала балаһы тиһәк тә, башҡортса яҡшы белә. Башҡортса ла, русса ла яҙыша алыр. Уҡырға инеп китһә, ҙур шатлыҡ буласаҡ. Ни тиһәң дә, Башҡорт дәүләт университеты — үҙебеҙ белем алған уҡыу йорто. Өҫтәүенә, Тимерғәле ҡор­ҙаш, Салауат улыбыҙ һинең күҙ алдын­да буласаҡ. Быныһы ла бик мөһим бит әле.
Фәрҙиәнең теләге тормошҡа ашты. Салауат Әлибаев, журналистика бүлеген уңышлы тамамлап, диплом алды. Уҡыу йылдары барышында Салауаттың уҡыу, тәртип хәлдәрен минең янға килеп, белешеп-һорашып торҙо әсәй кеше. Ә студент егет минең етәкселектә курс эштәре яҙҙы һәм диплом эше яҡланы.
Шундай урынлы һорау тыуа: баланың яҙмышын ыңғай хәл итеү бурысын Фәрҙиә ни өсөн күбеһенсә үҙ өҫтөнә ала? Атайҙы баланан һис тә ситләштереү түгел ине был. Киреһенсә, ғәзиз ире хаҡында хәстәрлек күрә ҡатыны: Сафуанды бик тә яуаплы һәм мәшәҡәтле ойоштороу эшенән (“Башҡортостан пионеры” гәзитенең баш мөхәррире) бүлдермәҫкә тырышҡандыр. Шағир Сафуандың әҙәби ижад эшенән өҙлөкмәйсә, тәбиғи ағышында дауам итеүен теләгәндер.
Шуны ла өҫтәп әйтәйем: Сафуан менән Салауаттың үҙ-ара мөнәсәбәте атай менән ул араһындағы татыулыҡ, аңлашыусанлыҡ рухында булды. Был хәҡиҡәт тиҫтеремдең ҡаты ауырып түшәккә ятҡас, айырыуса ныҡ асыҡланды. Атаһын тәрбиәләргә Салауат ҡулынан килгәндең бөтәһен эшләне: мунса керетте, кейемдәрен алмаштырҙы, кәрәкле дарыуҙар килтерҙе. Өфө менән Ҡыҙҙар тауындағы Яҙыусылар дачаһы араһында көнөн дә, төнөн дә “Жигули”ҙа елдереп йөрөнө. Ә Фәрҙиә ҡайтмайынса дачала йәшәп тәрбиәләне ирен.
Фәрҙиә менән Сафуандың үҙ-ара рухи яҡынлығын айырыуса асыҡ дәлилләгән бер мөһим хәл-ваҡиға бар. Бер ваҡыт көтмәгәндә Фәрҙиә Сафуанға балалар өсөн пьеса яҙырға кәңәш бирә. Кәңәште ул үҙенең яратҡан һүҙенән башлай.
— Мин шулай уйлайым, — ти ул. — Һинең шиғырҙарыңды балалар ныҡ яратып уҡый, сөнки уларҙа үҙҙәрен күрә һәм таный. Шулай булғас, Сафуан, һин улар өсөн пьеса ла яҙа алаһың. Һәм яҙырға тейешһең. Һин яҙырһың, мин уҡырмын. Үҙебеҙҙең Ҡурсаҡ театрында ҡуйырбыҙ.
Сафуан аптырай төшә. Бер килке уйлана: бисә биргән аҡыл буйынса йәшәргәме, әллә ҡул һелтәргәме?..
Шағир Сафуан, икеле-микеле уйҙарҙы ситкә ҡуйып, шиғри ҡәләмен драматургияла һынап ҡарай. “Айыу бабай йоҡламай” исемле пьеса килеп сыға. Республика Ҡурсаҡ театрында был әҫәр буйынса спектакль ҡуйыла (1992). Артабан “Сәйер сәйәхәт” спектакле сыға (шул уҡ театрҙа оҙаҡ йылдар барҙы). “Салауат саҡырыуы” исемле тамашаһы сәхнәгә үрләй. Театр ошо спектакль менән Һамарҙа, Монголияла фестивалдәрҙә ҡатнаша (режиссеры — Гөлнара Вәлитова). “Алтын ҡанат” пьесаһы буйынса ижад ителгән тамаша Сибай театрында уңыш ҡаҙанды. Ҡуйылмаған пьесаһы — “Алмаҡай” (либретто), Заһир Исмәғилев музыкаһы. Шулай итеп, Сафуан Әлибаев ижадының тағы бер уңышлы өлкәһе барлыҡҡа килә. Ә уның башланып китеүендә Ҡурсаҡ театры үҫешенә тос өлөш индергән Фәрҙиә Әлибаеваның аҡыллы, зирәк кәңәше ҙур әһәмиәткә эйә.
Сафуан Әфтәх улы Әлибаев оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 2014 йылда 73 йәшендә донъя ҡуйҙы. Башҡорт дәүләт филармонияһында хушлашыу тамамлан­ғас, Салауат районынан килгән яҡташтары ҡәҙерле дуҫыбыҙҙы тыуған еренә — ауылына алып китте.
...Бына бөгөн, Әлибаевтар менән яҡындан аралашып йәшәгән дәүерҙәргә инде бер нисә йылдар үткәс, күңелдә моңһоу-һағышлы хәтирәләр, өр-яңы уй-фекерҙәр ярала.
Фәрҙиә менән Сафуан, бер уйлаһаң, бер-береһенә тап килмәгән шәхестәр кеүек. Сафуан — ташҡын хистәр кешеһе, Фәр­ҙиәлә һалҡын аҡыл һәм тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ өҫтөн. Ә ысын тормошта улар бәхетле ғаилә, икеһе бер бөтөн йән булып йәшәне. Фәрҙиә, әйтерһең дә, Хоҙай Тәғәләнән Сафуанға фәрештә итеп ебә­релгән шәфҡәт эйәһе. Үҙен күп нәмәләрҙән сикләп (студент саҡта шиғыр һәм хикәйәләр яҙҙы, һандуғас тауышлы йырсы ине, тормошҡа сыҡҡас, уларҙы хәтер һандығына бикләп ҡуйҙы), Сафуандың тыумыштан бирелгән һәләттәренең тулыһынса асылыуына мөмкинлектәр тыуҙырырға тырышып йәшәне.
Сафуан шағир ғына түгел, бик шәп йырсы ла булды. Беҙ студент йылдарҙа университеттағы кисәләрҙә Даһи Әбдрә­шитов, Рәжәп Шәрипов, Искәндәр Миһра­нов, Сафуан Әлибаевтар йырлап донъяны яңғыратты. Ошо дүртәүҙең иң көслөһө Сафуан Әлибаев ине. Ул халыҡ йырҙарын да, эстрада йырҙарын да берҙәй үк юғары кимәлдә башҡара алды. Шуғалыр ҙа бер ваҡыт уны филармонияға эшкә лә саҡыралар. Инде гәзит редакцияһында йылға яҡын хеҙмәт иткән кеше аптырай төшә, ҡатынына ошо хаҡта өндәшә. Фәрҙиә, ғәҙәттәгесә, уй-фекерен төйнәп, кәңәшен еткерә.
— Мин шулай уйлайым, — ти ул. — Сө­ләй­мән Абдуллин, Рамаҙан Йәнбәков һынлы данлыҡлы халыҡ йырсылары бөгөн филармонияла эшләп йөрөй. Уларҙан арттырып йырлай алырлыҡ булһаң, бар әйҙә. Унда һиңә үҙешмәкәр йырсы тип ҡараясаҡтар. Ә бына гәзит редакцияһында һин үҙең — лидер. Шуны башың менән уйла ла үҙеңсә хәл ит.
Сафуан редакцияла ҡалыуҙы хәйерле тип таба. Ғүмеренең күпселек йылдарын матбуғат баҫмаларында баш мөхәррир (“Башҡортостан пионеры” гәзитендә, “Ағиҙел” журналында), баш мөхәррир урынбаҫары (“Башҡортостан” гәзитендә) итеп үткәрҙе.

***
...Сафуан киткәс, һыңарын юғалтҡан аҡҡош шикелле, Фәрҙиә тәрән ҡайғыға ҡалды. Йәнен баҫып килгән һағышлы уй-хистәр, аҡыл етмәҫлек ҡайғылы юғалтыу көслө, таҙа ҡатынды ла хәлһеҙ итте, сиргә һабыштырҙы. Иренең вафатына ике йыл тигәндә (2016 йылда) Фәрҙиә лә уның янына барып ятты. Хәҙер Ҡыҙҙар тауын­дағы Яҙыусылар дачаһында Әлибаевтар йорто етемһерәп ултыра йәйҙәрен. Салауат Әлибаев килеп сыҡҡан саҡтарҙа ғына йорт һәм баҡса тирәһе йәнләнеп ала. Ә йорттоң көньяҡҡа ҡараған тәҙрәләрендә йәйге аяҙ көндә ҡояш нурҙары сағылып уйнай. Нурҙар уйнаған ике тәҙрәнән ике таныш — Сафуан менән Фәрҙиә киң һәм төпһөҙ йыһанға, тегеләй-былай үтеп йөрөгән ҡәләмдәш яҙыусыларға, күрше-күлән баҡсасыларға, дуҫтарын күрергә килгән ҡунаҡтарға берсә йылмайып, берсә ғәжәп итеп, берсә уйҙарға бирелеп ҡарап торған һымаҡ.

Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ,
яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор,
М. Өмөтбаев һәм З. Биишева исемендәге премиялар лауреаты.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Халҡыбыҙҙың йөҙ йыры

Халҡыбыҙҙың йөҙ йыры 15.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йыр-моң һөйөүселәр өсөн Сибай концерт-театр берекмәһе артистары бынамын тигән бүләк әҙерләне. Улар...

Тотош уҡырға 29

Һөйләшеү һүҙҙә генә ҡалмаһын

Һөйләшеү һүҙҙә генә ҡалмаһын 13.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йәмғиәтенең VI "Хәҙерге Рәсәйҙә тел һәм мәҙәни...

Тотош уҡырға 46

Йәш таланттар, “Алтын йырҙар” һеҙҙең өсөн!

Йәш таланттар, “Алтын йырҙар” һеҙҙең өсөн! 13.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостанда һәләтле йәштәр өсөн өр-яңы проект башлана. “Алтын йырҙар” исемле сара туған телдә...

Тотош уҡырға 38

Тормош күренештәре

Тормош күренештәре 12.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ҡыуаныс Иртәгәһенә районға осрашыуға барырға йыйынып йөрөйөм. Шул саҡ интернет селтәре аша бер...

Тотош уҡырға 68

Мөхәмәтша Буранғолов халҡын да мәңгеләштереп киткән

Мөхәмәтша Буранғолов халҡын да мәңгеләштереп киткән 12.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ырымбур өлкәһендә халыҡ сәсәненә иҫтәлекле стела асылды. Бөгөн халҡыбыҙҙы “Урал батыр” эпосынан...

Тотош уҡырға 153

Эстафетаны ҡабул иттек

Эстафетаны ҡабул иттек 11.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сочиҙағы ХХII “Бөтә Рәсәй” заманса журналистика форумында милли киң мәғлүмәт саралары көнө үтте....

Тотош уҡырға 48

Пришиб немецтары нисек йәшәй?

Пришиб немецтары нисек йәшәй? 10.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Благовар районының Пришиб ауылы немецтар йәшәүе менән күптәргә билдәлелер. Ошо көндәрҙә унда...

Тотош уҡырға 53

Көләс йөҙлө удмурт өләсәйҙәре

Көләс йөҙлө удмурт өләсәйҙәре 10.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Еңел аҙымдар, ихлас йылмайыу – уларҙы әле үк мода журналдары тышлығында сығарырлыҡ. 90-60-90...

Тотош уҡырға 38

“Аҡ ҡалфаҡ”тың гөрләгән сағы

“Аҡ ҡалфаҡ”тың гөрләгән сағы 10.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә 1997 йылда “Аҡ ҡалфаҡ” Бөтә донъя татар ҡатын-ҡыҙы йәмәғәт ойошмаһының бүлексәһе барлыҡҡа...

Тотош уҡырға 44

Бәләбәйҙә – илһамлы октябрь

Бәләбәйҙә – илһамлы октябрь 10.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ай башында районда, һәр йылдағыса, ике әҙәби сара – Халыҡ-ара Сергей Аксаков көндәре һәм “Цветаева...

Тотош уҡырға 37

“Туғанлыҡ” фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә

“Туғанлыҡ” фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә 09.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Киләһе йылдың 23 – 30 майында Өфөлә уҙасаҡ төрки телле театрҙарҙың VII “Туғанлыҡ” халыҡ-ара...

Тотош уҡырға 56

Йәштәр майҙан тота

Йәштәр майҙан тота 09.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“ТНТ”ла бейеү” проектының бишенсе миҙгеленә Башҡортостандан йәш бейеүселәр кастинг үтте....

Тотош уҡырға 72