Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матур шиғыр тормошҡа дәрт уята
Матур шиғыр тормошҡа  дәрт уятаМатур шиғыр, фәһемле шиғыр. Ундай ижадты уҡыған һайын уҡығы, тыңлаған һайын тыңлағы килә. Баҡтиһәң, шиғырҙарҙан төҙөлгән тамаша ла үҙе бер тыңлап туйғыһыҙ моңло концерт кеүек. Тик уны матур итеп ойоштора белеү кәрәк икән. Шулар хаҡында уйланып ултырҙым Бурлы мәҙәниәт йортонда үткән “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһендә.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Өфөлә шиғриәт кисәләре гөрләп үтә торғайны. Хәтеремдә, Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабайҙың “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайында уҙған кисәһендә залда, халыҡ әйтмешләй, алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Бәғзе бер мәҙәни сараларҙы яртыһынан уҡ ташлап ҡайта башлаһалар, ул көндә тамаша тамамланғас та халыҡ таралырға ашыҡманы.
Эйе, матур шиғыр тормошҡа дәрт уята, көс бирә. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа бындай кисәләр онотола башлағайны, ярай әле былтыр “Йөрәк һүҙе” телевизион проекты тормошҡа ашырылып, халыҡ күңелендә йылы хуплау тапты.
– Республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына арнала был сара, – тип сәләмләне Бурлы урта мәктәбе директоры Рауил Солтанморатов. – Шағир Рәшит Назаров әйткәнсә, күкрәктән урғылып сыҡҡан иң изге, иң саф һүҙҙәребеҙҙе дуҫтарыбыҙға, яҡындарыбыҙға, һөйгәндәребеҙгә әйтергә йыйылдыҡ беҙ.
Шиғри бәйгеләрҙә башлыса сәнғәт, әҙәбиәт кешеләре ҡатнашһа, бында иһә төрлө һөнәр эйәләре – ауыл хужалығы хеҙмәткәре, уҡытыу­сылар, балалар сығышынан матур бер гөлләмә хасил булды. Иң беренсе булып сәхнәгә күтәрелгән Ҡорманғоловтар Байымбәт ауылында йәшәй. Ғаилә башлығы Марат Әбүбәкер улы “Урожай” крәҫтиән хужалығында малсы, әсәйҙәре Дилбәр Шамил ҡыҙы Байымбәт балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ҡыҙҙары Наҙгөл – алтынсы, улдары Динар дүртенсе класта Бурлы мәктәбендә яҡшы билдәләргә генә уҡый. Бәләкәстәре Марсель балалар баҡсаһына йөрөй. Буш ваҡытта күмәкләшеп башҡортса тапшырыуҙар ҡарайҙар. Йәй көнө малайҙар атайҙары менән балыҡҡа йөрөргә, ә Наҙгөл әсәһе менән бешеренергә ярата. Ата-әсә эштә булғанда, балалар барлыҡ йорт эштәрен бөтөрөп ҡуя.
Ҡормантау ауылынан әсәле-ҡыҙлы Ләйсән менән Ангелина Долиналар Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Яндырыл­ған хат” тигән поэмаһын тетрәндергес итеп һөйләп, залдағыларҙы дәһшәт­ле һуғыш йылдарына алып ҡайтты. Был мәлдә һәр кем күңеленән, Аллаға шөкөр, тыныс заманда йәшәйбеҙ, ҡабаттан һуғыш була күрмәһен, тип теләгәндер, моғайын.
– Мин үҙем күп балалы ғаиләлә үҫтем. Ағайҙарым һәм туғандарым барыһы ла малайҙар булғас, минең өсөн ике ҡыҙым булыуы – оло бәхет, – ти Ләйсән Әҡсән ҡыҙы.
Оло ҡыҙҙары Әҙилә – Башҡорт дәүләт университеты студенты. Сит телдәр өйрәнеү менән мауыға, ҡул эштәре менән шөғөлләнә, шиғыр һөйләргә ярата. Кесе ҡыҙҙары Ангелина – шуҡ, үҙ һүҙендә тора торған ҡыҙ. “Атайыбыҙ Александр – беҙгә терәк, кәрәк кеше. Ул беҙҙең барыбыҙҙы ла ярата!” – ти ҡыҙҙар.
Дарина менән Карина Мөхәмәт­йәровалар – Яугилде мәктәбенең икенсе класс уҡыусылары. Бәләкәй саҡтан илгәҙәк, зирәк һәм алсаҡ ҡыҙҙар балалар баҡсаһынан уҡ төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып тора. Мәктәптә уларҙың яратҡан дәрестәре – музыка, технология, физкультура. Ҡыҙҙарҙы үҫтерешергә, тәрбиәләргә уларҙың өләсәһе һәм олатаһы ярҙам итә, төрлө ҡул эштәренә өйрәтәләр. Бөгөнгө бәйгелә лә улар өләсәйҙәре Рүзилә апай менән ҡатнашты. Ҡыҙҙар ауылдашы Кәрим Булаттың өләсәйгә арналған, Рүзилә апай иһә Рәмил Сурағолдоң “Ейәндәр” тигән шиғырын һөйләне.
Фәрғәт Ғәлин – районда билдәле кеше. Уның шиғырҙары, юмористик хикәйәләре төрлө баҫмаларҙа әленән-әле донъя күреп тора. Татыу, берҙәм ғаилә ауылда, районда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡат­нашып, призлы урындар яулай. Бәхетле олатай балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм ейәндәре менән сығыш яһаны.
Сарала бер шиғыр ҙа осраҡлы һайланмағайны. Ҡормантау ауылынан Тоҡомбәтовтар Кемеровола булып үткән фажиғә хаҡында бәйән иткәндә ҡайһы берәүҙәр күҙ йәш­тәренә төйөлдө. Йәнә Зәйнуллиндар, Суфияновтар, Ситдыҡовтар, Ғә­лиев­тәр, Буранғоловтар, Ишмө­хә­мәтов­тар, Сәлимйәновтар, Сәли­ховтар Мөхәрмәтовтар, Шәриповтар, Иҙри­сов­тар башҡарған шиғырҙарын йөрәккә етерлек итеп еткерҙе. Шулай ҙа еңеүселәрҙе билдәләгәндә Гран-приға Ғәлиндәр лайыҡ булһа, беренсе урынды – Ғәлиевтәр, икенсене – Тоҡомбәтовтар, өсөнсө урынды Долиндар алды...
– Шиғриәт ул – тәрбиәсе, шиғриәт ул – тарих, шиғриәт ул – мөғжизәле донъя. Бөгөн ошо хикмәтле донъяла ҡатнашҡан барығыҙға ла рәхмәт әйтәм, – тип ҡотланы еңеүселәрҙе Рауил Ғәбдрәшит улы.

Ғафури районы.

Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ 23.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

21-23 сентябрҙә Өфөлә III Евразия гуманитар форумы үтте. Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт...

Тотош уҡырға 32

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбелә Ғаилә йылына арналған китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора
Еңеүсе – Испания ҡыҙы

Еңеүсе – Испания ҡыҙы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама...

Тотош уҡырға 44

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә? 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле...

Тотош уҡырға 62

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән...

Тотош уҡырға 47

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә...

Тотош уҡырға 55

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Уң ҡулында булыр ҡурайы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 40

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыу бара Конгресс-холда фольклор фестивалдәре һәм традицион...

Тотош уҡырға 54

Бейей-бейей... юбилейға!

Бейей-бейей... юбилейға! 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына ниндәй генә ярыштар ойошторолмай беҙҙә! Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыһы һәм...

Тотош уҡырға 64

Көнсығыш моңдары яңғыраны

Көнсығыш моңдары яңғыраны 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы. Алтын көҙҙө алтын нурҙарына ҡойондорған...

Тотош уҡырға 62

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тәбиғәт ҡосағында тыуып үҫеп, шул мөхиттең барлыҡ булмышын, йәшәйеш үҙенсәлектәрен белеп-күреп...

Тотош уҡырға 52

Матурлыҡҡа мәҙхиә

Матурлыҡҡа мәҙхиә 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте тарихында яҡты йондоҙ булып балҡыған шәхестәр бихисап. Улар араһында...

Тотош уҡырға 58