Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Көтөлмәгән ҡунаҡ”ҡа – юғары баһа
“Көтөлмәгән ҡунаҡ”ҡа – юғары баһаСалауат театры күптән түгел төрөк халҡы алдында башҡортса спектакль ҡуйып, тамашасы һөйөүен яуланы. Ниндәй тәьҫораттар менән ҡайтыуы артистарҙың йөҙҙәренән үк күренә ине. 


– Иҫегеҙҙә булһа, былтыр декабрҙә төрөк драматургы Тунджер Джюдженоглуның “Көтөл­мәгән ҡунаҡ” спектаклен ҡуйғайныҡ. Премьераны автор үҙе ҡараны, бик ҡәнәғәт ҡалды.
Шунда ул беҙҙең фестивалдә ҡатнашыуыбыҙҙы теләгәйне. Һәм, бына, Трабзон ҡалаһында уҙасаҡ 19-сы Халыҡ-ара Ҡара диңгеҙ театрҙар фестиваленә саҡырыу алыу менән юлға сыҡтыҡ. Бөтәһе туғыҙ кеше барҙыҡ, улар иҫәбен­дә театр директоры Илдар Маннапов һәм спектакль режиссеры Олег Ханов та бар ине, – тип һөйләй театрҙың ижади коллективына идара итеүсе Рөстәм Фазылов. 
Фестивалдә ете ил – Рәсәй, Бөйөк Британия, Румыния, Бразилия, Грузия, Англия, Төркиә ҡатнаша. Салауат театры Баш­ҡортостан ғына түгел, ә Рәсәй исеменән дә сығыш яһай. Беҙҙе­келәр ике көн “Көтөлмәгән ҡунаҡ” спектаклен ҡуя. Был әҫәр төрөк халҡына яҡшы таныш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Салауат коллективын төрөктәр бик йылы ҡабул итә, билеттар аҙна дауамында һатылып бөтә. Залдан бер туҡтауһыҙ “Афарин!” тип ҡысҡырыуҙар, көслө алҡыштар актерҙарға тағы ла ҡыйыулыҡ, дәрт өҫтәй. Салауат артиста­рының уйнауы тамашасыларҙы ғына түгел, хатта уларҙың актер­ҙарын да аптырашта ҡалдыра. Театр етәксеһе уларҙы йыйып, “Башҡорт дуҫтарығыҙҙан нисек уйнарға өйрәнегеҙ. Улар бөтә күңелен һалып башҡара”, – тип бер аҙ шелтәләп тә ҡуя. Ә салауаттар үҙҙәре Төркиәнең фестивалде юғары кимәлдә уҙғарыуын билдәләй. 
Бындай сараларҙа ҡатнашыу артистарҙың, шулай уҡ театрҙың ижади үҫеше өсөн бик мөһим, тип иҫәпләй актерҙар. 
– Беҙ үҙебеҙҙе лә күрһәттек, башҡаларҙы ла ҡараныҡ. Төркиә тамашасыһы юғары мәҙәниәтле, театрға мөкиббән киткән кешеләр, ҡунаҡсылдар. Тәжрибә уртаҡ­лашыу, башҡа илдәрҙең һәм халыҡтарҙың театр сәнғәте менән танышыу, кесе ҡалалар театр­ҙарын пропагандалау милли мәҙәниәтте үҫтереүгә булышлыҡ итә, – тигән фекерҙә Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Фәтих Ҡолһарин. 
Фестиваль Төркиәлә ниндәй­ҙер ярыш тип иҫәпләнмәй, шуға күрә еңеүселәр һәм еңелеүселәр юҡ. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла махсус приздар һәм дипломдар менән бүләкләнгән. 
Уҙған йома 85-се театр миҙ­геле ябылыу тантанаһы уҙҙы. Салауаттар тамашасы иғтиба­рына “Люстра” лирик комедия­һын тәҡдим итте. Һуңынан “Йыл актеры-2017” билдәләнде. Уны беренсе тапҡыр тамашасы үҙе һайланы. Миҙгел буйы улар ярат­ҡан актеры өсөн тауыш бирҙе. Быйыл юбилейлы 25-се тапҡыр тапшы­рылған театр премияһы йәш актер Рафаэль Ғәйнуллинға бирелде. Театр коллективы ярат­ҡан тамашасыһы менән һаубул­лашманы, киләһе осрашҡанға тиклем, тип хушлашты. 



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен  ярата

Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен ярата 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Баймаҡ районының һәр ҡала һәм ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың 80...

Тотош уҡырға 39

Шағир рухын шатландырып...

Шағир рухын шатландырып... 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Шиғриәтте яратҡан һәр кем Рәшит Назаров ижады менән таныштыр. Уның фәлсәфәүи шиғырҙарын уҡып, берсә...

Тотош уҡырға 55

“Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!”

“Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!” 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күңелгә һағыш оялаған да аҡ ҡағыҙға шиғыр юлдары булып теҙелә. Ә шиғырҙар үҙенә уҡыусылар,...

Тотош уҡырға 53

Ижадында – халыҡ яҙмышы

Ижадында – халыҡ яҙмышы 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ринат Камал әҫәрҙәрендә кешенең күңел донъяһын өйрәнә....

Тотош уҡырға 41

Мәңге йәшәр сәсән рухы

Мәңге йәшәр сәсән рухы 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Биш йыл рәттән районыбыҙҙа үткәрелеп килгән сәсәндәрҙең төбәк фестивале быйыл билдәле фольклорсы,...

Тотош уҡырға 57

Рәхмәт һүҙе

Рәхмәт һүҙе 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ябай ғына юбилей кисәмде оло байрамға әйләндереп, күңелемде үҫтереп, шатлыҡ уртаҡлашҡан дуҫтарыма,...

Тотош уҡырға 83

“Кәмһетелгәндәр” сәхнәгә сыҡты

“Кәмһетелгәндәр” сәхнәгә сыҡты 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йәштәр театрының ижад өлгөләре. Театр сәнғәтендә ҙур ваҡиға – М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр...

Тотош уҡырға 100

Дәртлеләр, сәмлеләр...

Дәртлеләр, сәмлеләр... 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Уй-хыялы тормошҡа ашһын йәштәрҙең! Бөртөкләп йыйыла алтын тигәндәй, ысын талант эйәләре меңдәр...

Тотош уҡырға 49

Бахтыбай таланттарға бай

Бахтыбай таланттарға бай 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Улар тыуған төйәктәрен данлап йәшәй. Бөрө районының Бахтыбай ауылы республика кимәлендә үткәрелгән...

Тотош уҡырға 41

Таймаҫтағы парнас гөрләне

Таймаҫтағы парнас гөрләне 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Шағирәне тыуған яғында тәбрикләнеләр....

Тотош уҡырға 41

Халыҡ шағирының халыҡтың һорауҙарына яуабы

Халыҡ шағирының халыҡтың һорауҙарына яуабы 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Беҙ Урал, Ағиҙел хаҡында уйланып үҫтек”. [i]Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән “тура...

Тотош уҡырға 60

Ил яҙмышын,  заманалар айышын тойоп

Ил яҙмышын, заманалар айышын тойоп 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Вокзал”дан сыҡҡан әҙип. Арҙаҡлы ил уҙаманы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, республикабыҙҙың Салауат...

Тотош уҡырға 45