Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Иманыма тоғролоҡтаХәстәр

“Шиғыр яҙам, әммә халҡым наҙан”,
Шулай шағир йөрәк майын һыҙған.
Ҡараңғылыҡ булған, илде быуған…
Ул замандар әллә ҡасан уҙған.

Ә бөгөн һуң? Ташҡа баҫылғанды
Уҡыусылар күпме? Ул артамы?
Әллә өҫтөнмө тик иҫәп-хисап?
Донъя малы бары ҡаңғыртамы?

Шиғыр түгел, пәйғәмбәрҙең хатта
Хәҙистәре һәр кемгәме хәстәр?
Кеше артыҡ күпте белгән һайын,
Һайығая бара микән хистәр?

Эй, шиғриәт!.. Һаман янаһың һин,
Тоғролоҡло бул тип иманыңа.
Ә һин, кешем, ул бит хаҡ һорамай,
Уҡы үҙең, уҡы туғаныңа.

Йәндән айҡалып ул сыға шиғыр,
Рухымдан бит унда минең көс-кәр.
Аңым минең, таңым, ҡаным булып,
Яҙмышҡа бит әйләнде был хәстәр.

Йәшәү

Атың ниндәй, эйәр-өпсөн ниндәй?
Эләгәһең кемдәр араһына?
Тормош – уҙыш. Хикмәттәр күп. Әҙәм
Күтәрелә йә йомола, һына.

Ағасҡа ла ә бит күкрәр өсөн
Үҙ мөҙҙәте кәрәк, үҙ тупрағы.
Елдәрҙең дә төрлөһө бит иҫә,
Ул ҡаҡлығып ҡына ҡалһа тағы?!

Үткәндәрҙе уйлап, әйтә алам,
Асылымды яҙмыш юлланы, тип.
Юғалтыуҙар, бәлки, булғандыр ҙа,
Юғалыуҙар әммә булманы, тип.

Рәхмәтлемен – хәстәрҙәрен күрҙем
Изге йәндәрҙең мин тормошомда.
Артылыштар аша үтте атым,
Ағастарым да үҙ торошонда.

Шул икән ул йәшәү – ғәмәлдәрең
Йөрәгеңә булһын ярарлыҡ, тим.
Булһын кеше, башҡаларҙан былай,
Үҙ-үҙенә тура ҡарарлыҡ, тим.

Бабич

Ҙур һандыҡты бәләкәй асҡыс аса.
Халыҡ әйтеме.


Шәйехзада Бабич… Йәш ғүмере,
Аһ, өҙөлгән нисек – йән һыҙлатҡыс,
Ә мираҫы – бер китабы уның –
Ҙур һандыҡты асыр алтын асҡыс.

Хазиналар менән тулы һандыҡ –
Егерменсе быуат шиғриәте.
Поэзия! Һиндә лә бит күкрәй
Башҡорт донъяһының дан-шөһрәте.

Шәйехзада Бабич… Шиғри һүҙгә
Ҡобайырҙар сәмен ҡайтарыусы.
Уртаҡ төрки сығанаҡтан үтеп,
Үҙ телебеҙ ғәмен атҡарыусы.

Шиғырҙары шиғыр ғынамы һуң?!
Ҡурай моңо унда, ҡорал тыны.
Таңды уятмаҡта янды йондоҙ,
Йөрәгенән ҡалды рух ялҡыны.

Шәйехзада Бабич… Йәш ғүмере,
Аһ, өҙөлгән нисек – йән һыҙлатҡыс,
Ә мираҫы – бер китабы уның –
Ҙур һандыҡты асыр алтын асҡыс.

Рәми

Алла бәндәһеләй, тәбиғәттән,
Ерҙән алды, ергә бирҙе наҙын.
Үләндәрҙең шытып сыҡҡандағы
Һулыштарын ишетте ул яҙын.

Тел ҡәҙере – ил ҡәҙере, тине,
Күҙҙән былай телдән йәндә байлыҡ,
Өнһөҙ-тынһыҙ икән ә бит халыҡ,
Кем һуң нимә ҡылһын яңғыҙ ҡалып?!

Салауаттар, Батыршалар рухы
Изге әләм булды шағир өсөн.
Тик Прометей хәлендә ул ҡалды,
Кемдәр алды унан ниндәй үсен?

Тынды йөрәк. Шәкерттәре алды
Йөрәк ярып төшкән ҡыңғырауҙы,
Ләкин инде хәҙер баҫып алды
Бығауҙан да яман һаңғыраулыҡ.

Алла бәндәһеләй, көйләп сазын,
Ерҙән алып, ергә биреп наҙын,
Үләндәрҙең шытып сыҡҡандағы
Һулыштарын кем ишетә яҙын?

Юҡ шул, һинең үҙеңдәге кеүек,
Юҡ шул, һинең һүҙеңдәге кеүек,
Рәми булыу кәрәк шул, остазым,
Көтә һаман, көтә моңло сазың.


Ғүмер

Билдәләйҙер өс төпкөл ғәм
Ғүмерҙәрҙең асылын.
Шуларҙан тора – йәшәйһең
Асылып йә баҫылып.

Ҡолонсаҡтай бала саҡта
Күктәргә аша хыял.
Һин – әкиәт тылсымында,
Дөлдөлөңдә – алтын ял.

Йәшлектә – маҡсат ҡомары,
Тауҙы артмаҡлар көсөң.
Яуланмаҫ үрҙәр юҡ һымаҡ
Аҡыл һәм йөрәк өсөн.

Ҡартлыҡта таяныс – өмөт,
Яңыра ул һәр таңда.
Ҡабат йәшәй башлағандай,
Ейәнде яратҡанда.

Хыял, маҡсат, өмөт – шулар,
Шул ғәмдәр тота беҙҙе.
Китәбеҙ тере хәтерҙә
Ҡалдырып йәнебеҙҙе.

Икеләнгәндә

Әле булһа ике төрлө тойғо
Ҡайта-ҡайта биләп алғылай.
Остаздар бит ниндәй! Уларҙан һуң
Ниҙәр әйтеп була тағы ла?

Самаһыҙлыҡ менән сараһыҙлыҡ
Борсой, тик ул гелән хәжәтме?
Мәшһүрҙәр ҙә күктән төшмәгән бит,
Шул уй тыуһа тағы, ғәжәпме?

Ниңә аҙарыныу?! Һәр бөркөттөң
Үҙ урыны була ҡаяла.
Һин үҙеңде үҙең раҫлар өсөн
Тыуғанһың да баһа донъяла.

Табында

Ҡорорға ла мәжлес, барырға ла
Яратабыҙ инде, йәмәғәт.
Беҙ һайлансыҡ түгел. Һыйлағандан
Һыу эсһәк тә, беҙ бит ҡәнәғәт.

Күпме йән йылыһы, күпме хәстәр
Өҫтәлебеҙ тулы тәғәмдә.
Бер ултырыу – бер ғүмер бит. Былай
Гөрләшеп бит булмаҫ “тегендә”.

Уртаҡ ҡыуаныстан тыуа байрам,
Артһын шатлыҡ, артһын табында.
Хәтирәләр уны хәтерләтер,
Хәтерләтер тағын, тағын да.

Иҫкәртеү

“Яратҡан шағирым Хәсән Назар телевизорҙан сығыш яһай: “Донъяла намыҫлы, изге күңелле кеше юҡ. Яҡшы булып ҡыланалар ғына…” Мин аптырап ҡалдым Хәсәнгә”.
Мостай Кәримдең әле 8-се томында сыҡҡан, элек “Тамаша” журналы һорауҙарына биргән яуаптарының береһендә әйткән был һүҙен быға тиклем белмәй инем.


Ҡарасы, хәтерҙә ҡалған
Китте-бөттө тигән һүҙҙәр.
Раҫ шул: уйламай һөйләгән –
Ауырымай үлгән, тиҙәр.
Нишләп икән әйттем улай,
Ниңә икән булды хәжәт?
Ағай ҙа бит аптыраған,
Хәҙер үҙемә лә ғәжәп.
Ул мәлдәге ҡырҡыулыҡтың
Булғандыр бит сәбәбе лә.
Нишләйһең, иҫкәртмәгән аң:
Көс төшмәһен әҙәбеңә.
Ә быға күпме йыл үткән…
Ярай инде, әйткәс, әйткән.
Яратҡан шағирым, тигән,
Шул һүҙ миңә бик тә еткән.
Әммә ғәжәпһенеүенә
Ҡайтам әле һүҙ һуңында.
Әйтмәҫ ине быны ла ул,
Булмаһам бит күҙ уңында.
Мостай ағайҙан һабаҡтар
Булғыланы бынан тыш та.
Быныһы, баҫылғас ташҡа,
Гел иҫкәртер: уйла башта.
Һаман күҙ алдында остаз,
Гүйә, һаман алдан бара.
Тик иҫкәртә Ваҡыт: ара,
Аһ, ҡыҫҡара бит, ҡыҫҡара.
Уйға тағы уй ялғана:
Мостай йәше… Алыҫ түгел…
Үткәндәрҙең фәһемендә
Ә һаман бит үҫә күңел.
Нишләйһең бит, олоғайғас,
Ҡырҡыулыҡ ҡайҙа?! Юҡ хәҙер.
Инде хәҙер сабырлыҡтар
Ниндәй һынауға ла әҙер.

Һығымта

Иң ҡыйыны – үҙ-үҙеңде еңеү,
Быны күптән инде әйткән күптәр.
Яҙмышҡа мин ышанамын, әммә
Үҙ-үҙенән асыламы биктәр?

Иңдәреңде, йәндәреңде һынар
Хисабы юҡ имтихан ул тормош.
Ябай маҡсат менән типте йөрәк:
Һөйөп-һөйөлөп йәшәргә һин тырыш.

Ейгән ризыҡ, шөкөр, хәләл булды,
Өҫтөн булды һәр саҡ үҙ иманым.
Юлыҡһам да ҡай саҡ шырлыҡтарға,
Үҙем булып ҡалдым, юҡ, һынманым.

Үҙемде мин үҙем еңәм икән,
Беләм икән – кем ул күҙле бүкән,
Ҡояш ҡәҙерендә үтһә көнөм,
Иҫ китерлек ни бар шунан бүтән?!

Иңдәремдә минең ябай елән,
Йәндәремдә ниндәй зиннәт? Беләм.
Бирешмә, тим, үҙ-үҙемде еңәм,
Эйәремдә үҙ юлымдан еләм.

Был – үҙенә күрә бер һығымта,
Ниңә әйтмәҫкә ти көн элгәре?
Дәрүиштәр генә моңһоҙ була,
Ә ҡалғанын белә бары Тәңре.

Хәсән НАЗАР,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ 23.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

21-23 сентябрҙә Өфөлә III Евразия гуманитар форумы үтте. Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт...

Тотош уҡырға 32

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбелә Ғаилә йылына арналған китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора
Еңеүсе – Испания ҡыҙы

Еңеүсе – Испания ҡыҙы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама...

Тотош уҡырға 44

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә? 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле...

Тотош уҡырға 62

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән...

Тотош уҡырға 47

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә...

Тотош уҡырға 55

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Уң ҡулында булыр ҡурайы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 40

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыу бара Конгресс-холда фольклор фестивалдәре һәм традицион...

Тотош уҡырға 54

Бейей-бейей... юбилейға!

Бейей-бейей... юбилейға! 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына ниндәй генә ярыштар ойошторолмай беҙҙә! Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыһы һәм...

Тотош уҡырға 64

Көнсығыш моңдары яңғыраны

Көнсығыш моңдары яңғыраны 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы. Алтын көҙҙө алтын нурҙарына ҡойондорған...

Тотош уҡырға 62

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тәбиғәт ҡосағында тыуып үҫеп, шул мөхиттең барлыҡ булмышын, йәшәйеш үҙенсәлектәрен белеп-күреп...

Тотош уҡырға 52

Матурлыҡҡа мәҙхиә

Матурлыҡҡа мәҙхиә 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте тарихында яҡты йондоҙ булып балҡыған шәхестәр бихисап. Улар араһында...

Тотош уҡырға 58