Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

Рухи аһәң берләштерҙе 13-06-2018, 00:03 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Анонстар

Рухи аһәң берләштерҙеРеспубликабыҙҙың баш ҡалаһында асыҡ һауала үткән “Этнотөн-2018” төн уртаһында ғына тамамланды. “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең дүртенсе кисе Өфө амфитеатрына меңләгән кешене йыйҙы.

Көндөң һыуыҡлығы ла, ямғыр яуыуы ла тамашала ҡатнашыусыларға сығыш яһарға, ә тамашасыларға төрлө халыҡтарҙың музыка мәҙәниәте менән танышырға, рәхәтләнеп йырларға, бейергә ҡамасауламаны. Концерт программаһы төрлө халыҡтарҙың милли кейемен кейгән артистар ҡатнашлығындағы пролог менән асылды. “Этнотөн-2018” кисәһенең хедлайнеры — Грузиянан танылған “Mgzavrebi” төркөмө. 12 йыл элек ойошторолған коллективтың атамаһы “Юлсылар” тип тәржемә ителә. Музыканттар милли музыка мәҙәниәте, грузин йырҙары йолаларын электрон инструменттар тауышы менән берләштерә. Тамашасылар иғтибарына грузин халыҡ милли уйын ҡоралы тандури тауышын ишеттерҙеләр. “Mgzavrebi” солисы Гиги Дедаламазишвилиға өфөләр ҡулдан бәйләнгән шарф бүләк итте.
Ҡаҙағстандан “Ulytau” этно-рок төркөмө сығышы көслө алҡыштарға күмелде. 19 йыл эшләп килгән төркөмдөң атамаһы “Бөйөк тау” тигәнде аңлата. Музыканттар классика менән рокты, этник һәм заманса музыканы, скрипка менән ҡаҙаҡ думбыраһын берләштереп, рок-музыка нигеҙендә заманса аранжировкалар тәҡдим итте.
— Бындай фестивалдәр этник музыканың артабан да йәшәйәсәген, үҫәсәген күрһәтә, — тине төркөм музыканттары. — Бөгөн уйнаған ҡайһы бер композицияларҙы ошо фестиваль өсөн махсус һайлап алдыҡ. Көндөң һалҡын тороуына ҡарамаҫтан, тамашасыларҙың дәрте, уларҙың энергетикаһы беҙҙе илһамландырҙы.
Бүрәт Республикаһынан килгән “Shono” төркөмө күсмә халыҡтарҙың боронғо йолаларын күрһәтте. Төркөм етәксеһе Александр Архинчеевтың өзләү оҫталығы, бүрәт һәм монгол милли халыҡ уйын ҡоралдарында уйнауы барыһының да күңеленә хуш килде.
— “Shono” бүре тигәнде аңлата. Һеҙҙең иғтибарға беренсе һәм “Hunters” тип аталған икенсе альбомдағы йырҙарҙы тәҡдим иттек, — тине Александр Архинчеев. — Бөгөн кешеләр тамырҙарына әйләнеп ҡайта. Уларҙы ғәҙәти булмаған күренештәр, экзотика йәлеп итә. Беҙ тейелмәгән аутентик көйҙәрҙе рок, ҡайһы саҡта блюз менән берләштерәбеҙ.
Мордовиянан “OYME” төркөмө ҡыҙҙары тамашасыны халыҡ йырҙары нигеҙендәге замансалаштырылған эксперименталь композициялар менән ҡыуандырҙы.
— Мордва Республикаһында тыуып үҫһәк тә, ижади амбицияларҙы Мәскәүҙәге Владимир Осинскийҙың тауыш яҙҙырыу студияһы ярҙамында тормошҡа ашырҙыҡ. Милли мәҙәниәткә, телгә һөйөү ата-әсәнән, беҙҙең Мордва Республикаһынан килә. Былтыр “Евразия йөрәге” фестиваленә “Deep Forest” төркөмө етәксеһе Эрик Муке килгән икән. Беҙ уның менән күптәнге дуҫтар, — тине төркөм ҡыҙҙары.
“Этнотөн”дә шулай уҡ республика коллективтары ла сығыш яһаны. Программаны “Арғымаҡ” этно-төркөмө япты.


175 тапҡыр уҡынылар // Баҫып сығарырға