ЮМОРЕСКА
СохарыйЕйәнсәрем мәктәптән ҡайтыу менән, иҫәнләшеп тә тормайынса:
– Олатай, 23 февралдә мәктәпкә минең менән бараһыңмы? — тип һораулы ҡарашын төбәне. Ватанды һаҡлаусылар көнө икәнен белһәм дә, шаяртып:
– Нимә, берәй этлек ҡылдыңмы, әллә тәртип боҙҙоңмо? — тигән булдым.
– Ю-у-у-уҡ, тәртип боҙорға мин малай түгел бит, сәғәт икелә байрам була. Армияла хеҙмәт иткән ваҡытта берәй ҡыҙыҡлы йәки мажаралы хәлдәр булғандыр, шуларҙы һөйләрһең әле, класташтарымдың да олатайҙары килә, – тип уйға батырҙы.
Ундай хәлдәр күп тә кеүек, бер ҡараһаң, юҡ та кеүек. Нимә һөйләргә? Һөйләрһең, килешмәҫ йә көлкөгә ҡалырһың. Уйлай-уйлай баш ҡатты, шулай ҙа хәтер һандығынан бер хәлде тәки соҡоп сығарҙым. Һеҙгә лә һөйләйем әле, бәлки, берәй кәңәш бирерһегеҙ.
Өләсәйем әйтмешләй, башым-тояғым менән һалдат тормошона яҙҙың матур бер көнөндә сумдым да ҡуйҙым. Тәүге аҙналарҙа карантинда булып, һуңынан үҙебеҙ хеҙмәт итәсәк роталарға бүлделәр. Барлыҡ көндәлек эш ваҡыты сәғәтләп түгел, минутлап, хатта секундлап үтәлә. Өйрәнеп киткәнсе ҡыйын ғына түгел, ауыр ҙа. Аҙыраҡ буш ваҡыт булһа, ауылдағы йәшәгән саҡтар иҫкә төшә, бигерәк тә әсәйемдең бешергән аштары, өләсәйемдең ҡорото, ҡыҙыл эремсеге... Ауыҙҙағы һеләгәйҙе йотоп өлгөрөп булмай хатта.
Шулай яйлап ҡына һалдат тормошона өйрәнеп барғанда, иртәнге аштан һуң, яҡташымдың ашхана ишеге төбөндә нимәлер эшләп торғанын күрҙем дә эргәһенә килдем.
– Нимә эшләп тораһың? – тим.
– Күрмәйһеңме әллә, кеҫәгә сохарый тултырҙым, – ти был.
– Нимәгә кәрәк инде ул?! – тигән булдым, яҡташымдың да минең кеүек ауыл малайы икәнен белһәм дә.
Ауылда рәхәт ине шул, теләгән ваҡытта икмәккә ҡаймаҡ яғып сәй эсеп булһа, бында сәй генә түгел, теләгән ваҡытта ғына түгел, һыуһап, һыуға зарыҡҡан ваҡытта һыу ҙа юҡ, исмаһам.
– Нимәгә, имеш, ҡыҫҡа ял ваҡыттарында бик яҡшы булып ҡала ул, кисә аҙыраҡ булды, бөгөн ике кеҫәне лә тултырҙым әле! — тип кеҫәһен күрһәтте. – Һин дә ал, барыбер тәмәке тартмайһың, икәүләп кетерҙәтербеҙ.
Үәт, исмаһам, минең яҡташта баш, тип ишек төбөндәге “мине ал” тип күҙҙе ҡыҙҙырып торған сохарыйҙың ағын бер кеҫәгә, ҡараһын икенсеһенә тултырҙым. Сафтарға теҙелгәс, старшина беҙгә ҡараны ла ике аҙым алға сығырға ҡушты. Сығып баҫҡас, кеҫәгә нимә тултырылғанын белеште.
– Ашарға етмәһә, миңә әйтегеҙ, Советтар Союзы һәм дә беҙҙең халҡыбыҙ үҙенең ҡәҙерле ил һаҡлаусыларын ас итмәне һәм итмәҫ!—тип ике һалдатҡа беҙҙең кеҫәләрҙе тегеп-ямап ҡуйырға ҡушты. Әйттеләр бит, әйттеләр, белмәһәң, тағы бер хәл, кеҫәгә артыҡ әйбер түгел, ҡулды ла тығып йөрөмәгеҙ, ниңә тыңламаным икән, иҫәр баш, тип үҙ-үҙемде әрләнем.
Сафта торған хеҙмәттәштәремдең береһе лә көлөп тә, мыҫҡыллап та ҡараманы, төртмәле һүҙ ҙә юҡ. Шулай ҙа миңә оят та, уңайһыҙ ҙа ине. Бер аҙна йөрөгәндән һуң алып ташларға ҡушты старшина, бер аҙна был еп-еңел нәмә, сохарыйҙы әйтәм, ауырлыҡ килтермәҫ, тип уйланым. Хатта ҡыҙыҡ булып китте. Тик ҡыҙыҡтың ҡыҙғанысҡа әйләнгәнлеге казармаға барып еткәнсе үк һиҙҙерҙе. Сохарыйҙың осло һырҙары, мөйөштәре ботто ҡыра, сыя башламаһынмы! Түҙергә була, бер аҙна хәҙер үтер ҙә китер, тип уйлайым. Еңел генә сохари бит ул, тип үҙемде йыуатам. Плацта сафта йөрөргә өйрәнәбеҙ, аяҡтарҙы күтәреп атларға, аҙаҡ боролорға, кирегә атларға кәрәк. Был бойороҡтарҙы үтәү ауырлашҡандан-ауырлашты. Хәҙер минең кеҫәлә сохари түгел, ә терпе дыулаған кеүек, ул бөтә энәләре менән сәнсә, сыя ине. Тәүге көн бик яй үтте, отбойҙы көтөп иҫ китте: ә төн бик тиҙ уҙҙы, “торорға” тигән бойороҡ яңғыраны.
Иртәнән алып тағы ла спорт майҙансығында мәж килергә, сафта йөрөргә кәрәк. Ике сәғәтләп устав өйрәнәбеҙ ҙә плацҡа сығабыҙ. Сәғәткә ҡараһаң, бик аҡрын ҡуҙғала телдәре, ватылдымы икән тиһәм, юҡ, текелдәй. Хәҙер атлау бик ауыр бирелһә лә, һиҙҙермәйем йә иһә һиҙҙермәҫкә тырышам. Алыҫ араға йүгергәндә һыҙырылып сыҡҡан, күгәргән урындар элек миңә уйын ише генә булһа, хәҙер үлем менән бер. Иртән бер-ике саҡрым араны тәүгеләрҙән булып йүгерһәм, хәҙер артта һөйрәләм. Атайым күрһә былай йүгергәнде: “Колхоздың ялҡау алашаһы ла былай юртмай, егет кеше бит һин, табаныңдан ут сығырға тейеш”, – тиер ине. Юртырһың, хатта атлауы ауыр. Хәҙер көндәрҙе бутаным инде, хәйер, кәрәк тә түгел. Иптәштәр менән бик аҙ һөйләшәм, һөйләшкем дә килмәй. Яйлап ҡына ултырам, тороп китеүе тағы ла яйыраҡ, кеҫәләге “терпеләрҙе” уятырға ҡурҡам.
Тора-бара “терпеләрҙең” энәләре ҡойолдо, сохарый ваҡланып, тир менән уҡмашып, мунса ташына әйләнде. “Мунса таштары” “терпеләр” һымаҡ түгел, тағы ла хәтәрерәк булып сыҡты. Аяҡтарҙы күтәреп атлағанда аллы-артлы ботҡа шап та шоп бәреләлер, бәлки, шапылдамайҙарҙыр ҙа, әммә миңә шулай тойолғандыр, шул ваҡытта күҙгә ялт-йолт итеп уттар күренә башлағайны инде. Бер ҡарағанда күгәрмәгәйне, хәҙер ҡарамайым ботҡа. Аштан ҡалған сусҡа майын һөрткәйнем, тоҙло булды, ахырыһы, былай ҙа тир тоҙло булғас, үлтереп әсетә. Аҙна бик яй үтте, мунсаға барыр алдынан старшина сохарыйҙарҙы алып ташларға ҡушты. Салбарҙы сисеп, ботҡа ҡараһам, иҫем китте – ботомда ус аяһы ҙурлыҡ ҡап-ҡара күгәргән эҙ, бер ҡат тиреһе һыҙырылып сыҡҡан, күгәргән урындың тирә-яғы ҡыҙғылт төҫтә, уны уратып һарғылт төҫ биҙәгән. “Һин, йылғыр, хәйләкәр төлкө, хәҙер үк кеҫәһенә сохарый тултырығыҙ, тегеп тә ҡуйығыҙ”, – тигән тауышҡа боролоп ҡараһам, минең яҡташты бейетә икән старшина. Яҡташ, ысынлап та, хәйләкәр булып сыҡҡан шул, бер-ике көн үткәс, кеҫәһен һүтеп, сепрәк тултырып теккән дә ҡуйған. Әлдә миңә әйтмәгән, мин дә уға ҡарап, уның кеүек эшләгән булһам, йөрөр инем тағы кеше көлдөрөп.
Ошо көндән һуң көн дә яҡташтың кеҫәһен тикшерҙеләр. Миңә йәл ине лә бит, нимә эшләй алам һуң? Хеҙмәттәштәрем дә көлөп йә юрамал уға: “Икмәгең көймәйме, йөҙө килгәнме, беҙгә лә тәмләт әле”, – тинеләр.
Бына ошо хәлде мәктәптә һөйләһәм, нисек булыр икән, һөйләргәме, юҡмы, һеҙҙән кәңәштәр көтәм...