Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Әй һандуғасыОҙон көйлө башҡорт
халыҡ йыры –
Ул бит түгел бары ария.
Башҡорт халыҡ йыры —
йәнгә дауа,
Башҡорт халыҡ йыры —
моңдаръя!


90-сы йылдар аҙағы ине булһа кәрәк. Мин йыш ҡына филармонияла барған концерттарҙы ҡарарға яратам. Шундай сараларҙың береһендә иҫ китмәле моңло тауышлы, һомғол буйлы, колоратуралы сопрано тауышлы ҡыҙҙың “Зөлхизә”не башҡарыуын тыңланым. Уның йырын тыңлап, онотолоп китеп, күҙ йәштәремде лә тыйманым. Бына шундай бит ул башҡорт халҡының оҙон көйлө изге йырҙары! Сылтырап аҡҡан шишмә кеүек, тауышы әллә ҡай­ҙарға тарих төпкөлөнә алып китте. Ул йырлап туҡтағас та, тағы йыр­ла­һын ине тигән кеүек, халыҡ дәррәү ҡул сапты, ләкин ул башҡа йырламаны.
Концерт тамамланғас, ҡайтырға автобус туҡталышына киттем. Унда барып еткәс, теге һылыу йырсы ҡыҙҙы осраттым һәм үҙем барып концерт тураһындағы тәьҫорат­тарым менән уртаҡлаштым. Уның Әлфиә Кәлимуллина булыуын, Мәсетле районының Тайыш ауылынан икәнен белдем. Туҡталышта оҙаҡ ҡына автобус көтөп тороп, бер үк урында төштөк. Беҙ Әлфиә Кәлимуллина менән яҡташтар булып сыҡтыҡ.
Әлфиә ул саҡта Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый ине. Беҙ Фрунзе (хәҙер — Зәки Вәлиди) урамында йәшәгән саҡта йыш ҡына осрашып һөйләшә торғайныҡ. Һуңынан икенсе урынға күскәс, һирәк күрешә башланыҡ. Радио һәм теле­визорҙан башҡорт халыҡ йырҙарын тыңларға яратам, сөнки улар күңелгә бигерәк яҡын. Бала саҡтан уҡ Баш­ҡортостан радиоһы өйҙә бер ваҡытта ла һүнмәне, әле лә һәр саҡ һөйләп, йырлап тора. Әлфиәнең тауышын махсус ултырып тыңлайым. “Юлдаш” радиоһын машинала юлға сыҡҡас та көйләп ҡуябыҙ.
Әлфиә Кәлимуллина Тайыш ауылында башланғыс кластарҙы тамамлай, аҙаҡ Йонос урта мәктәбендә белем ала. Бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ өйҙә ҡысҡырып йырлай, тик ул быны бер кем дә булмағанда ғына эшләй, сөнки бик баҫалҡы һәм оялсан була, әммә күршеләре уның йырын гел тыңлап әсәһенә: “Ҡыҙың бик матур йырлай, йырсы булырға уҡырға ебәрмәйһеңме?” — ти. Ә әсәһе: “Мин уның йырлағанын белмәйем”, — ти. Әлфиә бит ул берәй ергә киткәс кенә моңланған. Әсәһе Менәүәрә үҙе лә бик матур итеп халыҡ йырҙарын башҡарған. Был һәләт миңә инәйемдән күскәндер, моғайын, ти Әлфиә.
Бер саҡ инәһе, өйҙән сығып киткән кеше булып, мейес артына йәшенеп, Әлфиәнең йырлағанын тыңлап тора һәм хайран ҡала. Мәктәптә уҡыған саҡта йыр уҡытыусыһы Гөлдәр Рәхимова уны гел мәктәп концерттарында йырлата башлай. “Һин йырсы булырға тейешһең”, — тип күңелен үҫтерә. Һуңынан Йонос урта мәк­тәбендә уҡығанда Миңленур исемле баянсы уны район кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнаштыра. Х класта район һәүәҫкәрҙәре менән гастрол­дәргә йөрөй башлай. Уның хыялы — йырсы булыу. Мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училище­һының вокал бүлегенә уҡырға инә. Бында Әлфиә Кәлимуллина Дилә Әхәт ҡыҙы класында уҡый. Училищены тамамлағас, тыуған районы Мәсетлегә ҡайтып, музыка мәктәбендә уҡыта башлай һәм концерттарҙа ҡатнаша.
Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Яҙмыш уны Мәскәүҙәге Бәрхәт Гәрәев етәкселегендәге коллективҡа – “Татар-миниатюра” театрына алып килә, ләкин ул тыуған яғын — Башҡорт­останын һағына. Ҡайтҡас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының фольклор бүлегенә уҡырға инә. Танылған йырсы Флүрә Килдейәрова класында белем ала.
Өфөлә уҡыу уға уңыш килтерә. Ул төрлө йыр бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаша. 1993 йылда конкурста баш­ҡорт халыҡ йыры “Зөлхизә”не баш­ҡарып, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге махсус призға лайыҡ була. Шулай итеп, Әлфиә Кәлимуллина халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы, моңло тауышлы йырсы булараҡ таныла. Ниндәй генә концерттар булмаһын, ниндәй генә сәхнәләр­ҙә сығыш яһама­һын, репертуарында баш­ҡорт халҡының моңло оҙон көйлө йырҙары урын ала: “Ашҡаҙар”, “Һаҡмар”, “Хисам”, “Шар­лы урман”, “Ғил­мияза”, “Мәҙинәкәй”, “Ҡара сура”, “Зәлиф­әкәй”... Йырсы­ның репертуарында башҡорт композитор­ҙарының йырҙа­ры ла байтаҡ. Х. Әхмә­тов­тың классик йырҙарынан “Төнгө Урал”ды, “Кәкүгем”де, Н. Саби­товтың “Йырлай тур­ғай”ын, З. Исмәғилевтең “Аҡ­мулла” опера­һынан Аҡсәскә арияһын, А. Ғаб­драхма­нов­тың “Таңдағы йыр”ын һәм баш­ҡа әҫәрҙәрҙе ҙур оҫ­талыҡ менән башҡара.
Әлфиә һәр саҡ ижади эҙләнеү өҫтөндә, төрлө телдә иркен йырлай, үҙенә ҡарата талапсан. Мө­нәжәт жанрын да башҡарыусы, йырҙар ҙа яҙа. Әлфиә Кәли­муллина — тынғыһыҙ ижадсы. Ул, даими халыҡ араһында булып, онотолоп барған йырҙарҙы йыя һәм, профессиональ кимәлгә еткереп, концерт­тарҙа башҡара, радиоға яҙҙыра. Мәҫәлән, беҙҙең Мәсетле яҡтарында таралған “Әли-Вәли”, “Аҡ суҡ, зәңгәр суҡ”, “Алһыу”, “Әбделхәй”, “Дәмдерҙитә” кеүек йыр­ҙарҙы бары тик уның баш­ҡа­рыуында ғына ишетергә мөмкин. 2012 йылда уның халыҡ йырҙарынан торған альбомы донъя күрҙе. Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләүенә лә 20 йыл тулды. Әлфиәнең йырҙары – йәнгә дауа, уны тыңлаған һайын тыңлағы килә.

Тамара СӘЙФУЛЛИНА,
Башҡортостандың
мәғариф отличнигы, “Мәрхәмәт” ойошмаһы
рәйесе урынбаҫары.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Таланттар байрамы!

Таланттар байрамы! 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостанда йәш таланттарға иғтибар көслө, Хөкүмәт кимәлендә бүләкләү йыш ойошторола....

Тотош уҡырға 45

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында Нияз Мирхәйҙәровтың шәхси фотокүргәҙмәһе асылды. Ул оҙаҡ...

Тотош уҡырға 34

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Һылыуҡай– 2018” республика матурлыҡ бәйгеһе еңеүсеһе Әлфинә Кашапова Башҡортостан данын Ҡытайҙа...

Тотош уҡырға 39

“Масторавань морот” Бишбүләктә

“Масторавань морот” Бишбүләктә 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район мәҙәниәт йорто майҙанында шау-гөр килеп барған күңелле сара бик үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ...

Тотош уҡырға 24

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә 08.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бәләбәй ере йәнә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән профессиональ ансамблдәрҙе һәм халыҡ...

Тотош уҡырға 38

"Бергә йәшәйек"

"Бергә йәшәйек" 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бай икәнеңде белгең килһә, күсенеп ҡара, тип белмәй әйтмәгәндәр икән! Йә, әллә нимә лә юҡ һымаҡ,...

Тотош уҡырға 103

“Театр – ул сәнғәт һарайы!”

“Театр – ул сәнғәт һарайы!” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йоҡомһораған аҡыл һәм йөрәкте ҡуҙғытып ебәреүсе тылсымға эйә ул......

Тотош уҡырға 58

Сәхнәлә –  “Тере тупраҡ”

Сәхнәлә – “Тере тупраҡ” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул тарихыбыҙға алып ҡайтыр. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында...

Тотош уҡырға 88

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул кешегә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итһен. Күренекле яҙыусы һәм журналист Гөлшат Әхмәтҡужинаның...

Тотош уҡырға 51

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..”

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Минең данлы Башҡортостаным!” поэмалар конкурсына килгән әҫәрҙәргә күҙәтеү....

Тотош уҡырға 89

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ!

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ! 05.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҙур премьера көтөлә –...

Тотош уҡырға 81

Нәзәкәтле, нәфис Нәзифә

Нәзәкәтле, нәфис Нәзифә 05.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандан Нәзифә Иҫәнбаева “Санкт-Петербургтың милли һылыуҡайы” халыҡ-ара конкурсында “Мисс...

Тотош уҡырға 85