Беҙгә етә мөхәббәттәнЕр йылытыр усаҡ яҡһаҡ...

24-04-2018, 00:03 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Беҙгә етә мөхәббәттәнЕр йылытыр усаҡ яҡһаҡ...ЭЙ, КЕШЕМ...

Тормош иҫ китмәле матур, тиҙәр,
Ул әкиәтте кемдәр асҡандыр,
Әҙәм менән Һауа ҡауышыуҙан
Тыныс көндәр ҡайҙа ҡасҡандыр?..

Донъя иҫ киткес матур — килешәм,
Ә ҡалғаны уның уйҙырма...
Тормош юлың матур булһын тиһәң,
Юлдарыңа ҡапҡан ҡуйҙырма!

Мөнбәрҙәрҙә хөкөм һөрә
Йыртҡыстар хакимлығы.
Кемгә генә оҡшар икән
Балалар йәтимлеге?..

Тормош – көрәш, яу яланы тиеп
Күрһәталһаң ҡылған эшеңде;
Ышаныр ҙа инем,
тик һинең дә
Ҡойғандар бит аҙау тешеңде...


АХ, МӨХӘББӘТ...

Ах, мөхәббәт, һинекеләй
Булғылай минең мәлем:
Айға осам, упҡындарға,
Бөткәндәй була хәлем.

“Инде бөттөм!” тигән саҡта
Күтәреләм күктәргә...
Был мәл, миңә генә түгел,
Таныштыр ул күптәргә.

Йәшлеккә юл һөйгәнемдең
Күҙендә, күңелендә.
Ул һайраған моң-көйҙәргә
Ҡушылып түгеләм дә,

Йәнә осам мәңгелеккә
Мөхәббәтем янына,
Мөхәббәтле булып йәшәү
Һеңгәндер ул ҡаныма...


БАЛАН ТӘМЕ

Балан япраҡтары ҡойола,
Ҡойола моңло йылдар,
Ниңә әсе баландарға
Һуҙыла әле ҡулдар?

Балан тәме хәтерләтә
Атам-әсәм яҙмышын,
Бала үҫтерәбеҙ тиеп
Яныуҙарын яҙ, ҡышын...

Сабый бала ауырлығы
Әллә ни түгел, тиҙәр,
Үҙаллы тормош юлында
Башлана яңы көйҙәр...

Бишек хөкөмөндә булған
Сабыйҙарҙы күҙалла;
Хет олораҡ балаларға
Аҡыл өҫтә, эй, Алла!


ҒҮМЕР БЕРӘҮ

Жизнь у русских одна, а не две...
Валерий Иванов.

Мөғжизәгә ышанырға кәрәк,
Йәшәү бит ул үҙе мөғжизә.
Үҙ-үҙенә ышанғандар ғына
Мөғжизәләр менән ил гиҙә.

Ышанам, ер беҙҙе ҡабул итер
Донъя күреп илгә ҡайтҡанда,
Емешебеҙ тыуған ерҙә булыр
“Ерем!” тиеп сәскә атҡанда.

Башҡорттоң да ғүмере берәү генә,
Ике ғүмер кемгә бирелгән?!
Ҡурҡыу белмәҫ соғол башҡорт ере
Тәмле телгә, моңға төрөнгән...

Телебеҙ ҙә беҙҙең берәү генә,
Ер йәшәһә, йәшәр алда ла,
Үҙебеҙгә үҙебеҙ беҙ Ватан да,
Үҙебеҙгә үҙебеҙ Алла ла!


ШЫҢШЫМАЙ КӨРӘШ

Юғалтыуҙар йәшендә мин,
Табыштар ҙа булғылай.
Олоғайыуым еткәндер —
Күңел йышыраҡ тулғылай.

Юғалтыуҙар йәшендә лә
Йәшәп була икән ул,
Рухлы йәштәргә таянып
Йәшнәп була икән ул!

СССР заманында
Йәшәргә теләһәм дә,
Булмаҫ йәшәп, ғүмеремде
Йөҙ ҡабат иләһәм дә.

Үткәндәргә үкенмәйем,
Ул үкенеү иҫәрлек,
Миндә тәжрибә тупланған
Йылан башын киҫәрлек...

Үҙеңде кеше һанаһаң,
Башыңды башҡа терәш,
Килгәнһең икән донъяға,
Шыңшымай ғына көрәш!


МОСОЛМАН
ЗЫЯРАТЫНДА


Ер бишектәре алдында
Йөрөйөм башты эйеп.
Тик был бишектәрҙән бер кем
Ҡысҡырмаҫ “Әсәй!” тиеп...

Аҡыл һатыу ҙа ярамай
Әруахтар алдында,
Ярлыҡау ғына һорайым,
Янам кеүек ялҡында.

Улар ғәйбәттәрҙән өҫтөн,
Ғүмерҙәре хаҡына
Аллаһ ярлыҡауындалыр,
Шикләнмәйем саҡ ҡына.

Бында беҙҙең рух йоҡлайҙыр,
Бында йоҡлай быуаттар...
Рухыбыҙҙы уятырға
Өйөрөләме болоттар?

Әллә әруахтар микән
Көйләй ер әйләнешен? –
Тойоп торам ошо ерҙә
Мәңгелек бәйләнешен...


МАҠСАТ

Беҙ атлаған һайын алға,
Ер ҙә беҙгә ҡаршы атлай.
Беҙ һаҡлаған һайын уны,
Ул да беҙгә намыҫ һаҡлай.

Беҙ ҙә шулай бер-бер(е)беҙгә
Ынтылабыҙ ҡоштар кеүек.
Яңылыҡтар килтереүсе
Яңы йылдар, ҡыштар кеүек...

Көнләшеү ҙә, ситләшеү ҙә
Булмаҫ кеүек арабыҙҙа.
Күктәр билдәләгән маҡсат
Балҡый йөрәк ярабыҙҙа.

Күктән төшөп, ерҙә ҡау(ы)шып
Йәшәүебеҙ ҙә шул маҡсат,
Беҙгә етә мөхәббәттән
Ер йылытыр усаҡ яҡһаҡ...


РИЗАЛЫҠ

Ваҡытлыса тиһәләр ҙә
Кешеләрҙә матурлыҡ,
Һинең матур күңелеңдең
Төбөнә төшөп батырлыҡ.

Батһам кире сыҡмам кеүек
(Ә мин риза сыҡмаҫҡа!),
Мин бит риза ғүмер буйы
Һөйөүөңде йыҡмаҫҡа.

Сығарып атып бәрһәң дә,
Йәнем ҡалыр тәнеңдә.
Ул бит һинең йәнең менән
Айға осор хәлендә!

Айҙың артҡы яҡтарында
Таңдар мөмкин атмаҫҡа,
Йәндәр бергә булһа, мин дә
Риза мәңге ҡайтмаҫҡа.


...ЯҘЫЛА ШИҒЫР

Ғазаптарым яҡтыһында
Яҙыла шиғыр,
Күкрәүҙәрҙән-йәшендәрҙән
Ҡабына шиғыр.

Тулы ҡанлы шиғырҙарым
Йәнемде һыға.
Еңел генә яҙылғанын
Йәшендәр һуға...

Ошо ике арауыҡта
Йәнем көн күрә.
Берсә ул шиғриәт ҡоло,
Берсә ул түрә.

Һөйөүөмде һанамайым –
Уның сиге юҡ.
Йәнем үҙен шағир һанай –
Минең шигем юҡ...