Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәһит ХАММАТОВ: “Һин ниндәй, тормошоң да шундай”
Шәһит ХАММАТОВ: “Һин ниндәй, тормошоң да шундай”У. Шекспирҙың “Ун икенсе төн”өндә карап капитаны Антонионы, Виктор Ольшанскийҙың “Ун өсөнсө йондоҙ”онда – Пушок, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы нигеҙендә ҡуйылған “Тоҡ эсендә бесәй, или Башкирская пленница”һында – Иштимер, Шукур, Александр Вампилов әҫәре буйынса ҡуйылған “Өлкән улым”да – Сильва, Сыңғыҙ Айытматовтың “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт”ендә – Кириск, Альбер Камюның “Калигула” трагедияһында Геликон һәм башҡа бик күп ролдәрҙе башҡарған Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Шәһит ХАММАТОВ менән осрашҡанда, сәнғәт кешеһенең тормошо, театр мөхите хаҡында һөйләштек.


– Шәһит Зәйет улы, һеҙгә ҡара­йым да, ябай ауыл малайын сәхнә тормошон һайлауға нимә этәрҙе икән, тип уйланам. Сәнғәт кешеһенең тормошо ситтән ҡарағанда ғына сағыу, матур кеүек тойола, ә сәхнә артында ла, ҡәҙимге тормошта ла уларға еңелдән түгел. Бер сығыш яһау өсөн әҙерләнгәндә күпме көс, сыҙамлыҡ талап ителә, шуға ла тик үҙенең һөнәрен яратҡандар, унһыҙ йәшәй алмағандар ғына ҡырҡ һынауҙы үтеп, барлыҡ ауырлыҡ­тарға түҙеп, сәнғәттә үҙ урынын һаҡлап ҡалалыр...
– Әсәйемдең аҙымы, теләге менән сәнғәткә килдем. Сығышым менән Әбйәлил районының Буранғол ауылынан. Шунда I класты тамамлағандан һуң, ул: “Ҡалала һине йырларға, һуғышырға өйрәтерҙәр”, – тип әүрәтеп Өфө махсус урта музыка мәктәбенең филиалы булып асылған Сибай башланғыс музыка мәктәбенең II класына уҡырға алып килде. Махсус мәктәп булғас, имтихан менән генә алалар. Әсәйем: “Нимә тип һораһалар ҙа, “эйе” тип яуап бир”, – тип өйрәтте. Ҡабул итеү комиссияһы рәйесе Наил Ғәйетбаев: “Ҡустым, баянда уйнай беләһеңме?” – тип һораны. Мин “эйе” тинем. Үҙем бүлмәнән сыҡҡас: “Әсәй, нимә ул баян?” – тип ҡыҙыҡһындым. Шулай итеп, быға тиклем ул музыка ҡоралы тураһында ишеткәнем булмаһа ла, баян класына уҡырға индем. Уйнарға өйрәнеү еңелдән булманы. Марс Бакиров ағай өйрәтте, яҡшы белем бирҙе. Шулай итеп, II кластан сит яҡта йөрөйөм.

– Ауыл малайына ҡалала уҡып китеү ауыр булғандыр?
– Янымда бер кем дә юҡ. Беҙ, интернат балалары, төндәр буйы бергәләшеп илай торғайныҡ. Ваҡыт үтеү менән өйрәндек. Рәхмәт атай-әсәйемә, сөнки унда алған тәрбиә мине тормошта көтөл­мәгән хәлдәрҙән ҡотҡарҙы, ауырлыҡ­тарҙа юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтте. Интернатта уҡығанда шиғыр яҙа башланым. IV кластан уҡыуҙы Өфө музыка мәктәбендә дауам иттем. Теүәл предметтарҙы яратманым, гуманитар фәндәр оҡшай ине, шуға ла үҙемде сәнғәт донъяһынан башҡа күҙ алдына ла килтерә алманым. Хәҙер, атайым менән әсәйем миңә дөрөҫ йүнәлеш биргән, тип уйлайым.

– Уҡыу осорондағы ниндәй сы­ғыш­тарың, ҡаҙаныштарың иҫтә ҡалған?
– Беҙ уҡығанда баян, фортепьяно кеүек ҡоралдарҙа классик музыка нигеҙҙәрен өйрәндек. Ул саҡта ярыш-конкурстарҙа ҡатнашыу тигән ғәмәл булманы. Һабантуй кеүек сараларҙа ҡатнашып, урындар яулай торғайныҡ.

– Мәктәптә баян серҙәрен өйрә­неп, училищела тынлы музыка ҡо­ралдары бүлегендә уҡыуҙы дауам иткәнһең. Ни өсөн икенсе йүнәлеш буйынса китергә ҡарар иттең?
– Ғүмерҙә лә шулай булыр тип уйламағайным. Беҙ, биш егет, VIII клас­тан һуң баян класына уҡырға инергә һуңланыҡ, шуға ла тынлы оркестрға барырға тура килде, әммә мин быға үкенмәйем, сөнки унда ике һөнәр алдым: кларнет һәм оркестр буйынса. Был миңә музыканы бөтә яҡлап асырға, аңларға ярҙам итте. Хәҙер опера театрҙарында оркестр соҡорҙарында ултыра алам, дипломым бар.

– Һинең ижади үҫешең бик үҙенсәлекле килеп сыҡҡан түгелме? Баян класы, тынлы оркестр, сәнғәт институтында иһә театр бүлеге...
– Өлкән курс студенттарына рәхмәт. Йәшерен-батырыны юҡ, ул саҡта ятаҡта “бабайлыҡ” булды. Бүлмәлә тик ултыр­һаң, һиңә килеп бәйләнә башлайҙар, аҡса таптыралар. Хәҙер генә бар ерҙә лә күҙәтеү камералары тора, кеҫә телефондары бар. Кемдер апаһына йә ағаһына бара, ә минең бер кемем дә юҡ.
Бер мәл, ваҡыт уҙғарырға тип, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрына барҙыҡ. Шул саҡта “Нәркәс” спектакленең премьераһы бара ине. Ул минең барлыҡ булмышымды, сәнғәткә ҡарашымды үҙгәртте. Азат Йыһаншин менән Фирүзә Париж икеһе лә ғашиҡтарҙы шул тиклем оҫта уйнай. Нисек улай ролгә инеп була икән, башыма һыймай ине. Аптыраным. Спектаклдән ҡайтҡансы иланым һәм ошо кисерештәрем мине актерлыҡ донъяһына әйҙәне.
Шулай итеп, I курстан уҡ театрға йыш йөрөй башланым. Аллаға шөкөр, училищены тамамлаған йылда Милли йәштәр театрына махсус ике төркөм ҡабул итеү тураһында иғлан иттеләр. Ул саҡта бер урынға 25 кеше дәғүә итә ине.
Икенсе яҡтан, кларнет юлын һайларға матди хәлем етмәҫ ине. Уның бөтә деталдәре лә бик ҡиммәт. Өҫкә үрләйем тиһәң, аҡса менән ярҙам итерлек кешең булырға тейеш. Бынан 15 йыл элек кларнеттың Францияла етештерелгән муштогы ғына 4,5 мең һум тора ине. Унан тыш әллә күпме запас частарын йыш алып торорға кәрәк, сөнки улар уйнаған һайын ашала. Әммә училищела уҡығаныма бер ҙә үкенмәйем, сөнки әле мин ошо ҡоралдарҙа – баянда, пианинола уйнай белеүемде эшемдә ҡулланам. Театр минең өсөн кларнет һатып алды. Ҡурайҙа ла уйнайым.

– Студент тормошонда нимәләр ныҡ иҫтә ҡалды?
Шәһит ХАММАТОВ: “Һин ниндәй, тормошоң да шундай”– Училище ҙур тормош һабағы бирҙе. Үҙеңде йәмғиәттә тоторға өйрәтте. XI кластан һуң институтҡа уҡырға килгән егеттәр аш бешереү, бүлмәне йыйыштырыу, мәҙәни һөйләшеү, аралашыу тигән ябай нәмәләрҙе белмәй ине. Институтта уҡығанда актер оҫталығы, фехтование дәрестәре ныҡ иҫтә ҡалған. Шул мәлдә мөхәббәтемде осраттым...

– Уҡыуҙы тамамлағас, Милли йәш­тәр театрына мотлаҡ эшкә алыр­ҙар тигән өмөт булдымы? Бер юлы 30 кешене коллективҡа алыу мөмкин дә түгел...
– Алдымда театрға эләгәмме-юҡмы тигән һорау торманы. Мине алалар тип тә уйламаным, ҡайғырманым. Уҡытыу­сыларыбыҙ йылдар буйы беҙҙе ҡарап, күҙәтеп килә бит: үҙеңде тотошоңдо, һуңлап йөрөйһөңмө-юҡмы. Был йәһәттән беҙ тәртипле булдыҡ. Икенсе-өсөнсө курстан һуң ҡайһы бер студенттар актер юлынан китмәйәсәктәрен дә белә ине. Беренсе курсҡа килгәндә бөтәһе лә үҙен халыҡ артисы кеүек тоя, икенсе курста – атҡаҙанған артистар кеүек, өсөнсөлә – һин әйҙәүсе актер, дүртенселә иһә ергә төшәһең, эрелек тә бөтә. Беҙҙең курстан бик аҙҙарҙы ғына театрға ҡабул иттеләр.

– Институтта уҡығанда мөхәббә­теңде осратҡанһың.
– Эйе, ҡатыным Алтынай Юнысова менән икебеҙ ҙә сәнғәт кешеләре булғас, бер-беребеҙҙе аңлап йәшәйбеҙ. Ул “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында алып барыусы булып та эшләй.
Хәтеремдә, йәй “Красноусол” шифа­ха­наһында эшләнем. Алтынай телевидение менән “Артылыш” тапшырыуын тө­шөрөргә килде. Шунда уны күреп ҡал­дым. Аҙаҡ ҡараһам, ул ҡыҙ сәнғәт инсти­тутына уҡырға ингән. 2011 йылда ғаилә ҡорҙоҡ. Театрҙа бергә эшләй башланыҡ, әле бер сәхнәлә сығыш яһайбыҙ.

– Ниндәй ролдәрҙе йышыраҡ бирәләр?
– Икебеҙ ҙә ролдәрҙән уңабыҙ. Ул шундай сағыу, матур героиня булһа, миңә күберәк комик ролдәр эләгә. Шуның менән мин бәхетлемен, сөнки бер ғаиләлә йәшәгән ике актер ҙа етди ролдәр башҡарһа, беҙгә ауырға тура килер ине. Уйлап ҡараһаң, өйҙә лә шул тема бит, театрҙа ла. Беҙ ҙә тере йәндәр, шуға ла ғаиләлә икенсе мөхит булһын, тип теләйһең.
Театрҙа оло актерҙар беҙҙе яҡшы ҡабул итте. Эшкә килгәс, “Ромео менән Джульетта”ла уйнаныҡ. Шунда уҡ өлкәндәр менән ныҡлап танышып, дуҫлашып киттек. Үҙебеҙҙе лә яҡшы яҡтан күрһәттек.

– Артист тормошо еңелдән түгел, хеҙмәт хаҡы ла самалы. Ошо хәл менән ҡәнәғәтһегеҙме?
– Шөкөр итәм, сөнки беҙгә етә. Әлбиттә, уйлай китһәң, кәйеф төшкән мәлдәр ҙә була. Төп эштән тыш төрлө сараларҙа ҡатнашып, үҙебеҙҙе матди яҡтан ҡотҡарып киләбеҙ. Уларҙа йырлайым, баянда ла уйнайым, алып та барам. Аҡса юҡ тип ҡайһы бер таланттар төп сәхнәне ташларға мәжбүр. Әммә улар менән осрашып һөйләшкәндә сәхнәне һағынғандарын тояһың. Кис тамада булып эшләп ҡайтаһың да ул, тик өйҙә күңелең бушап ҡала, сөнки йөрәк түрендә ятҡан ижад, сәхнә тормошо үҙенә саҡыра.

– Бөгөн башҡорт сәнғәте ниндәй осор кисерә? Тел мәсьәләһе театр­ҙар тормошонда сағыламы?
– Мәҫәлән, беҙ Яңы йыл алдынан башҡортса “Аладдин” әкиәтен ҡуйҙыҡ. План буйынса Яңы йыл байрамы көндәрендә – дүрт, ике аҙна эсендә 30-40-лаған әкиәт ҡуйырға тейешбеҙ. Башҡортсаны бер көн ҡуйғайныҡ, икенсеһенә билеттар һатылманы. Иҫ китмәле хәл! “Башҡорттар, берҙәм­ләшәйек!” – тип шаулап йөрөгәнсе, балаңды башҡортса әкиәт ҡарарға алып кил, үҙең дә спектаклдәргә йөрө.
Өфөлә ике башҡорт театры бар. Йөрөргә була ла инде. 200-300 һумға чизбургер һатып алғансы, рәхәтләнеп башҡортса спектакль ҡара. Был кире күренеш бөтә Рәсәй буйлап таралған.
Һуңғы ваҡытта тел мәсьәләһе ҡалҡып сыҡҡас, йәштәр ҙә, ололар ҙа театрға йөрөй башланы. Әгәр ҙә элек ҡыуып алып килһәләр, хәҙер халыҡ үҙе йөрөй. Интернет шауҡымы үтә, кеше йәнле аралашыуға мохтаж. Театр быуаттар төпкөлөнән йәшәп килә, телевидение, Интернет та уға көнәркәшлек итә алмай. Бөгөн халыҡты спектаклдәргә ылыҡ­тырыу өсөн реклама эшен киң йәйелдерергә кәрәк. Бының өсөн аҡса йәлләргә ярамай, сөнки сығымдар үҙ хаҡын күпкә арттырып ҡайтарасаҡ. Тел мәсьәләһенә килгәндә иһә, туған телде күтәргән, уға ылыҡтырған, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған саралар ойоштороу күпкә отошло. “Түңәрәк өҫтәл”дәр, шиғыр кисәләре һәм башҡалар.

– Һиндә ошо йүнәлештә эшләү теләге тыуамы? Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн нимә ҡамасаулай?
– Ҡамасаулай... Миңә уны юридик йәһәттән дөрөҫ ойоштороуҙа, документ­тарҙы әҙерләүҙә ярҙам иткән кеше кәрәк. Мин фекер, тәҡдим бирә алам, ә ул ойоштороп йөрөргә тейеш. Милли йәштәр театрында ниндәйҙер клуб кеүек сараны асыу хыялым бар. Ғәҙәти булмаған, бәхәс майҙаны булырҙай итеп ойошторорға ине. Мәҫәлән, беҙҙең театрҙа дүшәмбе – ял көнө. Ошо мәлдә үткәрергә була. Театр етәкселеге ҡаршы түгел.

– Ғүмер буйы тыуған йорттан ситтә йөрөйһөң. Ялҡытманымы?
– Минең интернат тормошом ныҡ үҙенсәлекле булды. Әле арыһам, ауылға ҡайтам. Аллаға шөкөр, унда кеҫә телефоны тотмай. Шуға рәхәтләнеп ял итәм. Атайым был тормоштан иртә китте. Әсәйем биш баланы яңғыҙы үҫтерҙе. Иҫләйем, олатайҙарҙан ҡалған өй иҫке ине. Әсәйем таң менән әллә ҡайҙа сыға ла китә. Өйҙә һыуыҡ. Бер аҙҙан уянып китәһең, шундай йылы. Атай булмағас, ат та юҡ, утын әҙерләүсе лә. Баҡһаң, әсәй, бер кешенең кәртәһенән бер бүрәнә алып, икенсе кешенән икенсеһен алып килеп, шуны ярып, балалар уянған саҡта өй йылы булһын тип тырышып йөрөгән. Үҙе йылмайған була...
Бала сағыбыҙ еңелдән булманы. Бигерәк тә әсәйгә ауырға төштө, әммә ул хәҙер ғорурлана. Аллаға шөкөр, өс ағай ҙа әсәй эргәһендә йорт һалып йәшәп ята.

– Бөгөн халыҡты театрға ылыҡ­тырыу өсөн ниндәй спектаклдәр ҡуйырға кәрәк, тип уйлайһың?
– Мәскәүҙәге МХАТ театры үҙенең традицион булмаған, халыҡтың күңел талабын сағылдырған, көнүҙәк мәсьәләне күтәргән әҫәрҙәрҙе сәхнәгә сығарып, тамашасы һөйөүен яулай. Ул билдәлелек алғансы, матди хәлен яҡшыртҡансы, үҙ заманында унда эшләгән актерҙар аҡсаһыҙлыҡтан эскелеккә бирелә, юҡҡа сыға. Был үҙе үк сәнғәт ҡорбан талап итеүе хаҡында һөйләй. Шуға ла сәнғәткә үҙҙәрен ҡорбан иткәндәр генә дан яулай ала. Тик уның бик ҡиммәткә төшөүе ихтимал. Беҙ ҙә план артынан ҡыумай, тамашасы зауығы өсөн эшләһәк, яҡшы булыр ине.
Сибай театры ҡуйған Мөжәүир хәҙрәт тураһында “Әүлиә” спектакленә халыҡ зал тултырып йөрөй. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡал­дырма, әсәй!” әҫәре буйынса ҡуйылған “Хыялға ҡаршы” спектаклен дә тамашасы яратып ҡарай. Ана шундай әҫәрҙәр күп булһын ине беҙҙең сәхнәләрҙә. Дәүләт учреждениеһына эшкә килгәс, килешеү төҙөйһөң һәм һиңә ошо документ сигенән сығырға ярамай. Мин бер ваҡыт үҙебеҙҙең милли студияны төҙөү хаҡында уйлап та йөрөгәйнем. Әммә уның өсөн бина, матди нигеҙ, теләк­тәшлек кәрәк...

– Сәнғәттең киләсәген нисек күҙ алдына баҫтыраһың?
– Сәнғәт тә киләсәктә ныҡ үҙгәрәсәк. Яҡшы яҡҡа, тип уйлайым. Форма үҙгә­рәсәк. Осраҡлы кешеләр сәхнәнән үҙҙәре үк төшөп ҡаласаҡ. Шуныһы бар: ул заман килгәнсе алтынға тиң ваҡыт үтә. Мәлендә эшләп ҡалырға кәрәк. Йәштәргә шуны теләр инем: зарланмаҫҡа, башҡаларҙың һинең өсөн нимәлер эшләрен көтөп ултырырға ярамай. Һин ниндәй, тормошоң да шундай. Мәҫәлән, беҙ буш ваҡытта ҡыҫҡа метражлы реклама роликтарын төшөрәбеҙ, халыҡҡа оҡшай, шуға күрә эшләргә лә эшләргә кәрәк.
– Сәнғәттә тик көслөләр генә аҙаҡҡаса эшләй ала. Беҙ ҙә һиңә киләсәктә яратҡан ижади эшеңдән йәм табып йәшәүеңде теләйбеҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Таланттар байрамы!

Таланттар байрамы! 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостанда йәш таланттарға иғтибар көслө, Хөкүмәт кимәлендә бүләкләү йыш ойошторола....

Тотош уҡырға 45

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында Нияз Мирхәйҙәровтың шәхси фотокүргәҙмәһе асылды. Ул оҙаҡ...

Тотош уҡырға 34

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Һылыуҡай– 2018” республика матурлыҡ бәйгеһе еңеүсеһе Әлфинә Кашапова Башҡортостан данын Ҡытайҙа...

Тотош уҡырға 39

“Масторавань морот” Бишбүләктә

“Масторавань морот” Бишбүләктә 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район мәҙәниәт йорто майҙанында шау-гөр килеп барған күңелле сара бик үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ...

Тотош уҡырға 24

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә 08.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бәләбәй ере йәнә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән профессиональ ансамблдәрҙе һәм халыҡ...

Тотош уҡырға 38

"Бергә йәшәйек"

"Бергә йәшәйек" 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бай икәнеңде белгең килһә, күсенеп ҡара, тип белмәй әйтмәгәндәр икән! Йә, әллә нимә лә юҡ һымаҡ,...

Тотош уҡырға 103

“Театр – ул сәнғәт һарайы!”

“Театр – ул сәнғәт һарайы!” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йоҡомһораған аҡыл һәм йөрәкте ҡуҙғытып ебәреүсе тылсымға эйә ул......

Тотош уҡырға 58

Сәхнәлә –  “Тере тупраҡ”

Сәхнәлә – “Тере тупраҡ” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул тарихыбыҙға алып ҡайтыр. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында...

Тотош уҡырға 88

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул кешегә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итһен. Күренекле яҙыусы һәм журналист Гөлшат Әхмәтҡужинаның...

Тотош уҡырға 51

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..”

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Минең данлы Башҡортостаным!” поэмалар конкурсына килгән әҫәрҙәргә күҙәтеү....

Тотош уҡырға 89

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ!

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ! 05.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҙур премьера көтөлә –...

Тотош уҡырға 81

Нәзәкәтле, нәфис Нәзифә

Нәзәкәтле, нәфис Нәзифә 05.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандан Нәзифә Иҫәнбаева “Санкт-Петербургтың милли һылыуҡайы” халыҡ-ара конкурсында “Мисс...

Тотош уҡырға 85