Осраҡлыҡтар осраҡлы булмай...

22-05-2018, 00:03 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Осраҡлыҡтар осраҡлы булмай...“Ғәлиәбаныу... инде үлһәм дә үкенмәйем, һөйгәнем ҡулында йән бирәм...” Ошо һүҙҙәрҙән һуң Хәлил күҙҙәрен йома. Тетрәндергес мөхәббәт тарихы шулай тамамлана. Ә был мәлдә залда тынлыҡ урынлашҡан, күҙҙәр йәшкә мансылған, уйҙар үкенестәрҙе барлай, һабаҡ ала, Исмәғилгә ҡарата нәфрәт төйөнө шартлар сиккә етә! Спектакль тамамланыр, ваҡыт үтер, тик актер Рафиҡ Хәсәновты күргән һайын тамашасының хистәре йәнә уяныр, Ғәлиәбаныу менән Хәлил яҙмышын хәтерләр...


Тарихсы түгел, тарих булдырыусы

Рафиҡ Рафаэль улы тамашасы күңелендә ана шулай мөхәббәт геройҙары образдарын кәүҙәләндергән ижадсы булараҡ урын алған. Хәлил генәме ни, “Аҫылйәр”ҙә Шәрәфте, “Шәүрәкәй”ҙә Сураҡайҙы һәм башҡа байтаҡ ғашиҡтарҙы кәүҙәләндергән актер, ысынлап та, мөхәббәт геройҙарын уйнар өсөн генә килгәндәй был донъяға. Ә ниңә, буй-һыны килешле, көр тауышлы, моңло итеп “Һөйөүҙәрең ысын булһа, Ғәлиәбаныу һылыуым, иркәм, тәҙрәнән тартып ал” тип йырлап ебәрһә, гүзәл заттан булған тамашасыны ғашиҡ итмәҫ тимә! Ә шулай ҙа... Төрлө ролдәр башҡарырға тура килә актерлыҡ юлында: һөйөрһөң дә, кәрәк икән, ҡәбәхәтте лә кәүҙәләндерерһең.
...Кешене һайлаған һөнәренә йыш ҡына бала саҡтағы хыялдары алып килә. Эйе, Рафиҡ та сәхнә тип уйлана үҫмер йылдарҙа, тик үҙен киләсәктә йырсы итеп күҙ алдына баҫтыра – бының өсөн моңло тауышы бар. Шулай ҙа өлгөргәнлек аттестатын тотоп, ул сәнғәт түгел, педагогия институты тупһаһы аша үтеп инә, әммә тарихсы-студент булып китергә саҡ ҡына балл етмәй. Был ваҡиғаны ул саҡта, бәлки, “үкенескә ҡаршы” тип атарға булыр ине, әммә хәҙер актер ҙа, ул кәүҙәләндергән образдарҙы үҙ итеп өлгөргән тамашасы ла уны “бәхеткә күрә” тип төҙәтер. Күп уйлап тормай, уҡырға инә алмаған егет тыуған ере Баймаҡта район мәҙәниәт һарайына биҙәүсе булып эшкә урынлаша.
Бер мәл осраҡлы ғына тип әйтерлек урындағы халыҡ театры ҡуйған спектаклдә ҡатнаша һәм шунда билдәләнә лә инде уның киләсәге. Халыҡ театры етәксеһе Земфира Алтыншина ла, мәҙәниәт усағы етәкселеге лә: “Һин буласаҡ актер, талантың бар!” – тип уны сәнғәт юлынан китергә өгөтләй башлай. Бына бит ниндәй көскә эйә таланттарға ҡанат ҡуйған халыҡ театрҙары! Өгөтләй торғас, егетте шул тарафтарға үҙенең курсына таланттар йыйырға килгән Өфө дәүләт сәнғәт институты педагогы Фәрдүнә Ҡасимоваға күренергә күндерәләр. Уҡытыусы буласаҡ актерҙы сәхнәгә сыҡҡас та оҡшата...

“Сәләм”дә хәл иткес сәләм

– Бер мәл кәләш менән иртән “Сәләм” тапшырыуын ҡарап ултырабыҙ. Студия ҡунағы, ул саҡтағы Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының художество етәксеһе Гөлдәр Ильясова, коллективҡа йырлаусы актер егеттәр кәрәклеге хаҡында һөйләй. Светлана шунда уҡ: “Рафиҡ, был һинең өсөн”, – тип әйтеп ташламаһынмы. “Сыҡ та кит”, – ти артист нисек итеп Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актеры булып китеүе хаҡында. Ә был тапшырыуҙы ҡарағанда Рафиҡ Хәсәнов күптән институт тамамлап, өйләнеп, Сибай театрында эшләп йөрөгән була. Тәҡдим актер сәхнәлә генә түгел, ғөмүмән, тормошта үҙен эҙләгән мәлгә тура килә.
Ҡыҙыҡ инде был донъя. Йырсы булыу хыялы хыял ғына булып ҡалһа ла, моң һәләте шулай ҙа шәхестең юлын ҡырҡа бороп ебәрә. Ә ниндәй моң бит! Дөрөҫөн әйткәндә, Рафиҡтан оҫта актер ғына түгел, күркәм йырсы ла сығыр ине. Үҙенең һәләтен “Оҙон көй-2002” бәйгеһендә лауреат исемен яулап, “Ирәндек моңдары-2012”-лә дипломант булып иҫбатлап ҡуйған инде.
– Моңға һәләт атай яҡлап нәҫелдән килә, – ти актер. – Мәрхүмкәйем үҙе лә матур йырлай торғайны. Иртәрәк китте...
Эйе, иртә етем ҡала әңгәмәсем. Моң атаһынан булһа, ә бына һоҡландырғыс тәрбиәне әсәһе, уның ҡарындаштары, өләсәй-олатаһы бирә. Рафиҡ менән апаһын күмәкләп аяҡҡа баҫтыралар. Бөгөн актерҙың шәп ижадсы ғына түгел, шәп кеше булыуы, һис шикһеҙ, ошо тәрбиә башланғысында. Рафиҡ ҡатыны Светлана менән рухлы итеп, ғәҙеллеккә өйрәтеп, Арыҫлан, Айсулпан, Рамаҙан исемле ҡыҙ-улдар үҫтерә. Коллегалары ла изге күңелле, ярҙамсыл, тыныс тип белә. Шуныһы йәл, хәҙер улының уңыштарын әсәһе күрә алмай – күптән түгел Зәмһәр Фәйзулла ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күскән.

Сәхнәлә генә Ҡотләхмәт

Был йәһәттән тағы ла шул иғтибарға лайыҡ: Рафиҡ Хәсәнов тигән исемгә әлегә ҙур регалиялар ҡунып өлгөрмәгән, уның ҡарауы, ауыҙ тултырып стәрлетамаҡтарҙың яратҡан актерҙарының береһе тип әйтергә мөмкиндер. Быны актер үҙе лә аңлайҙыр, бәлки, тик “Ҡыҙ урлауҙа” Ҡотләхмәт: “Ҡотләхмәт бына тигән тракторсы – бер булдымы? Аҡсаны, икмәкте көрәп алам – ике булдымы? Комсомолда бер шелтә алғаным юҡ – өс булдымы? Былтыр ғына үҙемә яңы өй һалып ебәрҙем, мотоцикл менән патефон алдым, йыл башынан “Совет Башҡортостаны” гәзитенә яҙылдым – былар бөтәһе бергә дүрт булдымы...” – тип егетлеген күрһәтеп маһайһа ла, был персонажды кәүҙәләндергән Рафиҡ Хәсәнов тормошта геройының тап киреһе. “Әллә һин Баймаҡтан түгелһең инде” тип тә шаярталарҙыр әле...
Актерҙың Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында эшләү дәүерендә һынландырған ролдәре хәҙер бармаҡ бөгөп кенә һанарлыҡ күләмдән дә, кимәлдән дә артҡан инде. Әлбиттә, башта телгә алғанса, уларҙың күпселеге – мөхәббәт геройҙары, шул уҡ ваҡытта араларында һүҙ йөрөтөрлөк кире образдар ҙа бар. Тимәк, актерҙың һәләте сикһеҙ, образ тыуҙыра алыу мөмкинлектәре киң! Был йәһәттән Рафиҡ Рафаэль улының бигерәк тә һуңғы йылдарҙағы ижады иғтибарға лайыҡ. “Люксембургка барып ҡайтҡансы...”ла ауыл хакимиәте башлығы роле, “Аһ, ошо ғашиҡтар”ҙағы Нәзир, мәҫәлән, уның ижадын байытып, бермә-бер төрләндерә лә. Хәйер, был театрға эшкә килгәс тә бит шунда уҡ Хәлил булып китмәй, 70 йәшлек ҡарт ролен тотторалар уға!
Ҡарт тигәндән, спектаклдәрҙә, ғәҙәттә, муллаларҙы бәләкәй буйлы бабай итеп күҙ алдына баҫтырырға күнеккәнбеҙ, ә бына “Ҡоҙаса”ла дин әһеле Рафиҡ һымаҡ мыҡты кәүҙәле. Ошо күренеш менән тамашаға ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та бер төҫ өҫтәлгән һымаҡ. Әлбиттә, үҙе динде өйрәнгән, дин әһелдәрен яҡындан белгән шәхес өсөн был роль еңел дә бирелмәйҙер (актер асылы шулай бәхәсле юлдарҙан да алып бара икән). Уның ҡарауы, тамашасы мөкиббән китә. Хәйер, беренсенән, классиканы үҙгәртеп буламы ни, икенсенән, беҙҙең заманда ла никах уҡып, аҙаҡ шуны “йыуып”, гармун таптырып ултырған муллалар, дөрөҫөрәге, үҙҙәрен мулла тип һанаусылар юҡ түгел.
– Төрлө йүнәлештә эшләп ҡарау, изге фәрештә булып та, ҡомһоҙ иблис сүрәтендә лә үҙеңде һынау – актер өсөн көн талабы. Бер ҡалыпта ҡатып ҡалып ҡына оҫталыҡ тәрәнәймәй, – тип ҡыуана был ролдәре өсөн әңгәмәсем.

Партнерыңды беләһеңме?

Шулай ҙа тағы бер тапҡыр “Ғәлиә­ба­ныу”ға, Рафиҡ Хәсәновты танытҡан Хәлил образына әйләнеп ҡайтҡы килә. Мөхәббәт геройы тиһәк тә, бында ла бит ниндәй тетрәндергес мәлдәр, бәрелештәр аша үтергә тура килә.
– Ошо спектаклдә инде тиҫтә йылдан ашыу үлеп-тереләм, – тип шаярта Рафиҡ. – Тик һәр тапҡыр ошо минуттарҙа, әйтерһең дә, ике донъя араһында сәйәхәт ҡылып алам – Хәлилдең үлемен ныҡ тетрәнеп ҡабул итәм. Ә Ғәлиәбаныу илай башлаһа, тик кенә ятыр урынға минең дә күҙҙәрҙән йәш аға...
Ғәлиәбаныу тигәндән, спектаклдә һәм тағы байтаҡ сәхнә әҫәрендә Рафиҡ Хәсәнов кейәү егете булһа, Резеда Әмәкәсова – уның кәләше, һөйгәне. Баҡтиһәң, был тәңгәлдә лә үҙ сере бар икән.
– Резеда менән сәнғәт институтының беренсе курсына бергә килдек, дүрт йыл бергә уҡыныҡ, артабан бергә эшләйбеҙ. Шуға уның менән уйнап китеүе ауыр булманы, бер-беребеҙҙе күҙ ҡарашынан аңлап торабыҙ, – ти артист.
Сәхнәлә уңышыңдың яртыһы (бәлки, унан күберәктер ҙә) партнерыңдан тора шул!
...Халыҡ театрында осраҡлы роль. Художество етәксеһенең осраҡлы тәҡдиме. Осраҡлы... Хәйер, тормошта барыһы ла осраҡлы булмайҙыр ул. Бәлки, барыһы ла маңлайға яҙылғандыр. Мәҫәлән, сағыу ролдәр башҡарып, матур образдар тыуҙырырға. Бар булмышыңды егеп, тамашасыны көлдөрөргә, илатырға, тетрәндерергә, йәшәргә саҡырырға. Үҙең дә ябайлығың менән бөйөк булып ҡалырға. Бәлки, ошолай яҙылғандыр Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актеры Рафиҡ Хәсәновтың маңлайына. Улайһа, артист был юлды лайыҡлы үтә. Сәхнәлә иҫ киткес уйнай, тормошта иҫ киткес ысын булып ҡала.