Моңло бала булғас тыумыштан...

4-07-2018, 00:03 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Моңло бала булғас тыумыштан...“Йыр” һәм “йырсы” тигән төшөнсәләрҙең осһоҙлана барған осоронда йәшәйбеҙ кеүек тип ҡайһы саҡ уйлап ҡуям. Шулай булмайса ни: үҙе һүҙен, үҙе көйөн яҙып, шуны башҡарып йөрөүселәр быуа быуырлыҡ. Бәхәсләшмәйем, ундай уникаль кешеләр ҙә осрап ҡуя, тик улар бит йөҙләп түгел, меңгә берәү булыуы ихтимал. Ошондай шарттарҙа йәш быуын ысын йырҙың ниндәй булыуын, йырсы исемен йөрөтөүсегә ниндәй талаптар ҡуйылыуын белмәй үҫә, бүтәнсәрәк күҙ алдына килтерә.

Ә бит халҡыбыҙҙа йыр сән­ғәтендә маяҡ булырҙай ниндәй ижадсылар булған. Абдулла Солтанов, Ғәли Хәмзин, Фәриҙә Ҡу­дашева, Илһам Шакиров, Әлфиә Афзалова... Был исемлекте әллә күпме дауам итергә булыр ине. Бына кемдәрҙән үрнәк алырға кәрәк!
Шөкөр, уларҙы үҙенең остазы итеп күреп, шул юғарылыҡҡа тоғро ҡалып ижад иткән йәштәребеҙ ҙә бар. Шуларҙың береһе — Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бихисап халыҡ-ара конкурстар лауреаты Илшат Сибә­ғәтуллин. Ҡайһы берәүҙәр кеүек йыш күренеп бармаһа ла, уның тауышы бер ишетеүҙә үк хәтерҙә ҡала. Баш ҡалала йәшәһә, бәлки, концерттарҙа йышыраҡ күрер инек. Әммә ул тыуған ере — Илештә төпләнгән. Шулай булыуға ҡара­маҫтан, бер-бер артлы йырҙар яҙҙырып, радио аша һәр өйгә моң тарата. Шуныһы һөйөнөслө: ул күбеһенсә халыҡ йырҙарына урын бирә, эстрада йырҙарын да уңышлы башҡара. “Уйыл”, “Азамат”, “Сибай”, “Ильяс” кеүек башҡорт халыҡ йыр­ҙарын көсәнмәй, еренә еткереп, кү­ңелгә үтерлек итеп йырлағас, бүтә­нен әйтеп тороу кәрәкмәй. Халыҡ йырҙары сәнғәттең был төрөндә юға­ры баҫҡыста тора. Уны башҡа­рыу һәр кемдең дә хәленән килмәй.
Ҡайҙан килә һуң был моң? Нә­ҫеленән күскәнме, әллә туҡтауһыҙ белем алыуҙанмы? Илшаттың махсус музыка белеме бар. Тик ҡайһы саҡ әллә ниндәй консерватория тамамлаһа ла, тәбиғәттән бирел­мәһә, үҙенән артыҡ уҙа алмай. “Ниңә шулай моңло, тип һорамағыҙ, Моңло бала булдым тыумыштан”, — тигән йыр һүҙҙәре лә бар бит.
“Бәләкәй саҡта көтөү көтөргә сығып китәм дә, тирә-яҡты яңғы­ратып йырлай инем. Тәбиғәт ҡоса­ғында мин яңғыҙым түгел: йыр һәм мин. Шуға ваҡыт та һиҙелмәй үтеп китә”, — тип һөйләгәне бар Илшат Сибәғәтуллиндың. Был һүҙҙәр юғарыла әйтелгән фекергә дәлил булып тора түгелме?!
“Ололарҙың фатихаһын алмайынса юлға сыҡма” тигән аҡыллы кәңәш тә бар халҡыбыҙҙа. Илшат “йыр сәнғәте” тигән сихри донъяға тәүге аҙымдарын башлағанда уҡ шөһрәтле йырсыларҙың фатихаһын алған. Ул йырсыларҙың исем-шәри­фен атап тормайым, был хаҡта күп яҙылды инде. Шөһрәтле сәнғәт әһел­дәренең ышанысын Илшат тулыһынса аҡлай алды, шуныһы мөһим. Һүҙемде йомғаҡлар алдынан, бер мәҙәк хәлде иҫкә төшөрмәксе булдым.
Бер йәш йырсы сәхнәгә сыҡҡан. Бер, ике, өс йыр йырлаған да шаршау артына китергә булған. Тик халыҡ уны һис тә ебәрергә теләмәй. “Тағы йырла!” – тиҙәр. Теге егет тамаша­сыларҙың һүҙен йыҡмай йәнә ике йыр башҡарған. Тик халыҡ һаман ебәрмәй икән. “Тағы йырла!” – тиҙәр быға. “Мин бит арыным. Ебәрегеҙ инде”, – тип үтенгән егет. “Юҡ, йүнләп йырларға өйрән­мә­йенсә, беҙ һине сәхнәнән төшөр­мәйә­сәкбеҙ”, – тигәндәр бер тауыштан.
Былтыр Илештә Илшат Сибәғә­туллиндың матур концерты үтте. Ҡунаҡтар иҫәбендә халыҡ шағир­ҙары Роберт Миңнуллин, Гөлфиә Юнысова, профессор Мирас Иҙел­баев бар ине. Залда халыҡ шы­ғырым тулы. Ул концертта тамашасылар Илшатты сәхнәнән ебәр­мәй аптыратты. Тик бында иһә сәбәп башҡа. Илшат — ысын талант эйәһе, шуға ла моң һөйөү­селәр уның йырлауын ҡабат-ҡабат ишетергә әҙер. Был иһә – ижадсы өсөн иң ҙур бәхет.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ,
Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.