Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йөрәгемде тыңлап йәшәйем”
“Йөрәгемде тыңлап йәшәйем”М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә ҡуйылған Т. Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү” комедияһын ҡарау бәхете тейҙе. Барыһынан да бигерәк Исмәғил образы үҙенсәлекле ҡуйылышы менән хәтерҙә уйылып ҡалды: сәхнәгә сығып баҫтымы, хәл-ваҡиғалар тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һымаҡ, тирә-йүн яҡтырып киткәндәй тойола. Тамашасыға мөрәжәғәте лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Исмәғилде шундай оҫта башҡарған актер Илнур Лоҡмановтың һәләтен тейешенсә баһалау, уны гәзит уҡыусылар менән яҡындан таныштырыу теләге һәм ошо арала 35 йәшлек күркәм юбилейын туйлауы – былар барыһы ла һеҙгә тәҡдим итәсәк әңгәмәгә сәбәп.


– Актер булыу теләге бала саҡ хыялымы?
– Әсәйем Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлаған (хәҙер – Башҡорт республика сәнғәт колледжы), сәнғәткә, йыр-бейеүгә бик яҡын торған кеше ине. Мин дә мәктәп йылдарынан уҡ сәхнәләрҙә йыш сығыш яһаным. Өлкән кластарға хәтлем актер булырға хыялланғаным иҫемдә, әммә ниндәйҙер уҡытыусы “актерлыҡ – ул ҡатын-ҡыҙҙар эше” тип күңелемде төшөрҙө. Мәктәпте тамамлағас, МВД мәктәбенә уҡырға индем. Әммә туғыҙынсы көнөнә миңә унан ҡасырға насип булды.

– Ни өсөн? Күңел ятманымы, әллә актер булыу теләге был ҡәтғи аҙымға этәрҙеме?
– Ғөмүмән, тормошта йөрәгемде тыңлап йәшәйем. Асыштарға әҙер булыуым, үҙ-үҙемде төрлө өлкәлә һынап ҡарарға яратыуым мине МВД мәктәбенә алып килһә, унда үткәргән бер аҙ ваҡыттан һуң был һөнәр минеке булмағанына төшөндөм. Оҙаҡ уйлап тормай З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына юлландым. Унда, әмәлгә ҡалғандай, уҡырға инеүселәрҙе өҫтәмә йыйыу бара ине.

– Сәхнәләге беренсе ролегеҙ?
– Диплом эше итеп ҡуйған “Тиле йәшлек” спектаклендә (Ибраһим Абдуллин) Зөлҡәрнәй роле.

– Әйткәндәй, һеҙ – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы “Ҡорос” халыҡ театры етәксеһе лә. Ошо уҡ “Тиле йәшлек”те университет студенттары менән үткән йыл аҙағында тамашасы хөкөмөнә сығарҙығыҙ. Ни өсөн тап ошо әҫәр? Күңелегеҙгә айырыуса яҡын булғанғамы?
– Күңелгә яҡынлыҡтан да бигерәк был әҫәрҙә дуҫлыҡтың мәғәнәүи аҡ ебе ята. Шулай уҡ кешеләр араһында булған йылы мөнәсәбәттәр сағыла. Мин ни өсөн тап “Тиле йәшлек”те алдым? БДПУ-ға төрлө район, ауыл һәм ҡалаларҙан килеп уҡыйҙар. Үҙ эсенә йомолоп, ҡаҙанында ғына ҡайнаған йәштәр бар. Был спектаклде сәхнәләштереү уларҙы берләштереү өсөн эшләнгән. Дуҫлыҡтан ҡала, бында мөхәббәткә лә байтаҡ урын бүленгән, ысын тойғолар нисек була икәнлеге төшөндөрөлгән. Хеҙмәт мәсьәләһе лә сағылыш тапҡан: элекке ең һыҙғанып эшләү, Хөкүмәт тарафынан кадрҙар әҙерләүгә ҡараштың үтә лә яуаплылығы. Йәнә лә өлкән быуын темаһы. Шифабикә инәй образын алып ҡараһаҡ, ул – мөләйем, зирәк, аҡыллы ҡарсыҡ. Уға ҡарата йәштәрҙең һәм уның тирә-йүнгә мөнәсәбәтен – быларҙың барыһын да йәштәргә күрһәткем килде. Икенсенән, әҫәрҙә әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләре лә бар: эсеү, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәр күҙәтелмәй. Киреһенсә, егеттәрҙең сәмләнеп осоусы булырға йыйынып сығып китеүҙәре, агроном һөнәрен үҙләштерергә әҙерләнеүҙәре күрһәтелә. Өсөнсөнән, беҙҙең тел үҙенсәлектәре. Йәнә лә башҡорт халҡына хас булған киң күңеллелек, йылылыҡ хистәренең ярылып ятыуы.
Был спектаклде сәхнәләштереүҙә башҡорттарҙан тыш урыҫтар ҙа, татарҙар ҙа, мариҙар ҙа ҡатнашты. Уларҙың барыһын да йыйып, тап йылы мөхиттә бик тә фәһемле спектакль ҡуйыу теләгем, Аллаға шөкөр, бойомға ашты.

– Актер һөнәре баррикадаһының икенсе яғы – режиссер булыу ниәте нисек уянды? Был теләк һеҙҙе баштан уҡ оҙата килдеме?
– Үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Спектакль ҡуйған ваҡытта, ғәҙәттә, режиссер йүнәлеш кенә бирә, ә актерҙар ролдәрен башынан аҙағынаса үҙҙәре ижад итә. Ҡайһы бер осраҡта режиссер менән бәхәскә инергә тура килә торғайны: йүнәлеш, бирелеш оҡшамай, үҙем төрлө юлдар эҙләп ҡарайым. Хәйер, әле лә булғылай: режиссер бер төрлө уйлай, ә мин икенсе төрлө күрәм.

– Күңелегеҙгә ауаздаш, яҡын ролегеҙ?
– Бөтә образдар ҙа яңы тыуған бала һымаҡ инде ул. Ниндәй ҙә булһа ролде айырып ҡарайым тип әйтә алмайым. Һәр береһе үҙенсәлекле, халыҡҡа еткерер фекере, уй-ниәте, мөрәжәғәте бар. Кеше бит был донъяға тиккә генә тыумай, Аллаһ Тәғәлә уны үҙе артынан яҡшы эштәр, яҡты эҙ ҡалдырыр өсөн яралта. Шулай уҡ был донъяға килеү ул Хоҙайҙың һынауы тип күҙ алдына килтерәм.

– Теге йәки был спектаклдә төп ролде яулап алыу ауырмы?
– Был инде режиссерҙың образды нисек күреүенән, күҙаллауынан тора. Мин тура һүҙле кешемен, шуға тураһын әйтәм: бер ҡасан да “төп ролде миңә бирегеҙ” тип һорап йөрөгәнем булманы, хатта ҡайһы бер мәлдәрҙә тәҡдимдән баш тартырға ла тура килде. Яһалмалыҡты яратмайым. Ғөмүмән, халыҡта битлек кейеү күренеше киң таралған. Был, минеңсә, дөрөҫ түгел. Спектакль барышында ғына түгел, сәхнә артында ла, тормошта ла кеше үҙе булып ҡалырға тейеш.

– Театр өлкәһендә һеҙ – өлгөргән режиссер, ә кино сәнғәтендә үҙегеҙҙе һынап ҡарап, фильм төшөрөү теләге уяндымы?
– Театр һәм кино сәнғәте бер-береһенән бик ныҡ айырыла бит ул. Фильм төшөрөү – бөтөнләй икенсе мөхит. Әле иһә театр актерҙарын саҡыралар ҙа улар камераға уйнай башлай. Әлбиттә, сәхнәлә күпертеү әҙ генә кәрәк, сөнки 600-ләп тамашасыға уйнап ҡына ҡалмайһың, йырлайһың да, бейейһең дә. Ишетелһен, кешегә барып етһен өсөн көслө тауыш менән һөйләшеү мөһим. Нимәгәлер баҫым яһап, мәғәнәһенә айырым иғтибар бүлергә тейеш мәлдәре күп спектаклдең, был осраҡтарҙа, бая әйткәнсә, күпертеп ебәреү кәрәк. Ә кино сәнғәтендә бит улай түгел, режиссер талап иткәнсә, нисек бар, шулай уйнау мөһим. Мин үҙемде камера менән дуҫмын тип әйтә алмайым, хатта фотоға төшөү ҙә ҙур эш һымаҡ, оялдыра (йылмая).

– Шулай ҙа һеҙҙең башҡорт киноһында төшөү тәжрибәгеҙ бар...
– Эйе. “Рәхмәт”, “Бабич” кеүек фильмдарҙа, “Тамыр” балалар телеканалының фильм-әкиәттәрендә төшөргә насип итте. Кино өлкәһендә эшләп ҡарарға тигән хыялым юҡ, әммә актер булырға теләр инем. Мәҫәлән, сит ил фильмдарында. Ни өсөн? Үҙемә тәжрибә, таһыллыҡ, оҫталыҡ туплар өсөн. Актер тормошо һәр ваҡытта ла эҙләнеү, төпсөнөү менән бәйле. “Театр тормошо – иблис донъяһы” тигән әйтем дә бар. Кешене эләкләү түгел, ә уның йәшәйешенә үтеп инеп, һыҙаттарын образ аша сағылдырыу.

– Актер һөнәрен һайламаһағыҙ, был тормошта ниндәй һөнәр эйәһе булыр инегеҙ?
– Кешегә Хоҙай тарафынан бөтә нәмә лә бирелгән. Ҡулыма көрәк, балта йәки башҡа ҡорал тотторһалар ҙа, юғалып ҡалмаҫ инем. Һөнәргә килгәндә, ҡайҙа ла булһа тир түгер инем, сөнки был осраҡта теләк, илһам һәм һине аңлаған, алға этәргән яҡын кешеләрең генә кәрәк.

– “Диләфрүзгә дүрт кейәү” комедияһындағы Исмәғил роле – сағыу образ. Үҙенсәлекле итеп тамашасыға еткерелә. Хәрәкәттәренән алып һөйләшеү манераһына тиклем. Бында ҡуйыусы режиссерҙың йоғонтоһо көслөмө, әллә күберәк үҙегеҙҙекеме?
– Минеке. Әлбиттә, сәс артыҡ үҫеп китмәһен өсөн уны тигеҙләп тораһың бит, шуның һымаҡ режиссер артыҡ тойолған ерҙәрен алып ташлай ҙа кәрәклеһен, тәмлеһен генә ҡалдыра.
– Яңынан режиссерлыҡ амплуағыҙға әйләнеп ҡайтҡанда... Ҡуйған эштәрегеҙҙән тулыһынса ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәһегеҙме?
– Тулыһынса ҡәнәғәтмен тип әйтә алмайым, эҙләнеүҙәр дауам итә. Сәхнә – ул йәнле организм, шуға күрә бер көн шул тиклем матур итеп уйнап сыҡтым тип уйлаһаң да, режиссерҙең һинән ҡәнәғәт булмауы ихтимал. Әлеге ваҡытта, әйткәндәй, тап ошо өлкәлә эш алып барабыҙ: күп актерҙар сәхнәгә ролдәренә тулышып килеп сыҡмай, уйнауҙары ҡоро һөйләшеп тороуға ғына ҡайтып ҡалыуы бар.

– Һеҙ етәкселек иткән театрға һайлап алыу турын үтергә, артабан сәхнәлә уйнарға тип, яңы кеше килә. Тәү сиратта уның ниндәй сифаттарына иғтибар итәһегеҙ?
– Уның эске донъяһына, күңел торошона иғтибар итәм, уй-хис кисерештәрен ҡарайым. Уйнатып ҡарайым, баҡыртам да, үкертәм дә. Актерҙарҙың сығышы йыр-бейеүгә генә ҡоролмаған бит. Уйнаймы, тоя беләме – барыһы ла күҙ уңында тотола. Юғиһә була бит шундай кешеләр: тормошта ла бер ни тоймайҙар. Сәхнә – ул илаһи, сихри донъя, унда тик көслө кешеләр генә уйнай ала.

– Рухи яҡтан көслө кешеләрме?..
– Ғөмүмән, бөтә яҡтан да. Үҙен аҡыллы тип һанаған кеше сәхнәлә уйнай алмай, сөнки аҡыллылар күп уйланырға, күп үлсәргә ярата. Үлсәп-самалап йәшәүҙең мәғәнәһен күрмәйем.

– “Йондоҙ ауырыуы” ҡағылғаны булманымы?
– Юҡ. Дөрөҫ, һуңғы курстарҙа уҡыған саҡта булып алғайны бер килке: “О, мин бына-бына “сәнғәт”те бөтәм дә актерға әйләнәм...” Әммә тиҙ үтте ул. Һәр береһендә булалыр был күренеш. Ғүмер баҡый бер урында тапанып, бер амплуа менән генә йөрөгән актерҙар ҙа була. Үҙе өҫтөндә даими эшләгән актер бер ҡасан да “йондоҙ сире” менән ауырымаясаҡ, сөнки ул көнө-төнө эҙләнеү өҫтөндә. Бындай кешеләр бөгөн бик һирәк тип әйтер инем. Хәйер, хәҙер халыҡ та, уларҙың театрға ҡарашы ла үҙгәрә бара. Бөгөн күпселек театрға ял итеү, күңел асыу урыны тип ҡарай. Ә, минеңсә, театр – ул ҡорам, изге урын. Унда кеше бөтөнләй икенсе донъяға, икенсе мөхиткә ваҡытлыса булһа ла сумыр өсөн, теге йәки был күренешкә күҙ ташлап, фәһем алыр өсөн, былай ваҡытта мөмкинлек булмаһа, тап сәхнәлә барған хәл-ваҡиғалар ярҙамында, уларҙың тәьҫире аҫтында фекер туплау өсөн бара. Үҙемә килгәндә, һәр спектакль минең өсөн ҡабатланып торған премьера кеүек – көнө буйы уйланам, ярһыйым, ҡайһы саҡ улай кәрәкме икән һуң, тип үҙ-үҙемә һорау биреп тә ҡуям. Сәхнәлә эш башлағандан алып мин тамашасыны уйлайым. Беҙ ҡуйған әҫәрҙән саҡ ҡына булһа ла үҙенә һабаҡ алып ҡайтһын ине, тим.

– Әйҙәгеҙ, әҙерәк күҙ алдына килтерәйек: ижад юлын яңы башлаған йәш актер һеҙҙән кәңәш һорай. “Нимә ул үҙ өҫтөңдә даими эшләү?” – тигән һорау бирә. Ниндәй яуап бирер инегеҙ?
– Иң беренсе сиратта, сәхнәгә, театрға инер алдынан, үҙ тормошоңа күҙ йүгертергә кәрәк. Үҙеңде яратыу, үҙеңә ҡарата хөрмәт булыу мөһим. Йәнә спорт менән шөғөлләнеү, төрлө насар ғәҙәттәрҙән, әхлаҡи нормаларға тура килмәгән эштәрҙән арыныу зарур. Ата-әсәне, ололарҙы хөрмәт итеү мөһим. Былар барыһы ла – беренсе аҙым. Һәм ошо аҙым театр тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҙәниәтте тойоу, мәҙәни булыу тигән төшөнсәләр ҙә бар бит. Иң тәүҙә үҙеңде нисек тәрбиәләйһең бит әле...

– Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернатындағы “Ялҡын” өлгөлө балалар коллективына ла етәкселек итәһегеҙ. Эшкә, сәхнәгә ҡараштары менән балалар, әйтәйек, “Ҡорос”тағы студенттарҙан айырыламы?
– Мин барыһына ла бер тигеҙ, бер төрлө ҡарайым: балаларға ла, студенттарға ла, хеҙмәттәш актерҙарға ла, актер булмағандарға ла хатта. Балалар менән эшләгәндә инде, күҙ алдыңа килтер, улар бишенсе кластан интернатҡа уҡырға килә. Уларға атай йылыһын да, әсә йылыһын да берҙәй өләшергә тырышам. Үҙемде улар менән тиң ҡуйып һөйләшәм. Студенттар менән инде үҙемде уларҙың урынына ҡуйып эш итәм.

– “Ялҡын”дың репертуарында ниндәйерәк спек­таклдәр бар?
– Бик күп сәхнәләштереүҙәрҙән тыш, “Шаяниум”, “Урал батыр” кеүек бәйгеләргә лә әҙерләнәбеҙ, шөкөр, алдынғы урындар алып торабыҙ. 2016 йылда әкиәттәр менән “Ҡыңғырау сыңы” халыҡ-ара фестивалендә беренсе урынға лайыҡ булдыҡ. Унда шуныһы менән дә отҡанбыҙҙыр: барыһы ла театр көткән, ә беҙ балалар менән сығыш яһаныҡ. Балалар булһа ла, уларға ла мин һөнәри күҙлектән ҡарайым, сөнки был, беренсенән, ижади эш, икенсенән, бынан сығып, йәш быуындың киләсәккә ҡарата ыңғай мөнәсәбәте тәрбиәләнә. Шуға күрә үҙ эшеңә ышанып, тулыһынса бирелеү мөһим.

– Һеҙ театр тормошонан тыш, сәнғәттең тағы бер өлкәһендә, атап әйткәндә, башҡорт эстрадаһында йырсы булараҡ та ҡайнайһығыҙ... Бында ниндәй уй-ниәттәр менән янаһығыҙ?
– Ошо йылдың октябрь-ноябрь айҙарына үҙемдең концертымды планлаштырғанмын, әлеге ваҡытта өсөнсө музыкаль альбомым өҫтөндә эш алып барам. Эстрадала бөтөнләй икенсе тормош, әлбиттә. Шоу-бизнес ул.

– Тап шул шоу-бизнес ҡуйған талаптарға яраҡлашаһығыҙмы, әллә күңелегеҙ ҡушыуы буйынса сығыш яһайһығыҙмы сәхнәлә?
– Театр кешеһе булғас, эстрадала мин шул яҡҡа баҫым яһап, үҙ юлым буйынса эшләйем. Концертымда ла артыҡ һүҙ бутҡаһы ҡуйыртмай ғына, шиғырҙар, сәхнәләштереүҙәр ярҙамында һәр сығышты әҙерләү уйым. Ғөмүмән, мин шоу яратмайым. Шоуҙың сифаты бар икән, һөнәри яҡтан бик ныҡ үҫешкән икән, ул тик шул саҡта ғына отошло.

– Әңгәмәбеҙ барышында һеҙ, лайыҡлы тормош өсөн үҙеңде аңлаған, алға этәргән яҡын кешең, икенсе яртың кәрәк, тигән фекер әйттегеҙ. Һеҙҙең өсөн ниндәй ул ҡатын-ҡыҙ өлгөһө?
– Ҡатын-ҡыҙға ир-егетте аңлау бик ныҡ кәрәк. Ир кеше ул бала һымаҡ, күңеле шул тиклем нескә. Ҡатын-ҡыҙға ир-егет менән идара итеү ауыр, әлбиттә. Әммә элек-электән килгән әйтем бар: “ир – баш, ҡатын – муйын”. Шуға күрә ҡатын ирҙе ир итергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта ир-егет тә үҙ талаптарын үтәргә тейеш, әлбиттә. Әммә ул талаптарҙы үтәп тә, ҡатын-ҡыҙ шуны тапай икән, тормош булмай. Ирҙең ҡанаты – ул ҡатын-ҡыҙ. Ҡанатландырып торған йылы усаҡ бар икән, башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй. Ғәҙәттә, ике арала үҙ-ара кәңәшләшеү юҡ, мин-минлек көслө. Шуның арҡаһында ла күп ғаиләләр тарҡала.

– 35 йәшлек юбилейығыҙ яҡынлаша. Ошо ғүмер күҙлегенән ҡарағанда, эшегеҙҙән, тормошоғоҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме? Теләгән, хыял иткән бейеклектәрҙе яулай алдым, тип әйтә алаһығыҙмы?
– Мин бейеклек яулар өсөн тыумағанмын. Был тормошта күпте күрергә тура килде, атай-әсәйем был донъянан бик иртә китеп барҙы. Быларҙың барыһы ла Аллаһ Тәғәләнең һынауылыр, тим. Ошо дәүергә етеп, яҡшыһын да, насарын да күрелде, үкенеүҙәр ҙә күп булды. Әлеге ваҡытта маҡсатым – йәш быуынды тормошта дөрөҫ юҫыҡҡа бороу. Хыялдар тормошҡа ашһа, бөйөклөктө лә, юғары үрҙәрҙе лә яуланың тигән һүҙ. Хыялым – башҡалар менән берҙәм, татыу рәүештә, башҡа милләт вәкилдәре менән типә-тиң булып, Башҡортостаныма хеҙмәт итеү. Бер-береңде хөрмәт итеп, ярҙам ҡулы һуҙып эшләү – ошо осраҡта күңелем бейеклектәргә күтәреләсәк. Тормошомдан ҡәнәғәтмен, Аллаһ Тәғәләгә һынауҙары, ҡыйынлыҡтары өсөн дә рәхмәт, сөнки уларһыҙ йәшәү мәғәнәһен, тормош матурлығын тойоп, күреп булмай.
Илнур Лоҡманов – башҡорт театр сәнғәтенең ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле вәкиле. Был уның сәхнәләге ижадында, “Ҡорос” халыҡ театры, “Ялҡын” өлгөлө коллективы менән ҡуйған әҫәрҙәрендә, күңел һалып йырлаған йырҙарында ғына сағылмай. “Актерлыҡ һөнәрен һайламағанда, кем булыр инегеҙ?” тигән һорауға тәғәйен генә яуап таба алманы ул, ә бына мин таптым. Илнур – актер, режиссер, йырсы булыуҙан тыш, тағы ла ғәжәйеп һәләтле, һиҙгер, бала күңелле уҡытыусы ул. Әле шәп бер проект менән янып йөрөүе быны тағы бер тапҡыр дәлилләй. Уҡытыусыларҙы сәхнә уйыны ярҙамында ораторлыҡ сифаттарына өйрәтеү, балалар менән эшләгәндә кәрәкле алымдарҙы театр сәнғәте аша төшөндөрөү – тиҙҙән ошо юҫыҡта эш башлаясаҡ һәләтле замандашыбыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Харис Шәрипов хәҙер ҡайҙа йырлай?

Харис Шәрипов хәҙер ҡайҙа йырлай? 17.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Харис Шәрипов Мәскәүгә киткәнме әллә? Баш ҡала сәхнәләрендә уның йырлағанын йыш күрергә тура...

Тотош уҡырға 0

Данирҙы яратып ҡалғандар

Данирҙы яратып ҡалғандар 17.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Традицион музыка башҡарыу факультеты...

Тотош уҡырға 9

Яңы йылға шәп бүләк

Яңы йылға шәп бүләк 17.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бүләктең дә бит ниндәйе! Яңы йыл тамашаһын хәтәр шәп үткәрә торғаны – күп функциялы клуб....

Тотош уҡырға 16

Айгиз Татарстанға китерме?

Айгиз Татарстанға китерме? 15.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Ҡалдырма, әсәй!" тигән повесы менән республика ғына түгел, бөтә Рәсәй халҡын зар илатҡан Айгиз...

Тотош уҡырға 393

Әйтеп бөтөлмәгән фекерҙәр күп әле

Әйтеп бөтөлмәгән фекерҙәр күп әле 14.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Дим моңдары” күңелегеҙгә ял бирер. Республика юбилейы алдынан донъя күргән был китап шиғриәт...

Тотош уҡырға 58

“Урал батыр”ҙы белгән балала өмөт бар

“Урал батыр”ҙы белгән балала өмөт бар 14.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Улар булғанда илдең киләсәге ҙур. Һеҙҙең бер урында шундай күп талантлы, белемле, аҡыллы балалар...

Тотош уҡырға 83

Урал менән Шүлгән йәнә осрашты

Урал менән Шүлгән йәнә осрашты 14.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә ил буйынса Театр йылын асыу тантаналары үтте. Президент В.В. Путиндың Указына ярашлы,...

Тотош уҡырға 59

Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе

Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостан ғалимдары ун томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” тигән ҙур лингвистик проектты...

Тотош уҡырға 67

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән...

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән... 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үҙенең моңло йыры, сибәрлеге менән меңәрләгән тамашасыларҙың күңелен әсир иткән Гөлназ Асаева...

Тотош уҡырға 1 071

Һынлы сәнғәт ҡанат ҡуя

Һынлы сәнғәт ҡанат ҡуя 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Наил Мәхмүтовтың “Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 59

Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен  ярата

Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен ярата 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Баймаҡ районының һәр ҡала һәм ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың 80...

Тотош уҡырға 111

Шағир рухын шатландырып...

Шағир рухын шатландырып... 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Шиғриәтте яратҡан һәр кем Рәшит Назаров ижады менән таныштыр. Уның фәлсәфәүи шиғырҙарын уҡып, берсә...

Тотош уҡырға 159