Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Айгиз, һин иҫәнме ни?!”
“Айгиз, һин иҫәнме ни?!”Башҡорт дәүләт университетында беренсе курсты тамамлап йөрөйөм. Һуңғы имтиханды тапшырһам, сессия шуның менән тамам. Ниһайәт, тыуған ауылыма ял итергә ҡайтам.
Шатлығым менән уртаҡлашам тип Азат ағайыма шылтыраттым:
— Ике көндән көтөгөҙ. Иртәгә һуңғы имтиханым...
Тик иртәгәһенә пландар көтөлмәгәнсә үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Шөкөр, имтиханды яҡшы ғына бирҙем. Ауылыма ҡайтам тип төйөнсөгөмдө лә төйнәй башлағайным. Шул саҡ бик шәп тәҡдим булды. Яҡшы уҡыған студенттарҙы йыл һайын университет иҫәбенә диңгеҙгә ял итергә алып баралар ине. Бер буш урын бар икән. Профкомдан тәҡдим яһағастар, һис һүҙһеҙ ризалаштым. Етмәһә, ҡайҙа бит әле: Украинаның Одесса ҡалаһына.
Ул ваҡытта кеҫә телефоным юҡ. Алыҫ сәфәргә ҡабаланып йөрөп, ағайыма иҫкәртергә лә ваҡыт етмәне. Ауылға ҡайтаһы урынға, ауыҙым ҡолаҡҡа етерҙәй булып, поезда йылы яҡҡа елдерә инем.
Ә туғандарым мине юғалтҡан... Әйткән көнгә ҡайтып төшмәгәс, борсола башлағандар. Ятаҡҡа ла шылты­ратҡандар. “Ул ҡайтты шикелле”, тигәндәр. Көндәр үткән һайын, хафаланыуҙары артҡандан-артҡан.
Беҙҙең тирәлә бер ҡатын йәшәй. Уның берҙе биш итеп һөйләй торған холҡо бар. Ана шул ханым ниндәйҙер йомош менән беҙгә ингән, ағайым минең турала әйтеп һалған:
— Айгиз ҡайтам тип шылтыратты ла үҙе юҡ булды. Ятағына шылтырат­ҡайныҡ, ҡайтҡан, тинеләр. Аптырайбыҙ, ҡайҙа булды икән... Бер-бер хәл булмағайы...
Күршебеҙгә был хәбәр етә ҡалған. Үҙенең фантазияһын егеп, бүтәндәргә арттырып һөйләгән:
— Ишеттегеҙме әле, теге Айгиз хәбәрһеҙ юғалған икән. Һуңғы тапҡыр автовокзалда күргәндәр. Ағаһын күргәйнем, шул әйтте. Үҙенең йөҙө ҡасҡан, яман ныҡ борсола. Өфө ҙур ҡала бит, унда ни генә булмай. Ана, телевизорҙы асҡан һайын гелән талаш та үлтереш...
Минең турала ялған хәбәр шулай ауыл буйлап тарала биргән. Хәҙер был яңылыҡ Абҙаҡтың икенсе осона тиклем еткәнсе, ярайһы уҡ “байытылған”. Инде “Айгиз үлгән” тигән яңылыҡ силсәүиткә барып еткән.
Бәлки, был ғәйбәткә бүтәндәр ышанып та бөтмәҫ ине. Алһыу апайым үҙенең иғтибарһыҙлығы менән утҡа кәрәсин өҫтәп ебәргән. Апайым магазинға барған булған.
— Айгизде ҡайтарманылармы әле? — тип һораған унан һатыусы. “Ҡайтыу”, “ҡайтарыу” — икеһе ике мәғәнәле һүҙ. Тик апайым уға ниңәлер иғтибар итмәгән.
— Юҡ, — тигән ул. Шул хәүефле “юҡ” һүҙе генә етә ҡалған. Һатыусы ла минең үлемемә тамам ышанған. Ә ауыл ерен үҙегеҙ беләһегеҙ: унда магазин — төп мәғлүмәт сығанағы.
Төштән һуң өйөбөҙгә яйлап халыҡ ағыла башлаған. Кемеһе ҡайнатма, кемеһе ҡаймаҡ, төрлө тәм-том тотоп килгән. Йәнәһе, аятҡа кәрәк булыр. Ололар мине йәлләп илашып та алған икән:
— Етемлектә үҫте, тырышып уҡырға инде, инде кешесә йәшәй башланым тигәндә, үлеп ятсы әле...
— Тормоштоң бер рәхәтен күрмәне. Йәшләй әрәм булған...
Тора-бара атайым яғынан яҡын туғандарым да был хәбәргә ышана башлаған. Хатта ике туған ағайым беҙҙекеләрҙе килеп әрләп тә киткән:
— Ниңә һаман һуҙағыҙ? Тиҙерәк барып алып ҡайтырға кәрәк. Силсәүит башлығы “машина бирәм” тине.
Азат ағайым был хәбәрҙең ялған икәнлеген әйтеп ҡарай, тик бүтәндәр уға ышанмай, үҙенекен һөйләй бирә. Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай, тиҙәр бит халыҡта.
Ә ул ваҡытта мин диңгеҙ ярында ҡыҙына инем. Беренсе тапҡыр диңгеҙ күреүем! Ундағы матурлыҡҡа әүрәп, көндәрҙең үткәнен дә һиҙмәйһең. Бындағы эҫелә бешеп йөрөмәйем тип, үҙемә аҡ ыштан, аҡ күлдәк алып кейҙем. Шул “модный” кейемем менән бер заман ауылыма килеп төштөм. Таң ине... Томан... Етмәһә, беҙҙең ауыл уртаһында, туҡталыш ҡаршыһында зыярат бар.
Күҙ алдына килтерегеҙ: таң һары­һынан кешеләр малын көтөүгә ҡыуа. Ә шул мәлдә мин томан эсенән сығып киләм. Етмәһә, зыярат ҡаршыһында, өҫтөмдә — ап-аҡ кейем.
— Айгиз улым, был һинме? — үҙ күргәненә ышана алмай, күрше әбей ҡатып ҡалды.
— Мин булам, мин! — тинем, йылмайып.
“Әстәғәфирулла” тип үҙ алдына төкөрөндө лә, йөрәген тотоп, ҡоймаға һөйәлде. Бүтән ҡатындар мине күргәс, ҡасырға ашыҡты. Эштең ниҙә икәнен белмәгәс, ауыҙ йырылып атлайым, етмәһә, һәр осрағанға һүҙ ҡушырға тырышам. Өйҙәгеләр имен-аман икәнемде күргәс, “аһ” итте. Иҫкәртмәйенсә сығып киткәнем өсөн ағайым әрләп тә алды.
Бынан һуң бик оҙаҡ үҙемдең иҫән икәнемде иҫбатларға тура килде.
Күргән береһе:
— Айгиз, һин тереме ни? — тип аптырай.
— Һеҙҙең алда баҫып торғас, иҫән булам инде...
Халыҡта шундай ышаныу бар. Кемде тере көйөнсә “үлгән” тип һөйләйҙәр, шул оҙон ғүмерле була. Бирһен Хоҙай! Көлкө лә, ғибрәтле лә был ваҡиғаның, исмаһам, бер файҙаһы булыр миңә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Таланттар байрамы!

Таланттар байрамы! 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостанда йәш таланттарға иғтибар көслө, Хөкүмәт кимәлендә бүләкләү йыш ойошторола....

Тотош уҡырға 45

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында Нияз Мирхәйҙәровтың шәхси фотокүргәҙмәһе асылды. Ул оҙаҡ...

Тотош уҡырға 34

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Һылыуҡай– 2018” республика матурлыҡ бәйгеһе еңеүсеһе Әлфинә Кашапова Башҡортостан данын Ҡытайҙа...

Тотош уҡырға 39

“Масторавань морот” Бишбүләктә

“Масторавань морот” Бишбүләктә 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район мәҙәниәт йорто майҙанында шау-гөр килеп барған күңелле сара бик үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ...

Тотош уҡырға 24

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә 08.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бәләбәй ере йәнә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән профессиональ ансамблдәрҙе һәм халыҡ...

Тотош уҡырға 38

"Бергә йәшәйек"

"Бергә йәшәйек" 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бай икәнеңде белгең килһә, күсенеп ҡара, тип белмәй әйтмәгәндәр икән! Йә, әллә нимә лә юҡ һымаҡ,...

Тотош уҡырға 103

“Театр – ул сәнғәт һарайы!”

“Театр – ул сәнғәт һарайы!” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йоҡомһораған аҡыл һәм йөрәкте ҡуҙғытып ебәреүсе тылсымға эйә ул......

Тотош уҡырға 58

Сәхнәлә –  “Тере тупраҡ”

Сәхнәлә – “Тере тупраҡ” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул тарихыбыҙға алып ҡайтыр. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында...

Тотош уҡырға 88

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул кешегә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итһен. Күренекле яҙыусы һәм журналист Гөлшат Әхмәтҡужинаның...

Тотош уҡырға 51

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..”

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Минең данлы Башҡортостаным!” поэмалар конкурсына килгән әҫәрҙәргә күҙәтеү....

Тотош уҡырға 89

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ!

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ! 05.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҙур премьера көтөлә –...

Тотош уҡырға 81

Нәзәкәтле, нәфис Нәзифә

Нәзәкәтле, нәфис Нәзифә 05.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандан Нәзифә Иҫәнбаева “Санкт-Петербургтың милли һылыуҡайы” халыҡ-ара конкурсында “Мисс...

Тотош уҡырға 85