Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өҙә баҫа “Быҙыбыт”тар
Өҙә баҫа “Быҙыбыт”тар“Байыҡ” балалар республика бейеү конкурсында Красноусолдан “Быҙыбыт” ансамбле йыл да әүҙем ҡатнашып, алдынғы урындарҙы биләй. Быйыл да көсөргәнешле ярышта кескәйҙәр төркөмө Гран-при яуланы.

Республиканан ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм хатта сит илдәрҙән килгән береһенән-береһе сағыу ансамблдәр араһында уларҙың сығышы айырылып торҙо. Әле генә I класты тамамлаған ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың өҙҙөрөп баҫыуына, конкурста ҡатнашҡан барлыҡ коллектив менән ялан тултырып “Гөлнәзирә”не оҫта башҡарыуына һоҡлан­маған тамашасы булманы. Бары бейеүгә ҡарата йөрәгендә осҡон йөрөткәндәр генә кескәйҙәр күңелендә ошо сәнғәт төрөнә ҡарата һөйөү уята алалыр, моғайын.
“Быҙыбыт” өлгөлө халыҡ-ара бейеү ансамблен Илшат Хәбибуллин етәкләй. Быйыл иһә кескәйҙәр төркөмөн, I класс уҡыусыларын, әҙерләп алып килгән. Әлбиттә, бәләкәс балалар менән эшләү еңелдән түгел. Бейеүҙе тейешле кимәлгә еткереп, шымартып сәхнәгә сығарғансы күпме көс, сабырлыҡ талап ителгәнен улар үҙҙәре генә белә. Кәрәк урында күңелдәрен үҫтереп, дәртләндереп, урыны менән талапсан булыу ҙа мөһим.
— Балалар менән аралаша белеү ҙур әһәмиәткә эйә, – ти был хаҡта Илшат Хатим улы. – Берәүҙәргә йомшағыраҡ итеп әйтеү кәрәк, икенселәргә ҡатыраҡ иҫкәртмә яһау файҙалыраҡ. Шулай ҙа берәүҙең дә күңелен ҡырып, кәйефен төшөрмәйем. Барыһы ла күнекмәгә дәртләнеп, мин өйрәнәм, минән килеп сыға, тигән уйҙа килһен өсөн тырышам.
Әйткәндәй, Илшаттың исеме сәнғәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Бығаса Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, Стәрлетамаҡта эшләп алған егеттең тыуған ауылына ҡайтыуына яҡташтары ҡыуанып бөтә алмай. Районда үткән мәҙәни сараларҙа халыҡты ул үҙенең бейеүҙәре менән һоҡландыра. Бынан һигеҙ йыл элек Илшаттың ошо ансамблдә бейеү нескәлектәрен өйрәтә башлауы барлыҡ ғафуриҙар өсөн оло ҡыуанысҡа әүерелә. Бары уның ҡул аҫтында шөғөлләнер өсөн генә Красноусол башҡорт гимназия-интернатына уҡырға килгәндәр бар. Ә инде “Байыҡ” конкурсында ҡатнашыу – улар өсөн оло бәхет, үҫеш баҫҡысы.
Абруйлы бәйгелә талапсан жюри ағзаларының хуплау һүҙҙәре, кәңәштәре йәш бейеүселәргә киләсәктә шөғөлләнеү өсөн ҡанат ҡуя. Ансамбль 2013 йылдан “Байыҡ” конкурсында әүҙем ҡатнашып килә. Ошо уҡ йылда өлкән төркөмдә йөрөгән ҡыҙҙар-малайҙар “Йәшлек” бейеүе менән өсөнсө урынды алһа, Гран-при яулаған Искәндәр Әбелғужин бөгөн Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында уңышлы уҡып йөрөй. Киләһе йылына Айназ Рафиҡов менән Илнара Ғөбәйҙуллина беренсе урынды яулай. 2015 йылда уртансы төркөм лауреат исеменә лайыҡ була.
— Бәлки, барлыҡ уҡыусыларым да киләсәктә бейеүсе булып китмәҫ. Шулай ҙа был сәнғәт төрө бөтә ерҙә кәрәк, – тип һүҙен дауам итә Илшат Хатим улы. – Мәжлестәрҙә өҙҙөрөп тыпырлаған кешегә һәр кем һоҡланып, хатта көнләшеп ҡарай. Икенсенән, матур итеп бейей белеү кешелә үҙ-үҙенә ышаныс тойғоһо тәрбиәләй. Быны үҙемдең эш һөҙөмтәһенән сығып әйтәм. Тәү килгәндә баҙнатһыҙ ғына булған балалар тора-бара ҡыйыуланып китә, кәүҙәһенең тотошо ла үҙгәрә. Ә беҙҙең заманда үҙеңде күрһәтеү өсөн бындай сифаттар бик кәрәк.


Ғафури районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен  ярата

Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен ярата 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Баймаҡ районының һәр ҡала һәм ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың 80...

Тотош уҡырға 39

Шағир рухын шатландырып...

Шағир рухын шатландырып... 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Шиғриәтте яратҡан һәр кем Рәшит Назаров ижады менән таныштыр. Уның фәлсәфәүи шиғырҙарын уҡып, берсә...

Тотош уҡырға 55

“Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!”

“Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!” 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күңелгә һағыш оялаған да аҡ ҡағыҙға шиғыр юлдары булып теҙелә. Ә шиғырҙар үҙенә уҡыусылар,...

Тотош уҡырға 53

Ижадында – халыҡ яҙмышы

Ижадында – халыҡ яҙмышы 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ринат Камал әҫәрҙәрендә кешенең күңел донъяһын өйрәнә....

Тотош уҡырға 41

Мәңге йәшәр сәсән рухы

Мәңге йәшәр сәсән рухы 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Биш йыл рәттән районыбыҙҙа үткәрелеп килгән сәсәндәрҙең төбәк фестивале быйыл билдәле фольклорсы,...

Тотош уҡырға 57

Рәхмәт һүҙе

Рәхмәт һүҙе 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ябай ғына юбилей кисәмде оло байрамға әйләндереп, күңелемде үҫтереп, шатлыҡ уртаҡлашҡан дуҫтарыма,...

Тотош уҡырға 83

“Кәмһетелгәндәр” сәхнәгә сыҡты

“Кәмһетелгәндәр” сәхнәгә сыҡты 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йәштәр театрының ижад өлгөләре. Театр сәнғәтендә ҙур ваҡиға – М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр...

Тотош уҡырға 100

Дәртлеләр, сәмлеләр...

Дәртлеләр, сәмлеләр... 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Уй-хыялы тормошҡа ашһын йәштәрҙең! Бөртөкләп йыйыла алтын тигәндәй, ысын талант эйәләре меңдәр...

Тотош уҡырға 49

Бахтыбай таланттарға бай

Бахтыбай таланттарға бай 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Улар тыуған төйәктәрен данлап йәшәй. Бөрө районының Бахтыбай ауылы республика кимәлендә үткәрелгән...

Тотош уҡырға 41

Таймаҫтағы парнас гөрләне

Таймаҫтағы парнас гөрләне 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Шағирәне тыуған яғында тәбрикләнеләр....

Тотош уҡырға 41

Халыҡ шағирының халыҡтың һорауҙарына яуабы

Халыҡ шағирының халыҡтың һорауҙарына яуабы 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Беҙ Урал, Ағиҙел хаҡында уйланып үҫтек”. [i]Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән “тура...

Тотош уҡырға 60

Ил яҙмышын,  заманалар айышын тойоп

Ил яҙмышын, заманалар айышын тойоп 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Вокзал”дан сыҡҡан әҙип. Арҙаҡлы ил уҙаманы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, республикабыҙҙың Салауат...

Тотош уҡырға 45