Уҡытыусы асылының һиммәте

18-05-2018, 00:03 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Уҡытыусы асылының һиммәтеБөгөн мин ижади һәм педагогик эшмәкәрлегемдә юл күрһәтеүсе йондоҙҙарҙың береһенә әүерелгән һоҡланғыс шәхес менән оҙаҡ йылдар аралашыуҙан алынған тәьҫораттарымды еткермәксемен. Һүҙ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, профессор, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы СӘҒИТОВА хаҡында.

Уның менән 35 йыл элек, 1982 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға ингән мәлдә, танышҡайным. Бүлек мөдире һәм ҡабул итеү комиссияһы рәйесе Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы 17 йәшлек ауыл малайында тәбиғәттән бирелгән йырсы һәләтен тойған беренсе кеше булғандыр, моғайын. Артабанғы дүрт йыл вокал сәнғәтен өйрәнеү, шәхес булараҡ формалашыу яңғыҙ йырлау бүлеге етәксеһенең күҙәтеүендә барҙы. Тап ул тәүге мәлдәрҙә оло сабырлыҡ менән беҙҙә, студенттарҙа, йырға һөйөү, үҙ тәғәйен­ләнешеңә ышаныс тәрбиәләне.
Өфө сәнғәт училищеһындағы яңғыҙ йырлау бүлегенең был дәүерҙәге эшмә­кәрлеге күп яҡлы булыуы менән хәтеремдә ҡалған: теүәл төҙөлгән уҡыу процесы әүҙем концерт-башҡарыу эшмәкәрлеге менән йәнәш бара ине. Уҡыусылар башҡарыусы булараҡ та, тамашасы сифатында ла ҡаланың мәҙәни тормошона йәлеп ителә торғайны. 1986 йылда Өфө сәнғәт училищеһының 650 тамашасыға иҫәпләнгән ҙур Концерт залының асылыуы ла быға булышлыҡ итмәй ҡалманы.
Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы шәкерттәренең һөнәри үҫешен генә түгел, уларҙың социаль-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙе лә әсәйҙәрсә хәстәрләй ине. Айырыуса ауыл балаларына иғтибарлы булды, уларҙы ҡала шарттарына йылдам яраҡлаштырыуға күп көс һалды.
Шулай итеп, ҡыҙыҡлы дәрестәр, концерттарҙағы сығыштар, ижади осрашыуҙар, мәҙәни-белем биреү сараларында үҙ-ара ихлас аралашыу, ижади йәһәттән байығыу шарттарында үтте Өфө сәнғәт училищеһында уҡыған йылдар.
Уҡытыусы асылының һиммәтеХеҙмәттәшлектең киләһе осоро 1992 йылда башланды. Мине, хәҙер инде З. Ис­мәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының V курсы студентын, Фәрзәнә Сәғитова училищеның яңғыҙ йырлау бүлегенә уҡытырға саҡырҙы. Вокал педагогикаһының танылған мэтрҙарына етәкселек иткән мөдир өсөн бының ни тиклем тәүәккәл аҙым булыуын хәҙер генә аңлайым. Минең өсөн иһә ҙур мөмкин­лектәр асылды, юғары ышаныс күрһә­телде, педагогия эшмәкәрлегенә нигеҙ һалынды. Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы хәҙер инде студентҡа түгел, ә буласаҡ коллегаһына һәр йәһәттән ярҙам итергә ашыҡты.
Педагогия эшмәкәрлегенә, ҡағиҙә булараҡ, бай тормош һәм профессиональ тәжрибәгә эйә булған, ижади йәһәттән өлгөрөп еткән шәхестәр генә тотона, тиҙәр. Институтты әле генә тамамлаған 27 йәшлек егеттә педагогикаға һәләтте, минеңсә, үтә һиҙгер һәм ҡыйыу кеше генә күрә ала. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәттәше уңышһыҙлыҡҡа осраған хәлдә уның өсөн дә, уҡыусылары өсөн дә яуаплылыҡ уның иңенә төшәсәк бит.
Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙының эскерһеҙ ярҙамын тойғанға күрә, вокал педагогика­һы буйынса барлыҡ һорауҙар менән тартынып та тормайынса иң элек уға мөрәжәғәт итә инем. Эшмәкәрлегемдең икенсе йылында үҙ көсөмә ышанысымды нығытыу һәм, әлбиттә, ҡарарының хаҡлығын иҫбатлау өсөндөр, ул миңә асыҡ дәрес үткәрергә тәҡдим итте. Студенттар менән эшләү буйынса тәүге тәжрибәне тикшергәндә бик күп файҙалы кәңәштәр һәм теләктәр ишеттем. Әммә иң мөһиме – ихтирам яулап өлгөргән педагогик коллектив мине үҙ ғаиләһенә ихлас ҡабул итте. Ошо училищела тиҫтә йыл эшләргә насип булды миңә.
1990 йылдар аҙағында Фәрзәнә Сәғитованың профессиональ тормошонда мөһим үҙгәрештәр булды. Уны З. Исмәғи­лев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт инс­титутына уҡытырға саҡырҙылар. 1999 йылдан иһә яңғыҙ йырлау кафедраһына етәкселек итә башланы. Өфө вокал мәктәбенең күркәм йолаларын ҡәҙерләп һаҡлаған Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы вокал педагогикаһындағы күсәгилешлелек, уҡыу-уҡытыу ҡеүәһен яңыртыу хаҡында хәстәр­лек күрә. Яңғыҙ йырлау кафедраһына уҡытырға беренсе итеп саҡырған кешеһе мин инем – Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ярайһы уҡ бай ре­пертуарға (йәш йырсы өсөн) эйә булған солисы. Хәҙер инде студенттарға белем биреүҙә сәхнә тәжрибәһен дә файҙалана башланым. Тап ошо тәжрибә уҡытыу эшмәкәрлегемдең нигеҙенә әүерелде.
Һуңыраҡ кафедраға башҡа педагог-башҡарыусылар ҙа – Татьяна Мамедова, Иҙрис Ғәзиев, Рәйлә Аҙнаҡаева, Фәнәүи Сәлихов, Тәнзилә Үҙәнбаева, Любовь Буторина, Лилиә Халиҡова һәм башҡалар – саҡырылды. Опера һәм камерный йырҙарҙы бай башҡарыу тәжрибәһенә эйә булған уҡытыусылар Өфө вокал мәктәбе методикаһын практик белем менән байыта ине. Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы яңы килгән педагогтарға, шулай уҡ кафедра студенттарына аҡыллы кәңәштәрен, тәҡдимдәрен йәлләмәне, мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышты.
Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы республика методика үҙәген тәшкил иткән З. Исмә­ғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы ҡаҙаныштарын һаҡлап ҡалды, тулылан­дырҙы, байытты. Профессорҙар, уҡытыусылар коллективының республика, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә баһалама комиссияһы рәйестәре, ағзалары сифатында ҡатнашыуы һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, уларҙы профессиональ уҡыуға йәлеп итеү мөмкинлеген бирҙе. Күп һанлы оҫталыҡ дәрестәре, асыҡ дәрестәр, белемде камиллаштырыу курс­тары, шулай уҡ әүҙем концерт-башҡарыу эшмәкәрлеге уҡытыусылар өсөн дә, студенттарға ла ифрат ҡиммәтле ижад лабораторияһына әүерелде. Әле Фәрзәнә Сәғитова етәкселегендәге кафедра Башҡортостан Республикаһының күп йүнәлешле вокал сәнғәте ғилми-методика үҙәген тәшкил итә.
Педагог булараҡ, Ф. Сәғитова Рәсәйҙең мәғариф киңлегендә лә ҙур әһәмиәткә эйә, вокаль белемде үҫтереүгә лә тос өлөш индерә. Ул – Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Вокал сәнғәте советы һәм Музыкаль белем буйынса координация советы ағзаһы.
Егәрле етәксенең көндәлек админис­тратив мәшәҡәттәре һис ҡасан да бөт­мәйҙер. Шуға ҡарамаҫтан, үҙ класындағы студенттар менән эшләү Ф.Ф. Сәғитова өсөн әүәлгесә иң мөһиме булып ҡала. Башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған, оҙон көйҙөң үҙенсәлектәрен, милләте­беҙҙең менталитетын һәм психологияһын тәрән белгән Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы академик вокал мәктәбе нигеҙҙәрен тулы­ландырҙы, байытты. Шуға күрә уның класын тамамлаған йырсыларҙың һәм бөгөнгө студенттарҙың үҙ ижадында академик һәм халыҡ йырҙарын берләштереүе лә осраҡлы түгелдер.
Әүҙем педагогия эшмәкәрлеге йылдарында Фәрзәнә Сәғитова 85 профессиональ йырсы әҙерләне. Шуларҙың 48-е – Өфө сәнғәт училищеһында, 37-һе иһә – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында. Улар араһында республикала һәм ситтә киң танылған Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, атҡаҙанған артис­тары, төрлө конкурс лауреаттары ифрат күп: Фәнәүи Сәлихов, Антонина Волкова, Зөлфиә Шакирова, Әлмира Солтанова, Филүс Ҡалмырҙин, Миңзифа Исҡужина, Лилиә Биктимерова, Рөстәм Асаев, Илһам Вәлиев (Рәсәйҙең абруйлы “Алтын битлек” милли театр премияһы лауреаты), Лилиә Халиҡова, Руслан Сәйфетдинов, Римма Амангилдина, Алена Завьялова, Лилиә Букеева, Гөлнара Вәлиева, Ришат Төхвәтуллин, Регина Звегинцева һ.б. Уның тырышлығы һөҙөмтәһендә республиканың ике төп ижади коллективы – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры менән Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы юғары һөнәри кадрҙар, үҙенсәлекле вокалсылар менән даими тулылана.
Педагогия һәм етәксе эшмәкәрлеген­дәге күп йыллыҡ тәжрибә Фәрзәнә Сәғитованың “Башҡорт халыҡ йыры”, “Башҡорт композиторы З. Исмәғилевтең вокаль ижады”, “Башҡорт вокал мәктә­бенең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше”, “Башҡорт композиторы Х. Әхмәтовтың вокаль ижады”, “Профессиональ башҡорт вокаль музыкаһы нигеҙҙәре. Ғәзиз Әлмөхәмәтов портретына штрихтар”, “Профессор М.Ғ. Мортазинаның студент-вокалсыларҙы уҡытыуҙағы ҡайһы бер методтары һәм алымдары” тигән хеҙмәт­тәрендә сағыла. Республи­калағы тәүге уҡыу программаһын да тап ул төҙөнө, “Музыка училищеларының һәм вуздары­ның вокал бүлектәре өсөн башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре һәм башҡорт халыҡ йырҙары хрестоматияһы”н нәшер итте. Был йәһәттән дә Ф.Ф. Сәғитова хеҙмәттәштәренә өлгө күрһәтте, уларҙа педагогик тәжрибәне ғилми йәһәттән нигеҙләүгә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы хаҡында уйлағанда, әгәр һиндә кешелек сифаттары юҡ икән, һөнәри белем менән тәжрибә генә көткән һөҙөмтәне бирмәйәсәк, тигән фекергә киләм. Тап күңел байлығы уға Өфө вокал мәктәбен үҫтереүгә һәм камиллаштырыуға булышлыҡ иткәндер.
Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙына булған рәхмәт һәм ихлас ихтирам тойғоһон минең менән бергә Башҡортостандағы бер нисә быуын ижади интеллигенция вәкилдәре уртаҡлашыр тип ышанам, сөнки тәбиғәттән бирелгән остазлыҡ һәләтен, күңелендәге иң изге хистәрен, даими хәстәрлеген ул студент-вокалсыларға ғына түгел, үҙенең күп һанлы хеҙмәттәштәренә лә өләште.