Бар булмышы уның – ихласлыҡ

11-07-2018, 00:03 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Билдәле режиссер яҡташтарына бүләк әҙерләй

Бар булмышы уның – ихласлыҡӘҙәм балаларының барыһы ла юғарынан ебәрелгән аҫыл заттарҙыр. Берәүҙәр кешеләрҙең һаулығы һағында тора, икенселәр ғилем донъяһына сумып, халыҡты белемгә әйҙәй, өсөнсөләр иһә әҙәбиәткә, сәнғәткә бирелгән дә тирә-яҡҡа матурлыҡ өләшә. Тағы ла шундай ҡаһарман рухлылар була, уларҙан изгелек, ихласлыҡ бөркөлә. Аҫыл заттарҙың береһе – күренекле режиссер, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат ИТБАЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Салауат Мостафа улы, хозур һәм күңелле йәй миҙгеле етте. Мо­ғайын, хәҙер рәхәтләнеп ял итәһегеҙҙер? Белеүебеҙсә, “Ейән­сура” район яҡташтар ойошмаһын 15 йыл етәкләгәс, дилбегәне йәштәргә тапшырҙығыҙ…

– Дилбегәне йәш егеткә тотторһам да, мине арбанан төшөрөп ҡалдырырға уйламайҙар әле. Үҙем дә йәмәғәт эшенән баш тартырға уйламайым. Ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә, тәжрибә уртаҡлашырға тырышам.

– Һеҙ ошо осорҙа дәүләт һәм фән эшмәкәрҙәренең, данлыҡлы сәхнә оҫталарының, күренекле яҙыусы­ларҙың тормошон һәм ижадын оло йыйындар аша баш ҡала тамашасыларына зауыҡлы итеп күрһәтеүгә өлгәштегеҙ. Улар яҡташтарыбыҙ күңелендә матур хәтирәләр булып һаҡлана. Быйылғы миҙгелдә һуңғы эшегеҙ нимәнән ғибәрәт булды?

– Хәтерегеҙҙәлер, ҡыш Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филар­монияһында дәүләт эшмәкәре, геолог, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты Басир Мәһәҙиевтең тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған йыйын уҙҙы. Кисә ике өлөштән торҙо, тәүгеһендә башҡарылған эштәремә отчет яһап, күренекле шәхесебеҙ Мәрйәм Бура­ҡаеваға районыбыҙҙың “Почетлы гражданы” исемен юллап, хакимиәт башлығы Әлфәрис Байсуринға мөрәжәғәт ҡабул иттек. Районыбыҙ етәкселегенә ҙур рәхмәт, рәсми мөрәжәғәтте хуплап, Мәрйәм Сабирйән ҡыҙына маҡтаулы исем бирҙеләр. Шул йәһәттән Мәрйәм апайҙы Өфөлә йәшәгән бөтә ейәнсуралар исеменән һеҙҙең гәзит аша ҡотлайым!
Ә йыйындың икенсе өлөшөндә юбилярҙарыбыҙ – күренекле яҙыусылар Йыһат Солтановты, Гөлсирә Ғиззә­туллинаны, журналист Сәлимйән Ғүмәровты ҡотлап, уларҙың аҡыллы һәм фәһемле сығыштарын тыңланыҡ. Артабан кисә тотош Басир Мәһәҙиевтең ижадына, тормош юлына бағышланды. Ҡатыны Сәүиә апайға ҙур рәхмәт, кисәне бай йөкмәткеле итеүгә бик күп көс һалды. Ағайҙың “Тауҙарым минең” тигән китабы донъя күрҙе, уҡыусыларҙың бик ныҡ ҡыуанғанын беләм.

– Хәтер кисәһен уның тыуған төйәгендә үткәреү планы ла бар ине. Ниәт тормошҡа аштымы?
– Әлбиттә, эш планына индергәс, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Айҙар Мөхәмәтйәнов, хакимиәт башлығы ярҙамында бик юғары кимәлдә үтте сара. Ғөмүмән, Ейәнсура етәксе­леге һәм уның рухлы халҡы үҙҙәренең шәхестәрен онотмай. Әйткәндәй, милләт йәки халыҡ үҙенең кем икәнен танытыу өсөн иң тәүҙә үҙенең шәхестәрен күтәрә һәм бөйөктәр аша үҙен күрһәтә. Ә районыбыҙҙан арҙаҡлылар күп сыҡҡан.
Беҙҙең эш әле бының менән генә тамамланманы. 2 июлдә Әбйәлил районына юл тоттоҡ. Басир Мәһәҙиев Геологоразведка исемле ауылда үҙенең тормош юлын һәм ижадын башлай. 20 йыл буйы ер аҫты байлыҡтарын тикшереп ҙур асыштар эшләгәне өсөн ул СССР дәүләт премияһына лайыҡ була. Ошонда Басир ағайға иҫтәлекле таҡтаташ асыуҙа ҡатнаштыҡ һәм уның исемен мәңгеләштереү өсөн Ташбулат ауылындағы урамға уның исемен биреүҙе һораныҡ. Әбйәлил районы хакимиәте был үтенесте шунда уҡ хуп­ланы.

– Йәмәғәт эшенән арынып, хәҙер ял итергә була инде, тимәк.
– Эштәр була торһон әле, Илдар ҡусты. 20 июлдә Ейәнсура районының үҙем тыуып үҫкән Бикбау бей менән дан тотҡан Бикбау ауылында заман­даштарымдың йыйынын үткәрергә әҙерлек алып барам.
– Шул турала тулыраҡ һөйләһәгеҙ ине.
– Форматы икенсе, ә формаһы шулай уҡ. “1945 йылғылар замандаштарын йыя” тип атаным уны. Был йылғылар бик аҙ ҡалғас, 1946 һәм 1947 йылдарҙа тыуып үҫкән һәм Бикбау һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандарҙы саҡырабыҙ, шуға күрә инде замандаштар тигән һүҙ ҡушылып китте.

– Йыйын бик ҙур булырға оҡша­ған. Берәй ҡайҙан бағыусылар эҙләнегеҙме?
– Үҙебеҙҙе үҙебеҙ финанслайбыҙ. Иҫәп астыҡ, бер кемгә лә ауырлыҡ һалмайбыҙ.

– Форматы икенсе, тинегеҙ. Нисегерәк буласаҡ?
– 20 июлдә сәғәт 12-лә мәктәп янына йыйылабыҙ. Унда беҙҙе уҡыусылар үҙҙәренең матур программаһы менән ҡаршы аласаҡ. Улар менән Бикбау бейҙең ҡәберенә тере сәскә һалып, уның ниндәй тарихи шәхес булыуын йәштәрҙең хәтеренә төшөрөп, аят уҡыласаҡ.

– Йәш быуын өсөн бик файҙалы сара. Үҙе бер тормош һабағы…
– Унан ауылдаштар менән осрашып, тыуған ауыл буйлап үткәс, мәсетебеҙ алдында ағинәйҙәр ҡаршы алыр, Аллаһ йортона ҡунаҡтарҙы алып инер тип күҙаллана. Фанилыҡҡа киткән туғанда­рыбыҙға атап әҙерләнгән ҡорбан ашынан ауыҙ итеп, аят уҡытыу уйы менән янабыҙ. Мәсетебеҙгә тәғәйен­ләнгән күстәнәстәребеҙҙе тапшырып, ауыл клубында яҡташтар һәм ауылдаштар менән осрашырға йыйынабыҙ.
Төрлө тарафтан ҡайтҡан заман­даштарыбыҙҙың тормош юлы, ижады, уңыштары менән таныштыра бара­саҡбыҙ. Ул концерт номерҙары менән үрелеп барасаҡ.

– Бик фәһемле сара килеп сыҡмаҡсы. Ул ошоноң менән тамамланамы?
– Иртәгәһенә замандаштар һәм ауыл халҡы менән берлектә зыяратты тәрбиәләйәсәкбеҙ, мәрхүмдәргә аят уҡыйбыҙ. Ә кис иһә ауыл эргәһендәге шишмә буйында йәшлегебеҙҙе, бала сағыбыҙҙы хәтерләп, усаҡ яғыу ҙа артыҡ булмаҫ. Ул йылдарҙа уйналған уйындарҙы һәм йырҙарҙы иҫкә төшөрәсәкбеҙ. Тотош бер тамашаға әйләнәсәк. Таралышыр алдынан яңынан осрашырға, ауыл менән бәйләнеште өҙмәҫкә һүҙ ҡуйышып, ошо сараның иҫтәлеге итеп бүләктәр тапшырырбыҙ.

– Мин әле, Салауат ағай, тыңлап торғас, ошондай фекергә килдем. Сараның форматы ла, йөкмәткеһе лә бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Һеҙ һәр эште ихлас башҡараһығыҙ. “Бар булмышың – һинең ихласлыҡ. Ихлас тотонған эштәрең уң булһын!” тигән фекергә килдем.