Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Донъяға кем идара итә?Мауыҡтырғыс театр донъяһына сәйәхәтте дауам иткәндә йыл һайын яңынан-яңы һөнәри театр әһелдәре әҙерләп сығарған З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына ла күҙ һалдыҡ. Йәй башы был уҡыу йорто өсөн тулҡынландырғыс та, тынғыһыҙ ҙа, сөнки дүрт йыл буйы белем алған буласаҡ актерҙар диплом эштәре итеп бер нисә спектаклде сәхнәгә сығара. Һүҙ шуларҙың береһе XVI быуатта йәшәгән испан яҙыусыһы һәм драматургы Лопе де Веганың “Иҫәркәй” пьесаһы буйынса ҡуйылған тамаша хаҡында.


Режиссеры – сәнғәт институты педагогы Рима Тәлғәт ҡыҙы Харисова. Адель Вәлиуллина, Гөлли Әбдисова, Анастасия Мажирина, Сәлимә Солтангәрәева, Гөлсәсәк Зарипова – уның ҡанаты аҫтынан осоп сыҡҡан ҡошсоҡтары – нисәмә быуат элек яҙылған пьесаға яңы тормош бүләк иткән инде хәҙер ҡулдарына диплом алған актерҙар.
“400 йыллыҡ тарихы булған әҫәр менән уртаҡ тел табып буламы?”
Тамаша алдынан ошондай һорау менән мөрәжәғәт итә Римма Тәлғәт ҡыҙы. Тамаша тим, сөнки спектаклдең жанры строителлинг-концерт тип алынған, йәғни йыр, бейеү менән һуғарылған, әммә сюжетлы сәхнә әҫәре.
Лопе де Веганың боронғо “Иҫәркәй” пьесаһы менән хәҙерге заман араһында, ысынлап та, уртаҡлыҡ бармы? Әлбиттә. Ниндәй тип һораһағыҙ, яуап бирәм. Аҡса һәм мөхәббәт. Эйе, үҙ-ара бер нисек тә ялғанмаған, килешмәгән ҡиммәттәр.
Әле шаршау асылмағанда ҡыҙҙар тамашасыға мөрәжәғәт итә: “Нисек уйлайһығыҙ, донъяға аҡса идара итәме?” Бер аҙ фекер йөрөткәндән һуң, хәл-ваҡиғалар Испанияның баш ҡалаһы Мадридта ҡуйыра башлай. Бөтә илгә билдәле сикһеҙ бай магнат үҙе үлгәс, бар мөлкәтен бер туған ҡустыһы Октавьоның шыр иҫәр ҡыҙы Финеяға ҡалдыра. Барыһы ла, шул иҫәптән ҡустыһы икенсе ҡыҙы Ниса менән был хәлгә шаҡ ҡатып йөрөгәндә, Лауренсьо исемле ярлы дворян Финеяның йөрәген яулап алып, уға өйләнеп, бар байлыҡты ҡулға төшөрөргә ниәт ҡора. Шул уҡ Лауренсьо менән быға тиклем Октавьоның икенсе ҡыҙы үҙе аҡыллы, үҙе һылыу Ниса бер-береһен яратып йөрөгәнен дә оноторға ярамай. Финеяның алдан һөйләшеп ҡуйған буласаҡ кейәүе Лисео ла ваҡиғаларға киҫкенлек өҫтәй, уныһы үҙ сиратында, Нисаға ғашиҡ була.
Лауренсьоға ҡарата Финеяла ла ғишыҡ хистәре уяна һәм тап мөхәббәт уның зиһенен яҡтырта, яҡшы яҡҡа үҙгәртә. Был икәү араһында, Нисаны хәсрәтләндереп, һөйөү ярала. Әммә Лисеоға ла Нисаның йөрәген яулап алыу бәхете тейә, һәм барыһы ла икеләтә туй менән һәм Финеяға бар мөлкәтен яҙып ҡалдырған бай магнаттың Лауренсьоға хаты менән бөтә: ул ҡыҙҙың буласаҡ хәләл ефетенә үҙенең ҙур заводының асҡысын ҡалдырған икән...
Тамаша башланыр алдынан мин 400 йыл элек яҙылған әҫәр булғас, оҙон һәм ғәҙәти спектакль көткәйнем, ә ысынында заманса, текә, мауыҡтырғыс мюзиклға барып эләктемме ни! Адель Вәлиуллина, Анастасия Ажирина, Гөлсәсәк Зарипова, Рушана Зәйнуллина – сәхнәлә бары тик дүрт кеше, ә шундай шоу тыуҙырырға өлгәшкәндәр. Ҡыҙҙарҙың был строителлинг – концертта бер нисә ролде башҡарыуын да билдәләмәү мөмкин түгел.
Интерактив менән дә бик оҫта эш иткәндәр, магнаттың үлем хәбәрен, уның мөлкәтен Финеяға ҡалдырыуын “Яңылыҡтар”ҙа репортаж формаһында асып бирәләр. Шулай уҡ ваҡиға аҙағындағы туй күренештәрен дә мауыҡтырғыс видеояҙма аша күрҙе тамашасы.
Тамаша алдан әйтеп үткәнемсә, йыр-моңға, дәртле бейеүҙәргә үрелеп барҙы. Хәтерҙә айырыуса уйылып ҡалған күренеш: пьеса буйынса Лоуренсьо һәм Лисеоның үҙ-ара мөнәсәбәттәрен дуэль ярҙамында асыҡларға йыйынғанда, дуҫлашып, бер һүҙҙән булып китеүҙәре бында бигерәк заманса кәйефтә күрһәтелә. Ике егет бер-береһе менән рэп уҡып, әйтеш формаһында көс һынаша. Рэп уҡыу оҫталығы күптәргә бирелмәй бит ул, ҡыҙҙарҙың сәхнәне генә түгел, тамашасы залын да дер һелкетеүе һоҡландырмай ҡалманы, әлбиттә.
Ғөмүмән, Лопе де Веганың “Иҫәркәй”енә яңы һулыш, икенсе ғүмер бүләк итте, тимәк, боронғо әҫәр менән уртаҡ тел тапты сәнғәт институтын тамамлап, актер һөнәренә аяҡ баҫҡан ҡыҙҙар һәм уларҙың етәксеһе Римма Тәлғәт ҡыҙы Харисова. Үҙемә ҡалһа, мин был хәтерҙә оҙаҡҡа уйылып ҡалыр тамашаны тағы ла бер тапҡыр ҡарар инем. Уның күптәргә оҡшарына иманым камил, сөнки был тарих – донъяға аҡса түгел, ә мөхәббәт идара итеүенә сираттағы ишара.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе

Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостан ғалимдары ун томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” тигән ҙур лингвистик проектты...

Тотош уҡырға 43

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән...

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән... 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үҙенең моңло йыры, сибәрлеге менән меңәрләгән тамашасыларҙың күңелен әсир иткән Гөлназ Асаева...

Тотош уҡырға 775

Һынлы сәнғәт ҡанат ҡуя

Һынлы сәнғәт ҡанат ҡуя 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Наил Мәхмүтовтың “Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 43

Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен  ярата

Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен ярата 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Баймаҡ районының һәр ҡала һәм ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың 80...

Тотош уҡырға 66

Шағир рухын шатландырып...

Шағир рухын шатландырып... 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Шиғриәтте яратҡан һәр кем Рәшит Назаров ижады менән таныштыр. Уның фәлсәфәүи шиғырҙарын уҡып, берсә...

Тотош уҡырға 108

“Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!”

“Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!” 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күңелгә һағыш оялаған да аҡ ҡағыҙға шиғыр юлдары булып теҙелә. Ә шиғырҙар үҙенә уҡыусылар,...

Тотош уҡырға 74

Ижадында – халыҡ яҙмышы

Ижадында – халыҡ яҙмышы 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ринат Камал әҫәрҙәрендә кешенең күңел донъяһын өйрәнә....

Тотош уҡырға 51

Мәңге йәшәр сәсән рухы

Мәңге йәшәр сәсән рухы 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Биш йыл рәттән районыбыҙҙа үткәрелеп килгән сәсәндәрҙең төбәк фестивале быйыл билдәле фольклорсы,...

Тотош уҡырға 66

Рәхмәт һүҙе

Рәхмәт һүҙе 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ябай ғына юбилей кисәмде оло байрамға әйләндереп, күңелемде үҫтереп, шатлыҡ уртаҡлашҡан дуҫтарыма,...

Тотош уҡырға 98

“Кәмһетелгәндәр” сәхнәгә сыҡты

“Кәмһетелгәндәр” сәхнәгә сыҡты 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йәштәр театрының ижад өлгөләре. Театр сәнғәтендә ҙур ваҡиға – М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр...

Тотош уҡырға 114

Дәртлеләр, сәмлеләр...

Дәртлеләр, сәмлеләр... 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Уй-хыялы тормошҡа ашһын йәштәрҙең! Бөртөкләп йыйыла алтын тигәндәй, ысын талант эйәләре меңдәр...

Тотош уҡырға 56

Бахтыбай таланттарға бай

Бахтыбай таланттарға бай 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Улар тыуған төйәктәрен данлап йәшәй. Бөрө районының Бахтыбай ауылы республика кимәлендә үткәрелгән...

Тотош уҡырға 49