Моң эйәһе ЗаһитХәлил ауылында йәшәгән Сәүҙә менән Наил Ғәбитовтарҙың йырлы-моңло ғаиләһендә тыуған Заһит бала саҡтан сәнғәткә ғашиҡ булып үҫә. Әсәһе – мандолинала, атаһы гармунда һыҙҙырып уйнай, икәүләп моңло итеп йырлайҙар. Ошо тәрбиәлә үҫкән малай ҙа иртә сәхнәгә сыға.

Мәктәп йылдарында ла йырлауын ташламай ул. Киреһенсә, һәләтен нығыраҡ асыу маҡсатында музыка менән етди шөғөлләнә. Уҡыуын тамамлағас, егеттең алдында артабан ҡайҙа барырға тигән һорау тормай: Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-мәғрифәт техникумының хор-дирижер бүлегенә инә. Студент йылдарында йыр бәйгеләрендә ихлас ҡатнаша, үҙен бар яҡлап һынай, төрлө яҡлап үҫешә.
2007 йылда диплом алғас, егетте тыуған яғына эшкә саҡыралар. Йәш белгес район үҙәгенең мәҙәниәт йортонда ең һыҙғанып хеҙмәт юлын башлай. Хәрби бурысын үтәп ҡайтырға, ситтән тороп Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамларға ла өлгөрә.
– Эшемде ныҡ яратам, йырһыҙ йәшәй алмайым, – ти уҙаман. – Кешеләргә моң өләшеп, уларҙы ҡыуандырып йәшәү – үҙе ҙур бәхет ул.
Ысынлап та, бөгөн Әбйәлил районында бер генә мәҙәни сара ла Заһит Ғәбитовһыҙ үтмәй. Алыштырғыһыҙ алып барыусы, йырсы, ансамблдәр етәксеһе... Барыһына ла өлгөрә Заһит Наил улы. Бигерәк тә уның етәкселегендәге “Башҡорт халыҡ хоры” сығыштарын һәр ерҙә көтөп алалар. Коллектив республикала ғына түгел, Рәсәй буйынса үткән конкурстарҙа ла тәүге урындарҙы яулай. Төркөмдө туплауға, уға ярашлы репертуар һайлауға ҙур иғтибар бирә, һәр кемдең һәләтен нығыраҡ асыу өсөн ихлас тырыша етәксе. Мәғлүм булыуынса, ҡыҫҡа ғына сығыш нигеҙендә лә көн-төн буйы түгелгән көсөргәнешле хеҙмәт ята. Әммә эшен мөкиббән яратҡан Заһит Ғәбитов маҡсатына өлгәшмәй ҡалмай. “Сәхнә бер урында тапанғанды яратмай, гелән эҙләнеү, үҫеш, яңылыҡ талап итә”, – ти ул.
Заһит Наил улының тағы ла бер шөғөлө бар. Халыҡҡа элегерәк ят күренгән, хәҙер иһә ҙур ихтыяж менән файҙаланған эште башҡара – ул тамада. Туй булһынмы, тыуған көнмө, башҡа тантана-кисәләрме – оҫтаға мөрәжәғәт итәләр. Сараларҙы ике телдә алып барған тамада һәр кемдең байрамын йыр-моңға күмә, ғүмерҙә лә онотолмаҫлыҡ итеп үткәрә.
– Был эш менән 2007 йылдан алып шөғөлләнәм. Хәҙер ул “бизнес” киң таралды, алып барыусылар күп, шуға күрә үҙеңде һәр саҡ юғары кимәлдә тотоу, яңынан-яңы ҡыҙыҡлы программалар уйлап табыу мөһим. Күптәр был кәсепте тик аҡса эшләү ысулы тип ҡабул итә, бының менән килешмәйем. Тамада – күп көс талап иткән һөнәр. Даими эҙләнеү, ижади ҡараш, кешеләрҙең күңелен аңлау, ваҡытында тейешле һүҙ табыу, ҙур ойоштороу һәләте генә уңышҡа илтә.
Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, моңло тауышлы, ихлас күңелле Заһит Наил улына “Айыҡ туй”, иҫерткес эсемлекһеҙ үткәрелгән байрамдарҙы ойоштороу йәһәтенән айырыуса йыш мөрәжәғәт итәләр. Сәләмәт тормош яҡлы уҙаман бындай тәҡдимдәргә бигерәк тә шат.
Ғаиләһендә лә бәхетле Заһит Наил улы: Атауҙы ҡыҙы, райондың данлы “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамбле солисы Гөлназ Вәли ҡыҙы менән Эльвина исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Күмәкләп төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, уңышҡа өлгәшәләр. Мәҫәлән, 2015 йылда “Йәш ғаилә” район конкурсында Ғәбитовтар төп бүләккә лайыҡ булған.
– Йырлап-бейеп йәшәгәс, буш ваҡытыбыҙ һирәк була, – ти ғаилә башлығы. – Шулай ҙа, әмәлен табып, тәбиғәткә сығырға яратабыҙ. Ҡыш Ирәмәлгә, Белореттағы Ирәкташ, Айғыр, Яланғас ҡаяларына мендек. Ялан яғында тыуып үҫһәм дә, бейеккә үрмәләп, алыҫ-алыҫҡа ҡарап торорға яратам. Тауҙар күңелемә көс, рух өҫтәй.
Ниәт-маҡсаттары күп Заһит Наил улының: яңынан-яңы программалар эшләү, коллективтың репертуарын яңыртыу, конкурстарҙа ҡатнашыу... Ныҡышмал, тынғыһыҙ уҙамандың теләктәре, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр.

Әбйәлил районы.