Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ йондоҙон ҡабыҙған шағир
Үҙ йондоҙон ҡабыҙған шағирҮткән быуаттың иң билдәле шағирҙарының береһе, тура, үткер һүҙле, үҙенә генә хас яҙыу стиле булған, үҙенең генә йырын йырлап, шәхсән юлынан барған Владимир Маяковскийҙы кем генә белмәй икән? Күптән түгел уның тыуыуына 125 йыл тулды, ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы Өфөлә шағир исемен йөрөткән скверҙа шиғриәт байрамы үтте.

Алып барыусылар сатирик, шағир Марсель Сәлим һәм шағирә Кристина Андрианова-Книга, сараны асып, иң тәүҙә һүҙҙе Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәфҡәт Самат улы Үмәрғәлингә бирҙе.
– Тәү сиратта рәхмәт һүҙҙәрен энтузиазмы өсөн Марсель Шәйнур улына еткерер инем, тап ул был сараны үткәреү идеяһын күтәреп сыҡты. Шулай уҡ, әлбиттә, совет осороноң иң бөйөк шағирҙарының береһенең яҙмышына битараф булмағандарға рәхмәт. Ысынлап та, Маяковский бик кәрәкле, урынлы ваҡытта тыуғандыр, сөнки шиғырҙары шул дәүер рухы менән һуғарылған. Революция, граждандар һуғышы, оло үҙгәрештәр... Шағир ижады халыҡҡа был ауыр мәлдәрҙә юғалып ҡалмау өсөн локомотив булып тора, социаль ғәҙеллек идеяһын, кешелеклелекте сағылдыра. Маяковский үтә лә ғәҙел, үтә лә асыҡ күңелле булған һәм, әлбиттә, барыһын да үҙ исемдәре менән атап йөрөткән. Шуға күрәлерме, уға “ваҡыт үтер, исемең онотолор” тип йыш әйтер булғандар, ә ул “мең йылдан һуң ҡарарбыҙ” тип тапҡыр яуап ҡайтарған. Хәҙер килеп, беҙ уны яратабыҙ, уҡыйбыҙ, бөгөнгө заманды аңлар өсөн дә шиғыр­ҙарына мөрәжәғәт итәбеҙ, – тине Рәфҡәт Самат улы.
Артабан һүҙҙе Башҡортос­тандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премия­һы лауреаты Хәсән Назар алды:
– Маяковскийҙы иҫкә алғанда, Есенин күҙ алдына килә. Есенинды иҫләһәм, Маяковский хәтерҙә. Есенин үҙенең һуңғы шиғырында “Был донъяла йәшәү яңылыҡ булмаған­дай, үлеү ҙә яңылыҡ түгел” тип яҙһа, Маяковский уға яуап итеп: “Был донъяла үлеү ҡыйын түгел, тормош төҙөү күпкә ауырыраҡ”, – ти. Ысынлап та, тормош ҡороу, үҙ артынан кешеләрҙе әйҙәү, рух, энтузиазм – Маяковскийҙың шиғриәте тап ошо төшөнсәләргә хеҙмәт итте. “Маяковский совет осороноң иң яҡшы шағиры булды, буласаҡ та” тип юҡҡа әйтмәгән Сталин да. Маяковскийҙың новаторлыҡ өлгөһө Ер шарында күп кенә шағирҙарҙы илһамландырған. Беҙҙең башҡорт шиғриәтенә лә уның йоғонтоһо ҙур. Маяковский үҙ заманының идеалы булды, – тине шағир һәм үҙенең “Рус тройкаһы” исемле шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Шиғырҙа бөйөк ижадсылар Пушкин, Некрасов, Есенин хаҡында һүҙ барһа ла, унда һис шикһеҙ Маяковскийҙың да һыны сағылыш таба, сөнки Рәсәйҙә бар шағирҙарға ла уртаҡ яҙмыш.
– Һаумыһығыҙ, илһам һөйөү­селәр, илһам биреүселәр, – тип сәләмләне Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова һәм шағирға ҡарата һөйөүҙе тәүге мөхәббәт менән сағыштырҙы, – Маяковский һәр саҡ үткән быуын, беҙҙең быуын, киләһе быуын өсөн яратҡан шағирыбыҙ булды, һәм ул шулай булып ҡаласаҡ та.
Бихисап һүҙ тотоусылар араһында шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдыҡованың сығышы айырыуса хәтерҙә уйылып ҡалды. “Һеҙ йәшендең күктә йәшнәгәнен яратаһығыҙ, ә мин – электр үтегендә” тигән Борис Пастернакка Маяковский. Ә бына Гүзәл Ситдыҡова Маяковскийҙа нимәне ярата икән?” – тип микрофонға саҡырҙы уны Кристина Андрианова-Книга, һәм һорауына яуап та тапты шикелле: Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Маяковский шиғырына үҙенең тәржемәһен уҡып ишеттерҙе.
– Минең өсөн, беҙҙең быуын өсөн ысын-ысынында ҙур байрам бөгөн, – тине ул шиғри күстәнәсе менән уртаҡлашырҙан алда. – Маяковский – минең яратҡан шағирым, ижадын ҡат-ҡат уҡыйым. Күптәр уның ҙур хис шағиры икәнен күрмәй. Маяковскийға революция, яңы ҡоролош йылдарында йәшәргә тура килә, һәм тап ошо уның новаторлығына сәбәп булып тора. Тел дә, шиғриәт тә тап Маяковский аша яңыса яңғырай башлай. Мин уның күптәргә билдәле шиғырын тәржемә иттем:
“Ҡабыҙалар икән йондоҙ –
Кемгәлер ул кәрәк төнгө яҡта”, – ти ул, һәм дөрөҫ, тап шағирҙарса әйтә.
Гүзәл Ситдыҡова тәржемә иткән “Тыңлағыҙсы” шиғыры Маяковский ижадына ғашиҡтарҙы ғына түгел, ғөмүмән, шиғриәткә мөкиббән­дәрҙең береһен дә битараф ҡалдырмай, йөрәккә үтеп инә.
– Ул шиғриәт күгендә үҙ йон­доҙон ҡабыҙҙы. Һәр кис һайын һәр берегеҙҙең берәр йондоҙо булһа ла ҡабынһын! – тип тамамланы һүҙен шағирә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Марсель Сәлим менән Кристина Ан­дрианова-Книга, шиғриәт байрамын дәртле, күңелле нотала алып барыуҙан тыш, тамаша­сыларҙы шағир тормошона бәйле күп ҡыҙыҡлы тарихи факттар менән дә таныштырҙы. Мәҫәлән, Маяковский скверында урын­лашҡан һәйкәлдең авторы совет скульпторы Александр Кебальников икән. Һәйкәлде башта бөгөнгө көндә Театр скверында урынлашҡан Ете ҡыҙ фонтаны урынына ҡуйырға ниәтләйҙәр, әммә быға Бөйөк Ватан һуғышы ҡамасаулай, аҙаҡ унда Сталинға һәйкәл ҡуйыла, ә Маяковскийға һәйкәл 60-сы йылдарҙа бөгөнгө урынында хасил була. Ул айырыуса шағирҙың ҡыҙы Елена Маяковскаяның (икенсе исеме – Патрисия Томпсон) күңеленә хуш килә.
– Маяковскийҙан оратор эшлә­һәләр ҙә, ул тәү сиратта лирик шағир, – тине үҙенең сығышында шағирә Лариса Абдуллина ла, – әммә Совет осоронда шағир дәүләт идеяларын алғы һыҙыҡҡа ҡуйырға тейеш булғандыр ҙа. Маяковский Есенин менән бер ҡатар Хоҙай тарафынан ергә оло мөхәббәт хистәре хаҡында яҙыу өсөн ебәрелгәндер...
Шағир тормошона бәйле тарихи факттарҙы барлағанда, тап Маяковскийҙың шул замандағы бихисап лозунгтарға яҙылған һүҙҙәр авторы булыуын да билдәләп үттеләр. “Йәшәү гүзәл һәм матур!” тигән ябай, әммә тәрән мәғәнәле фекер ҙә шағир тарафынан яҙылған икән. Бынан тыш, Маяковский әсе телле, үткер ҡәләмле сатирик булыуы менән дә билдәле.
– Минең ижадымда уның сатирик жанрындағы әҫәрҙәре ҙур роль уйнаны, – тине, һүҙ алып, шағир-сатирик Леонид Соколов, – бала саҡтан уның шиғырҙарын атайымдың уҡығанын тыңлап, ятлап үҫтем.
– Маяковский һәр саҡ әһәмиәт­ле, – тине икенсе шағир-сатирик Владимир Кузьмичев, – уның “Я волком бы выгрыз бюрократизм” шиғыры әле булһа көнүҙәк, сөнки бөгөнгө көндә лә илебеҙҙә бюрократизм сәскә ата, һәм уны сәйнәп ырғытыу мөһим.
Ике сатирик та, һүҙ тотоу­ҙарынан тыш, үҙҙәренең берсә көлдөргән, берсә уйландырған, берсә ғәмгә, сәмгә һалған, йыйып әйткәндә, сәпкә тейгән, ирония менән һуғарылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Бихисап сығыш яһаусылар араһында шағир һәм йырсы-бард Николай Граховтың әйткән һүҙҙәре лә хәтерҙә уйылып ҡалды:
– Элек-электән был скверҙа эсеү, һуғышыу һәм сәскәләр өҙөү тыйыла ине. Ул асылғас та, бында хулигандар йыйылған хәлдә лә, барыһы ла үҙҙәрен бик тәртипле тотто.
Был, һис шикһеҙ, шағирға ҡарата һөйөү генә түгел, тәрән ихтирам хаҡында ла һөйләй.
Маяковскийға кемдер “Үлемһеҙ­лек – һеҙҙең тәҡдир түгел” ти. Шағир быға “Мең йылдан һуң керегеҙ – һөйләшербеҙ” тип яуап­лай. Йәш быуын шиғриәт һөйөүселәре араһында ул – иң уҡымлы, иң яратҡан шағирҙарҙың береһе. Был күренеш артабан да дауам итһә, Маяковскийҙың һыны үлемһеҙ булыуы көн кеүек асыҡ. Һәр хәлдә, беҙ әле һүҙ алып барған байрамда йәштәрҙең дә шағирҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләп сығыш яһауы быны иҫбат итте.
Марсель Сәлим сара башында сығыш яһаясаҡ барлыҡ шағирҙар­ҙы, шул иҫәптән беҙҙең милләттән булғандарҙы ла “Маяковскийҙың тура тоҡомдары” тип юҡҡа ғына атамағандыр. Был, берҙән, халыҡ­тар дуҫлығына тура һылтанма булһа, икенсенән, тура, ҡыйыу һүҙле, шул уҡ ваҡытта оло, яҡты хисле бөйөк шағир Владимир Маяковскийҙың бар ҡәләм әһелдә­ренә лә берҙәй яҡын, ҡәҙерле һәм мөһим булыуы хаҡында һөйләй.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Таланттар байрамы!

Таланттар байрамы! 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостанда йәш таланттарға иғтибар көслө, Хөкүмәт кимәлендә бүләкләү йыш ойошторола....

Тотош уҡырға 50

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында Нияз Мирхәйҙәровтың шәхси фотокүргәҙмәһе асылды. Ул оҙаҡ...

Тотош уҡырға 39

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Һылыуҡай– 2018” республика матурлыҡ бәйгеһе еңеүсеһе Әлфинә Кашапова Башҡортостан данын Ҡытайҙа...

Тотош уҡырға 47

“Масторавань морот” Бишбүләктә

“Масторавань морот” Бишбүләктә 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район мәҙәниәт йорто майҙанында шау-гөр килеп барған күңелле сара бик үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ...

Тотош уҡырға 27

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә 08.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бәләбәй ере йәнә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән профессиональ ансамблдәрҙе һәм халыҡ...

Тотош уҡырға 41

"Бергә йәшәйек"

"Бергә йәшәйек" 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бай икәнеңде белгең килһә, күсенеп ҡара, тип белмәй әйтмәгәндәр икән! Йә, әллә нимә лә юҡ һымаҡ,...

Тотош уҡырға 103

“Театр – ул сәнғәт һарайы!”

“Театр – ул сәнғәт һарайы!” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йоҡомһораған аҡыл һәм йөрәкте ҡуҙғытып ебәреүсе тылсымға эйә ул......

Тотош уҡырға 59

Сәхнәлә –  “Тере тупраҡ”

Сәхнәлә – “Тере тупраҡ” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул тарихыбыҙға алып ҡайтыр. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында...

Тотош уҡырға 89

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул кешегә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итһен. Күренекле яҙыусы һәм журналист Гөлшат Әхмәтҡужинаның...

Тотош уҡырға 52

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..”

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Минең данлы Башҡортостаным!” поэмалар конкурсына килгән әҫәрҙәргә күҙәтеү....

Тотош уҡырға 90

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ!

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ! 05.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҙур премьера көтөлә –...

Тотош уҡырға 83

Нәзәкәтле, нәфис Нәзифә

Нәзәкәтле, нәфис Нәзифә 05.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандан Нәзифә Иҫәнбаева “Санкт-Петербургтың милли һылыуҡайы” халыҡ-ара конкурсында “Мисс...

Тотош уҡырға 85