Тауышы ла халыҡтыҡы уның

27-07-2018, 00:03 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Йырсы Хәбир Ғәлимовты моң һөйөүселәр онотмай

Тауышы ла халыҡтыҡы уныңЗ. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә иң талапсан уҡыусының да зауығын ҡәнәғәтләндерерлек китаптар сыға. Бигерәк тә Башҡортостан шәхестәре тураһындағы серия халыҡ араһында популярлыҡ яуланы. Был, бер яҡтан, замана технологияларын файҙаланып, иҫ китмәле шәп китап нәшер итеүгә бәйле булһа, икенсе яҡтан, халыҡтың шәхестәренә булған тәрән ихтирамы, һөйөүе тураһында һөйләй.


Күктәр биргән талант

Былтыр нәшриәттә баҫылған “Хәбир Ғәлимов — Бөйөк халыҡ йырсыһы” китабын ҡулға алып, милләтебеҙҙең һәр даим ергә моң эйәләрен ебәреп тороуына шаһит булдым. Уҙған быуат башында тыуған мәшһүр йырсы Хәбир Ғәлимов менән бер осорҙа йәшәһәк тә, уның үҙе башҡарыуында йырҙарын сәхнәнән ишетергә яҙманы миңә. Шулай ҙа нескә тенорҙың тәрән моңло яҙмаларын тыңлап, башҡорт халҡының асылын сағылдырған был тауышта боронғонан килгән яҡты һағыш та, бөтмәҫ-төкәнмәҫ өмөтлө рух та барлығын тойҙом.
Нәшриәттә сыҡҡан китапҡа күҙ һалып, йырсыны тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрөп китергә булдым. Башҡорт халҡы үҙенең бындай сәнғәт оҫталарын оноторға тейеш түгел. Хәйер, халыҡ хәтере – мәңгелек. Кешелек онотмай, сөнки халҡының бер вәкиле булып донъяға килгән шәхес унан алған ижади ҡомарын, ҡеүәһен кире заманына ҡайтарып бирә.
Хәбир Латип улы Ғәлимов 1905 йылдың 5 февралендә хәҙерге Салауат районының Лағыр ауылында тыуған. Үҫмер сағынан баҫыуҙарҙа иген иккән, көтөүсе булып эшләгән, йылғаларҙа ҡыуғын ҡыуған. “Граждандар һуғышы осоронда колчаксылар Уралдан ҡасҡанда, Лағыр аша үтеп, халыҡты талай, малдарын ҡыуып алып китә, йәш егеттәрҙе аҡтарға ҡушылырға мәжбүр итә. Ағаһы менән Хәбирҙе лә ылаусы итеп алалар. Ағаһы нисек тә булһа туғанын ҡасырыу юлын эҙләй һәм ҡараңғы бер төндә хыялын тормошҡа ашыра (үҙе иһә, урау юлдар үтеп, Ҡытай аша ҡарт көнөндә генә тыуған иленә ҡайта)”, тип яҙалар йырсының бала сағы тураһында.
1924 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынып, Х. Ғәлимов хәрби хеҙмәтен Өфө ҡалаһында үтә. Ял ваҡыттарында казарма яңғыратып башҡортса йырлауын Низам Ҡәрип ишетеп ҡала һәм ауыл егетен урыҫса яҙырға, уҡырға өйрәтә, йырсылар араһына инергә юл аса. Әрме хеҙмәте уның яҙмышында ҡырҡа боролош яһай: Ҡыҙыл Армияның Өфө йортонда (хәҙерге Офицерҙар йорто) музыкаль етәксе булып эшләгән композитор-драматург Хәбибулла Ибраһимов үҙенең янына саҡыртып ала, йыр сәнғәтенең серҙәрен асырға ярҙамлаша, Башҡор­тостан радиоһына сығара. Бына бит ижадсылар бер-береһенә ниндәй терәк булған! Кем белә, бәлки, береһе ишетеп ҡалмаһа, икенсеһе эшкә саҡырмаһа, бөгөн Хәбир Ғәлимов кеүек йырсыны беҙ белмәгән дә булыр инек.
Күктәр биргән таланты йәш егетте хатта әрме хеҙмәтенән ҡотҡарған: театр техникумы етәкселеге уны хәрби хеҙмәттән ҡайтартып, студенттар сафына ҡабул итә. 1932 йылда ул Башҡортостан сәнғәт техникумын тамамлай.

Салауат ролен башҡара

Тауышы ла халыҡтыҡы уныңҒәзиз Әлмөхәмәтовтың концертында ҡатнашыуы ла артабанғы юлын билдәләй — Мәскәү дәүләт консерваторияһында Башҡорт милли студияһын асыуҙы юллаған Ғәзиз Әлмөхәмәтов туплаған төркөмдә Хәбир Ғәлимов Мәскәүгә уҡырға китә, 1938 йылда Мәскәү консерваторияһының башҡорт бүлегендә Н. И. Сперанскийҙың йыр класын тамамлай.
1938 йылдың 14 декабрендә Мәскәү консервато­рияһын тамамлап ҡайтҡан студенттар диплом спектаклен сәхнәгә сығара. Д. Паизиеллоның “Һылыу тирмәнсе ҡыҙ” операһында төп барон ролен Хәбир Ғәлимов башҡара. Артабан опера һәм балет театрында ҡуйылған барлыҡ операларҙа ла ул төп ролдәрҙә уйнай. Хәбир Ғәлимов – тәүге башҡорт профессиональ опера йырсыһы, халҡыбыҙҙың шулай уҡ атаҡлы улдарының береһе Ғәзиз Әлмөхәмәтов хәстәрлеге менән асылған студияны тамамлап, “РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә иң беренсе лайыҡ булған профессионал.
17 йыл буйы театрҙың беренсе теноры булып ҡала ул. Мәсәлим Вәлиевтең беренсе милли “Һаҡмар” операһында Юлай партияһын башҡара. Эйхенвальдтың “Мәргән” операһында, Чемберд­жиҙың “Ҡарлуғас”ында, Заимов һәм Спадавек­кианың “Аҡбуҙат”ында, Мортазиндың “Азат”ында йырлай. Азербайжан композиторы Гаджибековтың “Аршын мал алан” музыкаль комедияһында төп герой Аскер ролен иҫ китмәле итеп башҡарып, тамашасыны йәнә таң ҡалдыра.
1941—1945 йылдар – һуғыш осоро. Хәбир Ғәлимов концерттар менән хәрби частарға, госпиталдәргә, фронттың алғы һыҙығына юллана. Уны яу ҡырында көтөп алалар. Ике телдә лә оҫта йырлаған артист яугирҙәрҙең рухын күтереүгә, сәнғәт аша Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә.
Һуғыш тамамланғас та, йырсы республика буйлап гастролдәргә сыға, эшселәр, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре алдында сығыш яһай. “Әле мин бала саҡта хәтерләйем: Өфөнән артистар килеп, ялан-ҡырҙарҙа йә иһә ялан сәхнәләрҙә сығыш яһай. Халыҡ шул тиклем көтөп алып, яратып ҡала торғайны сәнғәт әһелдәрен. Хәбир Латип улы: “Тауыш — минең хеҙмәт ҡоралым. Халыҡҡа сәнғәт аша хеҙмәт итәм. Ә сәнғәт — халыҡтыҡы. Шулай булғас, тауышым да халыҡтыҡы ул”, — тип юҡҡа ғына ҡабатларға яратмаған, күрәһең. Ул үҙе лә ошо осрашыуҙарҙан, гастролдәрҙән ҡанатланып ҡайтҡан, халҡына моңо менән хеҙмәт иткән.
1955 йылда артист Башҡорт дәүләт филармо­нияһына эшкә күсә. Тап шул йылда Мәскәүҙә Башҡорт сәнғәте декадаһы үтә һәм беренсе тапҡыр Салауат Юлаев ролен Хәбир Ғәлимов башҡара. Был республика тарихында ҙур ваҡиға була. Ғүмере буйы йырсы сит илдәргә гастролдәргә сығып, башҡорт халҡының моңо менән донъя халҡын да таныштыра.
Хәбир Ғәлимовтың исеме замандаштары теленән төшмәгән. Йыйынтыҡта Мос­тай Кәрим, Заһир Исмәғилев, Баныу Вәлиева, Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова, Сафуан Әлибаев, Рәшит Шәкүр, Эльмира Давыдова, Нина Жиленко, Рамаҙан Йәнбәков, Роза Сәхәүетдинова, Ғәлиә Солтанова кеүек күренекле шәхестәр үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашҡан.

“Һай, йырлай ҙа һабантурғай...”

Хәбир Ғәлимовтың исеме республикала мәңгеләштерелә килә. 2014 йылда Салауат районының Лағыр ауылында РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәбир Ғәлимов исемендәге башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы­ларҙың “Оҙон көй” район конкурсы үткәрелгән. 1996 йылда йырсының тыуған ауылындағы мәктәп бинаһында Хәбир Ғәлимовҡа музей асылған. Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Ул — шулай уҡ Салауат районының почетлы гражданы.
Ҡыҙы Земфира Хәбир ҡыҙы атаһының исемен мәңгеләштереү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша. Әйткәндәй, “Хәбир Ғәлимов — бөйөк йырсы” китабын төҙөүсе лә. Унда тәрән йөкмәткеле мәҡәләләр менән бергә уникаль фотолар, документтар ҙа урын алған. Бынан тыш, йырсының тулы репертуары ла бирелгән. Бик яратып, атаһының тормошондағы һәр ваҡиғаға ҙур ихтирам менән ҡарап туплаған ул китапты. Юҡҡа ғына үҙе яҙған мәҡәләне лә “Беҙҙең һөйөклө атайыбыҙ” тип атамаған бит . Өйҙәрендәге ижади мөхит, атаһы менән әсәһенең бергә 60 йыл йәшәүе, совет осорондағы сәнғәт әһелдәренең берҙәм фекергә ойошоп эшләүҙәре хаҡында ла һөйләй ул.
Атаһының исемен мәңгеләштереү эшен артабан да дауам итергә теләй Земфира Вәлиева. “Мәҙәниәт усаҡтарының бере­һенә мәшһүр йырсы Хәбир Ғәлимовтың исемен бирергә кәрәк ине!” – ти ул.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың киң билдәле һабантурғай тураһындағы шиғыры ла Хәбир Ғәлимовҡа арналған. Шағир хатта “Һабантурғай йырҙары” китабын йырсыға бүләк иткәндә “йөрәгем” һүҙен “Хәбирем ағайым” тип төҙәтеп ҡуйған.
Эй һайрай ҙа һуң был һабантурғай.
Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай...
Һабансылар күңелен нурлай-нурлай,
Һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай!
Йә атылып күккә менә уҡтай,
Йә йомолоп ергә төшә туптай,
Ерҙе күккә әйҙәп яна уттай,
Был еҙ шөңгөр ҡасан ялға туҡтай?
Ҡанатынан яҙҙы түгә, буғай –
Яҙға ҡойона бар ялан-туғай.
Түгелдер был, ахыры, һабантурғай,
Был йөрәгем, ахыры, шулай йырлай?!.



***
Хәбир Ғәлимов... Уның моңло һәм әҙәпле тауышы бынан алтмыш йыл әүәл минең күңелемә һеңде. Йырсының тауышын “әҙәпле” тинем. Минеңсә, һүҙҙең генә түгел, тауыштың да әҙәплеһе һәм әҙәпһеҙе була. Бөгөн йәнгә ят, әҙәпһеҙ тауыштар ғәжәп ишәйеп китте. Был инде илһамдың ниндәй ерлектән, ниндәй сығанаҡтан килеүенә бәйләнгән. Хәбир ағай илһамын халыҡ рухынан, уның бөйөк ижади ҡаҙаныштарынан алды.
Хәбир Ғәлимовҡа Ғәзиз Әлмөхәмәтов үҙе фатиха бирҙе һәм эстафета тапшырҙы. Был фатиха артабан Мәғәфүр Хисмәтуллинға һәм Радик Гәрәевкә күсте. Ошо дүртәү йыр сәнғәтендә йылтыр һары ҡалайҙан ҡырҡып епкә теҙелгән замана йондоҙҙары түгел, ә күктең үҙендә яралып балҡыған ҡеүәтле яҡтыртҡыстар булды.
Хәбир ағай башҡарған опера партияларын, халыҡ көйҙәрен, композиторҙарыбыҙ ижад иткән йырҙарҙы күп тыңларға тура килде. Тамашасы алдында ярамһаҡланып, уға нисек тә оҡшарға тырышып, ул бер ваҡытта ла үҙенең бөйөк талантын кәмһетмәне. Ғүмерендә ул минең һүҙҙәремә яҙылған бер генә йырҙы — Хөсәйен Әхмәтовтың “Ғүмер тураһында баллада”һын башҡарҙы. Әммә был минең өсөн ҙур бүләк һәм ҡәҙерле иҫтәлек булды.
Хәбир ағайҙарҙың йорто йомарт, ҡунаҡсыл ине. Заһир Исмәғилев менән беҙ ул ғаиләнең һый-хөрмәтен байтаҡ күрҙек. Ошо хөрмәт өсөн рәхмәт тойғоларын әлегәсә һаҡлайым.
Мостай КӘРИМ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры,
Социалистик Хеҙмәт Геройы.

***
1954 йылдың 14 июле ине. Баймаҡтан Темәскә китеп барышлай Түбәгә еткәс, бөгөн “Рудник” клубында Хәбир Ғә­лимовтың концерты була, тип ишеттем. Ҡалырға булдым... Быға тиклем йырсы артис­тарҙы радионан, плас­тин­ка­ларҙан ишетеп, мат­буғат биттәренән уҡып ҡына белгән ауыл малайына данлы йыр­сының үҙен күреү, үҙ ауы­ҙы­нан йырҙарын ишетеү шат­лыҡлы ла, көтөлмәгән дә хәл ине. Легенда-әкиәттәрҙә маҡталып бөтә алмаған, ғәжәп тәбиғәтле Ирәндек буйҙарына йырсының килеп сығыуы үҙе бер оло ваҡиға һымаҡ тойолдо миңә.
Зал халыҡ менән шығырым тулы. Бына шаршау асылды, ҡурай моңона ҡушылып башҡорт халыҡ йыры “Урал” яңғырай. Асыҡ тәҙрәләрҙән урғылған моң бөтә ауылға, хатта күк Ирәндек буйҙарына тарала. Йырсы халыҡ көйөнөң рухын, бөтә нескәлектәрен тө­шөнөп, ҙур илһам менән баш­ҡара. Йырҙың тамамланыуы булды, тамашасылар геүләтеп ҡул сапты.
— Тағы йырлаһын!
— Рәхмәт!
Иртәгәһенә Баймаҡта, ә унан һуң Сибайҙа ҡараным мин был концертты. Ҡайҙа ғына булмаһын, халыҡ йырсыны ғәжәп йылы ҡаршы ала, һәр сығышын ҡул сабыуҙар менән оҙата. Һуңғы концерт бөткәс, мин Хәбир ағай эргәһенә инеп, уға үҙемдең йыр менән ҡыҙыҡһыныуымды әйттем. Ул шунда уҡ тыңлап ҡараны ла:
— Һин, ҡустым, артист бул, — тине.
Шуға күрә Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы һәм сәхнәбеҙҙә бер нисә тиҫтә йыл Хәбир Ғәлимов алып барған эстафетаны — халыҡ йырҙа­рын башҡарыуҙы дауам итеү­селәрҙең береһе булараҡ, уға ихтирамым бик ҙур.
Миңә Башҡортостандың төрлө райондарында, күрше өлкәләрҙә күп кенә концерт­тарҙа X. Ғәлимов менән бергә йырларға насип булды. Ижади ҡарта­йыуҙы белмәгән, тормош ваҡлыҡтары өсөн урынһыҙ көйәләнмәй торған, тәбиғәте менән сабыр һәм бик итәғәтле, шат күңелле был кеше менән эшләүе үҙе бер бәхет ине.
1965 йылда X. Ғәлимов хаҡлы ялға китһә лә, филармонияны, ундағы эш һөйгән иптәштәрен онотманы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, йәштәргә фекер-кәңәштәре менән ярҙам итеп, уларҙың уңыштарына ҡыуанып, сәнғәт донъяһында йәшәне.
Рамаҙан ЙӘНБӘКОВ,
йырсы, Башҡортостандың халыҡ
артисы.

***
Беҙҙең Салауат ерендә халыҡ бик моңло. Бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын яраталар. Атайым менән әсәйем ҡунаҡтарҙы йыр менән ҡаршы алыр, йыр менән оҙатыр булды, шуға күрә радионан йырлаған матур тауышлы Хәбир Ғәлимов тигән йырсының күрше ауылдан булыуына ғорурлана торғайныҡ.
Беҙҙең ауылға гастролгә килһә, эргәләге өйгә төшөр ине. Шул саҡ мин тәҙрәнән күҙ ҙә алмай инем: ҡасан килде, ҡасан китте, нисек йөрөй. Ҡайһы саҡ Хәбир ағай тәҙрәне асып ала ла ауылды күҙәтеп һоҡланып ултыра. Уның тауышы!.. Йырлағанын ишетһәң, күҙ алдына Салауат батыр килеп баҫа. Моғайын, ул да шулай моңланып йырлағандыр.
Мәктәпте тамамлағас, БДУ-ға инер өсөн Өфөгә юлландым. Хәбир ағай менән яҡындан танышыу теләге шул тиклем ҙур. Күршеләрҙән адресын белеп алдым да өйҙәренә юлландым. Хәбир ағай мине, үҙ яҡташын, ихлас ҡаршы алды, ҡунаҡ итте, минең БДУ-ға уҡырға инеремде ишеткәс, ҡыуанды. Ә инде сәй эскән арала уға бер нисә шиғырымды уҡып ишеттергәс, икеләтә ҡыуанғандай булды. Шулай кеше ҡыуанысын үҙенекеләй ҡабул итә белде Хәбир ағай. Аҙаҡ та, нисә тапҡыр ғына уларға барһам да, үҙемде көтөп алынған ҡунаҡ итеп тойҙом. Күңел байрамдарына әүерелде ул осрашыуҙар.
Хәбир ағай тураһында һөйләгәндә, Ғәзиз Әлмөхәмәтовты иҫләмәй булмай, сөнки Ғәлимов уның әҫәрҙәрен ҡабатланмаҫ сағыу тенор менән башҡарҙы. Шулай уҡ уның, тәүге башҡорт опера йырсыһы булараҡ, вокал сәнғәтенә индергән өлөшөн дә баһалап бөтөргөһөҙ.
Һуңғы осрашыуҙарҙың береһе Нефтселәр мәҙәниәт һарайында “Аҡ тирмә” клубында булды. Салауат районының арҙаҡлы сәнғәт эшмәкәрҙәре ҙур концерт менән сығыш яһаны. Был концертта Хәбир ағай ҙа ҡатнашты. Уға 80 йәш тирәһе булғандыр. Шундай сағыу тауыш менән йырлап ебәрҙе. Оло йәштәге кешенең тауышы шундай саф, асыҡ булыр икән. Бөтәһе лә ғәжәпләнеп, һоҡланып тыңлап ултырҙы. Ысын, ҙур талант эйәһе ине Хәбир ағай. Уның менән яҡындан таныш булыуым менән ғорурланам. Ошондай кеше менән осраштырған өсөн яҙмышыма рәхмәт.
Сафуан ӘЛИБАЕВ,
шағир.

***
Хәбир Ғәлимов башҡорт сәнғәтенә тоғро хеҙмәт итте. Уның йырлау манераһын яратам. Халыҡ күңелен, халыҡ моңон “Урал”, “Ҡолой кантон”, “Ғайса”, “Сибай”, “Зөлхизә” кеүек оҙон йырҙарҙа нисек тәрән итеп асып бирә ул. Минең “Салауат Юлаев” исемле операмда ул төп ролде башҡарып, ҙур“уңыштарға иреште. Шундай тәрән лиризм менән “Былбылым”ды йырланы. Күп кенә романстарым, йырҙарым да уның башҡарыуында тәүләп сәхнәгә сыҡты.
Хәбир ағай һәр ваҡыт кешегә яҡшылыҡ ҡына теләп һөйләшә торған ине. Ул шундай... Ниндәй генә һүҙ әйтһәм дә, аҙ һымаҡ, әйтеп бөтә алмаҫлыҡ һымаҡ. Ғәлимов кеүек кешелекле, яғымлы ҙур йөрәкле кешеләр бик һирәк тыуа торғандыр. Ул бер ваҡытта ла кеше тураһында насар һүҙ әйтмәне, кешегә йылмайып ҡына һүҙ ҡуша торғайны. Бер ҙә асыуланмаҫ ине.
Хәтеремдә, бергәләп радиола сығыш яһарға тура килгәйне. Ул ваҡытта тапшырыуҙарҙы эфирға шунда уҡ бирә торғайнылар. Мин бер йырҙы ни өсөндөр юғары нотала башлағанмын. Хәбир ағай йыраҡтан барып түбән төшә башланы. Хәҙер сыҡҡас та, мине һуғып йығыр инде, тип шөрләп торам. Сыҡтыҡ, Хәбир ағай көлөп тик ултыра: “Заһир, бына икәүләп ҡыҙыҡ сығыш яһаныҡ бит әле бөгөн”. Башҡа берәү булһа, һүгер ине, йә булмаһа, ауыр һүҙ әйтер ине. Юҡ, бер нимә лә өндәшмәне.
...Рәйеф Ғәбитов, мин, башҡалар Мәскәүҙән каникулға ҡайтҡан ваҡытта гел бергә була торғайныҡ. Ғәлиә еңгә менән Хәбир ағай хәҙерге Телеүҙәк эргәһендәге бәләкәй генә йорттарында йәшәй. Был иҫ киткес кешеләрҙә беҙ көнөн-төнөн төнәп ята торғайныҡ. Ҡунаҡ ҡына булманыҡ, беҙ унда йәшәнек, тип әйтергә була.
Хәбир ағай минең өсөн туғандан да, дуҫтан да яҡыныраҡ кеше ине. Бик күп байрамдарҙы бергәләп үткәрҙек. Уларҙың өйөнән ҡунаҡ өҙөлмәне. Бер ваҡыт Антонио Спадавеккиа килеү уңайы менән мине, башҡа композиторҙарҙы ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Мин гел түрҙә ултырам бит инде. Эргәмдә — Спадавеккиа. Мин шунда ятып йоҡлап киткәнмен, диванда. Ҡунаҡтар миңә мыйыҡ эшләп, иренемде буяған. Уянып китһәм, бөтәһе лә көлә. Көҙгөгә ҡараһам, үҙемде танымай торам. Шулай шаярып та ала торғайныҡ.
Заһир ИСМӘҒИЛЕВ,
композитор, СССР-ҙың халыҡ артисы.

***
Беҙҙең Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында мәшһүр йырсы Хәбир Ғәлимовтың сығыш яһауын халыҡ ҙур тантана, оло байрам күреп ҡабул иткәйне. Уның “Илсе Ғайса”ны, Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың “Эшсе” операһынан Ниғәмәт арияһын йырлауы һаман иҫемдә. Был ғәжәйеп моң һәм матур, көслө тауыш бер кешенән түгел, ә тәбиғәттән, шишмәләрҙән, тауҙарҙан килгән кеүек тойолғайны. Был минең Хәбир ағайҙы тәүге күреүем ине.
Хәбир ағай төҫө менән дә матур кеше ине, уның эске донъяһы ла гүзәл булды. Мин уны йәшләй күреп белеүем менән үҙемде бәхетле һанайым. Музыка учили­щеһын тамамлағандан һуң филар­монияға ебәрҙеләр. Унда миңә: “Һин Урта Азияға гастролгә Хәбир ағайҙың бригадаһы менән сығып китәһең”, — тинеләр.
Миңә ныҡ тәьҫир итте был хәбәр. Шундай бөйөк йондоҙ бригадаһында йырлап йөрөйәсәкмен! Уның тауышы ишетелеү менән зал тып-тын булып ҡалыр ине. Һәр ваҡыт сәхнәнән гөлләмәләр ҡосаҡлап сыға ла уны тыңлап торған клуб эшселәренә тарата ине. Ә Урта Азияла Хәбир ағай сәхнәнән төшкәс, ҡунаҡханаға ҡайтыр алдынан автобусҡа барып еткәнсе, үҙенә килтерелгән сәскәләрҙе көтөп торған тамашасыһына өләште.
Радиокомитеттың аппаратураһы уның юғары ноталарын ала алмай торғайны. Ленинградта ла пластинкаға яҙған ваҡытта “высокие обертоны аппарат не берет” тиҙәр ине. Шуның өсөн магнитофон тыңлағанда уның тауышы юғала.
Нажиә АЛЛАЯРОВА,
йырсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.