Ырыҫлы ижад емешеЗ. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә яҙыусы, журналист Нияз Сәлимовтың “Рухым – ырыҫым” исемле китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа ғүмер ғәме, йәшәү тәме, мөхәббәт, изгелек һәм яуызлыҡ кеүек темаларға арналған шиғырҙар ингән. Шағир заман хаҡында уйланмай булмаҫ. Тап заман заңы, рух балҡышы, фәлсәфәүи тәрәнлек, аһәңле йөрәк һүҙе шиғриәт һөйөүселәрҙе битараф ҡалдырмаҫ. Авторҙың китабынан төп идеяһын яҡтыртҡан бер нисә шиғырын да тәҡдим итәбеҙ.

Ижад сере

Шиғриәттең сихри утрауында
Усаҡ яғам яңғыҙ кистәрен.
Ялҡынларға үрелеп, йондоҙҙарға
Барып етә утлы хистәрем.

Шиғриәттең ошо утрауын
Һайлаған шул күптән йөрәгем.
Хыял – ҡанат: Аҡбуҙатта елеп,
Асмандарҙа килә йөрөгөм.

Шиғыр тыуа, бала тыуған кеүек –
Бөрө тиртә күңел түрендә.
Ялмай ҡомар барса күҙәнәкте:
Ашҡына рух ижад үренә.

Бары һиндә табам, утрауым,
Күңелемә сихри бер мөхит.
Йыуаныс та, ҡыуаныс та һиндә –
Йәшәп булмай һинһеҙ бер минут.

Рухым – ырыҫым

Бөркөт кеүек ос, тип дәртләндерҙе
Серле бер көс күңел түрендә.
Шуға микән ғүмер буйы йөрәк
Гел ашҡынды тауҙар үренә.

Хоҙай үҙе шулай ҡушҡандыр, тим:
Борсоманы мине юҡ-бары.
Ил хәстәре ғаиләм хәленән
Торҙо никтер һәр саҡ юғары.

Һатып алып булмай шул һис рухты –
Ул бит килә ҡандан-тамырҙан.
Йән ырыҫың тыуһа ошо рухтан,
Нәҫелеңдән илдә ҡалыр дан.

Үҙ халҡымдың аҫыл байлығы ул –
Зат-зәүерем, данлы ырыуым.
Мин ышанам: дауам итер мәңге
Тоҡомомда рухым – ырыҫым.
Нияз СӘЛИМОВ.